Салтыкова Федосия Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салтыкова Федосия Петровна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Яңы Һапаш
Вафат булған көнө 1 март 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Күгәрсен районы, Яңы Һапаш
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Салтыкова Федосия Петровна (5 апрель 1927 йыл — 1 март 2007 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районында М. Горький исемендәге колхоздың сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салтыкова Федосия Петровна 1927 йылдың 5 апрелендә БАССР-ҙың Күгәрсен районы Яңы Һапаш ауылында тыуған.

1944 йылда Федосия Петровна Волостновка ете йыллыҡ мәктәбенең 6 класын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1944 йылда Күгәрсен районының М. Горький исемендәге колхозында башлай. 1956 йылдан алып сусҡа ҡараусыһы булып эшләй. Алдынғы ысулдар ҡулланыу арҡаһында, Ф. П. Салтыкова сусҡа балаһы үрсеме алыу һәм һаҡлау буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Йыл һайын һәр инә сусҡаны 2-2,5 тапҡыр балалата. 1960—1965 йылдарҙа алынмалы уртаса ауырлығы 18 килограмға тиклем булған 1 953 сусҡа балаһы үҫтерә һәм һимертеүгә тапшыра. Өс йыл эсендә 13 инә сусҡаның һәр береһенән 25-әр бәрәс ала һәм һаҡлай.

Малсылыҡты үҫтереүҙә һәм ит етештереү һәм әҙерләүҙе арттырыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 28 мартындағы указы менән, Ф. П. Салтыковаға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1982 йылда пенсияға киткәнгә тиклем М. Горький исемендәге колхозда ферма мөдире, фасовкалаусы, ат ҡараусы, сусҡа фермаһында төнгө ҡарауылсы булып эшләй.

Салтыкова Федосия Петровна 2007 йылдың 1 мартында вафат була.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Ленин ордены (1966),
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы,
  • Район партия комитетының, район Советы башҡарма комитетының ундан артыҡ Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
  • «Башҡорт АССР-ының иң яҡшы сусҡа ҡараусыһы» билдәһе.
  • Уның исеме республика Почёт китабына индерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Федосья Петровна Салтыкова : [ветеран с.-х. пр-ва, Герой Соц. труда, 1927—2007 : некролог] // Республика Башкортостан. — 2007. — 3 марта. — (Башҡортостан ; 3 март). — (Кызыл таң ; 3 март). — Подписи: М. Г. Рахимов, К. Б. Толкачев, Р. И. Байдавлетов и др

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Каргапольцев Салтыкова Федосия Петровна. «Герои страны» сайты. 13 июль 2016 тикшерелгән.