Грета Гарбо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Грета Гарбо
ингл. Greta Garbo
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө Ошибка Lua в Модуль:Sources на строке 194: attempt to concatenate local 'letter' (a nil value).
Тыуған урыны Ошибка Lua в Модуль:Sources на строке 194: attempt to concatenate local 'letter' (a nil value).
Вафат булыу көнө 15 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][4][5][6][7][8][9] (84 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Пневмония һәм почечная недостаточность[d]
Ерләнгән урыны Скугсчюркогорден[d]
Изображение могилы
Атаһы Karl Alfred Gustafsson[d]
Әсәһе Anna Lovisa Johansdotter[d]
Бер туғандары Sven Gustafsson[d] һәм Alva Garbo[d]
Һөнәр төрө актёр, кино актёры, театр актёры
Эшмәкәрлек төрө актёр[d]
Испытал влияние от Henry G. Bieler[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Эш урыны Голливуд[d][2]
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.
Окончание периода активности 1941
Сексуальная ориентация бисексуальность[d]
Рәсми сайт gretagarbo.com
Описан на сайте forum.genealogi.se/index…[10]
stockholmskallan.stockholm.se/…[11]
Commons-logo.svg Грета Гарбо Викимилектә

Грета Гарбо (ингл. Greta GarboGreta Garbo, 18 сентябрь 1905(19050918), Стокгольм, Швеция — 15 апрель 1990, Нью-Йорк, АҠШ), ысын исеме Грета Ловиса Густафссон (швед. Greta Lovisa Gustafsson) — Швеция һәм Америка актрисаһы. 1954 йылда кино сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн почетлы «Оскар премияһына лайыҡ була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карьераһының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Буласаҡ актриса 1905 йылдың 18 сентябрендә Стокгольмда, Швецияла тыуған. Карл менән Анна Густафссон ғаиләһендә өсөнсө бала була. 1918 йылда уға бик яҡын булған атаһы туберкулез ауырыуынан вафат була. Грета мәктәпте ташлап китергә мәжбүр була һәм эшкә төшә. Тәүге аҡсаһын ул бөҙрәханала ярҙамсы булып эшләа ала, һуңынан универмагта эшләй, параллель рәүештә реклама өсөн гәзиттәрҙә төшә. Камералар алдында ул беренсе тапҡыр үҙе эшләгән универмаг өсөн реклама роликтарында күренә. Ахыр сиктә уға комедия режиссеры Эрик Петчер иғтибар итә һәм үҙенең „Петер-бродяга“ (1922) яңы картинаһында ҡыҙға бәләкәй генә роль бирә. Картинаның титрҙарында актриса үҙ исеме аҫтында телгә алына.

1922—1924 йылдарҙа Гарбо Стокгольмда актерлыҡ оҫталығына Король драма театры янындағы театр мәктәбендә өйрәнә, уның менән бергә Мими Поллак, Альф Шёберг уҡыйҙар. Шунда ул режиссер Мориц Стиллер менән таныша. Ул шәхсән уның менән шөғөлләнә башлай, ҡыҙға матур яңғырашлы псевдоним уйлап таба — Грета Гарбо — һәм тауышһыҙ „Сага о Йесте Берлинге“ картинаға төп ролгә саҡыра. Нобель премияһы лауреаты Сельма Лагерлёф романының ошо экранизацияһында ағктриса швед актеры Ларс Хансон менән бергә төшә.парҙары төшә.

Гарбоның уйыны Metro-Goldwyn-Mayerҙың башында торған Луис Б. Майерға ҙур тәьҫир яһай һәм ул актрисаға һәм Мориц Стиллерға уның киностудияһында эш тәҡдим итә. Һуңынан, Гарбо менән Стиллер аралары боҙола һәм 1928 йылда Стиллерҙы эштән сығаралар, ул Швецияға ҡайта һәм тиҙҙән вафат була. Был осорҙа Гарбоның тышҡы рәүеше бик ныҡ үҙгәрә — тулы кәүҙәле һатыуснан Гарбо гүзәл Сфинксҡа әйләнә, һәм ошо ваҡыттан ошо ҡиәфәте ныҡлап уның исеме менән бәйле була.

Швецияла әсәһе менән осрашҡан мәле (1939)

Голливуд[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гарбоның иң билдәле тауышһыҙ картиналары „Ағым“ (1926), „Тән һәм ғазазил“ (1927) һәм „Мөхәббәт“ (1927) була. Аҙаҡҡы ике фильмында ул шул осорҙағы популяр актер Джон Гилберт менән төшә, улар араһында бәйләнеш була. Улар өйләнешергә уйлай, әммә гарбо аҙаҡҡы мәлдә генә кире уйлай һәм туйҙан баш тарта

Бынан тыш, актрисаның ҡатын-ҡыҙҙар менән романтик бәйләнештәре тураһында ла имеш-мимештәр йөрө— фаразланған һөйәркәләр исемлегендә актриса Луиза Брукс һәм яҙыусы Мерседес де Акоста иҫәпләнә. Шулай уҡ уның ваөыты-ваҡҡыты менән британ фотограф-гомосексуал Сесил Битон менән бәйләнештәре булып ала, бының хаҡта ирҙең донъя күргән көндәлектәренән билдәле булды.

Тауышһыҙ кинола төшөп, Гарбо популярлыҡ түбәһенә етә. Ул тауышлы фильмдарға уңышлы күсеүсе һирәк актрисаларҙың береһе була. Ләкин студия етәкселеге был күсеүҙе тотҡарлап килә, сөнки швед Сфинксы һөйләшә башлауына тамашасылар ыңғай ҡарауына шикләнә. Уның аҙаҡҡы тауышһыҙ фильмы 1929 йылғы «Үбеү» картинаһы була. Етәкселектең хәүефләнеүе бушҡа булып сыға. Гарбоның Юджин О'Нил пьесаһы буйынса ҡуйылған «Анна Кристо» (1930) фильмындағы швед акцентлы ҡарлыҡҡаныраҡ тауышы тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Фильм экранға „Гарбо һөйләй" слоганы менән сыға.

1931 йылда Гарбо Кларк Гейбл менән «Сьюзан Ленокс: падение и взлёт» картинаһында бергә төшә. Был уларҙың берҙән-бер уртаҡ фильмы була, бының сәбәбе уларҙың бер-береһен яратмуҙа. Гарба актерҙың уйынын тупаҫ тип һанай, ә Гейбл яуап итеп Гарбоны снобизмда ғәйепләй[12].

Артабан ул Мата Хари» һәм «Гранд-отель» фильмдарында төшә. Береһендә ул Беренсе донъя һуғышы осорондағы шпионка ролен уйнаһа, икенсеһе 1932 йылда «Оскар премияһына лайыҡ була. Бер аҙ ваҡыт Гарбо контракт шарттарына бәйле сәбәптәр арҡаһында кинола төшмәй. Ниһайәт, MGM етәкселеге Гарбо өсөн айырым хоҡуҡтар ҡаралған яңы контракт төҙөй.

Гарбо киноға Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң әйләнеп ҡайтырға уйлай, әммә был ниәтен тормошҡа ашырырға насип булмай. Ул киткәндән һуң Марлен Дитрихтың иренә яҙған хатында ошондай һүҙҙәр бар: «Мин ишеттем, Гарбо кинонан киткән икән… Ярай, мин шатмын. Хәҙер мин бер ҙем ҡалам».

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинолағы карьераһының тәүге йылдарынан тыш, Грета Грета автографтарҙы һирәк бирә, үҙенең фильмдарының премьераларында булмай, фанаттарҙың хаттарына яуап һәм интервьюлар бирмәй.

1951 йылда актриса Америка гражданлығын ҡабул итә[13] . 1953 йылда Гарбо Манхеттенда ете бүлмәле апартаменттар һатып ала[14] һәм ғүмеренең аҙағына тиклем шунда йәшәй. Гарбо Голливуд кисәләрендә ҡатнашыуҙан баш тарта, әммә үҙенең яҡын дуҫтары менән әүҙем сәйәхәт итә. Ул йыш ҡына Джорд Шлее, Сесиль де Ротшильд һәм Сесил Битон менән бергә көнбайыш Европаҡа бара, Аристотель Онассис ойошторған Урта диңгеҙ буйлап круиздарҙа ҡатнаша, Ротштльдтар ғаиләһ яхтаһында ял итә. Йәйҙәрен ул Швейцарияла тау курорты Клостерста үткәрә. Актриса бер ҡасан да кейәүгә сыҡмай һәм балалары ла булмай. Нью-йорк йәмғиәтендә ул ҙурҡөояштан һаҡлаусы күҙлектәрен кейеп алып ҡала буйлап оҙайлы йәйәү йөрөүҙәре менән билдәле була[15].

1970 йылдарҙан башлап Голливудтың ҡартайған батшабикәһен пленкаға төшөрөп ҡалырға теләп, актрисаны папараццилар эҙәрлекләп йонсота[16][17] . Улар уны үлгәнсе тынғылыҡта ҡалдырмай, хатта 1990 йылдың яҙында ныҡ ауырыған актрисаны тиҙ ярҙам каретаһына ултырғанына тиклем төшөрөп алалар[18] , шул уҡ йылдың 15 апрелендә пневмониянан һәм бөйөр ауырынан Нью-Йорктың бер шәхси клиникалырының береһендә 84 йәшендә вафат була[19] Уның кәүҙәһен яндыралар һәм оҙайлы судлашыуҙан һуң 1999 йылда үҙе тыуған Стокгольмдан бик алыҫ булмаған Скугсчюркогорден зыяратында ерләйҙәр[20]

АҠШ-тың махсус хеҙмәттәренең асылған архивтарынан Гарбо уларҙың йәшерен агенты булыуы тураһында мәғлүмәт сенсацияға әүерелә. Гарбо Икенсе донья һуғышы осоронда фашистарға ҡаршы көрәштә, атап әйткәндә, Данияла йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.

Артабан: https://uznayvse.ru/znamenitosti/biografiya-greta-garbo.html

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Premiere» журналы Гарбоны ваҡытта иң бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә һигеҙенсе урынға ҡуя. Шулай уҡ ул Америка кино институты версияһы буйынса легендалар рейтингында бишенсе урынға ҡуйылған.
  • Гарбо режиссер Сидни Люметтың «Гарбо һөйләй» (1984) американ киномедияһында уйнарға тейеш булған. Комедия героиняһы Гарбо баш мейеһе шеш ауырыуы менән яфаланыуын белә һәм үҙенең кумиры менән осрашырға була. Фильмда Гарбоның үҙе төшкән кадрҙары бар (титрҙарҙа күрһәтелмәгән, әммә төп ролде актриса БеттиКомден башҡара, Бетти проектҡа иң аҙағында ғына индерелә, сөнкт продюсерҙар Гарбо үҙе фильмда атнашырға теләр тигән өмөттә булалар.
  • 2005 йылдың 23 сентябрендә Швеция һәм АҠШ администрациялары тарафынан Грета Гарбоның тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә уның портреты менән берлектәге почта маркалары сығарыла.
  • Француз йырсыһы Милен Фармер «Cendres de lune» дебют альбомына Грета Гарбоға бағышланған «Greta» исеме аҫтында йыр инә. Музыкаль проигрыштарҙа «Ике йөҙлө ҡатын» фильмынан алынған Гарбоның тауышы ишетелә, был фильм актрисаның һуңғы фильмы була.
  • Жан Коктоның «Изге ҡурҡыныс заттар» пьесаһында Гарбо телгә алына. Шулай итеп герой кинола төшөргә хыялланған ҡыҙҙы исемләй.
  • Мадоннаның «Vogue» билдәле йырында Гарбо Голливуд йондоҙҙары Мэрилин Монро, Марлен Дитрих, Актер Марлон Брандо һәм Джеймс Дин менән бер рәттән телгә алына.
  • 2011 йылдың 6 апрелендә Швеция банкы 2014—2015 йылдарҙа яңы аҡсалар серияһын сығарасаҡ планы тураһында хәбәр итте. 100 швед крона купюраның аверсында Грета Гарбо портреты урынлаштырылған була[21][22].
  • «Үлем уға килешә» фильмында Изабелла Росселлини героиняһы — мәңгелек матурлыҡ һәм үлемһеҙлек серен һаҡлаған эсемлекте һатҡан Лисл фон Руман — үҙенең билдәһеҙ һатып алыусыларының береһенә барыһына ла «Мин бер үҙем ҡалырға теләйем» тип әйтергә тәҡдим итә (ошо фраза төрлө вариацияларҙа Гарбо ҡатнашҡан фильмдарҙа ишетелә һәм уның исеменә бәйле).
  • Австрия йырсыһы Falco актрисға «Garbo» йырын бағышлай.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Грета Гарбо. Жизнь, рассказанная ею самой. М.: Яуза-Пресс, 2013. 288 с. Серия «Уникальная биография женщины-эпохи», 7000 экз., ISBN 978-5-9955-0578-5
  • Н. Я. Надеждин. Грета Гарбо: «Кино — это жизнь». Биографические рассказы. — 2-е изд. — М.: Майор, Осипенко, 2011. 192 с., Серия «Неформальные биографии», 2000 экз., ISBN 978-5-98551-161-1
  • Софья Бенуа. Грета Гарбо. Исповедь падшего ангела. ООО «Издательство Алгоритм», 2013. 288 с. Серия «Женщина, покорившая мир», ISBN 978-5-4438-0198-8

Документаль фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Грета Гарбо / Greta Garbo: A Lone Star. Режиссёр: Стив Коул / Steve Cole. 2001. Великобритания, США. Продолжительность: 49 мин.
  • Легенды мирового кино. Грета Гарбо. Режиссёр: Андрей Истратов, ведущий: Константин Карасик. 2005. Россия. Телеостров, ГТРК Культура. Продолжительность: 26 мин.
  • Гарбо / Garbo. Режиссёры: Кристофер Бёрд, Кевин Браунлоу. 2005. США. Длительность: 1 час 25 минут. (Фильм создан к 100-летию со дня рождения Актрисы)
  • Грета Гарбо и Бетт Дэвис. Из истории театра и кино. Великие актрисы. Кинодивы 30-50-х годов XX века. Режиссёр: Светлана Аронова. 2013. Россия. Продолжительность: 49 мин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека et al. Record #118537571 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 идентификатор BNF: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 SNAC — 2010.
  5. 5,0 5,1 Nationalencyklopedin — 1999.
  6. 6,0 6,1 Find a Grave — 1995.
  7. Discogs — 2000.
  8. filmportal.de — 2005.
  9. FemBio
  10. Ämne: Garbo, Greta (1905-1990
  11. Greta Gustafsson blir Greta Garbo
  12. Travia at Imdb.com
  13. Who's Who of American Women, 1983–1984 — Marquis Who's Who. — P. 279. — ISBN 978-0-837-90413-9.
  14. Kalins Wise, Dorothy (1968-05-20). «Appraising the Most Expensive Apartment Houses in the City». New York Magazine (New York Media, LLC) 1 (7). ISSN 0028-7369. Проверено 2010-07-24.
  15. Mariani, John (1975-12-29). «The Greatest Movie Set Ever». New York Magazine (New York Media, LLC) 9 (1). ISSN 0028-7369. Проверено 2010-07-23.
  16. Goldstein, Patti (1977-12-12). «Garbo Walks». New York Magazine (New York Media, LLC) 10 (50). ISSN 0028-7369. Проверено 2010-07-23.
  17. NYTimes, 1990. Her penchant for privacy broke all of Hollywood’s rules, said her biographer, John Bainbridge. Except at the start of her career, he wrote in Garbo, she «granted no interviews, signed no autographs, attended no premieres, answered no fan mail.»
  18. Garbo’s Last Pictures
  19. Parish James Robert The Hollywood Book of Extravagance: The Totally Infamous, Mostly Disastrous, and Always Compelling Excesses of America's Film and TV Idols — John Wiley and Sons. — P. 78. — ISBN 978-0-470-05205-1.
  20. Becky Ohlsen Stockholm — Lonely Planet, 2004. — P. 86–. — ISBN 9781741041729.
  21. Sweden’s new banknotes and coins: сообщение на официальном сайте Банка Швеции(инг.)(англ.)  (Тикшерелгән 7 апрель 2011)(Проверено 7 апреля 2011)
  22. Новые лица шведских крон // Бонистика. Энциклопедия банкнот мира. — 6 апреля 2011. (Тикшерелгән 3 август 2011)(Проверено 3 августа 2011)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]