Эстәлеккә күсергә

Генри Фонда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Генри Фонда
Henry Fonda
Генри Фонда «Башлы малай» фильмында (1937)
Генри Фонда «Башлы малай» фильмында (1937)
Исеме

Генри Джеймс Фонда

Тыуған көнө

16 май 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Гранд-Айленд, Небраска, АҠШ

Вафат көнө

12 август 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Лос-Анджелес, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Наградалары

Ҡалып:Бронза миҙалы (АҠШ) «Оскар» (1981,1982)
«Алтын глобус» (1980, 1982)
BAFTA (1958)

IMDb

ID 0000020

 Генри Фонда Викимилектә

Генри Джейнс Фонда (ингл. Henry Jaynes Fonda; 16 май 1905 йыл — 12 август 1982 йыл) — Америка кино һәм театр актёры, «Оскар» премияһы лауреаты, актёр Питер Фонда, актриса Джейн Фонданың атаһы һәм актриса Бриджит Фонданың ҡартатаһы.

Фонда Бродвей актёры булараҡ билдәле булып китә. Голливудта уның дебюты 1935 йылда була. Карьераһы 1914 йылда «Асыу тәлғәштәре гнева» фильмындағы Том Джоуд роле өсөн «Оскар» премияһына номинацияға эләгеүҙән һуң башлана. Фильм Джон Стейнбектың Бөйөк депрессия осоронда яҡшы тормош эҙләп Көнбайышҡа күсенгән һәм Саңлы ҡаҙанға (Пыльный котел) эләккән Оклахомалағы фермер ғаиләһе тураһындағы ошо уҡ исемле романы буйынса ҡуйыла.

Голливудтағы алты тиҫтә йыл хеҙмәт иткән арала Генри Фонда фильмдарҙа үҙенең көслө, һөйкөмлө образын сағылдыра, был фильмдар Голливудтың класскаһына әүерелгән: «Окс-Боуҙағы осраҡ», «Мистер Робертс», «Ун ике асыулы ир-егет». Һуңынан ул ауыр эпик картиналарҙа, мәҫәлән, режиссёр Серджо Леоненың «Бер мәл Ҡырағай Көнбайышта» (үлтереүсе ролендә) картинаһында, шулай уҡ Люсиль Болл менән бергә төшкән «Һинеке, минеке, беҙҙеке» һымаҡ еңел комедияларҙа төшә. Вафатынан бер нисә ай элек ҡаты сирле Фонда «Алтын быуала» драмаһында иң яҡшы ир-егет роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була.

Ғаиләлә уны Хэнк тип йөрөткәндәр. 1999 йылда Генри Фонда Америка киносәнғәте интституты тарафынан тарихтағы иң бөйөк актёрҙар исемлегенә индерелде.

Генри АҠШ-тағы Небраска штаты Гранд Айлендта Уильямс Брейс Фонда һәм Элма Херберт Джейнс ғаиләһендә тыуған.

Генри Фонданың ата-бабалары Италиялағы Генуинан Нидерландҡа күсәләр, улар 1642 йылда Яңы Нидерландтта голланд колонияһында урынлашалар. Улар Нью-Йорк эргәһендә бәләкәй ҡалаға нигеҙ һалған беренсе күсенеүселәр була, был ҡала хәҙер индеецтар тарафынан үлтерелгән ғаилә башлығы Доу Фонда хөрмәтенә Фонда исемен йөрөтә. Атаһы яғынан ҡартатаһы Небраскаға күсә һәм нәҡ ошонда яңы быуат башында Генри Фонда донъяға килә.

Уның ғаиләһе Христос сиркәүе, атап әйткәндә, сайентологтар яҡлы була. Уларҙың ғаиләһе бик татыу була, һаулыҡтарына ла зарланмайҙар һәм улар дини ҡараштары арҡаһында табиптарға мөрәжәғәт итеүҙән ситләшәләр. Бала сағында Генри Фонда Бойскауттар хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы һәм отряд вожатыйы була. Һынлы сәнғәт менән мауыға, яҡшы йөҙөүсе, йүгереүсе һәм конькисы була. Тәпәш буйлы, оялсан ғына бер егет була. Мәктәп йылдарынан алып атаһының предприятиеһында эшләй һәм журналист карьераһы тураһында хыяллана.

Фонд үҙенең автобиографияһында 14 йәшендә линчлау шаһиты булыуы тураһында һөйләй. Был ваҡиға уның хәтерендә мәңгегә һаҡланып ҡала. Ҙурайғас, ул киногеройҙары аша йәмғиәттәге хәрәфәттәрҙе үҙгәртергә маташа. Фонданың иң яҡшы картиналары араһында, һәр хәлдә, ике фильм сюжеты нигеҙендә линчлау ята — «Йәш мистер Линкольн» һәм «Ғәжәп инцидент».

Өлкән кластарҙа Генри Фонда телефон компанияһында эшләй башлай. Ул ҡапыл ғына буйға үҫеп китә: оҙонлоғо 180 см була, әммә ул шулай уҡ баҙнатһыҙ булып ҡала. Мәктәпте тамалағандан һуң Фонда Миннесота Университетының журналистика факультетына уҡырға инә, әммә диплом алыуға барып етмәй һәм һөнәре буйынса эшләмәй, ә карьераһын Retail Credit Company кредит компанияһында башлай.

Генри Фонданың актёр булараҡ дебюты Omaha Community Playhouseла һәүәҫкәр театрында үтә. Был театрға билдәле Марлон Брандоның әсәһе Дороти Брандо етәкселек итә. Дороти Генриҙың әсәһенең әхирәте була һәм ул йәш кешегә «Һин һәм мин» исемле спектаклдә уйнап ҡарарға тәҡдим яһай. Генри Фондаға ул саҡта 20 йәш була. Фонда театрҙа барыһын да оҡшата, ул театрҙа декорациялар ҡуйылыуынан алып спектаклдәр сығарыуға тиклем бөтәһен дә белгеһе килә. Бынан тыш, Фонда уның яҡшы актёрлыҡ һәләте бар икәнен аңлап ҡала. Ошо ваҡыттан ул спектаклдәрҙә уйнай башлай. Йыш ҡына сәхнәлә уның партнеры Дороти Брандо була.

Фонда кредит компанияһындағы эшенән китергә була һәм 1928 йылда Көнсығышҡа юллана. Башта ул Массачусетс штатындағы Деннис ҡалаһы театрында уйнай, һуңғараҡ Фелмут ҡалаһына күсенә, University Players университет-ара йәйге театраль труппаһына барып инә. Бында ул үҙенең буласаҡ ҡатыны Маргарет Саллаван һәм Джеймс Стюарт менән берлектә эшләй башлай. Стюарт менән танышыуы оҙайлы дуҫлыҡҡа әүерелә. Сэм Бенеллиҙың «The Jest» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге роле уның беренсе профессиональ роле була. Ошонда уҡ Фонда Принстон университетының икенсе курс студенты Джошуа Логан менән таныша. Бынан һуң күп тә үтмәй Логан Рәсәйгә Константин Станиславскийға уҡыуға барыр өсөн үҙенең Принстонда уҡыуын ташлай.

1934 йылда сәхнәләге партнеры, Голливудтың буласаҡ йондоҙо актриса Маргарет Саллаванға өйләнә, әммә был никах оҙаҡҡа бармай. Никахлашыуҙан ике ай үткәс, улар айырылыша, әммә ҡыҫҡа никахынан һуң улар бик оҙаҡ дуҫ булып ҡалалар.

Карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тиҙҙән оҙон буйлы (1,86 м) һәм ябыҡ (72,5 кг) Генри Фонда Нью-Йоркка килә һәм Маргарет Саллаван менән айырылышҡандан һуң Джеймс Стюарт һәм Бродвейҙа танылыу эҙләгән тағы ла ике йәш актёр менән берлектә фатирға төшә. Уларҙың хеҙмәт хаҡы Бөйөк депрессия йылдарындағы башҡа американлыларҙыҡы һымаҡ бик аҙ була, ҡайһы бер ҙә хатта метроға түләр өсөн дә аҡсалары булмай. Бродвейҙа Фонданың төп ролдәре «Американың яңы йөҙҙәре» һәм «Фермер өйләнә» спектаклдәрендә була. 1935 йылда «Фермер өйләнә» пьесаһы буйынса киносценарий төҙөлә һәм ошо мәл Генри Фонданың Голливудтағы оҙайлы һәм уңышлы карьераһының башы була. Фондаға ошо фильмда роль тәҡдим ителә, ул аҙнаһына 3000$ ала башлай һәм, Кэрол Ломбард кеүегерәк, Голливуд йондоҙҙары йәмғиәтенә эләгә. Джеймс Стюарт менән ҡабаттан бергәләп Грета Гарбо апартаменттарына күрше генә булған фатирҙа йәшәйҙәр. 1935 йылда Фонда «Мин артыҡ ныҡ хыялға биреләм» фильмында төшә, бында ул билдәле опера йырсыһы Лили Понс менән уйнай. «Нью-Йорк Таймс» гәзите уның тураһында былай тип яҙа: «Генри Фонда — йәш романтик актёрҙар төркөмөндә иң ҡыҙыҡлыһы».

Бетт Дейвис менән "Иезавель"дә (1938)

1936 йылда «Яңғыҙ ҡарағайҙың һуҡмағы исемле» беренсе төҫлө фильмда төп ролде башҡарғандан һуң Фондаға ысынлап та билдәлелек килә. Уның партнерҙары Сильвия Сидни һәм Фред МакМюррей булалар. Артабан ул «Беҙҙең өйөбөҙ Ай» фильмында роле була, бында ул элекке ҡатыны Маргарет Саллаван менән бергә төшә. Һуңғараҡ Саллаван Фонданың агенты Лиланд Хейвардҡа кейәүгә сыға, ә Фонда 1937 йылда кино һәм театр менән бик аҙ ҡыҙыҡһынған Франсуаза Форд Сеймурға өйләнә. Ошо уҡ йылда «Ғүмер бер генә тапҡыр бирелә» тигән фильм сыға. Фильмдың режиссёры Фриц Лэнг. 1937 йылдың 21 декабрендә Фонданың һәм Сеймурҙың буласаҡ кино йондоҙо ҡыҙҙары Джейн Фонда донъяға килә.

1938 йылда Фонда Бетт Дейвис менән легендаға әйләнгән «Иезавель» драмаһында төшә, тәнҡиселәр фильмды бик яҡшы ҡаршы алалар. «Иезавель» артынан «Йәш мистер Линкольн» картинаһы төшөрөлә, Фонда АҠШ-тың буласаҡ президенты Авраам Линкольнды уйнай. Был фильм Генри Фонда өсөн режиссёр Джон Форда менән беренсе хеҙмәттәшлеге була. Ошо уҡ йылда Джон Форд Фонданы үҙенең беренсе төҫлө фильмы "Мохоке үҙәненең барабандары"нда төшөрә.

Генри Фонданың уңышынан һуң режиссёр Джон Форд актёрҙы Джон Стейнбек новеллаһы буйынса ҡуйылған «Асыу тәлғәштәре» фильмына төп ролгә саҡыра. Дэррил Ф. Занук Фонда кандидатураһын башта кире ҡаға, сөнки был ролдә Тайрон Пауэрҙы күрергә теләй. Ролгә тәғәйенләнер өсөн Фонда 20 век Фокс студияһы менән ете йыллыҡ контарктҡа ҡул ҡуйырға тәҡдим итәләр. Фонда риза була. Фильм экрандарға 1940 йылда сыға һәм Фонда үҙенең роле өсөн «Оскар» премияһына дәғүәсе (номинант) була. Күбеһе актёр эшен ул йылда иң яҡшыһы тип һанай, әммә премияны Джеймс Стюарт «Филадельфия тарихы» фильмындағы роле өсөн ала. 1940 йылда Фонданың ҡатнашлығындағы икенсе фильм «Фрэнк Джеймстың ҡайтыуы» була, фильм буйынса партнеры — Джин Тирни. Ошо уҡ йылда Генри Фонданың һәм Франсуаза Форд Сеймурҙың улы Питер Фонда тыуа, ул да атаһы һәм апаһы кеүек актёр булып китә.

Билдәле актёр булып киткәс, Фонда илдең ижтимағи һәм сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1930 йылдарҙа ул Голливуд Демократик Комитетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм ағзаһы була. Комитет президент Франклин Делано Рузвельтты яҡлау өсөн булдырыла.

Генри Фонда АҠШ-тың Һауа-диңгеҙ көстәре формаһында

Артабанғы ике йылда актёр кинола бер туҡтауһыҙ төшә. Башта 1941 йылда Барбара Стенвик менән «Леди Ева» фильмында, һуңынан Джин Тирни (ул уның иң яратҡан партнеры була) «Уның ҡулдарындағы балдаҡтар» эксцентрик комедияла, 1943 йылда иң яҡшы картина сифатында Оскар премияһына номинацияланған «Окс-Боуҙағы осраҡ» вестернында төшә.

Икенсе донъя һуғышы осоронда АҠШ армияһында хеҙмәт итеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы башланыуы менән Генри Фонда һәм Джеймс Стюарт Бөйөк Британияны нацистарҙан яҡлар өсөн матди ярҙам йыйыу буйынса фонд ойоштороуҙа булышалар, ә 1943 йылда Фонда үҙ ирке менән АҠШ-тың Һауа-диңгеҙ көстәре сафтарына баҫа, ул «Мин студияла сәхнәләштергән һуғышта ҡатнашҡым килмәй», тип әйтә. Һауа-диңгеҙ көстәрендә Фонда өс йыл хеҙмәт итә, башта USS Satterlee (DD-626) эскадра миноносецында 3-сө класлы квартирмейстер булып, һуңынан кесе лейтенант званиеһында Тымыҡ океандың үҙәк өлөшөнөң яр сиктәрен һауа һаҡлау хеҙмәтендә. «Бронза медале» һәм Президенттың Рәхмәте менән бүләкләнә" («Presidential Citation»).

Һуғыштан һуңғы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан ҡайтҡандан һуң Фонда киноға төшөүҙән бер аҙ ял итеп алырға була, Голливуд кисәләренә йөрөй һәм көндәлек тормоштан ләззәт таба. Улар музыка тыңлайҙар, Джони Мерсер, Хоаги Сармикел, Дина Шор менән аралашалар һәм Нат Кинг Коулдан фортепьянола уйнау буйынса дәрестәр алалар.

1946 йылда экрандарға Джон Фордтың «Минең ҡәҙерле Клементина» фильмы донъя күрә, картинала Фонда Уайатт Ирп ролен уйнай, һуңғараҡ ул Джон Уэйн һәм Ширли Темпл менән 1948 йылда бер нисә кинематография бүләге алған «Форт Апачи» вестернында төшә. Шул уҡ 1948 йылда экрандарға «Беҙҙең бәхетле юлда» комедияһы сыға, бында Фонда тәүге тапҡыр дуҫы Джеймс Стюарт менән бергә төшә.

Һуғыштан һуң Фонда ете фильмда төшә (аҙаҡҡыһы Отто Премингерҙың "Дейзи Кеньон"ы була). Фокс студияһы менән контракты тамамланғас, Фонда уны оҙайтыуҙан баш тарта. Артабанғы ете йылда ул үҙен тулыһынса театрҙа хеҙмәт итеүгә бағышлай.

Генри Фонда ҡабаттан Бродвейға ҡайта. Һуғыштан алып ҡайтҡан фуражкаһын кейеп, "Мистер Робертс"та төп ролде уйнай, комедия Һауа-диңгеҙ көстәренә бағышланған була. Спектаклдә ул командирына ҡаршы шәхсән һуғыш алып барған кесе офицер ролен уйнай. 1948 йылда ошо роль өсөн Фонда Тони премияһына лайыҡ була, артабан ошо спектакль менән милли гастролдәрҙә сыға. Үҙ ирке менән кино бизнесынан ете йыл дауамында тулыһынса ситләшкәндән һуң Фонда Джеймс Кегни, Вильям Пауэлл һәм Джек Леммон менән бергә 1955 йылда спектаклдең киноверсияһында төшә. Фильмды Warner Bros студияһы ҡуя. Фильмды төшөргән саҡта Фонда режиссёр Джон Форд менән бәхәсләшеп китә. Форд Фонданы һуғып ебәрә, бынан һуң Фонда башҡаса бер ҡасан да Форд менән эшләмәйәсәге тураһында белдерә. Питер Боглановичтың «Джон Форд төшөргән» документаль фильмында улар бергә бик йәнле һөйләшеп төшкән булһалар ҙа, Фонда үҙ һүҙенән ҡайтмай.

1950 йылда Генри Фонданың ҡатыны Фрэнсис Форд Сеймур үҙ-үҙенә ҡул һалып үлә. Ошо уҡ йылда Генри актриса Сьюзен Бланшарға өйләнә. Сюзен билдәле яҙыусы, режиссёр һәм мюзиклдар продюсеры Оскар Гаммерштейн II үгәй ҡыҙы була. 1953 йылда уларҙың Эми исемле ҡыҙҙары тыуа, өс йылдан улар айырылыша.

"Мистер Робертс"тан һуң Лев Николаевич Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романының Голливуд киноверсияһында Пьер Безуховты уйнай, Наташа Ростова ролендә Одри Хепберн төшә. Кино ике йыл дауамында төшөрөлә, ҙур экранға фильм 1956 йылда сығарыла. Лев Толстойҙың романындағы текстҡа ҡарағанда фильмдың сюжеты күпкә ябай булыуына ҡарамаҫтан, кинофильм бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Наташа Ростова образы Лев Толстой тасуирлаған героиня образына тулыһынса тап килә, ә Генри Фонда Пьер Безухов ролендә бик тәбиғи күренә. Фильм бик күп төрлө премиялар һәм номинацияларға лайыҡ була: «Алтын глобус» премияһы, Оскар премияһына өс номинация — иң яҡшы режиссёр, костюмдар буйынса рәссам һәм оператор; «BAFTA» кино һәм телевизион сәнғәт Британия академияһы премияһына ике номинация; киножурналистар итальян синдикаты «Silver Ribbon» ике премияһы һәм башҡалар.

1956 йылда Фонда Альфред Хичкок менән эшләй, ул «Башҡа кеше» триллерында үлтереүҙә ғәйепләнгән кешене уйнай. Бик үҙенсәлекле, әммә бигүк уңышлы булмаған Хичкоктың фильмы ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларҙы һүрәтләй һәм ҡара-аҡ пленкаға төшөрөлә.

Одри Хепбёрн менән «Һуғыш һәм солох» фильмында (1956)

Продюсер булараҡ Фонданың беренсе эше 1957 йылда тәҡдим ителә. Был эше режиссёр Сидней Люмет Реджинальд Роуз сценарийы буйынса ҡуйған «12 асыулы ир» фильмы була. Бәләкәй генә бюджетлы фильм барыһы 17 көн эсендә төшөрөлә. Фонда көслө актёрҙар составын йыйып ала, кинола Джек Клугман, Ли Джей Кобб, Мартин Болсам, Е. Джей Маршалл төшә. Тәнҡитселәр тарафынан картина яҡшы баһалана. Фонда Реджинальд Роуз менән «Оскар» һәм «Алтын Глобус» премияларына дәғүә ителәләр, режиссёр Сидней Люмит Берлин кинофестивалендә «Алтын айыу» призын ала, ә Фонда Присяжный роле өсөн иң яҡшы актёр булараҡ «BAFTA» премияһына лайыҡ була. Күп кенә режиссёрҙар өсөн фильмдың постановкаһы һәм идеяһы бөгөнгө көндә лә илһам сығанағы булып тора. Мәҫәлән, Уильям Фридкин 1997 йылда «Эмми», «Алтын глобус» һәм «ALMA», премияларын алған телефильм төшөрә, ә 2007 йылда Рәсәй режиссёры Никита Михалков Фонда фильмының сәхнәләрен һәм диалогтарын тулыһынса ҡабатлап, «12» исемле кинофильмын төшөрә.

Фильмдың уңышлы сығыуына ҡарамаҫтан, Фонда продюсер булырға теләге юҡлығы тураһында белдерә, сөнки буласаҡ уңышһыҙлыҡтар уның актёрлыҡ карьераһына зыян килтереүенән ҡурҡа.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, «Ҡалай йондоҙ» (1957 йыл) һәм «Шериф» (1959 йыл) вестерндарҙағы ролдәренән һуң Фонда ҡабаттан продюсерлыҡҡа ҡайта һәм NBC каналы өсөн «Урынбаҫар» телевизион сериалы өҫтөндәге эштә ҡатнаша. Төшөрөүҙәр 1961 йылға тиклем бара. Фонда фильмда продюсер ролендә генә түгел, төп ролде лә башҡара.

Ошо уҡ ваҡытта 1956 йылда итальян графиняһы Афере Франчетти менән килешелгән никахы тамамланыу сигенә етә, был никах уның өсөн бигүк уңышлы булмай һәм күп мәртәбә күңелен ҡайтарған мәлдәре була. Айырылышыуҙан һуң күп тә үтмәй Генри Фонда Шрли Мае Адамсҡа өйләнә һәм уның менән үҙенең вафатына тиклем йәшәй. Генри Фонда үҙенең бөтә байлығын (200 000$) васыятына ярашлы Ширли Адамстың ҡыҙы Эмиға ҡалдыра.

1960 йылдарҙа Фонда һуғыш тураһында күп һанлы фильмдарҙа һәм вестерндарҙа төшә, шул иҫәптән, 1962 йылда — «Иң оҙон көн», 1965 йылда — «Һуғыш Ҡырағай Көнбайышта», «Харм методы буйынса» һәм «Сығынты өсөн алыш», «Хәүефһеҙлек системаһы» фильмдарында төшә. 1964 йылда, һалҡын һуғыш ҡыҙған саҡта "Хәүефһеҙлек системаһы"нда актёр ядерлы холокосты булдырмаҫҡа маташҡан ҡыйыу Ҡушма Штаттары Президентын уйнай. Вестерндарҙан һәм хәрби фильмдарҙан башҡа 1963 йылда Фонда «Спенсер тауы» мелодрамаһында төшә.

1968 йылда Фондаға «Ҡырағай Көнбайышта бер ҡасан» фильмында яубаҫар ролен тәҡдим итәләр. Төшкән саҡта актёр көрән контактлы линзалар менән файҙаланырға теләй, әммә режиссёр Леоне актёрҙың күҙҙәренең тәбиғи төҫөнә өҫтөнлөк бирә. Һөҙөмтәлә, зәңгәр күҙҙәр геройҙың боҙоҡ булмышы менән тура килмәй.

1960 йылдар аҙағында Генри Фонда һәм Джеймс Стюарттың күп йыллыҡ дуҫлығы һынауҙарға дусар була. Актёрҙар сәйәси ҡараштарҙа айырылалар. Фонда либераль Демократ булһа, Стюарт — консерватив Республикасы. Ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң дуҫтар сәйәсәт тураһында һөйләшеүҙәрҙән ситләшә башлайҙар. Дуҫтар бергә «Firecreek» фильмында уйнайҙар, ә 1970 йылда у «The Social Cheyenne Club» вестернында осрашалар.

Етмеш йәше яҡынланыуына ҡарамаҫтан, Фонда кинола ла, телевидениела ла әүҙем эшләүен дауам итә. 1970 йылда ул өс картинала төшә, улар араһында иң уңышлыһы «The Social Cheyenne Club» була.

Сит ил телевизион проекттарында Фонда актёрлыҡ карьераһын тотоп тороу өсөн ҡатнаша, сөнки ул йылдарҙа күпселек актёрҙар ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. 1971—1972 йылдарҙа ул АВС каналының «Смит ғаиләһе» телевизион сериалында, ә 1973 йылда — Джон Стейнбек новеллаһы буйынса ҡуйылған һәм актёрға «Эмми» номинацияһын алып килгән «Ҡыҙыл пони» телефильмында төшә. «Көллө мөхит» мелодрамаһы уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң, Фонда 1973 һәм 1974 йылдарҙа сыҡҡан өс итальян фильмдарында төшә. Улар араһында иң уңышлыһы Фонданы уның өсөн һирәк комедия амплуаһында кәүҙәләндергән «Минең исемем Бер кем дә түгел» була.

Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарына тиклем Генри Фонда театрҙа хәҙмәт итеүен ташламай. Ул Бродвейға күренекле американ юрисы тураһында биографик драма «Кларенс Дарроу»ҙа төшөр өсөн 1974 йылда уҡ ҡайта. Был роль өсөн Фонданы «Тони» премияһына номинацияллайҙар.

Был ваҡытта актёрҙың һаулығы ҡаҡшаған була, әммә сирҙәрҙең тәүге билдәләре 1974 йылда спектаклдән һуң һиҙелә: йөрәк өйәнәге тота. Йөрәк аритмияһы барлыҡҡа килгәндән һуң, Фондала простата рагын табалар. Операциянан һуң Фонда сәхнәгә 1975 йылда ҡайта.

Табиптар кәңәшенә ҡолаҡ һалып, «Октябрҙең беренсе дүшәмбеһе» спектаклендә уйнағандан һуң Генри Фонда 1978 йылда сәхнәне ҡалдыра, әммә фильмдарҙа һәм телевидениела төшөүен дауам итә. Һаулығы насарайғандан насарая барыуы арҡаһында ул киносъемкалар араһындағы паузаларҙы оҙайта.

1976 йыл бик емешле була: Фонда «Ҡаршы курс» телефильмында, «Кеше тиһәң дә була»(Ричард Райт хикәйәһе буйынса) мини-сериалда, «Капитандар һәм королдәр» (Тейлор Калдвелла новеллаһы буйынса) эпик мини-сериалда, Икенсе донъя һуғышы тураһында «Мидвей» блокбастерында төшә.

1970-се йылдар аҙағы бер нисә күңелде кителдергән ваҡиғалар алып килә. Уңышһыҙ фильмдарҙың тәүгеһе «Һәрмәүестәр» триллеры һәм урта ҡуллы «рус тауҙары» фильмы була. Шулай уҡ бик ҙур уңышһыҙлыҡҡа осраған «Метеор» фильмында төшә, был фильмда инде икенсе тапҡыр АҠШ президентын уйнай, фильмда унан башҡа Шон Коннери, Натали Вуд һәм Карл Малдендар уйнай. Артабан «Ҡала утта» Канада фильмы була, бында ул Шелли Уинтерс һәм Ава Гарднер менән бергә төшә. 1979 йылда Фонда "Ванда Невада"ла ҙур булмаған роль ала, фильмда уның менән бергә улы Питер һәм Брук Шилдс төшәләр.

Етмешенсе йылдар аҙағында Генри Фонданың һаулығы насарая бара. Тәнҡитселәр уға кинонан китергә тәҡдим яһай башлайҙар. 1979 йылда Томи премияһын ойошторған комитет Фондаға Бродвейҙағы ҡаҙаныштары өсөн махсус бүләк тапшыра. 1980 һәм 1981 йылда Фонда тағы ла ике премия ала: «Алтын глобус» һәм «Оскар» кино — сәнғәтенә индергән шәхси өлөшө өсөн.

Фонда 1980 йылдар башында ла телевидениела төшөүен дауам итә.

1980 йылда телеэкрандарға сыҡҡан һәм «Эмми» премияһына номинацияланған «Гидеон Трампетҡа ҡаршы» фильмы сыға (фильмда шулай уҡ Фэй Рэй уйнай), ошо фильм Фонданың кинокарьераһында аҙаҡҡыһы була.

Шулай ҙа Генри Фонданың шәхсән һәи профессиональ триумфы итеп режиссёр Марк Райделлдың «Алтын күлдә» фильмындағы ролен һанарға була. Актёрҙарҙың матур уйнауҙары, Генри Фонданың һәм Кэтрин Хепберндың, шулай уҡ Фонданың үҙенең ҡыҙы Джейн менән хәҙмәттәшлеге премьеранан һуң тәнҡитселәр яғынан юғары баһалана. Премьера 1981 йылдың декабрендә үтә. Джейн Фонда кинолағы тарих уның атаһы менән мөнәсәбәттәренә бик яҡын булыуы һәм кинола ҡатнашыуы атай кешегә һәм ҡыҙға шәхсән мөнәсәбәттәрендәге проблемаларҙы яйға һалырға ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

Картина киң прокатҡа 1982 йылда сығарыла. Фильм «Оскар» премияһына 11 номинация ала, прокатта 120 миллион долларға яҡын аҡса йыйыла. Уйламағанда фильм блокбастер булып китә. 76 йәшлек Фонда иң яҡшы ирҙәр роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ тип табыла. Ошо уҡ роль өсөн ул "Алтын глобус"ты ла ала. Актёр ҡаты ауырыуы арҡаһында премия тапшырыу тантанаһында ҡатнаша алмай. Бүләкте уның ҡыҙы Джейн ҡабул итеп ала. Фонданың вафатынан һуң ошо ролен «уның һуңғы һәм иң яҡшы роле» тип атайҙар.

Генри Фонда Лос-Анджелеста 77 йәшендә, 1982 йылдың 12 авгусында, үҙ йортонда йөрәк сиренән вафат була.

Голливудта Генри Фонда исемендәге театр

Кино сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генри Фонда Классик үҙ дәүеренең иң бөйөк актёрҙарының береһе тип таныла. Фонданың 100 йыллығына Turner Classic Movies телеканалы уның хөрмәтенә Фонда ҡатнашҡан фильмдарҙан торған марафон ойоштора. 2005 йылдың майында АҠШ почта хеҙмәте «Голливуд легендалары» серияһында Генри Фонда һүрәте менән 37 центлыҡ почта маркаһы сығара. Лос-Анджелеста Генри Фонда театры Hollywood Blvd 6126., Hollywood, Los Angeles, California адресы буйынса эшен дауам итә.

1999 йылда Генри Фонда Америка кино институты фекере буйынса 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә алтынсы булып исемлеккә индерелде.

Генри Фонданың ҡатнашлығында өс фильм Америка кино институты версияһы буйынса 100 йыл эсендәге 100 иң илһамландырған американ фильмдары араһына индерелгән: «Алтын күлдә» (1981) — 45, «Ун ике асыулы ир-егет» (1957) — 42 һәм «Асыу тәлғәштәре» (1940) — 7 һандары аҫтында.

Үҙенең 50 йыллыҡ карьераһында Генри Фонда кино һәм телевидениела 106 роль уйнаған һәм «Оскар»ҙан башҡа тағы ла ун өс төрлө премияларға лайыҡ һәм ун мәртәбә премия номинанты булған.

1930 йылдар башында Фонда Голливуд Демократик Комитетын ойоштороусыһы һәм ағзаһы булған. Комитет президент Франклин Делано Рузвельтты яҡлау маҡсатында булдырыла. Генри Фонда Голливудта Роберт Райан һәм Грегори Пек менән бер рәттән иң әүҙем һәм абруйлы демократтар иҫәбенән була.

АҠШ-тың Вьетнамдағы һуғышы осоронда Фонда үҙенең Джейн ҡыҙының хәрбиләргә ҡаршы сығыштарын хуплай.

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1935 ф Мин артыҡ ныҡ хыялға биреләм I Dream Too Much Джонатан «Джонни» Стрит
1936 ф Яңғыҙ ҡарағай һуҡмағы The Trail of the Lonesome Pine Дэйв Толливер
1937 ф Ғүмер бер генә бирелә You Only Live Once Эдди Тэйлор
1937 ф Тап шул ҡатын That Certain Woman Джек В. Меррик мл.
1938 ф Иезавель]] Jezebel Престон Диллард
1938 ф Блокада Blockade Марко
1938 ф Төньяҡтың барлыҡҡа килеүе Spawn of the North Джим Киммерли
1939 ф Джесси Джеймс. Герой вне времени Jesse James Фрэнк Джеймс
1939 ф Йәш мистер Линкольн Young Mr. Lincoln Авраам Линкольн
1939 ф Мохок үҙәненең барабандары Drums Along the Mohawk Гилберт «Гил» Мартин
1940 ф Лилиан Рассел Lillian Russell Александр Мур
1940 ф Асыу тәлғәштәре The Grapes of Wrath Том
1940 ф Фрэнк Джеймс ҡайтыуы The Return of Frank James Фрэнк Джеймс
1941 ф Һин минеке You Belong to Me Питер Кирк
1941 ф Леди Ева The Lady Eve Чарльз Пайк
1942 ф Арлан The Male Animal профессор Томми Тёрнер
1942 ф Уның бармаҡтарындағы балдаҡтар Rings on Her Fingers
1942 ф Манхеттен әкиәттәре Tales of Manhattan
1942 ф Оло урам The Big Street
1943 ф Үлемһеҙ сержант Immortal Sergeant
1943 ф Окс-Боуҙағы осраҡ The Ox-Bow Incident Джил Картер
1946 ф Минең ҡәҙерле Клементина My Darling Clementine Уайетт Эрп
1947 ф Ҡасҡын The Fugitive
1947 ф Дэйзи Кеньон Daisy Kenyon
1947 ф Оҙон төн The Long Night Джо
1948 ф On Our Merry Way
1948 ф Апачи форты Fort Apache
1949 ф Мозаика Jigsaw

Ҡалып:ВдФильме

1955 ф Мистер Робертс Mister Roberts
1956 ф Һуғыш һәм солох War and Peace Пьер Безухов
1956 ф Башҡа кеше The Wrong Man
1957 ф 12 асыулы ир-егет 12 Angry Men Восьмой присяжный
1957 ф Ҡалай йондоҙ The Tin Star Морг Хикмен
1958 ф Сәхнәгә мөкиббән Stage Struck
1959 ф The Man Who Understood Women
1959 ф Шериф Warlock Блэйсдейл
1960 с Дик Пауэлл шоуы The Dick Powell Show
1962 ф Кәңәш һәм мөхәббәт Advise & Consent Роберт Леффингуэлл
1962 ф Иң оҙон көн The Longest Day
1962 ф Көнбайыш нисек яуланды How the West Was Won
1963 ф Спенсер тауы Spencer’s Mountain
1964 ф Иң лайыҡлы The Best Man Уильям Расселл
1964 ф Хәүефһеҙлек системаһы Fail-Safe Президент
1964 ф Секс һәм кейәүҙә булмаған ҡыҙ Sex and the Single Girl
1965 ф Эскеселәр The Rounders
1965 ф Харм мытоды буйынса In Harm’s Way
1965 ф Бысраҡ уйын The Dirty Game
1965 ф Битва за Выступ Battle of the Bulge
1966 ф Большой куш для маленькой леди A Big Hand for the Little Lady
1967 ф Welcome to Hard Times
1967 ф Все о людях All About People
1968 ф Файеркрик Firecreek
1968 ф Миллионы Мадигана Madigan
1968 ф Твое, мое и наше Yours, Mine and Ours
1968 ф Бостонский душитель The Boston Strangler
1968 ф Однажды на Диком Западе C’era una volta il West Фрэнк

Ҡалып:ВдФильме

1970 ф Порою блажь великая Sometimes a Great Notion
1970 ф Слишком поздно герой Too Late the Hero
1970 ф Жил был обманщик There Was a Crooked Man...
1970 ф The Cheyenne Social Club
1973 тф Красный пони The Red Pony
1973 ф Змей Le Serpent
1973 ф День покаяния Ash Wednesday
1973 ф Меня зовут Никто Mio nome è Nessuno, Il
1974 тф Clarence Darrow
19761980 с Семья Family
1976 ф Мидуэй Midway
1976 ф Капитаны и короли Captains and the Kings
1977 ф Русские горы Rollercoaster
1977 ф Щупальца Tentacoli
1977 ф Последний из ковбоев The Last of the Cowboys
1978 ф Большая битва II Grande attacco, Il
1978 ф Федора Fedora Президент Академии
19791979 с Roots: The Next Generations
1979 ф Рой The Swarm
1979 ф Метеор Meteor
1979 ф Ванда Невада Wanda Nevada
1979 ф Город в огне City on Fire
1980 тф Gideon's Trumpet
1981 ф На золотом озере On Golden Pond Норман Тэйер младший
1981 тф Летнее солнцестояние Summer Solstice Джошуа Тёрнер

Наградалары һәм номинациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1941 — Америка киноакадемияһы премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Асыу тәлғәштәре»)
  • 1958 — Америка киноакадемияһы премияһына номинация — иң яҡшы фильм өсөн («Ун ике асыулы ир-егет»)
  • 1981 — Америка киноакадемияһы премияһы — кино сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө һәм Академия алдындағы ҡаҙаныштары өсөн
  • 1982 — Америка киноакадемияһы премияһы — иң яҡшы төп ир-егеттәр роле өсөн («Алтын быуала»)

Британия Awards BAFTA, UK кино һәм телевидение академияһы премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1958 — BAFTA Британия Кино һәм Телевидение Академияһы премияһы («Ун ике асыулы ир-егет»).
  • 1983 — BAFTA Британия Кино һәм Телевидение Академияһы премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Алтын быуала»)
  • 1958 — «Алтын Глобус» (Golden Globe) премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Ун ике асыулы ир-егет»)
  • 1982 — «Алтын Глобус» (Golden Globe) премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Алтын быуала»)

«Эмми» телевизион премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1973 — «Эмми» премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Gideon’s Trumpet»)
  • 1975 — «Эмми» премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Clarence Darrow»)
  • 1980 — «Эмми» премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн(«Ҡыҙыл пони»)

Карловы Вара кинофестивале

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1982 — төп ир-егеттәр роле өсөн бүләк («Алтын быуала»)

АҠШ тәнҡитселәре милли советы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • * 1981 — төп ир-егеттәр роле өсөн бүләк («Алтын быуала»)


  • 1948 — «Тони» премияһы — төп ир-егеттәр роле өсөн(«Мистер Робертс» спектакле)
  • 1975 — «Тони» премияһына номинация — төп ир-егеттәр роле өсөн («Clarence Darrow» спектакле)
  • 1979 — «Тони» Почетлы премияһы — театраль сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн

Сесиль. Б. Де Милль премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1980 — кинематографтағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн
  • Тирдатова Е. И. Генри Фонда. М., 1989