Урал федераль округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал ФО
ФО үҙәгеЕкатеринбург
Майҙаны1 788 900 км²
(Рәсәйҙең 10,5 %)
Халҡы12 136 912 чел.
(Рәсәйҙең 8,48 %)
Халыҡ тығыҙлығы6,78 кеше/км²
Ҡала халҡы % .80,1 %
Субъекттар һаны6
Ҡалалар һаны112
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилеЕвгений Куйвашев
Рәсми сайтhttp://www.uralfo.ru

Урал федераль округы (рус. Ура́льский федера́льный о́круг) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Урал тауҙары ҡырында һәм Көнбайыш Себерҙә урынлашҡан региондар ҡарай. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 10,5% майҙанын биләй. Дөйөм Рәсәй федераль бюджетының өстән бер өлөшөн Урал федераль округынан түләнгән һалымдар тәшкил итә.

Хоҡуҡи-административ торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].

Халҡы һәм милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Урал федераль округында 12 373 926 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 8,52% тәшкил итә.

Милли состав:[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урыҫтар: 10 237 992 кеше (82,74 %)
  2. Татарҙар: 636 454 кеше. (5,14 %)
  3. Украиндар: 355 087 кеше (2,87 %)
  4. Башҡорттар: 265 586 кеше (2,15 %)
  5. Немец халҡы: 80 899 кеше (0,65 %)
  6. Белорустар: 79 067 кеше (0,64 %)
  7. Ҡаҙаҡтар: 74 067 кеше (0,6 %)
  8. Әзербайжандар: 66 632 кеше (0,54 %)
  9. Сыуаштар: 53 110 кеше (0,43 %)
  10. Марийҙар: 42 992 кеше (0,35 %)
  11. Мордва халҡы: 38 612 кеше. (0,31 %)
  12. Әрмәндәр: 36 605 кеше (0,3 %)
  13. Удмурттар: 29 848 кеше (0,24 %)
  14. Ненец халҡы: 28 091 кеше (0,23 %)
  15. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 69 164 кеше (0,56 %)

Иң ҙур ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Округтың составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федерация субъекты, административ үҙәк
Ҡурған өлкәһе, Ҡурған
Свердловск өлкәһе, Екатеринбург
Төмән өлкәһе, Төмән
Ханты-Манси автономиялы округы — Югра* Ханты-мансийск
Силәбе өлкәһе, Силәбе
Ямал-Ненец автономиялы округы* Салехард

* - Төмән өлкәһе составына инә

Тасурилама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федераль округ территорияһында 1164-кә яҡын муниципаль берәмек хисаплана. Урал федераль округына ингән субъектарҙың күбеһендә минераль сырьё ҡаҙылмалары бар. Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары тикшерелгән һәм эксплуатацияға индерелгән. Ошо округтарҙа бөтә рәсәйҙең 66,7% нефть (донъялағы 6%) һәм 77,8% газ (донъялағы 26%) ятҡылыҡтары урынлашҡан.

Дөйөм рәсәй кимәленән был федераль округта 10% урман урынлашҡан; урман буйынса Себерҙән һәм Алыҫ Көнсығыштан ҡалыша.

Ер фонды 182 000 000 га (2000 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).

Ҡоро ер сигенең оҙонлоғо 1300 километрҙан ашыу.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Светлаков шоумен, телевидение алып барыусыһы, актер, продюсер, сценарист

Александр Масляков телевидение алып барыусыһы, телепродюсер

Семен Альтов яҙыусы-юморист

Алексей Балабанов кинорежиссер, продюсер, сценарист

Юрий Лоза йырсы, композитор

Александр Малинин йырсы

Игорь Алтушкин Эшҡыуар, Рус баҡыр компанияһына нигеҙ һалыусы һәм директорҙар советы рәйесе. Меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре.[2]

Иҫкәртмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
  2. https://www.dp.ru/a/2023/07/03/igor-altushkin-biznes-sosedstvuet