Бетт Дейвис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бетт Дейвис
Bette Davis
Bette Davis - portrait.jpg
1940 йылдарҙағы студия фотографияһы
Исеме:

Рут Элизабет Дейвис

Тыуған:

5 апрель 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Лоуэлл, Массачусетс, АҠШ

Үлгән:

6 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (81 йәш)

Үлгән урыны:

Нёйи-сюр-Сен, Франция

Гражданлығы:

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре:
актриса
Карьера:

1929—1989

IMDb:

ID 0000012

bettedavis.com
Commons-logo.svg Бетт Дейвис

Бетт Дейвис [1] (ингл. Bette Davis, әйтелә Бетти Дейвис [2], тулы исеме Рут Элизабет Дейвис, ингл. Ruth Elizabeth Davis; 5 апрель 1908 — 6 октябрь, 1989) — Америка актрисаһы. 1999 йылда Америка кино институты Бетт Дейвисты Голливуд тарихына ингән бөйөк актрисалар исемлегендә икенсе урынға ҡуйҙы. Донъя кинематография тарихында 11 «Оскарға» (1989) номинацияланған беренсе кеше.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Масачусетс адвокаты ҡыҙы, ул бала саҡтан актриса булырға хыяллана. Танылыуға беренсе аҙымы уның Бродвейҙы яулау була. Деейвистың дебюты 1931-се йылға тура килә. Киләһе йылда ул үҙенең беренсе ҙур ролен «Хоҙайҙы уйнаған кеше»(«Человек, который играл бога») картинаһында башҡарҙы. Артабанғы ике йылда уның репертуарында Голливуд өсөн ғәҙәти булған һәләкәтле арбаусы ҡатын-ҡыҙ ролдәре өҫтөнлөк ала.

Дейвистың актерлыҡ оҫталығының алға китеше, яңы кимәлгә күтерелеүе 1934 йылда Сомерсет Моэмдың «Бремя страстей человеческих» киноверсияһында төп роль башҡарыуында ныҡ һиҙелде. Бының һымаҡ психологик яҡтан ҡатмарлы ролде Голливуд актрисалары араһында бер кем дә уйнағаны булмай. Шулай ҙа актрисаның был эше иң уңышлы икәнлеге бөгөнгө көндә лә инҡар ителмәһә лә, ике студия араһындағы ярыш килеп сығыуы айҡанлы «Оскар» статуэткаһы икенсе актрисаға бирелә — Клодетт Колберға.

Ниһайәт, «Хәүефле» исемле («Опасная» (1935) фильмында эскесе ҡатын роле уйнағаны өсөн иң престижлы Америка киноиндустрияһы наградаһын алғас, Дейвис үҙенең «Warner Bros.» студияһы менән суд юлына аяҡ баҫа. Киноролдәр һайлауҙа үҙаллылыҡ талап итә һәм ниәттәренең етдилеген күрһәтер өсөн Голливудты ташлап Лондонға күсеп китә.

Бәхәстә студия еңеүсе булып танылһа ла, Дейвисҡа үҙенең иң шәп партияларын уйнарға ирек бирелә. ҘСЭ билдәләүенсә, был бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан йәмәғәтселектең фекерен , әҙәп закондарын иҫәпкә алмай, үҙ маҡсатына ынтылған көслө, хакимлыҡ итергә яратыусан ҡатын- ҡыҙҙарҙы кәүҙәләндергән ролдәр ине. Шундайҙарҙан күп бәхәстәр тыуҙырған «Иезавели» (1939) картиналағы көньяҡ яҡ һылыуҡайы. Роль өсөн Дейвис икенсе «Оскар»ҙы ота. Ниндәйҙер кимәлдә был роль танылған актрисаға студиялар араһындағы килешеүҙәр арҡаһында «Унесенные ветром» картинаһында уйнай алмағаны өсөн бәләкәй генә йыуаныс та була.

«Барыһы ла Ева хаҡында» (1950) фильмында

Ҡырҡынсы йылдарҙа Дейвис донъяла иң танылған һәм дәрәжәле киноактрисаларҙың береһе булып ҡала. 1939 йылда ул Эррол Флинн һәм Оливия де Хэвиленд менән үҙенең беренсе төҫлө — «Елизавета һәм Эссекстың шәхси тормошо» — фильмында уйнаны. Артабан прокатта Дейвистың бынан да уңышлыраҡ картинаһы «Всё это и небо в придачу» (1940) исемлеһе була. "Warner Bros."студияһында ул шундай ҙур абруй ҡаҙана, хатта уны шаяртып «дүртенсе Уорнер ағай» тип йөрөтәләр. Бынан тыш 1941 йылдың ғинуарында Дейвис Америка киносәнғәт академияһы президенты итеп һайлана..

Актрисаның йәше ҡырҡҡа етеп барған һайын уға йәш старлеткалар менән ярышыуы ҡыйыныраҡҡа тура килә. Тәңкитселәр, Дейвистың күп йылдар дауамында ҡулланған ҡылансыҡлыҡтарының һәм ҡылыҡтарының ҡоло булып китеүенә зарланыуҙарын белдерә башланы. 1943 йылда уның икенсе ире бик серле шарттарҙа вафат була. Ике йыл уҙғас, Дейвис рәссам Уильям Шерриға кейәүгә сыға һәм бер аҙҙан уларҙың ҡыҙы тыуа.

1950 йылда актриса иң сағыу классик Голливуд фильмдарының береһендә — «Барыһы ла Ева хаҡында» фильмында — уйнаны. Ул әйткән күп кенә һүҙбәйләнештәр цитаталарға таралды, ә картинаның үҙе 14 мәртәбә «Оскар»ға номинациялана һәм Дейвисҡа Канн Кинофестиваленың призын алып килә. Тап ошо ваҡытта ул Шерри менән айырылыша һәм фильм буйынса үҙенең партнеры Гэри Мерриллға кейәүгә сыға, әммә был никахты ла бәхетле тип әйтеп булмай.

Дейвистың артабанғы фильмдары, барыһы ла тиерлек, уңышлы булмай. 1961 йылда ул мәжбүри хәлдә эш эҙләү тураһында гәзиткә иғлан бирә һәм тиҙ арала, бигүк теләмәһә лә, элекке дошманы Джоан Кроуфорд менән «Что случилось с Бэби Джейн?» триллерында төшөргә ризалыҡ бирә. Был триллерҙа улар ҡартайып барған кинойондоҙҙарҙы кәүҙәләндерәләр. Дейвисты фильмдағы роле өсөн «Оскар»ға кандидат итеп күрһәтеү Кроуфорд менән араларҙы тағы ла ныҡ ҡатмарлаштырҙы. Йәш быуын йондоҙҙары менән дә уның мөнәсәбәттәре яҡшыларҙан булмай, сөнки уларҙы Дейвис кәрәкле белемдәре һәм профессионализм юҡлығында ғәйепләне. 1962 йылда Дейвис хәтирәләр китабын сығара. Күп кенә интервьюлары һымаҡ, уның китабы ла һирәк осрай торған эскерһеҙлек менән айырылып тора.

1960 йылдарҙа актриса ҡабаттан Бродвейға ҡайтып ҡарай, тик уңышһыҙ. Йыш сирләүенә ҡарамаҫтан фильмдарҙа төшөүен дауам итә, мәҫәлән, Агата Кристиның романы буйынса ҡуйылған «Смерть на Ниле» (1978) картинаһында төшә. 1979 йылда ул «Эмми» премияһына лайыҡ була. Бер йыл элек Дейвис Америка кино институтының почетлы наградаһын алған беренсе ҡатын-ҡыҙ була.

Америка киноһы фестивалендә. Нормандия, 1987 йыл

1983 йылда телесериал «Отель» өсөн төшөрөлгән эксперименталь эпизодтан һуң , Дейвисҡа түш биҙҙәре рагы диагнозы ҡуйыла һәм мастэктомия кәрәк, тип табыла. Операциянан һуң ике аҙна эсендә ул дүрт инсульт кисерә. Битенең уң яғын һәм һул ҡулын фалиж һуға һәм телмәре лә аңлайышыҙға әйләнә. Дейвис бик оҙайлы физиотерапия осорон башлай һәм өлөшләтә фалиждан ҡотола.

1988 һәм 1989 йылдарҙа Дейвисты карьера ҡаҙаныштары өсөн бик ҙурлайҙар: ул Францияла Почетлы легион Орденына , Италияла Кампионе-д’Италия премияһына, киноберләшмәнең Линкольн- центрҙағы хеҙмәте өсөн наградаларына лайыҡ була. 1989 йылда актрисаға ҡабаттан рак диагнозы ҡуйыла. Һаулығын яҡшыртыу менән актриса йәй аҙағында Испанияға китә. Сан — Себастьянда кинофестиваль премияһына лайыҡ була, әммә был сәфәр ваҡытында уның һаулығы бик тиҙ ҡаҡшай башлай. Һаулығы бик насар булыуы арҡаһында ул АҠШ-ҡа осорға баҙнат итмәй һәм Францияға китә. 1989 йылдың 6 октябрендә Нёйи-сюр-Сен ҡалаһында Америка клиникаһында вафат була. Голливуд калҡыулыҡтарында ерләнгән.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дейвистың биографтары Америка киноакадемияһы «Оскар» наградаһын Дейвистың ире Хармон Оскар Нельсон менән бәйләйҙәр, сөнки Дейвис, йәнәһе, статуэтканы иренә оҡшатып исем ҡушҡан.
  • Актриса «Оскар» премияһына ун бер тапҡыр номинациялана һәм ике мәртәбә еңеп сыға. Уның вафатынан һуң ике статуэтканы ла Стивен Спилберг һатып алған һәм Америка киноакадемияһына ҡайтарып биргән.
  • 1982 йылда АҠШ хит-парадтарҙың башында кантри — башҡарыусы Ким Карнстың «Bette Davis Eyes» йыры тора. Композицияның исеме легендаға әйләнгән Бетт Дейвистың күҙҙәренә ҡайтып ҡала. 1940 йылдарҙа кинематографистар төрлө юлдар менән яҡтыртыу һәм макияж ярҙамында уның ғәҙәти булмаған күҙҙәрен һәм ҡарашын күрһәтергә тырышҡан.
  • Ильф и Петров Дейвис менән 1935 йылда осрашыуҙарын «Одноэтажная Америка» китабында яҙып сыҡҡандар.

Һайланма фильмография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары и номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1936 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Опасная» фильмы өсөн
  • 1939 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Иезавель» фильмы өсөн
  • 1974 — «Алтын глобус» премияһы — Сесиль Б. Де Милль премияһы
  • 1979 — «Эмми» премияһы — мини-сериалдағы йәки фильмдағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Незнакомцы: История матери и дочери» телефильмы өсөн.

Номинациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1935 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Бремя страстей человеческих» фильмы өсөн
  • 1940 — "Оскар"премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Победить темноту» фильмы өсөн
  • 1941 — "Оскар"премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Письмо» фильмы өсөн
  • 1942 — "Оскар"премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Лисички» фильмы өсөн
  • 1943 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Вперёд, путешественник» фильмы өсөн
  • 1945 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Мистер Скеффингтон» фильмы өсөн
  • 1951 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Всё о Еве» фильмы өсөн
  • 1951 — «Золотой глобус» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле драмала, «Всё о Еве» фильмы өсөн
  • 1953 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, "Звезда"фильмы өсөн
  • 1962 — "Золотой глобус"премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле комедия йәки мюзиклда, «Пригоршня чудес» фильмы өсөн
  • 1963 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле, «Что случилось с Бэби Джейн?» фильмы өсөн
  • 1963 — "Золотой глобус"премияһы — иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала, «Что случилось с Бэби Джейн?» фильмы өсөн
  • 1964 — BAFTA премияһы — иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле «Что случилось с Бэби Джейн?» фильмы өсөн
  • 1974 — «Эмми» премияһы — иң яҡшы программа, ABC’s Wide World of Entertainment программаһы өсөн
  • 1980 — «Эмми» премияһы— иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле мини-сериал йәки фильмда, "Белая мама"телефильмы өсөн
  • 1983 — «Эмми» премияһы —икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле мини-сериал йәки фильмда, «Малышка Глория… Наконец счастлива» телефильмы өсөн

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бетт Дейвис — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  2. Произношение в оригинале — [ˈbɛtɪ ˈdeɪvɪs].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карцева Е. Н. Бэтт Дэвис. — М., 1967.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]