Банан

Бана́н — Банан (Musa) үҫемлегенең ашарға яраҡлы емеше; Musa acuminata һәм Musa × paradisiaca, шулай уҡ Musa balbisiana, Musa fehi[en], Musa troglodytarum[en] һәм башҡалар улар иҫәбенә инә. Банан тип тағы Ensete ventricosum[en] әйтәләр (ул икенсе төр үҫемлектәргә инә- Банановые)[1][2]. Ботаника күҙлегенән ҡарағанда банан -еләк [3]. Вегетатив юл менән үрсеүсе культуралы үҫемлектәрҙең орлоғо булмай , еләгенең буйы 15 см , диаметры- 3—4 см . Бер суғы 300 еләктән торороға мөмкин, массаһы 50—60 кг етә[4].
Банан- боронғо аҙыҡ культураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Банан — бик боронғо аҙыҡ культураһы, тропик илдәр өсөн бик мөһим аҙыҡ үҫемлеге , төп экспорт тауары. Өлгөргән бананды бөтә донъяла ҡулланалар , унан төрлө тәмле ашамлыҡтар әҙерләйҙәр. Ҡайһы бер халыҡтар уны эшкәртмәгән килеш кенә түгел, ҡыҙҙырып, ҡабығы менән , йә ҡабыҡһыҙ бешереп, ашай.[1][4]. Уларҙы киптерәләр , уларҙан консерва, банан оно , мармелад, сироп, шарап яһайҙар. Бананды мал- тыуарға ла ашаталар. Банандың еҫенә изовалериан- изоамил һәм уксус - изоамил эфирҙары тәьҫир итә[4]. Эҫе һәм бик дымлы тропик һәм субтропик райондарҙа үҫтерәләр. Ашарға яраҡлы банан төрҙәре бик күп[1].
Ҙурлығы, төҫө, формаһы буйынса сортына ҡарап, улар ныҡ айырылып тороуы мөмкин, йышыраҡ улар оҙонса цилиндр кеүек, өсмөйөш ҡырлы , турараҡ, йә кәкрәйеберәк торған була. Еләгенең оҙонлоғо 3 - 40 см, йыуанлығы — 2 - 8 см. Ҡабығы төҫө һары, йәшел, ҡыҙыл, хатта көмөш төҫтә лә була . Эсе аҡ, һарғылт, һары, ҡыҙғылт һары. Өлгөрмән саҡта ул ҡаты, һылашып тора, өлгөрһә, йомшаҡ һәм һутлыға әйләнә[5]. Ҡайһы бер илдәрҙә банан төп ашамлыҡ булып иҫәпләнә. Эквадорҙа , мәҫәлән, йылына йән башына 73,8 кг (Рәсәйҙә 7,29 кг), Бурунди (189,4 кг), Самоа (85,0 кг), Комор утрауҙарында (77,8 кг) һәм Филиппинда (40,6 кг) тура килә[6].
Аҙыҡ ҡиммәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
100 г банандың аҙыҡ сифаты:[1]
Десертные бананы | Платано | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Спелые | Зелёные | Сушёные | Мука (зелёные) | Спелые | Зелёные | Сушёные (в зелёном виде) | |
Калорийность (ккал) | 65,5—111 | 108 | 298 | 340 | 110,7—156,3 | 90,5—145,9 | 359 |
Влагосодержание (г) | 68,6—78,1 | 72,4 | 19,5—27,7 | 11,2—13,5 | 52,9—77,6 | 58,7—74,1 | 9,0 |
Белки (г) | 1,1—1,87 | 1,1 | 2,8—3,5 | 3,8—4,1 | 0,8—1,6 | 1,16—1,47 | 3,3 |
Жиры (г) | 0,016—0,4 | 0,3 | 0,8—1,1 | 0,9—1,0 | 0,1—0,78 | 0,10—0,12 | 1,4 |
Углеводы (г) | 19,33—25,8 | 25,3 | 69,9 | 79,6 | 25,50—36,81 | 23,4—37,61 | 83,9 |
Клетчатка (г) | 0,33—1,07 | 1,0 | 2,1—3,0 | 3,2—4,5 | 0,30—0,42 | 0,40—0,48 | 1,0 |
Зола, включая калий (г) | 0,60—1,48 | 0,9 | 2,1—2,8 | 3,1 | 0,63—1,40 | 0,63—0,83 | 2,4 |
Кальций (мг) | 3,2—13,8 | 11 | 30—39 | 5,0—14,2 | 10,01—12,2 | 50 | |
Фосфор (мг) | 16,3—50,4 | 28 | 93—94 | 21,0—51,4 | 32,5—43,2 | 65 | |
Железо (мг) | 0,4—1,50 | 0,9 | 2,6—2,7 | 0,11—0,40 | 0,56—0,87 | 1,1 | |
β-каротин (мг) | 0,006—0,151 | 0,11—1,32 | 0,06—1,38 | 45 | |||
Витамин B1 (мг) | 0,04—0,54 | 0,04—0,11 | 0,06—0,09 | 0,10 | |||
Витамин B2 (мг) | 0,05—0,067 | 0,04—0,05 | 0,04—0,05 | 0,16 | |||
Витамин PP (мг) | 0,60—1,05 | 0,48—0,70 | 0,32—0,55 | 1,9 | |||
Аскорбиновая кислота (мг) | 5,60—36,4 | 18—31,2 | 22,2—33,8 | 1,0 | |||
Триптофан (мг) | 17—19 | 8—15 | 7—10 | 14,0 | |||
Метионин (мг) | 7—10 | 4—8 | 3—8 | ||||
Лизин (мг) | 58—76 | 34—60 | 37—56 |
Былар ҡыҙыҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Банан» һүҙе 1590—1600 йылдарҙа көнбайыш Африка халыҡтары телдәренән португалиялылар , йәки испандар тарафынан үҙләштерелгән ,Европа телдәрендә ул бер ишерәк яңғырай : «banana», йә «bana»[7].
- Кенияла 2005 йылда конституция ҡабул итеү буйынса референдумда проект яҡлылар бананды , ҡаршылар апельсинды үҙ символдары итеп ала[8].
- Яллы бүре — эт һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған һөтимәр януар банан ашай[9].
- 1930 йылдарҙа фашист Германияһында банан ашау «партиот»лыҡ билдәһе түгел, тип иғлан ителә һәм уларҙы һатып алыуға тотонолған аҡсаны башҡа маҡсатта тотоналар . Шул сәбәпле немец докторҙары банандың « зыяны тураһында » аңлатыу эше алып бара: банан ашау, йәнәһе, «эсәк инвагинацияһына » (эсәк сырмалыуына) килтереү мөмкин. Емеш магазиндарында «Ысын патриот немец алмалары ашай» тигән плакаттар элеп ҡуйырға тейеш булалар[10][11].
- Исландияла (Төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡта), икенсе донъя һуғышынан һуң банан үҫтерә башлайҙар.
- Ҡытайҙа « тәмләп банан ашау» ҙы онлайн-видеотрансляция ваҡытында күрһәтеү тыйылған [12].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Morton, Julia F. Fruits of Warm Climates — Florida Flair Books, 1987. — P. 29–46. — 505 p. — ISBN 978-0961018412.
- ↑ Grattan. F. J. H. An Introduction to Samoan Custom — Apia, Western Samoa: Samoa Printing & Publishing, 1948. — P. 69.
- ↑ Fruit Identification Outline
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Банан // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 2).
- ↑ Musa species (banana and plantain). Species Profiles for Pacific Island Agroforestry.. traditionaltree.org (2006). Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 ноябрь 2012. 10 ноябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ данные FAO, 2005 год
- ↑ Banana. Dictionary.com Unabridged. Random House, Inc.. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 ғинуар 2012. 1 декабрь 2011 тикшерелгән.
- ↑ Q&A: Kenya referendum. BBC News (2005-11-22). Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 ноябрь 2012. 10 ноябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ Consorte-McCrea, Adriana G. The Maned Wolf in Captivity // Canid news. — 1994. — Т. 2.
- ↑ Guenther, Irene Nazi 'Chic'?: Fashioning Women in the Third Reich (Dress, Body, Culture) — Berg Publishers, 2004. — P. 97. — 320 p. — ISBN 978-1859737170.
- ↑ История бананов. Тәүге сығанаҡтан архивланған 10 ноябрь 2012. 10 ноябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ В Китае запретили стримить поедание бананов. geektimes.ru. 9 июнь 2016 тикшерелгән.