Джоан Кроуфорд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Джоан Кроуфорд
Joan Crawford
JoanCrawford-colour.jpg
Студийное фото 1948 года
Исеме:

Люсиль Фэй Лесюр

Тыуған:

23 март 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Сан-Антонио, АҠШ

Үлгән:

10 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (73 йәш)

Үлгән урыны:

Нью-Йорк, АҠШ

Гражданлығы:

Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары

Һөнәре:

актриса

Карьера:

1925—1974

IMDb:

ID 0001076

Commons-logo.svg Джоан Кроуфорд

Джоан Кроуфорд[1] (ингл. Joan Crawford, 23 март 1904(19040323)[2] — 10 май 1977) — телһеҙ һәм тауышлы киноһы Америка актрисаһы, 1930-сы йылдарҙа популярность буйынса Марлен Дитрих һәм Грета Гарбо менән көнәркәш булған.

1946 йылда Кроуфорд Америка киносәнғәт институты тарафынан иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле өсөн Оскарға лайыҡ була һәм AF версияһы буйынса 100 йыл эсендә 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә инә.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Люсиль Фэй Лесюр (ингл. Lucille Fay LeSueur) 23 мартта Техас штатының Сан-Антонио ҡалаһында тыуған. Кроуфордтың тыуған йылы аныҡ ҡына билдәле түгел, мәғлүмәттәр төрлө. Буласаҡ актрисаның 1904 йылдан алда һәм 1908-сы йылан һуңыраҡ тыумағаны ғына билдәле.

Уның ата — әсәһе бала тыуғанға тиклем уҡ айырылышҡан булған. Нисек кенә булмаһын, Люсиль артабанғы тормошонда бер нисә мәртәбә кейәүгә сыҡҡан әсәһе тәриәһендә үҫә.

1920-се йылдар башында Люсиль Миссури штаты Колумбия ҡалаһындағы Стивенс-колледж (Stephens College) колледжына уҡырға инә, әммә тиҙ арала уҡыуҙы ташлай. Осраҡлы урындарҙа ла эшләй, шул иҫәптән супермаркет эскалаторы операторы булып та. Люсиль бала саҡтан бейеүсе булырға хыяллана, дәрестәр ҙә ала, бейеү конкурстарында даими ҡатнашып бара. 1923 йылда Люсиль Канзас-Ситила эстрада башҡарыусылары һәүәҫкәр конкурсында еңеү яулай.

Ошо еңеүҙән һуң ул сығыш яһар өсөн Чикаго, Детройт һәм Нью-Йорк клубтарына сығып китә.

1925 йылдың иң башында Люсиль Голливудта бәхет эҙләргә була һәм шундуҡ «Һылыуҡайҙар» («Красавицы») фильмында роль ала. Ул «Metro-Goldwyn Pictures» студияһы менән килешеү төҙә һәм студия талабы буйынса «Джоан Кроуфорд» псевдонимын ала. Был периодтағы фильмдар араһында ул ҡатнашҡан Гарри Эдвардстың «Берәҙәк, берәҙәк, берәҙәк» («Бродяга, бродяга, бродяга») (1926) комедияһы, Тода Броунингтың «Неизвестный» (1927) драмаһы ҡыҙыҡһыныу уята.

Ысын танылыш уға тик «Беҙҙең бейеүсе ҡыҙҙар» («Наши танцующие дочери») (1928) фильмында төп ролде башҡарғандан һуң килә. Был фильмдан һуң тағы ла бер нисә уңышлы фильмдары була. Тауышлы киноның барлыҡҡа килеүе Кроуфордтың карьераһына кире йоғонто яһамай, сөнки ул бик көслө, сағыу тауышлы була.

Кроуфорд өсөн беренсе тауышлы фильм булып «Үпкәсел» («Недотрога») (1929) фильмы тора. Был фильмда ул бер нисә йыр башҡара.

1929-се йылдан 1933 йылға тиклем ул актер һәм Икенсе Донъя һуғышы буласаҡ геройы кесе Дуглас Фэрбенкста кейәүҙә була. Айырылышыу сәбәбе булып Клоуфордтың билдәле артист Кларк Гейбл[3] менән мауығып китеүе тора. 1930-сы йылдарҙа Кроуфордтың карьераһы бик уңышлы үҫешә, ул "MGM"студияһында иң билдәле артистар араһына инә һәм уның өсөн бик мөһим булған «Украденные драгоценности» (1931), «Гранд-отель» (1932), «Сэйди Макки» (1934), «Только без дам» (1935) һәм «Любовь на бегу» (1936) фильмдарында төшә. Robin Allan Il était une fois Walt Disney : Aux sources de l'art des studios Disney Aller à : Navigation, rechercher — Б. 200. — ISBN 2-7118-5013-7.</ref>.

1943 йылда Джоан Кроуфорд «MGM»-ды ташлап китә, сөнки студия уға уның талаптарына ярашлы ролдәр тәҡдим итмәй башлай һәм «Warner Brothers»-ҡа күсә. Был студия менән хеҙмәттәшлеге актрисаға «Милдред Пирс» (1945) фильмында төп роле өсөн берҙән — бер «Оскар» премияһын алып килә. Артабанғы тормошонда ул тағы ла ике номинацияға лайыҡ була, әммә башҡа премиялар ала алмай һәм 1950-се йылдарҙан алып фильмдарҙа ла төшөүе һирәгәйә бара. 1956 йылда ул дүртенсе мәртәбәгә кейәүгә сыға — был юлы PepsiCo компания директорҙар Советы рәйесе Альфред Стилға. Уның вафатынан һуң , 1959 йылда , Кроуфорд һирәкләп булһа ла фильмдарҙа төшөүен дауам итә, компанияла 1959 йылға тиклем пресс — хеҙмәт етәксеһе булып эшләй.

Иң һуңғы эре ролен актриса «Что случилось с Бэби Джейн?» (1962) психологик триллерҙа башҡарҙы. Был триллерҙа ул үҙенең электән йәне һөймәгән Бетт Дэвис менән уйнай. 1977 йылдың 10 майында Джоан Кроупфорд үҙенең Манхэттен квартираһында[4] йөрәк сиренән ҡапыл вафат була. Ул ваҡытта ул оҙайлы ваҡыт ашҡаҙан аҫты биҙе рагы менән яфаланған. Кроуфордты кремациялайҙар, уның көлөн Фэрнклифф зыяраты ерләнә.

Йыл ярымдан һуң уның эйәрсен ҡыҙы «Дорогая мамочка» исемле хәтерләүҙәр китабын донъяға сығара. Был китапта ул Кроуфордты бик йәмһеҙ итеп һүрәтләй. Китап күп бәхәс тыуҙырҙы һәм бестселлер булып китә. 1981 йылда китап буйынса фильм төшөрөлә, Кроуфорд ролен Фэй Данауэй башҡара.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Джоан Кроуфорд «Что случилось с Бэби Джейн?» (1962) фильмында

.

  • «Все целуют невесту» (1942) фильмында Кроуфорд Кэрол Ломбард уйнарға тейеш булған ролде уйнай. Был ролде ул Ломбардтың армия фондына аҡса йыйыу туры үткәргән саҡта авиаһәләкәттә һәләк булғанынан һуң уйнарға риза була. Бөтә гонорарын Кроуфорд Красный крестҡа тапшыра. Хатта ул бер агентты ошо аҡсанан үҙенә тейешле тип һанаған аҡсаны алып ҡалғаны өсөн эштән сығара.
  • Кроуфорд үҙен һәр фанатҡа яуапты шәхсән яҙырға яуаплы тип һанаған. Фанаттарына ул автографтарын ебәргән. Күп йылдар дауамында ошо шөғөл уның буш ваҡытын алған. Үҙенең Стивенс — колледждағы класташтарына ғына ул быны эшләмәгән, сөнки улар Кроупфордты уҡыу ваҡытында бик ыҙалатҡандар.
  • Кроуфордта таҙалыҡ манияһы булған. Ул ун минут һайын ҡулдарын йыуған һәм ҡунаҡтар артынан фланель сепрәк менән улар ҡағылған урындарҙы һөртөп йөрөгән; ул сигареттарҙы үҙенең пачкаһынан ғына тартҡан. Ҡайһы отелдә туҡталһа ла, иң зауыҡлыларҙа ла шул иҫәптән, ванналарҙы үҙе йыуған. Сантехник уның өйөндә унитаз ҡуйғандан һуң файҙаланғанын белеп ҡалғас, унитазды ғына түгел, бөтә канализация торбаларын да алыштыртҡан. * Джоан Кроуфорд Голливуд Дан аллеяһында (1752 Vine Street) йондоҙ ҡуйыуға лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. урыҫ текстарында киң ҡулланылған фамилия тапшырмаһы; теүәл тапшырма — Кроуфорд
  2. Нәҡ ошо дата Кроуфордтың ҡәбер ташында күрһәтелгән
  3. «Легендарная Джоан Кроуфорд»  (инг.)
  4. Heart Attack Claims Actress Joan Crawford  (инг.). Lakeland Ledger (11 мая 1977). 22 август 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]