Эстәлеккә күсергә

Исламда фәрештә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

ФәрештәләрАллаһтың вәкилдәре, күҙгә күренмәй торған зат. Уларҙың вазифаһы — Аллаһҡа ғибәҙәт итеү.

Аллаһы тәғәләнең бик күп фәрештәләре бар, уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Улар Аллаһтың итәғәтле ҡолдары. Уның ҡушҡандарын һүҙһеҙ башҡарыусылар. Улар кешеләр кеүек түгел. Кәүҙә төҙөлөштәре юҡ. Нурҙан яратылғандар. Ғәҙәттә кеше күҙенә күренмәйҙәр.

Иң мәшһүр фәрештәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ябраил — Аллаһтың әмерҙәрен Пәйғәмбәрҙәргә еткереп тороусы фәрештә.Аллаһ менән Пәйғәмбәр араһындағы илсе
  • Микаил — тәбиғәт эштәрен яйға һалыусы фәрештә.
  • Ғазраил— йән алыусы фәрештә
  • Исрафил — Ҡиәмәт көнөн кешеләргә еткереүсе фәрештә.

Бөйөк фәрештәләрҙән тыш тағы ла төрлө вазифалар үтәүсе фәрештәләр бар:

  • Кирамән һәм Катибин — улар кешеләрҙең ғәмәлдәрен яҙа. Уң яуырындағыһы — сауаптарҙы, һул яуырындағыһы — гонаһтарҙы теркәп бара.
  • Мөнҡәр менән Нәнҡир — вафат булып, ҡәбергә күмелгәс һорау алырға килеүсе фәрештәләр.
  • Хәфаза фәрештәләре кешеләрҙе төрлө бәләләрҙән һәм ҡазаларҙан һаҡлай.