Вилданов Тимербулат Миңлехан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вилданов Тимербулат Миңлехан улы
Файл:TVildanov.jpg
Тыуған көнө

5 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Туймазы районы Ҡаран-Бишенде ауылы

Вафат булған көнө

25 ғинуар 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (76 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

нефтсе

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1966
Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Вилданов Тимербулат Миңлехан улы (5 апрель 1928 йыл — 28 ғинуар 2005 йыл) — «Башнефть» берекмәһенең Өфө быраулау эштәре идаралығы мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимербулат Миңлехан улы Вилданов 1928 йылдың 5 апрелендә БАССР-ҙың Туймазы районы Ҡаран-Бишенде ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

1943 йылда Туймазы районының «Ҡаран» колхозында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1946 йылдан — токарь ярҙамсыһы, быраулау эшсеһе, быраулаусы ярҙамсыһы, «Туймазабурнефть» 1-се һанлы трест контораһы быраулаусыһы. 1951—1955 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң быраулаусы булып эшләй башлай, 1967 йылдан алып «Башнефть» производство берекмәһенең Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры булып эшләй.

Т. М. Вилданов етәкләгән бригада йыл һайын юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Шулай, туғыҙынсы биш йыллыҡтың беренсе йылында (1971—1975) бригада, пландағы 18 000 метр урынына, яҡшы сифат менән 19 750 метр тау тоҡомо быраулай, 1975 йылда пландағы 17 000 метр урынына 20 324 метр быраулай.

Бригада коллективы туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын бик яҡшы техник-иҡтисади күрһәткестәр менән 1975 йылдың 5 февралендә үтәй. Бригадала етештереү ваҡыты 81,2 процент тәшкил итә, ә идаралыҡта — уртаса 75 процент. Биш йыллыҡта бер станокка быраулау тиҙлеге айына пландағы 1507 метр урынына 1802 метр тәшкил итә. Материаль ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу арҡаһында туғыҙынсы биш йыллыҡта 666 мең һум дәүләт аҡсаһы экономиялана.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын ваҡытынан алда үтәп, бригада коллективы, КПСС-тың XXV съезын лайыҡлы ҡаршылау хөрмәтенә, заданиенән тыш 2000 метр тау тоҡомо быраулауға өҫтәмә йөкләмә ала. Был йөкләмә үтәлә.

Т. М. Вилданов Ҡушкүл, Сергеевка нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша.

Нефть сығарыу һәм скважиналар быраулау буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм социалистик йөкләмәһен ваҡытынан алда үтәүҙә өлгәшкән уңыштары, эшендә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 11 мартындағы Указы менән Т. М. Вилдановҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1994 йылға тиклем Тимербулат Миңлехан улы "«Башнефть» Акционер нефть компанияһы"ның Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры, инженер-технологы булып эшләй[1].

Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971).

Вилданов Тимербулат Миңлехан улы 2005 йылдың 28 ғинуарында вафат була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған эшсеһе(1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1972).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. − 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Каргапольцев. Вилданов Тимербулат Миңлехан улы. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 9 июль 2016.