Гэри Купер
Гэри Купер | |
Gary Cooper | |
| |
Исеме |
Фрэнк Джеймс Купер |
---|---|
Тыуған көнө |
7 май,1901 |
Тыуған урыны |
АҠШ, Монтана штаты, Хелена ҡалаһы |
Вафат көнө |
13 май,1961 |
Вафат урыны |
Лос-Анджелес, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1925—1961 |
Наградалары |
«Оскар» (1942, 1953, 1961) |
IMDb | |
Гэри Купер Викимилектә | |
Гэри Купер (ингл. Gary Cooper, Фрэнк Джеймс Ку́пер; Frank James Cooper, 7 май 1901 йыл — 13 май 1961 йыл) — йөҙ фильмда уйнаған[1] , иң яҡшы ирҙәр роле өсөн ике «Оскар» (1942, 1953) һәм Америка киноһының үҫешенә дөйөм өлөш индергәне өсөн почётлы «Оскар» алған (1961) Америка актёры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монтана штатында ер хужаһы ғаиләһе ранчоһында тыуа һәм белемен шәхси Британия мәктәбендә ала. 1926 йылдан алып тауышһыҙ кинола төшә — күбеһенсә вестерндарҙа, сөнки ифрат оҫта һыбай йөрөй. Купер ҡатнашлығында беренсе тауышлы фильм Оуэн Уистерҙың ошо уҡ исемле романы буйынса ҡуйылған «Виргинлы» (1929) була. Был картинала Купер репликаларын һаран, өҙөк — өҙөк манерала әйтә һәм ошо һөйләү манераһы артабан да уның башҡаларҙан айырмалы һыҙаты булып ҡала.
1930 йылдар дауамында Купер вестерндарҙа һәм мажаралы таҫмаларҙа Кларк Гейбл менән Голливудтың беренсе йөрөмтәл ир исеме өсөн ярышып төшә (мәҫәлән, «Бенгал уланының эштәре һәм көндәре», 1935 йыл). Ингрид Бергман, Марлен Дитрих, Грейс Келли һәм Патриция Нил (Купер баҫымы арҡаһында уға буласаҡ баланан ҡотолорға тура килә) менән уның романтик бәйләнештәре тураһында имеш — мимештәр йөрөнө. 1942 йылда алды ул үҙенең беренсе «Оскар» ын — "Сержант Йорк фильмы өсөн — ала.
Икенсе Донъя һуғышы осоронда Купер йыш ҡына Көньяҡ тымыҡ океан фронтында концерттар бирә. Америка һалдаттары араһында ҙур уңыш менән «Янки ғорурлығы» (1942 год) картинаһы файҙалана. Был фильмда ул билдәле бейсболсыны уйнай. Шул уҡ ваҡытта тәнҡитселәр, Куперҙың бик күп киноға төшөүен һәм «ярты көскә» генә уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала башлайҙар.
Һуғыштан һуң Купер уйнаған фильмдарҙың күпселеген вестерндар тәшкил итә. Маккартизм дәүерендә актерҙың ҡараштары ярайһы уҡ консерватив булып китә, ҡатынының йоғонтоһо арҡаһында ул католицизмға күсә. 1953 йылда ул «Теп — теүәл төш мәле» фильмындағы роле өсөн икенсе «Оскар»ға лайыҡ була.
Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында Купер простата рагы менән яфалана, әммә диагнозын йәшерергә тырыша. Бик күп ваҡытын ул үҙенең дуҫы Эрнест Хэмингуэйҙың ранчоһында үткәрә. Вафатына бер нисә ай ҡалғанда уның дуҫы Джимми Стюарт Купер исеменән «Оскар» премияһын алған саҡта уның ҡаты ауырыуына ишара яһай. Актерҙың 60 йәшен билдәләгәндән һуң биш көн үтеүгә Купер вафат булып ҡала. «Мин беләм, нимә генә булһа ла — барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтендә. Мин киләсәктән ҡурҡмайым» — тип ул үлеренә бер нисә көн ҡалғас әйтә[2].
Һайланған фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1925 | ф | Бәхет өсөн даға | The Lucky Horseshoe | эпизод |
1925 | ф | Бен-Гур: Христос тарихы | Ben-Hur | эпизод |
1927 | ф | Нәҡ ошо | It | газетный репортёр |
1927 | ф | Ҡанаттар | Wings | кадет Уайт |
1930 | ф | Марокко | Morocco | легионер Том Браун |
1931 | ф | Уның ҡатыны | His Woman | капитан Сэм Уэйлен |
1931 | ф | Урланған биҙәүестәр | The Stolen Jools | редактор газеты |
1932 | ф | Хуш, ҡорал! | A Farewell to Arms | лейтенант Фредерик Генри |
1933 | ф | Алиса мөғжизәләр илендә | Alice in Wonderland | Белый Конь |
1936 | ф | Теләк | Desire | Том Брэдли |
1936 | ф | Мистер Дидс ҡалаға күсенә | Mr. Deeds Goes to Town | Лонгфеллоу Дидс |
1936 | ф | Үҙән кешеһе | The Plainsman | Дикий Билл Хикок |
1940 | ф | Көнбайыштан кеше | The Westerner | Коул Харден |
1941 | ф | Сержант Йорк | Sergeant York | Элвин Йорк |
1943 | ф | Кемгә ҡыңғырау сыңлай | For Whom the Bell Tolls | Роберт Джордан |
1947 | ф | Еңелмәгән | Unconquered | капитан Кристофер Холден |
1949 | ф | Сығанаҡ | The Fountainhead | Говард Роарк |
1952 | ф | Теп - теүәл төш мәлендә | High Noon | маршал Уилл Кейн |
1954 | ф | Веракрус | Vera Cruz | Бенджамин Трейн |
1956 | ф | Дуҫтарса өгөтләү | Friendly Persuasion | Джесс Бёрдуэлл |
1957 | ф | Төштән һуңғы мөхәббәт | Love in the Afternoon | Фрэнк Флэннаган |
1958 | ф | Көнбайыш кешеһе | Man of the West | Линк Джонс |
Ҡыҙыҡлы факт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ирвинг Берлиндың Голливудтың рәсми булмаған гимны булып һаналған билдәле «Puttin' on the Ritz» йырында Гэри Купер телгә алына.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bio at Imdb.com
- ↑ Джеймс Бэйкон. Cancer Claims Life of Actor Gary Cooper (ингл.). Lakeland Ledger (14 май 1961). Дата обращения: 2013-7-13.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Гэри Купер темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Гэри Купер (инг.) Internet Movie Database сайтында