Эстәлеккә күсергә

Карфаген (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Картаж
قرطاج
Ил

Тунис

Район

Картаж

Координаталар

36°51′29″ с. ш. 10°19′51″ в. д.HGЯO

Майҙаны

180 км²

Халҡы

20 715 кеше

Сәғәт бүлкәте

UTC+1

Рәсми сайт

municipalite-carthage.tn

Картаж (Ер)
Картаж
Картаж

Карфаген (финик. Qart Hadasht, латин.Carthago, ғәр.}قرطاج&;, Картадж, фр. Carthage, грек. Καρχηδών) — хәҙерге Тунис дәүләте территорияһындағы, Тунис янындағы боронғо ҡала (музей).

Картаж[1] — Карфаген музейы урынлашҡан ҡаланың хәҙерге исеме. Баш ҡаланың Тунис виләйәте составына инә. Хәҙерге ваҡытта бында президент резиденцияһы һәм Картаж Университеты урынлашҡан[2].

Hadasht Qart атамаһы (пуник яҙылышта һуҙынҡыһыҙ яҙыла Qrthdst) финик теленән «яңы ҡала» тип тәржемә ителә.

Үҙ тарихы дауамында Карфаген финикийлылар нигеҙ һалған Карфаген дәүләтенең баш ҡалаһы, Урта диңгеҙ державаларының иң ҙурҙарының береһе булған. Һуңынан Карфаген римлеләр тарафынан яулап алынған, яңынан төҙөкләндерелгән һәм Рим империяһының Африка провинцияһындағы иң мөһим ҡалаһы, ҙур мәҙәни, ә һуңынан иртә христиан сиркәү үҙәге булған. Һуңынан уны вандалдар баҫып алған һәм ул Вандал короллегенең баш ҡалаһы булған. Тик ғәрәптәр баҫҡынсылығынан һуң тағы ла бөлгөнлөккә төшкән.

1831 йылда Парижда Карфагенды өйрәнеү буйынса йәмғиәт асылған. 1874 йылда бында ҡаҙыныу эштәре француз Яҙыуҙар Академияһы етәкселегендә алып барылған. 1973 йылдан Карфагендағы тикшеренеүҙәр ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында үткәрелгән.

Легендаға ярашлы, батшабикә Дидона, Тирҙан был урынға ҡасып килеп, ҡалаға нигеҙ һалыу маҡсатында ер һатып алған. Уға бер үгеҙ тиреһе ҙурлығындағы ер һатып алырға рөхсәт иткәндәр, имеш. Зирәк батшабикә үгеҙ тиреһен нәҙек кенә ҡайыштарға бүлгән, уларҙы ҡуша бәйләгән, шунан килеп сыҡҡан оҙон бау менән үҙенең биләмәләрен билдәләп сыҡҡан. Карфаген үҙәгендә барлыҡҡа килгән цитаделде «тире» тигәнде аңлатҡан Бирса һүҙе менән атау осраҡлы түгел. Карфаген (Картхадашт) — һүҙмә-һүҙ «яңы ҡала» тигәнде аңлата.[3]

Б.э.т. III быуат башына Карфаген дәүләте Урта диңгеҙҙең көнбайышындағы иң ҙур дәүләт булған. Уның Сицилия менән Тунис яры буйы араһында урынлашыуы эргәнән уҙған судноларҙы контролдә тоторға мөмкинлек биргән. Ул осорҙа караптар ярҙан күренеп торған аралыҡта йөҙгән. Эшлекле һәм һуғышсан карфаген халҡы яр буйында ике гавань — береһе яҡынса 220 хәрби судно һыйҙырған, икенсеһе — сауҙа караптарына тәғәйенләнгән, төҙөгән. Бынан тыш, улар бөтөн ҡала тирәләй дөйөм оҙонлоғо 37 км тәшкил иткән, бейеклеге ҡайһы бер урындарҙа 12 метрға барып еткән ҡәлғә стеналары төҙөгән. Карфаген ҡоро ерҙән дә, хәрби караптар һаҡлаған диңгеҙҙән дә ныҡ һаҡланған, яҡын барырлыҡ та булмаған. Ҡала үҙе 4 торлаҡ районына бүленгән. Ерләү өсөн зыяраты, аллаһҡа табыныу, ғибәҙәт өсөн — ҡорбандар килтереү махсус культ урындары булған.

Яҡшы кешеләр һайланған сенат етәксе урын биләгән Римдән айырмалы рәүештә, Карфагенда халыҡ йыйылышына тосораҡ роль бүленгән булған. Әммә ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, ысынбарлыҡта ҡалала реаль власть олигархтар, бер төркөм бай кешеләр ҡулында, булған. Карфаген, Рим менән бер рәттән, ул осорҙоң иң мәҙәни һәм үҫешкән ҡалалары тип һаналған.

Карфагенлылар төрлө илдәргә йөҙөп бара алғандар һәм үҙенә Көньяҡ Испанияны, Төньяҡ Африка ерҙәрен, Сицилия, Сардиния, Корсика утрауҙарын буйһондорған. Римлеләр карфагенлыларҙы пунийлылар тип атаған. Башта ике дәүләт бер-береһенә хәрби хәрәкәттәрҙә ярҙам иткән, әммә бер аҙҙан Сицилия утрауҙарына хужа, башҡа ерҙәрҙә һәм диңгеҙҙә йоғонтоло булыу мәсьәләләре буйынса аңлашылмаусанлыҡ тыуған.

Б. э.т. 264 йылда улар араһында Урта диңгеҙҙә хакимлы итеү, Сицилияға эйә булыу өсөн Беренсе Пуник һуғышы башланған. Ул алмашыусан уңыш менән б.э.т. 241 йылына тиклем дауам иткән. Сөнки диңгеҙҙә көслө карфаген флоты өҫтөнлөккә эйә булһа, ҡоро ерҙә көслөрәк һәм ойошҡаныраҡ рим армияһы еңгән. Әммә һәр еңелеүҙән һуң карфагенлылар яңынан аяҡҡа баҫҡан һәм тағы римлеләргә ҡаршы барған. Ахыр сиктә, римлеләр уларҙы күп йылдарға һуҙылған ауыр һуғышта еңгән. Карфагенлыларға хатта атаҡлы полководец Ганнибал да (б.э.т. 247—183), һуғышҡа йәлеп ителгән хәрби филдәре лә ярҙам итә алмаған.

Карфаген менән Рим араһында барған Өсөнсө Пуник һуғышы (б. э. т 149—146) Римдең тулы еңеүе менән тамамланған. Сенатта һөйләгән бөтөн телмәрҙәрен дә «… Мин, Карфаген емерелергә тейеш, тип иҫәпләйем» тип тамамлаған Боронғо Рим дәүләт эшмәкәре, ораторы һәм полководецы Марк Порций Өлкән Катондың (б.э.т. 234—149) мөрәжәғәт-саҡырыуҙары, үҙе быны күрмәһә лә, тормошҡа ашҡан. Һәр бер эштә ныҡышмалылыҡ кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғанда, хәҙер ҙә был ҡанатлы фразаға әйләнгән һүҙҙәр әйтелә.

Ярты миллионлап халыҡ йәшәгән пуний ҡалаһы емерелгән. Тере ҡалғандарҙы ҡоллоҡҡа һатҡандар, ә емереклектәргә, бер кем дә был урында ултырмаһын тип, тоҙ һипкәндәр. Артабан римлеләр эшләгән эштәренә үкенгән — ҡаланы емерергә түгел, дошман армияһын юҡ итергә кәрәк булған. Улар Карфагенға ҡабат халыҡ күсереп ултыртҡан һәм уны Африканың баш ҡалаһына әйләндергән.

Карфагенда христианлыҡ II быуат уртаһында раҫланған. Священномученик Киприан Карфагенлы һәм байғош Августин Гиппонский Карфаген сиркәүенең күренекле дин белгестәре булып киткән. Карфаген епискобы күпмелер ваҡыт Патриарх почётлы титулын йөрөткән. Ләкин VI быуатта Рим империяһы тарҡалған, уның менән бергә Карфаген да бөлгөнлөккә төшкән. 698 йылда уны ғәрәптәр баҫып алған, элекке биналар ҡалдыҡтары Тунис ҡалаһын төҙөгәндә ҡулланылған. Бөгөн Карфаген Тунистың күренекле ҡала яны биләмәһе, бөтә донъя туристарының яратҡан урыны булып тора. Ул ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Карфаген дәүләте тәүге быуаттарҙа

Карфагенға б.э.т. 814 йылда Тир ҡалаһынан килгән финикий колонистары нигеҙ һалған. Финикий йоғонтоһонан ҡотолғас, Карфаген элекке финикий колонияларын үҙенә буйһондорған һәм Көнбайыш Урта диңгеҙендәге ҙур дәүләттәрҙең береһенең баш ҡалаһына әйләнгән. Б.э.т. III быуатҡа карфаген дәүләте Көньяҡ Испанияны, Төньяҡ Африканы, Көнбайыш Сицилияны, Сардинияны, Корсиканы буйһондорған. Римгә ҡаршы алып барған күп һанлы һуғыштарҙан һуң Карфаген яуланған бар уңыштарын юғалтҡан һәм б.э.т. 146 йылда емерелгән, уның территорияһы Африка провинцияһына әйләнгән.

Юлий Цезарь емерелгән Карфаген урынында Рим колонияһына нигеҙ һалыуҙы тәҡдим иткән (Цезарҙың вафатынан һуң уға нигеҙ һалынған). Уңайлы сауҙа юлдарында урынлашҡанлыҡтан, ҡала яңынан үҫкән һәм үҙ эсенә хәҙерге төньяҡ Тунис ерҙәрен алған римдең Африка провинцияһы баш ҡалаһына әйләнгән.

Ваҡытында Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе һәм Көнбайыш Рим империяһының тарҡалыуы осоронда Төньяҡ Африка вандалдар һәм аландар тарафынан яулап алынған, улар Карфагенды үҙ дәүләтенең баш ҡалаһы иткән. Ул дәүләт 534 йылға, Көнсығыш Рим императоры Юстиниан I полководецтары империяның Африка ерҙәрен кире ҡайтарғанға саҡлы, йәшәгән. Карфаген ҡалаһы Карфаген экзархаты баш ҡалаһына әйләнгән.

Төньяҡ Африканы ғәрәптәр яулап алғандан һуң, 670 йылда нигеҙ һалынған Кайруан ҡалаһы Ифрикия регионының яңы үҙәгенә әйләнгән, һәм Карфаген бик тиҙ һүнгән.

Ашери Д. Карфагеняне и греки // Кембриджская история древнего мира. Т. IV: Персия, Греция и Западное Средиземноморье ок. 525—479 гг. до н. э. М., 2011. С. 875—922.
Волков А. В. Карфаген. Белая империя черной Африки. — М.: Вече, 2004. — 320 с. — Серия «Таинственные места Земли». — ISBN 5-9533-0416-1
Дриди Эди. Карфаген и Пунический мир / Пер. Н. Озерской. — М.: Вече, 2008. — 400 с. — Серия «Гиды цивилизаций». — ISBN 978-5-9533-3781-6
Залесский Н. Н. Этруски и Карфаген //
Древний мир. М., 1962.
Зелинский Ф. Ф. Римская республика / Пер. с пол. Н. А. Папчинского. — СПб.: Алетейя, 2002. — 448 с. — Серия «Античная библиотека».
Кораблев И. Ш. Ганнибал. — М.: Наука, ГРВЛ, 1976. — 400 с.
Левицкий Г. Рим и Карфаген. — М.: НЦ «ЭНАС», 2010. — 240 с. — Серия «Культпросвет». — <nowiki>ISBN 978-5-93196-970-1
Лурье С. Я. Афины и Карфаген // Вестник древней истории. 1947. № 3.
Майлз Ричард. Карфаген должен быть разрушен. — М.: ООО «АСТ», 2014. — 576
с. — Серия «Страницы истории». — ISBN 978-5-17-084413-5
Маркоу Гленн. Финикийцы / Пер. с англ. К. Савельева. — М.: Гранд-Фаир, 2006. — 328 с.
Машкин Н. А. Карфагенская держава до Пунических войн // Вестник древней истории. 1948. № 4.
Моммзен Т. История Рима. СПб.: Наука, Ювента, 1997.
Сансоне Вито. Камни, которые надо спасти / Пер. с итал. А. А. Бангерского. — М.: Мысль 1986. — 236 с.
Ур-Мьедан Мадлен. Карфаген / Пер. А. Яблокова. — М.: Весь мир, 2003. — 144 с. — Серия «Весь мир знаний». — ISBN 5-7777-0219-8
Харден Дональд. Финикийцы. Основатели Карфагена. — М.: Центрполиграф. 2004. — 264 с. — Серия «Загадки древних цивилизаций». — ISBN 5-9524-1418-4

Циркин Ю. Б. Карфаген и его культура. — М.: Наука, ГРВЛ, 1986. — 288 с.: ил. — Серия «Культура народов Востока».

Циркин Ю. Б. От Ханаана до Карфагена. — М.: ООО «АСТ», 2001. — 528 с.
Шифман И. Ш. Финикийские мореходы. — М.: Наука, ГРВЛ, 1965. — 84 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока». Шифман И. Ш. Карфаген. — СПб.: Изд-во СПбГУ, 2006. — 520 с. — ISBN 5-288-03714-0
  1. Maps for the world 2015 йыл 22 март архивланған.
  2. написание университета согласно: charm.ru/info/events/HermitageProgram.pdf
  3. Циркин Ю.Б. Карфаген и его культура. — М.: Главная редакция восточной литературы изд-ва Наука, 1986. — С. 25. — 287 с.