Эстәлеккә күсергә

Кузнецов Леонид Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузнецов Леонид Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Яңы Балаҡатай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө геолог, контрразведка
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Кузнецов Леонид Иванович (5 апрель 1947 йыл) — именлек органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1998 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Красноярск крайы буйынса идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант (1999); 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Контрразведканың почётлы хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры.

Леонид Иванович Кузнецов 1947 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылына тыуа. 1966 йылда Мейәс геология-разведка техникумын тамамлағас, юғары белемде Свердловск тау институтында ала (1973). 1966 йылда Яҡутск геология идаралығының Аимск геология-разведка партияһында техник-геолог булып эшләй. 1966—1968 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. 1969 йылдан Балаҡатай кәсепселек-геофизик экспедицияһы газокартонаж партияһының техник операторы булып эшләй. 1973—1974 йылдарҙа — Свердловск тау институтының кесе ғилми хеҙмәткәре.

1974 йылдың февраленән — дәүләт именлеге органдарында хәрби хеҙмәттә, төрлө вазифалар биләй. СССР Дәүләт именлеге комитетының һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Свердловск өлкәһе буйынса идаралығында эшләй. 1998 йылдан ФСБ-ның Красноярск крайы буйынса идаралығы начальнигы, 1999 йылдан генерал-лейтенант.

Хәрби хеҙмәт осоронда СССР Дәүләт именлеге комитетының Минск ҡалаһындағы Юғары курсын, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Академияһының квалификация күтәреү факультетын тамамлай. «Контрразведканың почётлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була, Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары, СССР һәм Рәсәй миҙалдары менән бүләкләнә[1].

2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары булып эшләй[2].

2006 йылдан «Связь-Банк»тың Урал төбәк үҙәге етәксеһе[3][4][5].

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Контрразведканың почётлы хеҙмәткәре
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» ордены
  • 3-сө дәрәжә «Контрразведакалағы хеҙмәте өсөн» билдәһе[4]
  • Миҙалдар[5].