Эстәлеккә күсергә

Фонология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Фонология
Рәсем
Өйрәнеү объекты фонема һәм фонологическая система[d]
Урынлашыу картаһы
 Фонология Викимилектә

Фонология (грек. φωνή «тауыш» + λόγος «ғилем») — телдең өндәр структураһын һәм тел системаһында өндәрҙең нисек эшләүен өйрәнеүсе лингвистика бүлеге. Фонологияның төп берәмеге — фонема, тикшеренеүҙәренең төп объекты — фонемаларҙың ҡапма-ҡаршылығы (оппозицияһы), бөтәһе бергә улар телдең фонологик системаһын барлыҡҡа килтерә[1].

Күпселек белгестәр фонологияны (телмәр өндәренең функциональ яғы тураһындағы ғилем) фонетиканың (телмәр өндәре тураһындағы фән) бер бүлеге (өлөшө) итеп ҡарай; ҡайһы берҙәре (улар араһында, атап әйткәндә, Н. С. Соймонов һәм С. К. Шаумян кеүек күренекле фонологтар бар) был ике дисциплинаны лингвистиканың бер-береһе менән бөтөнләй киҫешлмәй торған бүлектәре тип ҡарай.

Фонологияның фонетиканан айырмаһы шунда: фонетиканың предметы телмәр өндәренең функциональ аспектына ғына ҡайтып ҡалмай, ә уның субстанциаль аспекттарын да, йәғни физик һәм биологик (физиологик) аспекттарын да (артикуляция, өндәрҙең акустик үҙенсәлектәре, тыңлаусы тарафынан ҡабул ителеше) солғай.

Хәҙерге фонологияны барлыҡҡа килтереүселәр иҫәбенә Иван (Ян) Александрович Бодуэн де Куртенэ инә, поляк сығышлы был ғалим Рәсәйҙә лә эшләгән. Фонология үҫешенә шулай уҡ Николай Сергеевич Трубецкой, Роман Осипович Якобсон, Лев Владимирович Щерба, Ноам Хомский, Моррис Халле ҙур өлөш индергән.

Фонологияның иң мөһим төшөнсәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонемалар, аллофондар һәм оппозициялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонологияның төп төшөнсәһе — фонема, иң бәләкәй тел берәмеге, мәғәнә айырыу функцияһына эйә. Телмәрҙә фонеманың сағылышы  — фон, әйтелгән телмәрҙең бер киҫеге, ул билдәле бер акустик үҙенсәлектәргә эйә. Фондарҙың һаны сикһеҙ күп, әммә һәр телдә улар һәр фонологик йыйылманың нисек төҙөлгәнлегенә бәйле рәүештә төрлө фонемаларға бүленгәндәр. Бер фонемаға ҡараған фондар аллофон тип атала.

Фонологияла шулай уҡ ҡаршы ҡуйыу (оппозиция) төшөнсәһе лә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Минималь парҙар, йәғни ике берәмектән башҡа бер ни менән дә айырылмаған һүҙ парҙары (мәҫәлән, рус телендә: том — дом — ком — ром — сом — ном — лом) өсөн был ике берәмек ҡаршы ҡуйылған тип һанала. Был ике фон ошондай оппозицияға инһә, улар төрлө фонемаларға ҡарай. Һәм киреһенсә, ике фон өҫтәлмә бүленештә торһа, йәғни бер үк контекста осрамаһа, был уларҙы бер фонемаға индереү өсөн кәрәкле (әммә берҙән-бер түгел) шарт булып тора. Мәҫәлән, рус телендә [a] (мат һүҙендәге кеүек) һәм [а̂] (мять һүҙендәге кеүек) бер ҡасан да бер контекста осрамай: беренсе өн — тик ҡаты тартынҡылар (һәм/йәки һуҙынҡылар) араһында, икенсеһе тик ике йомшаҡ тартынҡы араһында ғына әйтелә. Шулай итеп, улар бер фонемаға ҡарай ала (башҡа кәрәкле шарттар үтәлгән осраҡта). Ә немец телендә, киреһенсә, оҡшаш өндәр берҙән-бер һүҙ айырыусы булып тора: Ähre — [’ὲ:rә] (башаҡ) һәм Ehre — [’é:rә] (намыҫ), шуға улар төрлө фонемаларға ҡарай.

Теләһә ҡайһы ҡаршы ҡуйыуҙың һәр ағзаһы икенсеһенән төрлө фонологик билдәләр менән айырыла. Мәҫәлән, дом һүҙенең башланғыс өнө том һүҙенең башланғыс өнөнән тауыш ҡатнашлығында әйтелеүе менән айырыла, йәғни яңғырау өн булып тора. Мох һүҙенең һуңғы өнө менән мок (мокнуть тигәндән) һүҙенең аҙаҡҡы өнө беренсеһе — ышҡыулы өн, ә  икенсеһе шартлаулы булыуы менән айырыла.

Телдә төрлө фонемаларҙың фондарын бер-береһенә ҡаршы ҡуйған билдәләр айырыу, йәки дифференциаль билдәләр тип атала . Айырыу билдәләре йыйылмаһы һәр телдең фонологик системаһының нисек төҙөлгәнлегенә бәйле. Мәҫәлән, инглиз йәки тай телдәрендә тартынҡыларҙың һулышлы әйтелеш билдәһе айырыу билдәһе булып тора: ингл. pin һәм bin һүҙҙәренең беренсе өндәре нәҡ һулышлы әйтелештең булыу-булмауы менән айырыла. Ә рус йә итальян телдәрендә һулышлы әйтелеш айырыу билдәһе була алмай: пил тигән рус һүҙен беренсе тартынҡынан һуң һулышлы итеп әйтеү һүҙҙең мәғәнәһенә йоғонто яһамай. Рус йә ирланд телдәрендә ҡаты (палаталләшмәгән) һәм йомшаҡ (палаталләшкән) тартынҡылар ҡаршы ҡуйыла, мәҫәлән, русса вол — вёл. Инглиз телендә, киреһенсә, веляр һәм веляр булмаған [l] тартынҡылар аллофон булып тора: pill — веляр [ɫ], ә lip  веляр түгел [l] итеп әйтелә (бүленеш өндөң ижектәге урынына бәйле).

Айырыу билдәләре системаһы бинар нигеҙҙә, йәғни ағзаларҙы артикуляция булыу-булмауға таянып (мәҫәлән, яңғырау тартынҡылар өсөн [+тауыш] — һаңғырау тартынҡылар өсөн [-тауыш]) йә приватив нигеҙҙә, йәғни артикуляцион тасуирламаның булыуы ғына билдә булып тора, ә уның юҡлығы системала теркәлмәй (мәҫәлән, яңғырау тартынҡылар өсөн [тауыш] — һаңғырау тартынҡылар өсөн [ ]) төҙөлә ала. Билдәләрҙең приватив системаһы билдәләр геометрияһы теорияһында һәм ҡулайлылыҡ теорияһында киң ҡулланыла.

Оппозицияларҙың типтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. С. Трубецкойҙың «Основы фонологии» тигән китабында оппозицияларҙы классификациялауҙың бер нисә принцибы тасуирлана. Ҡаршы ҡуйыуҙа ҡатнашҡан дистинктив билдәләрҙең һыҙаттарына бәйле булған классификация иң ҙур билдәлелекте ала:

  • Приватив оппозициялар — ҡатнашыусыларҙың береһе күрһәтелгән билдәгә эйә булыуы, икенсеһе эйә булмауынан торған оппозициялар. Яңғыраулыҡ/һаңғыраулыҡ буйынса ҡаршы ҡуйыуҙы миҫал итеп килтерергә була: яңғырауға тауыш ярыларының тирбәлеүе хас, ә һаңғырауҙа ул юҡ. Приватив оппозицияның ошо һыҙатлы ағзаһы тамғалы тип атала (был һыҙаты булмағаны — тамғаһыҙ);
  • Эквиполент оппозициялар — был оппозицияларҙа дистинктив билдәнең ике һыҙаты ла логик яҡтан бер тиң, ләкин береһе лә икенсеһен ябай ғына инҡар итеүсе түгел. Эквиполент оппозицияға миҫал — төрлө локаль рәттәрҙе (тартынҡыларҙың яһалыу урыны) ҡаршы ҡуйыу;
  • Градуаль оппозициялар — ағзалары ниндәй ҙә булһа билдәнең сағылыу дәрәжәһе буйынса айырылған оппозициялар. Мәҫәлән, һуҙынҡыларҙың күтәрелеш буйынса ҡаршы ҡуйылыуы йә ҡыҫҡа, ярымоҙон һәм оҙон һуҙынҡыларҙың оппозицияһы.

Фонологияның күп йүнәлештәрендә приватив оппозицияны ғына ҡулланырға тырышыу бар, ә ҡалған ике тип бер нисә бинар приватив ҡапма-ҡаршы ҡуйыу һөҙөмтәһендә генә барлыҡҡа килә тип ҡарала. Тамғаланыу төшөнсәһе структурализмды үҫтереүҙә (лингвистикала ғына түгел) ҙур әһәмиәткә эйә һәм күп һанлы теоретик дискуссиялар уртаһында тороуын дауам итә.

Бынан тыш, Трубецкой башҡа критерийҙар буйынса ла фонологик оппозицияларҙы классификациялай, мәҫәлән, бер үлсәмлеләр һәм күп үлсәмлеләр (ҡаршы ҡуйыуҙа ҡатнашҡан билдәләр һаны буйынса).

Фонологияның тағы бер мөһим төшөнсәһе — оппозицияларҙы нейтралләштереү, йәғни ғәҙәттә ҡаршы ҡуйыуҙа ҡатнаша торған элементтарҙы айырып күрһәтмәү. Нейтралләштереү өсөн хас миҫал: рус һәм немец телдәрендә яңғырау тартынҡыларҙың һаңғыраулашыуы. Ҡаршы ҡуйыу иғтибарҙан төшөрөлгән позиция нейтралләштереү позицияһы, йәки көсһөҙ позиция тип атала. Һәр ҡаршы ҡуйыу өсөн үҙ нейтралләштереү позицияһы булырға мөмкин: мәҫәлән, рус телендә шаулы һаңғырауҙар һәм яңғырауҙар оппозицияһы өсөн һуҙынҡы алдында тороу — көслө позиция, шаулы тартынҡы ([v]-нан башҡа) алдындағы позиция көсһөҙ була, ә ҡаты һәм йомшаҡ тартынҡыларҙы ҡаршы ҡуйыу өсөн шаулы тартынҡы алды позицияһы ғына көсһөҙ позиция була (һүҙ аҙағында ҡаты ла, йомшаҡ та булыуы мөмкин, мәҫәлән, мол — моль).

Көсһөҙ позицияла торған фонологик берәмек Трубецкойҙың классик фонологияһында (Прага лингвистика түңәрәге) архифонема тип атала, әммә башҡа линвистик мәктәптәрҙә нейтралләштереү механизмын башҡаса аңлау тәҡдим ителә.

Сегменттар һәм башҡа фонологик берәмектәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү сиратта фонология, айырыуса классик фонология, фонемалар системаһы менән, йәғни сегменттарҙың функция башҡарыуы менән шөғөлләнә, әммә башҡа күренештәр ҙә уның өйрәнеү өлкәһенә инә. Мәҫәлән, тон, метрик структура, интонация кеүек просодик сараларҙы өйрәнеү һәм башҡалар. Ҡайһы берҙә эпентеза, редупликация, өндө төшөрөп ҡалдырыу кеүек күренештәрҙе фонологияға индерәләр.

Фонологияла аллоэмик номенклатура таралыу тапҡан: хеҙмәттәрҙә йыш ҡына тонема (һәм аллотон), йәғни мәғәнә айырыусы минималь тон берәмеге, хронема (минималь оҙайлыҡ берәмеге) кеүек төшөнсәләрҙе осратырға була.

Фонологик типология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фонология бурыстарына, айырым тел күренештәрен тасуирлауҙан тыш, төрлө һуҙынҡы һәм тартынҡы фонемалар системаларын һүрәтләү ҙә инә. Был системаларҙың структураһы уларҙы барлыҡҡа килтергән оппозициялар йыйылмаһы һәм тибы менән билдәләнә. Был үҙ сиратында башта теге йәки был тел өсөн релевант булған фонологик билдәләр йыйылмаһын айырып алыуҙы һәм һәр фонемаға был билдәләрҙе беркетеп сығыуҙы талап итә: хатта структур һәм генетик йәһәттән яҡын торған телдәргә лә төрлө ҡарарҙар кәрәк. Мәҫәлән, ирланд телендәге ҡайһы бер диалекттарҙа һулышлы һаңғырау тартынҡылар менән һулышһыҙ яңғырау тартынҡылар ҡаршы ҡуйыла, был ҡаршы ҡуйыуҙа һаңғыраулыҡ-яңғыраулыҡ билдәһе мәғәнә айырыусы билдә булып тора, ә һулыш ҡатнашлығы былай ҙа билдәле. Ә икенсе диалекттарҙа яңғыраулыҡ фонологик мәғәнәгә эйә түгел, ул дистинктив һулыш ҡатнашмауын үҙенән-үҙе оҙата килә. Шул уҡ ваҡытта шуныһы мөһим: диалекттарҙың тегеләрендә лә, быларында ла фрикативтар яңғыраулыҡ-һаңғыраулыҡ буйынса ҡаршы ҡуйылған; тимәк, ике төркөм диалекттарҙа консонант системаның структураһы бик ныҡ айырыла.

Вокалик системалар типологияһында бик һирәк осраусы һыҙыҡлы (абхаз теле, аранда), тура дүртмөйөшлө һәм өсмөйөшлө системаларға бүлеү ҡабул ителгән. Өсмөйөшлө системаларҙа (улар, мәҫәлән, күпселек европа телдәренә һәм банту телдәренә хас) күтәрелеш буйынса оппозиция бик мөһим һанала, һуҙынҡы фонемалар вокалик өсмөйөштөң «ситке нөктәләренә» тупланған (үҙәк рәт һуҙынҡылары һирәк). Тура дүртмөйөшлө системаларҙа (йыш ҡына һуҙынҡылар гармонияһы менән бәйле) рәт оппозицияһы ла, күтәрелеш оппозицияһы ла мөһим, был телдәргә рәт менән бәйле сиратлашыуҙар хас (мәҫәлән, төрки телдәрҙәге һуҙынҡылар гармонияһы).

Универсаль фонологик классификациялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трубецкой хеҙмәтендә төрлө вокалик һәм консонант системаларҙа осраусан дистинктив билдәләрҙе иҫәпләп сығарыу тәҡдим ителә. Әммә ул артикуляторлыҡ үҙенсәлектәренә бәйле үҙенсәлектәр (мәҫәлән, «яһалыу урыны») һәм акустик билдәләр араһында аныҡ айырма яһамай. Р. О. Якобсон, М. Халле һәм Г. Фант хеҙмәтендә телмәр сигналының акустик тасуирламаларына бәйләнгән дистинктив билдәләр буйынса сегменттарҙың универсаль классификацияһы тәҡдим ителә. Һуңынаныраҡ Н. Хомский менән М. Халле хеҙмәтендә тәҡдим ителгән Хомский — Халле универсаль фонологик классификацияһы таралыу таба, ул башлыса сегменттарҙың артикуляторлыҡ билдәләренә нигеҙләнә. Хәҙерге ҡайһы бер теорияларҙа билдә төшөнсәһе фонема төшөнсәһенә ҡарағанда ла ҙурыраҡ роль уйнай; ҡайһы берҙә традицион билдәләрҙең урынын башҡа берәмектәр, мәҫәлән, артикулятор ым-ишараһы биләй. Сегменттарҙы шәлкем итеп кенә түгел, ә билдәләрҙең иерархик ойошторолошло күмәклеге тип ҡараған теориялар ҙа бар, был сегменттар өҫтөндә эшләнә алған операцияларҙың йыйылмаһын сикләү мөмкинлеген бирә.

Бодуэн де Куртенэ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Фонология нигеҙҙәре» һәм Прага түңәрәге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. С. Трубецкойҙың 1920-се һәм 1930-сы йылдарҙа яҙылған хеҙмәттәрендә һүрәтләнгән ҡараштары вафатынан һуң сыҡҡан «Фонология нигеҙҙәре» китабында сағылыш таба. Был хеҙмәттә үрҙә һүрәтләнгән төшөнсәләрҙең күбеһе ҡулланыла («фонема», «нейтралләштереү», «оппозиция»), шулай уҡ ул заманға донъя телдәрендә билдәле булған өн системаларының типологик очеркы бирелә.

Прага лингвистика түңәрәге ағзаларының күбеһе, айырыуса Трубецкойҙың уҡыусыһы Р. О. Якобсон, уның ҡараштарын уртаҡлаша. Шул уҡ ваҡытта Трубецкойҙың күп фекерҙәре, атап әйткәндә фонологияны «фонемикаға» (өн системаларының ойошторолошон һәм фонемалар араһындағы үҙ-ара бәйләнеш төрҙәрен өйрәнеүсе дисциплина) һәм нейтралләшеү, сиратлашыу кеүек күренештәр өсөн яуаплы «архифонемикаға» (морфонология) бүлеү, артабан әллә ни үҫтерелмәй.

Трубецкойҙан һуңғы структуралистик фонология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Н. С. Трубецкой хеҙмәттәрендә үҫтерелгән фонология теорияһы лингвистиканың ғына түгел, дөйөм алғанда тотош гуманитар ғилемдең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Оппозициялар теорияһы аппараты башлыса Р. О. Якобсон хеҙмәттәре арҡаһында лингвистиканың башҡа өлкәләрендә, бөтәһенән элек, морфологияла киң ҡулланыла; бынан тыш, Трубецкойҙың концепциялары К. Леви-Строс тырышлығы менән антропологияны үҫтереүҙә ҡулланыла.

Америка структурализмы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Трубецкой ҡулланған критерийҙар ул саҡта Америкалы сыҡҡан дескриптивизмға, дистрибуцияға нигеҙләнеп, лингвистар Леонард Блумфилд, Моррис Сводеш һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә эшкәртелгән методтарға ныҡ яҡын була. Лингвист һәм антрополог Эдвард Сепир үҙенең ҡараштары менән структуралистарға яҡын тора.

Америка структуралистик фонологияһында репрезентацияның ике кимәле тураһындағы төшөнсә эшләнә. Был ике кимәл немец һәм рус телдәре тибындағы телдәрҙә һүҙ аҙағындағы яңғырау тартынҡыларҙың һаңғырауланыу фактын анализлау өсөн индерелә. Трубецкойса, мәҫәлән, [rat] өндәр эҙмә-эҙлелеге фонологик терминдарҙа /raT/ булараҡ, һүҙ ахыры позицияһында (нейтралләшеү яһалған урында) архифонема (тулы булмаған билдә спецификациялары йыйылмаһы берәмеге) менән анализлана. Шул уҡ ваҡытта /raT/ фонологик репрезентацияһы ике лексик берәмек — орфографик Rad 'тәгәрмәс' һәм Rat 'кәңәш' менән үҙ-ара бәйләнә. Америка структуралистары тәҡдим иткән процессуаль трактовкала был ике берәмек төрлө фонема составына эйә: /rad/ һәм /rat/ (эйәлек килештәге Rates һәм Rades менән сағыштырығыҙ); һүҙ ахыры позицияһында /d/ өнөнөң /t/ өнөнә күсеүен аңлатҡан ҡағиҙә сығарыла. Америка структурализмының башланғыс осоронда кимәлдәр һаны икәүҙән артмай.

Европа структурализмы мәктәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саф формаль, дистрибутив критерийҙар ҡулланыу Данияла эшләгән ғалимдарҙың, тәү сиртатта Л. Ельмслевтың үҙенсәлекле концепцияһына хас, был концепция глоссематика тигән атама ала. Өн системаларын өйрәнеү өлкәһендә Ельмслев, атап әйткәндә, субстанцияны (мәғәнә барлыҡҡа килтереүсе тел берәмектәре араһында формаль бәйләнештәр) менән форманы (тел берәмектәренең физик үҙсәнлектәргә ҡағылышлы билдәләре) айырып ҡарау яғында тора.

Телдәрҙең фонологик төҙөлөшөнөң үҙенсәлекле концепцияһын шулай уҡ британ ғалимы Дж. Р. Фёрс һәм уның Лондон структурализм мәктәбе тәҡдим итә. Фёрс моделендә просодия төшөнсәһе ҙур ғына урын алып тора, ул мәғәнәлелек барлыҡҡа килтереүсе һәм берҙән ашыу сегмент (фон) солғаусы берәмек тип ҡарала; бының аша классик фонема анализының әһәмиәте кәметелә, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, ассимиляция кеүек күренештәргә ябай анализ яһала.

Структурализм фекерҙәре СССР-ҙа, атап әйткәндә, Мәскәү (Р. И. Аванесов) һәм Ленинград (Л. В. Щерба) фонология мәктәптәрендә лә үҫтерелә.

Универсаль классификациялар һәм тыуҙырыусы фонология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инструменталь фонетиканы үҫтереүҙәге ҙур уңыштар донъя телдәренең өн төҙөлөшөнә ҡағылышлы күп дөйөмләштереүҙәрҙең ныҡлы фонетик нигеҙ алыуына килтерә. Р.& О. Якобсондың, Гуннар Фанттың һәм Моррис Халленың «Предварительные положения анализа речи» тигән китабы тәбиғи телдә ҡулланылған өндәрҙе универсаль классификациялау маҡсатын ҡуйған тәүге ҙур хҙемәт була. Был эштә төрлө сегменттарҙы уларҙың акустик корреляттары нигеҙендә универсаль классификациялау ынтылышы яһала.

Тыуҙырыусы фонология үҫешен Моррис Халленың «Звуковой строй русского языка» тигән хеҙмәтенә бәйләү ҡабул ителгән. Халле билдәләүенсә, фонетик күҙлектән оҡшаш булып күренгән күп феномендар традицион фонологик моделдәр сиктәрендә бөтөнләй башҡаса тасуирлана. Миҫалға ул яңғыраулыҡ буйынса ассимиляцияны килтерә (рус телендәге сандхи): традицион тасуирламала [mog bɨ] синтагмаһындағы яңғыраулашыу (орфографик яҙылышта мок бы) ике фонеманың сиратлашыуы тип тасуирлана ала сөнки рус телендә /k/ һәм /g/ төрлө фонемалар булып тора, сағыштырыу өсөн: кора һәм гора). Шул уҡ ваҡытта [ʒe bɨ] (жечь бы) синтагмаһында тулыһынса оҡшаш яңғыраулашыу башҡа терминдар менән тасуирлана (аллофоник вариантланыу). Халле раҫлауынса, өндәрҙең универсаль классификацияһында тасуирлау (уға ярашлы, яңғыраулыҡ билдәһе /g/ өсөн дә, /dʒ/) өсөн дә айырыу билдәһе булып тора) тел системаһының ғәмәлдәге эш итеүенә тулыраҡ тап килә.

Генератив фонологияның раҫланыуына Н.Хомсий менән М.Халленың «Инглиз теленең өн төҙөлөшө» («The Sound Pattern of English», SPE) тигән хеҙмәте тос өлөш индерә. Унда тәү башлап тел грамматикаһының (уның фонологик аспектының) өндәр/сегменттар һәм уларҙың үҙгәреш ҡағиҙәләре тупланмаһы (phonological rules) тураһындағы положение бирелә. Ҡағиҙәләр ирекле лә, билдәле бер тәртиптә лә ҡулланыла ала. Фонема, аллофон һәм ижек төшөнсәләре терминология арсеналынан алып ташлана. SPE принциптарына ярашлы, сегмент билдәле бер солғанышта трансформацияға бирелә; шуның менән бергә һуңғыһы йә билдәле бер тасуирламаларға эйә сегмент, йә сегменттарҙың билдәле бер һанынан торған эҙмә-эҙлелек тип һүрәтләнергә мөмкин. Фонологик ҡағиҙәләрҙе биреү системаһы «+/-» дәүмәленә эйә булған дифференциаль билдәләр йыйылмаһын үҙ эсенә ала. Ҡағиҙәне биреү формулаһында тик иң әһәмиәтле билдәләр генә ҡулланыла. Мәҫәлән, рус телендә һүҙ аҙағында яңғырау тартынҡыларҙың һаңғырауланыуы генератив фонология ҡағиҙәләре системаһында ошолай яҙыла:

[+тауыш ] --> [-тауыш] / ____ # (тамға # һүҙҙең сиген күрһәтә) +тартынҡы -сонор

Күпселек осраҡта ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу тәртибе фонологик үҙгәрештәрҙе тасуирлау өсөн кәрәкле шарт булып тора. Ҡайһы бер ҡағиҙәләр морфологик деривацияның төрлө этабында бер нисә тапҡыр (цикллап) ҡулланыла ала. Мәҫәлән, рус телендә үтә ҡыҫҡа өндәрҙе (ь, ъ) төшөрөп ҡалдырыу нигеҙгә ошо сегменттары булған морфемаларҙы өҫтәгәндә һәр саҡ ҡулланыла. Деривация барышында цикллылыҡ тураһында SPE положениеһы артабан лексик фонология теорияһында үҫтерелә (П. Кипарский, Г. Е. Буи, Е. Рубах).

Автосегментлы фонология (Дж. Голдсмит) һәм уның нигеҙендә үҫкән ижек теориялары (Дж. Клементс һәм С. Кейзер) һәм билдәләр геометрияһы (Дж. Клементс) генератив фонология үҫешенең икенсе бер йүнәлеше булып тора. Был теория сиктәрендә ижек һәм уның өлөштәре, сегменттары, шулай уҡ тондары һәм дифференциаль билдәләре фонологик системаның айырым үҙ аллы элементтары булараҡ ҡарала. Билдәләр сегментҡа буйһонған иерархик структураны хасил итә, әммә улар сегментҡа бәйһеҙ рәүештә үҙгәрә ала. Мәҫәлән, ассимиляция барышы билдәнең сегмент тамырынан айырылыуы һәм күрше сегмент менән ассоциацияланыуы булараҡ һүрәтләнә. Билдәләр геометрияһы теорияһында төрлө йүнәлештәр бар, уларҙа сегмент яһалыу урынын һүрәтләгән дифференциаль билдәләр йыйылмаһы төрлөсә билдәләнә. Билдә йә төп әүҙем артикуляторға (ирен, телдең осо, телдең өҫтө һ. б.), йә һүлпән артикуляторға (альвеола, аңҡау һ. б.) тап килергә мөмкин. Билдәләр геометрияһы хәҙерге АҠШ фонологик мәктәптәре өсөн төп репрезентатив теория булып тора.

Ҡулайлылыҡ теорияһы хәҙерге заманда төп фонологик теория һанала (А. Принс һәм П. Смоленский). Был теория сиктәрендә тыуҙырыу ҡағиҙәләрен эҙмә-эҙле ҡулланыу концепцияһы ниндәйҙер бер сикләүҙәр төркөмөнә ярашлы ҡулай форма һайлау концепцияһына алмаштырыла. Ҡулайлылыҡ теорияһы тел грамматикаһын өс төп компоненттың үҙ-ара тәьҫирләшеүе тип һүрәтләй, ул компоненттар: GEN (генератор) — лексик морфемалар нигеҙендә мөмкин булған формаларҙың (кандидаттарҙың) сикһеҙ һанын тыуҙырыу өсөн яуаплы компонент, CON (сикләүҙәр) — өҫтә ятҡан формаларға ҡулланыла торған универсаль сикләүҙәр йыйылмаһы, EVAL (баһа) — ҡулай форма-кандидатты һайлаусы һәм сикләүҙәргә яуап бирмәгәндәрен төшөрөп ҡалдырыусы компонент. Ҡулайлылыҡ теорияһы бындай сикләүҙәрҙең бөтә телдәр өсөн универсаль булыуы, бер-береһе менән һыйышмау ихтималлығы, бик тиҙ ҡулланыла алыуы һәм ҡәтғи иерархия төҙөүе кеүек күҙаллауҙарҙан сығып эш итә. Ҡулайлылыҡ теорияһы төрлө яҡтан тәнҡитләнә, әммә иң көслө тәнҡит үҙәгенә теорияның фонетик даимиһыҙлыҡты (opacity) аңлата алмауы эләгә.

Башҡорт теленең фонологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге фонологик теориялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленинград фонология мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленинград фонология мәктәбен (ЛФМ) академик Лев Владимирович Щерба нигеҙләй. Ул XX быуаттың беренсе яртыһында Петербург — Петроград — Ленинградта эшләй. Ул уҡыусылары менән сит телдәрҙе уҡытыуға, дөрөҫ әйтеүгә өйрәтеүгә йүнәлеш тота. Сит тел дәреслектәренең күбеһенең фонетка өлөшө Щерба үҫтергән төшөнсәләр һәм терминология ҡуллана. Щербаның фонологик теорияһы үҙе уның «Фонетика французского языка» дәреслегендә айырыуса яҡшы бирелә. Артабан был концепцияларҙы өнлө телмәрҙе инструменталь өйрәнеү һәм телмәрҙе автоматик таныу системаларын төҙөү менән шөғөлләнгән тикшеренеүселәр дауам иттерә.

Мәскәү фонология мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү фонология мәктәбенең (МФМ) сағыу вәкиле — Александр Александрович Реформатский. Был йүнәлештәге ҡараштар рус телен өйрәнеүгә бағышланған хеҙмәттәрҙә бирелә. Башта һәр фонология мәктәбе телдең өн төҙөлөшө тураһында үҙ ҡараштарын ғына дөрөҫ тип һанаһа, яйлап, башлыса Мәскәү фонология мәктәбендә, фонология теориялары проблемаларын төрлө яҡлап тикшереү һәм синтезлау тенденцияһы барлыҡҡа килә. Беренсе булып бындай синтезды МФМ-ды нигеҙләүселәрҙең береһе Рубен Иванович Аванесов башҡара. Ул тел тамғаларына «көслө фонемалар» менән бер йәнәштән «көсһөҙ фонемалар» инеү концепцияһын ҡуҙғата. Әгәр телмәрҙе ҡабул итеү фонемаһы — телмәрҙәге позиция тарафынан билдәләнгән айырылыр-айырылмаҫ өндәр күмәклеге, телмәрҙе еткереү фонемаһы теге йәик был өндө позицияһына ҡарап һайлау программаһы булһа, Аванесовтың көсһөҙ фонемаһы — был позицияла өндө билдәләр өсөн күрһәтелергә тейешле дифференциаль билдәләр йыйылмаһы ул. Тел механизмы төҙөлөшө күҙлегенән Аванесовтың фонемалары ысынлап та телмәрҙе әйтеү һәм телмәрҙе ҡабул итеү араһын биләй.

Прага фонология мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прага фонология мәктәбе (ПФМ) ЛФМ менән МФМ теориялары араһында торған фонологик теорияны сығара. ПФМ Прагала Мәскә һәм Ленинградфонология мәктәптәре менән бер үк ваҡытта революциянан эмиграциялаған Рәсәй лингвистары тарафынан ойоштороола. Көнбайышта нәҡ ошо мәктәп нығыраҡ билдәле, ә уның күренекле вәкиле Николай Сергеевич Трубецкой донъя фонологияһын нигеҙләүсе һәм классигы тип һанала. Аванесов кеүек үк, Трубецкой һүҙ составында ике төрлө өн берәмектәрен — фонемаларҙы һәм архифонемаларҙа — айыра. Архифонема төшөнсәһе асылда Аванесовтың йомшаҡ фонема төшөнсәһенә тап килә. Телмәр сылбырында фонемалар айырмаларының нейтралләшеүе күренешен Мәскәү фонологы Пётр Саввич Кузнецов гиперфонема концепцияһында бирә. Гиперфонема был өн солғаған бөтә фонемалар күмәклегенән тора.

Америка фонологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында Ҡушма Штаттарҙа дескриптив фонология мәктәбе үҫешә. Ул Америка индейҙарының телдәрен тасуирлау менән шөғөлләнә. Уларҙың концепцияһы Ленинград фонология мәктәбенекенә яҡын тора. Атап әйткәндә, Америка дескриптивистары телмәр ағышын телмәрҙе ҡабул итеү фонмаларына бүлеү процедураһын аныҡ формалаштыра. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа компьютер техникаһы уңыштары йоғонтоһонда Америка лингвистары телмәр һәләтен техник моделләштереү мәсьәләһен тәләп күтәрә. Был эштәрҙе Америка лингвисы Ноам Хомский башлай. Уның хеҙмәттәрендә генеративн лингвистика тигән йүнәлешкә нигеҙ һалына. Теорияның фонологик өлөшө Рәсәй сығышлы Роман Осипович Якобсон тарафынан эшләнә. Ул Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле Праганан Америкаға эмиграциялай. Прагала ул Прага мәктәбенең күренекле ағзаһы була. Телмәр генерацияһын (етештерелеүен) тасуирлап, генератив фонология Мәскәү фонология мәктәбе концепцияһына яҡын килә. Генеративсылар терминологияһына ярашлы, телмәрҙе етештереү фонемаларын — төпкөлдәге фонемалар, ә телмәрҙе ҡабул итеү фонемаларын өҫтәге фонемалар тип әйтергә була.

  1. БСЭ