Спенсер Трейси
Спенсер Трейси | |
ингл. Spencer Tracy | |
![]() | |
Заты | ир-ат[1][2][3] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 5 апрель 1900[3][4][…] |
Тыуған урыны | Америка Ҡушма Штаттары, Висконсин, Милуоки[2][6] |
Вафат булған көнө | 10 июнь 1967[3][4][…] (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Америка Ҡушма Штаттары, Лос-Анджелес |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Ерләнгән урыны | Форест-Лаун[d] |
Хәләл ефете | Louise Tracy[d] |
Сожитель | Кэтрин Хепбёрн |
Һөнәр төрө | актёр, театр актёры, кино актёры |
Жанр | вестерн[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Американская академия драматического искусства[d][7] |
Әүҙемлек осороноң башы | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена. |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1967 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Демократическая партия[d] |
![]() | |
Ғәскәр төрө | Военно-морские силы США[d] |
![]() |
Спе́нсер Тре́йси (ингл. Spencer Tracy; 5 апрель 1900 йыл — 10 июнь 1967 йыл) — Америка актёры, иң яҡшы ир-ат роле өсөн ике тапыр «Оскар» премияһы лауреаты. Был бүләкте ике йыл рәттән алыусы ике актерҙың береһе. Америка кино сәнғәте институты уны «бөйөк 100 кино йондоҙҙары» араһында 9-сы урынға ҡуйҙы.
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Трейси үҙ тормош юлын тиҙ генә һайлай алмай, ул, драма сәнғәте академияһында белем алыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар буйына иғтибарһыҙ ҡалып килә.
Утыҙ йәше тулған Трейсиҙы актерҙар биографияһында бик күп гангстерҙар ролен асҡан Джон Форд үҙенең «Йылға буйлап өҫкә (Вверх по реке)» (1930) комедияһында төшөргә саҡыра. Был комедияның үҙ нюансы бар: төрлө тормош сәбәптәре арҡаһында яңылыш юлға баҫырға мәжбүр булған ябай яҡшы егет тураһында һүҙ бара. Бындай ролдәрҙе ул «Еңел миллион (Легкие миллионы)» (1931), «20 000 лет в Синг-Синге» (1932), «Отбросы общества» (1936) фильмдарында ла уйнай.
Трейсиҙың тышҡы ҡиәфәте — тура ҡарашы, асыҡ йөҙө, буй-һыны тамашасы өйрәнгән енәйәтсе йәки яуыз кеше төшөнсәһенә тура килмәй. Әгәр ҙә Фриц Лангтың «Ярость» фильмында суд Линчында саҡ-саҡ ғәйепһеҙгә ҡорбан булған геройы ролен уйнамаған булһа, ул үҙе лә, бәлки, тышҡы ҡиәфәте арҡаһында ҡорбан булған булыр ине. Был ролде башҡарыу актерҙы бөтөнләй икенсе төрлө эш киңлегенә килтереп сығара.
Һәр саҡ тәбиғи, гримһеҙ тиерлек, бары тик үҙ мөмкинлегенә генә таянып фильмға төшкән актер үҙ тамашасыһын икһеҙ-сикһеҙ һөйкөмлөлөгө менән арбай, ул тышҡы ҡиәфәте, манералары, уйыны менән Жан Габенды хәтерләтә, тик американса.
Трейси геройҙары — прагматиктар һәм ғәйрәтле кешеләр, мәҫәлән, «Эдисон — человек» (1940) фильмындағы Томас Эдисон . Илле йылдан ашыу ижад осоронда Трейси Голливудта ике йыл рәттән «Оскар» премияһына лайыҡ булған берҙән-бер актер. Трейси башта «Отважные капитаны» (1937, Р. Киплинг романы буйынса) португал морягы роле өсөн, ә һуңынан «Город мальчиков» (1938) фильмында йәш енәйәтселәр өсөн мәктәптең дин әһеле ролен башҡарған өсөн бүләкләнә. бынан һуң да ул Оскар премияһына дәғүә итеүсе була.
Актер ижад биографияһында Кэтрин Хепбёрн менән мөхәббәт-романтик союз айырым урын биләп тора, был союз 1941 йылдан алып Трейси вафат булғансы дауам итә. Ғәҙәттә, улар лирик комедияларҙа бергә уйнай. Мәҫәлән, «Женщина года» (1942), «Ребро Адама» (1949), «Пэт и Майк» (1952) фильмдарында. Һуңғы тапҡыр кинофильмға Трейси менән Кәтрин Хепберн 1967 йылда бергә төшә. Бынан һуң 20 йыл үткәс, актриса «Наследие Спенсера Трейси: дань уважения от Кэтрин Хепберн» документаль фильмын Трейсиға бағышлай.
1960 йылдарҙа актер «үҙ режиссерын» — Стэнли Крамерҙы таба. Бер-бер артлы актер уйнаған алтын фондҡа ингән «Пожнёшь бурю» (1960), «Нюрнбергский процесс» (1961), «Это безумный, безумный, безумный, безумный мир» (1963), «Угадай, кто придёт к обеду?» (1967) фильмдары сыға. Заманса рухлы, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән фильмдар актерҙың нескә психологизм һәм юморын, юғары интеллектын күрһәтеүсе әҫәрҙәр булып тора. Стэнли Крамер актер тураһындағы интервьюла: «Беҙ бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ, һәм был сифатыбыҙ беҙгә был эште бергәләп эшләргә ярҙам итә. Беҙҙең һуңғы («Угадай, кто придёт к обеду?») фильмының кульминацион мәлен төшөргән саҡта Спенсер яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көстәре тураһында монолог һөйләне. Актерҙар, яҡтыртыусылар, операторҙар менән бергә мин дә уға ныҡлап ҡул саптым, ә бер нисә көндән һуң ул яҡты донъяны ташлап китте. Ул бик ныҡ ауырыу булған икән. Үлеренән дүрт көн элек ул: «Беҙ яҡшы картина эшләнек. Әгәр бөгөн кис мин үлһәм, һеҙ минән башҡа ла төшөрөп бөтөрә аласаҡһығыҙ» - тип әйтте. Спенсер Трэйси — бөйөк америка актеры».
Спенсер Трейсиҙың кинолағы төшкән ролдәре 70-тән артыҡ. Ғүмере аҙағында актер диабеттан һәм гипертониянан яфалана. 1967 йылдың 10 июнендә Лос-Анджелес ҡалаһында ул 67 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Форест-Лаун зыяратында ерләнә.
Һайланма фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Награда һәм номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Награда | Йыл | Категория | Фильм | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|---|
Оскар | 1937 | Иң яҡшы ир-ат роле | Сан-Франциско | Номинация |
1938 | Иң яҡшы ир-ат роле | Отважные капитаны | Еңеү | |
1939 | Иң яҡшы ир-ат роле | Город мальчиков | Еңеү | |
1951 | Иң яҡшы ир-ат роле | Отец невесты | Номинация | |
1956 | Иң яҡшы ир-ат роле | Плохой день в Блэк Роке | Номинация | |
1959 | Иң яҡшы ир-ат роле | Старик и море | Номинация | |
1961 | Иң яҡшы ир-ат роле | Пожнёшь бурю | Номинация | |
1962 | Иң яҡшы ир-ат роле | Нюрнбергский процесс | Номинация | |
1968 | Иң яҡшы ир-ат роле | Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) | Номинация | |
BAFTA | 1954 | Иң яҡшы ир-ат роле | Актриса | Номинация |
1957 | Иң яҡшы ир-ат роле | Гора | Номинация | |
1959 | Иң яҡшы ир-ат роле | Последний салют | Номинация | |
1961 | Иң яҡшы ир-ат роле | Пожнёшь бурю | Номинация | |
1969 | Иң яҡшы ир-ат роле | Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) | Еңеү | |
Золотой глобус | 1954 | Иң яҡшы ир-ат роле | Актриса | Еңеү |
1959 | Иң яҡшы ир-ат роле | Старик и море | Номинация | |
1961 | Иң яҡшы ир-ат роле | Пожнёшь бурю | Номинация | |
1968 | Иң яҡшы ир-ат роле | Угадай, кто придёт к обеду? (үлгәндән һуң) | Номинация |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ VIAF — 2012.
- ↑ 2,0 2,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118623559 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ 4,0 4,1 Encyclopædia Britannica
- ↑ 5,0 5,1 SNAC — 2010.
- ↑ http://www.jsonline.com/multimedia/photos/movie-stars-you-might-have-forgotten-or-never-knew-were-born-in-wisconsin-b99443978z1-291732601.html
- ↑ https://www.aada.edu/alumni/notable-alumni#decade:all/orderby:all/display:panel/perpage:All
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карцева Елена Николаевна Спенсер Трэси — М.: Искусство, 1970. — 128, [32] б. — (Мастера зарубежного киноискусства). — 50 000 экз.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 5 апрелдә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Висконсинда тыуғандар
- 10 июндә вафат булғандар
- 1967 йылда вафат булғандар
- Лос-Анджелеста вафат булғандар
- XX быуат актёрҙары
- АҠШ кинематографының актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- Голливудтың дан аллеяһы
- BAFTA премияһы лауреаттары
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- «Оскар» премияһы лауреаттары
- Канн кинофестиваленең иң яҡшы ирҙәр роле призына эйә булыусы
- Алфавит буйынса шәхестәр