Эстәлеккә күсергә

Тон (тел ғилеме)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тон
Ҡайҙа өйрәнелә тел ғилеме һәм фонология
Тамғалау тоновый знак[d]
 Тон Викимилектә

Тел ғилемендә тон — һүҙҙәр/морфемалар эсендә мәғәнә айырыу өсөн тауыш бейеклеген файҙаланыу. Тонды интонациянан, йәғни сағыштырмаса ҙур телмәр киҫеге (һүҙбәйләнеш йә һөйләм) эсендә тон бейеклеге үҙгәрешенән, айырыу зарур. Мәғәнә айырыу функцияһына эйә булған төрлө тон берәмектәре тонема тип (фонема һүҙенә оҡшашлыҡта) йөрөтөлә ала.

Интонация, фонация һәм баҫым кеүек үк, тон да супрасегментлы, йәки просодик, билдәләргә ҡарай. Ғәҙәттә тон һуҙынҡыларға хас, ләкин тартынҡылары, йышыраҡ сонанталары, ошо ролдә сығыш яһаған телдәр ҙә бар.

Һәр ижек ниндәй ҙә булһа тон менән әйтелгән тел тонлы йә тональ тип атала. Музыкаль баҫымлы телдәр ҙә тонлы телдәрҙең бер төрө булып тора, уларҙа һүҙҙәге бер йә бер нисә ижек айырылып тора һәм төрлө айырыу типтары тон билдәләре менән ҡаршы ҡуйыла.

Тон ҡаршы ҡуйыуҙары фонациялы ҡаршы ҡуйыуҙар менән ҡатнашып килә ала (Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы телдәрҙең күпселеге шундай).

Төп тон йышлығы тондың акустик корреляты булып тора. Был йышлыҡ тауыш ярыларының тирбәлеү йышлығы менән билдәләнә. Акустика йәһәтенән төп тон йышлығы — телмәр сигналының беренсе гармоникаһы. Һәр һөйләүсенең төп тонының база йышлығы уға ғына хас һәм тамаҡ төҙөлөшө үҙенсәлектәренә бәйле була. Ир-ат тауышы өсөн — уртаса 80—210 Гц, ҡатын-ҡыҙ тауышы өсөн 150—320 Гц тәшкил итә. Төп тон йышлығы тирбәлеүҙәр ҡабатланыуы периодын көйләй.

Төп тон йышлығының күтәрелеүе тыңлаусы тарафынан тонды күтәреү тип ҡабул ителә.


АҠШ лингвисы Кеннет Пайк телдәрҙе контурлы һәм регистрлы (тигеҙ) тонлыларға айыра. Регистрлы тондар, мәҫәлән, Африка телдәренең күпселегенә хас, башҡа төбәктәрҙә лә осрай. Ике тон кимәлле — юғары һәм түбән тон кимәлле системалар киң таралған. Өс кимәллеләр ҙә осрай. Донъя телдәрендә теркәлгән иң күп кимәлле тон — 5 кимәлле; ул манде һәм мяо-яо телдәренә хас. Өс быуынлы регистр системаһына карен теле (Мьянма) инә: [tə́] 'бер', [tə̀] 'ҡырмыҫҡа', [tə] 'ҡалаҡ'.

Регистрлы тондарға контурлылар ҡаршы ҡуйыла, йәғни уларҙа тон йышлығы һуҙынҡыны әйткән саҡта үҙгәрә. Ғәҙәттә уға миҫал итеп ҡытай телен алалар; ҡытай телендә юғары тигеҙ, күтәрелеүсе, түбәнәйеүсе-күтәрелеүсе һәм киҫкен түбәнәйеүсе (шулай уҡ «нейтраль») тондар бар. Бер тел эсендә бер нисә контурлы тон регистрлы тондар менән ҡатнашып килә ала (шул уҡ ҡытай һәм тай телдәре). Бындай «ҡатнаш» системалар ярайһы уҡ йыш осрай, шуға ҡайһы бер ғалимдар регистрлы тондарҙы контурлы тондарҙың айырым бер осрағы итеп кенә ҡарай башланы. Мәҫәлән, автосегментлы фонология сиктәрендә түбәнәйеүсе тон бер тартынҡыла — ике тональ элементтың, H һәм L-дең, ә тигеҙ юғары тон HH эҙмә-эҙлелегенең тормошҡа ашыуы тип ҡарала.

Тондарҙың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер баһаларға ярашлы, контрастив тондар донъя телдәренең яртыһы самаһында бар. Контурлы системалар ғәҙәттә ижекле (йәғни морфема сиктәре күп осраҡта ижек сиктәре менән тап килгән) телдәрҙә осрай, ә ижекһеҙ телдәргә нығыраҡ регистрлы тондар хас.

  • Ҡайһы бер син-тибет телдәре, шул иҫәптән ҡытай теленең бөтә диалекттары, әҙәби тибет теле һәм бирма теле. Син-тибет ғаиләһендәге күп телдәрҙә (мәҫәлән, невар теле) тондар юҡ. Прасин-тибет телендә лә тон булмағандыр.
  • Австроазиат телдәре араһында вьет-мыонг тармағында (вьетнам телен дә индереп) тон системалары яҡшы үҫешкән. Мон-кхмер һәм мунда телдәрендә тондар юҡ.
  • Тай-кадай телдәре һәм мяо-яо телдәре яҡшы үҫешкән тон системаларына эйә.
  • Тон афразия телдәрендә, атап әйткәндә, куши һәм омот, чад телдәрендә бар.
  • Күпселек нигер-конго телдәрендә тондар бар (суахили, волофтан тыш, манде ғаиләһендә — гвинея төньяҡ-көнбайыш диалекты ялонке).
  • Контурлы тондар койсан телдәрендә күҙәтелә.
  • Нил-сахара телдәрендәге тондар тасуирланған.
  • Атабаска телдәренең күбеһе тонлы (мәҫәлән, навахо).
  • Тондар отоманг телдәренең күбеһендә бар.
  • Киова-тано ғаиләһендә тондар системаһы һүрәтләнгән.
  • Амазонка бассейны, Яңы Гвинея телдәренең ҡайһы берҙәрендә тондар системаһы тасуирланған.
  • Креол телдәренең ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, сарамакка, шулай уҡ тон системалы.
  • Енисей телдәрендә тондар булыуы бәхәсле.
  • Урал телдәрендә тондар табылған[1].
  • Интонация
  • Музыкаль баҫым
  • Иванов, В. В. К синхронной и диахронической типологии просодических систем с ларингализованными или фарингализованными тонемами // Очерки по фонологии восточных языков — ред. Т. Я. Елизаренкова. М.: Наука, 1975, стр. 3-58
  • Завьялова О. И. Диалекты китайского языка. М.: Научная книга, 1996, с. 41-65 (глава «Фонология и морфонология китайского тона»).
  • Касевич, В. Б. Фонологические проблемы общего и восточного языкознания М.: Наука, 1983
  • Кодзасов, С. В., Кривнова, О. Ф. Общая фонетика. М.: РГГУ, 2001
  • Ashby, Michael, & John Maidment. Introducing Phonetic Science. Cambridge: CUP, 2005
  • Bao, Zhiming. (1999). The structure of tone. Oxford: Oxford University Press.
  • Chen, Matthew Y. 2000. Tone Sandhi: patterns across Chinese dialects. Cambridge: CUP
  • Fromkin, Victoria A. (ed.). (1978). Tone: A linguistic survey. New York: Academic Press.
  • Hombert, Jean-Marie, John J. Ohala & William G. Ewan (1979). Phonetic explanations for the development of tones // Language, 55, 37-58.
  • Maddieson, Ian. (1978). Universals of tone. In J. H. Greenberg (Ed.), Universals of human language: Phonology (Vol. 2). Stanford: Stanford University Press.
  • Pike, Kenneth L. (1948). Tone languages: A technique for determining the number and type of pitch contrasts in a language, with studies in tonemic substitution and fusion. Ann Arbor: The University of Michigan Press.
  • Pulleyblank, Douglas (1986) Tone in Lexical Phonology. Dordrecht: Reidel.
  • Yip, Moira. (2002). Tone. Cambridge textbooks in linguistics. Cambridge: Cambridge University Press.
  • Yip, Moira. Tone. To appear in P. de Lacy (ed.) The Cambridge Handbook of Phonology. Cambridge: Cambridge University Press. 2007. pp. 229—252. (инг.)