Эдисон Томас Алва

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Томас Эдисон
Thomas Alva Edison
Эдисон Томас Альва фото ЖЗЛ.JPG
Эдисон 1915 йылда
Тыуған:

11 февраль 1847(1847-02-11)

Тыуған урыны:

Майлен, Огайо

Үлгән:

18 октябрь 1931(1931-10-18)

Вафат урыны:

Вест Оранж, Нью-Джерси

Ил:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Фәнни даирә:

уйлап табыусы, ғалим, эшҡыуар

Имзаһы

Подпись

Әҫәрҙере Викитекала.

То́мас А́лва Э́дисон (ингл. Thomas Alva Edison; 11 февраль, 1847, Майлен, Огайо штаты — 18 октябрь, 1931, Вест Оранж, Нью-Джерси штаты) — бар донъяға билдәле америка уйлап табыусыһы һәм эшҡыуары. Эдисон АҠШ-та 1093 патент алған[1] и около 3 тысяч в других странах мира[2]. Ул телеграфты, телефонды, киноаппаратураны камиллаштырған, электр ҡыҙҙырма лампаһының табышлы төрөн уйлап сығарған[3], фонограф уйлап сығарған. Тап ул телефонда һөйләшә башлағанда «алло» һүҙен ҡулланырға тәҡдим итә..

1928 йылда АҠШ-тың юғары бүләге АҠШ Конгресының алтын миҙалына лайыҡ була. 1930 йылдаСССР Фа-ның сит ил Почетлы гражданы тип таныла [4].

Ҡыҫҡаса биографияһы[үҙгәртергә]

Йәшлек йылдары

Томас Эдисон 1847 йылдың 11 февралендә Огайо штатының Майлен ҡалаһында балтасы кәрәк-ярағы кибете тотҡан ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы Самуэль Эдисондың сығышы Нидерландынан булған. Канадаға күскәс, ул урындағы уҡытыусы ҡыҙ Нэнси Эллиотҡа өйләнгән[5]. Томасҡа тиклем уларҙың дүрт балаһы булған. Малай ауырыу арҡаһында ҙур башлы булып тыуған, бик сирләшкә булған[5].

7 йәш тулғанда улар Порт-Гуронға күсенгән[5]. Юлда скарлатина менән ауырып киткән, шул арҡала ишетеү һәләтен юғалта башлаған[5]. Яңы урында ул сиркәү мәктәбенә һабаҡҡа төшкән, мәгәр әллә ни шәп уҡымаған. Уҡытыусыһы, 1+1=2, урынына малай "Ике сынаяҡ һыуҙы ҡушып һалһаң, бер сынаяҡ һыу килеп сыға, әммә ике тапҡырға ҙурыраҡ, шулай бит?" тигәне өсөн малайҙы "башһыҙ" тип әрләгәндән һуң, әсәһе уны мәктәптән алып, үҙе уҡытырға булған. Улын бик ҡатмарлы китаптар буйынса уҡытҡан ул. Эдисон үҙе:

Бала саҡта мәктәпкә йөрөмәгән өсөн мин уйлап табыусы булып китә алдым, тигән

— Томас Эдисон[5]

Эдисон динамомашинаһы, ул 80 лампаны яҡтырта алған. Даими магниттар төҙөүгә Фарадейкитабын уҡып килгән Экспериментальные исследования по электричеству в 1839—1855 годах.

1860 йылда Томас ҡала майҙанында алма һатып, хеҙмәт юлын башлай. 12 йәшенән поездарҙа кәнфит, сәтләүек, тәмәке һәм гәзиттәр һатып йәрәй. Буш ваҡытында китапханан сығышмай.

Артабан станция телеграфисы булып эшләй, шунда төндәрен йоҡлап булһын өсөн тәүге яйланма  — ул автояуапсы уйлап таба.22 йәшендә көнкүреш электротехникаһы кибете аса. Уның шиғары: «Бер ваҡытта ла ихтыяж булмаҫ нәмә уйлап сығарма». 18771878 йылдарҙаЭдисон күмерле микрофонды камиллаштыра. Электровоз уйлап сығарыуға Вильям Һаммерҙы ла саҡыра. 1880 йылда Эдисон хәүефһеҙ ҡыҙҙырма лампалар уйлап таба. Артабан Эдисон һәм инглиз ғалимыДжозеф Сван (18281914) менән берлектә «Эдисон-энд-Сван-юнайтед-электрик-лайт-компани» фирмаһына нигеҙ һала.

85 йәшендә, донъя менән хушлашҡанда ҡатынына: «Үлемдән һуң нимәлер бар икән - яҡшы. Булмаһа ла - яҡшы.. Мин ғүмеремдемөмкинсә яҡшылыҡ эшләп үткәрҙем». Томас Эдисон 1931 йылдың 18 октябрендә вафат була.

Данлыҡлы уйлап табыуҙары[үҙгәртергә]

Эдисондың электр лампаһына патенттың титул бите, 1880
Томас Эдисон фонографтың тәүге версияһы менән
Майерс энциклопедияһында Эдисондың ҡыҙҙырма лампаһы,1888
Эдисондың ҡыҙҙырма лампаһы (тәүгеләренән)

Эдисондың уйлап сығарған нәмәләре бик күп: ғүмере эсендә Эдисонға АҠШ-тың Патенттар бюроһы 1093 патент биргән[6].

Улар араһында:

Уйлап сығарылған нәмә йыл
Аэрофон 18??
Һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе иҫәпләүсе счётчик 1868
Тикер аппараты 1869
Күмер телефон мембранаһы 1870
Квадруплекс (дүрт яҡлы) телеграф 1873
Мимеограф 1876
Фонограф 1877
Күмер микрофон 1877
Күмер ҡыллы ҡыҙҙырма лапмаһы 1879
Тимер рудаһы магнит сепараторы 1880
Кинетоскоп 1889
Электр ултырғысы 1890
Тимер-никель аккумуляторы 1908

Баһаламалар[үҙгәртергә]

Эдисон иҫ киткес егәрле һәм ныҡышмал кеше булған. Ҡыҙҙырма лампаға ярарлыҡ сым эҙләгәндә ул 6 мең тирәһе төрлө материалды һынап ҡараған һәм карбонатланғанбамбукта туҡтаған. Лампаның күмер сылбыры баһаламаларын тикшергәндә ул 45 сәғәт буйы ялһыҙ эшләгән. Бик оло йәшкә еткәнсе ул тәүлегенә 16—19 сәғәт эшләй торған булған[7].

Никола Тесла үҙенең һөнәрҙәше тураһында ошоларҙы әйткән:

Әгәр Эдисонға кәбәндән энә табырға кәрәк булһа , ул ҡайһы тирәләрәк ятыуы ихтимал тип башын ҡатырып ултырмаҫ, шунда уҡ эшкә тотонор кеше булды. Ул тиҙ-тиҙ генә һәр һаламды һелкеп һалып энәне эҙләй башлар, тапмай ҡуймаҫ ине. Уның ысулдары шул тиклем бәрәкәтһеҙ: осраҡлы бер уңыш ҡына уға яҙам итеп ебәрмәһе, ул түккән көс, ваҡыт бер файҙаһыҙға китер ине. Башта мин уның аҙапланыуҙарына ҡарап, ҙур булмаған ижади белем һәм иҫәпләп сығарыуҙар уның һалған көсөн утыҙ процентҡа кәметер ине, тип уйлай торғайным.Мәгәр ул китап белеменә һәм математик иҫәпләүҙәргә өҫтән генә ҡараны, үҙенең һиҙгерлегенә ышанды һәм американдарса төплө аҡылына таянды[8]

Астрономияла[үҙгәртергә]

Эдисон исеме 1913 йылда асылған астероидҡа бирелгән.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


{{{заголовок}}}

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Edison’s Patents — The Edison Papers (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 8 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  2. 1073 эшен Эдисон авторҙашһыҙ уйлап сығарған. 20 эше башҡа уйлап табыусылар ҡатнашлығында ижад ителгән. Эдисондың барлығы 13 авторҙашы булған.
  3. Cм. Лампа накаливания: история изобретения.
  4. Томас Эдисон (ru). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 8 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 100 человек, которые изменили ход истории. Выпуск № 14. Томас Эдисон — ООО «Де Агостини», 2008. — 300000 экз.
  6. Edison’s Patents(инг.)
  7. Томас Алва Эдисон на people.ru Yes check.svg 23
  8. Томас Алва Эдисон, Психология знаменитостей, Владимир Гаков Yes check.svg 23