Сөләймәнов Марат Ноғман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Сөләймәнов Марат Ноғман улы (5 апрель 1957 йыл — 6 ғинуар 1996 йыл) — философ, социолог, философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993) Рәсәй социаль фәндәр академияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре(1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марат Ноғман улы Сөләймәнов 1957 йылдың 5 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Гусевка ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә һәм уны 1979 йылда тамамлап сыға.

1984—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия факультетында уҡытыусы, ә 1992 йылдан алып ошо уҡ уҡыу йортоноң иҡтисад факультеты деканы булып эшләй. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше — социология, социаль психология, иҡтисад, философия, уҡыу-уҡытыу проблемаларын камиллаштырыу. Сөләймәнов Марат Ноғман улы 50-нән артыҡ хеҙмәт яҙып, нәшер иткән, шуларҙың өсәүһе- монография. 1996 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Профессионализация и проблемы совершенствования инженерной подготовки. Уфа, 1990.
  • Человек и мир профессий. Свердловск, 1990.
  • Советский город: проблемы социального развития. Уфа,1992.
  • Рынок труда. Уфа, 1995.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]