Словакия тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Словакия тарихы
Урынлашыу картаһы
 Словакия тарихы Викимилектә

Борон Словакия биләмәһендә фракиялылар һәм кельттар йәшәгән. Беҙҙең эраның I быуатынан — Боронғо Рим власы аҫтында. I мең йыллыҡ уртаһында славяндар йәшәй. IX—X быуаттарҙа Бөйөк Моравия составына инә. XI быуаттан алып 1918 йылға тиклем — Венгрия короллеге составында. Венгрияның феодаль тарҡаулыҡ осоронда словак феодалдарының бойондороҡһоҙ биләмәләре булған: Словакияның көнсығышында (1301—1302) Омодей һәм көнбайышта Матуш Чак (1301—1323). XIII—XIV быуаттарҙа словак ерҙәрен немец колонизациялауы процесы үтә. XVI быуат уртаһында Словакияның көньяҡ өлөшө Ғосман империяһы власы аҫтында була (1699 йылға тиклем), ҡалған ерҙәр Габсбургтар дәүләтенә инә. 1918 йылда Чехословакияға инә. 1939—1945 йылдарҙа нацистик Германияға буйһона. 1945 йылдан тағы Чехословакия составында. 1993 йылдың 1 ғинуарынан — бойондороҡһоҙ Словакия Республикаһы.

Урта быуаттарҙа Словакия территорияһы Үрге Венгрияның Төньяғы[1] йәки Венгрия короллегенең комитаттары тип атала[2]. Словакияның башҡа венгр тарихи исеме — Фельвидек (Үрге Крайы)[3]. «Словакия» термины XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып тарала.

Славянғаса тиклем осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

22 800 йыллыҡ Венера Мораванская

Словакия территорияһында тәүге кешеләр түбәнге палеолит ваҡытынан алып йәшәй. Попрад районында урта палеолитҡа ҡараған неандерталецтарҙың ҡалдыҡтары табылған (беҙҙең эраға тиклем 250 000—40 000 йыл). Шаля биләмәһендә ҡырсынташта өлкән неандерталецтың маңлай һөйәге табылған[4]. Гановецта Я. Петрбок (cs:Jaroslav Petrbok) неандерталецтың мейе ҡыуышлығын таба (105 мең йыл.[5])[6].

Үрге палеолит (б.э. тиклем 40 000—13 000 йыл) осорона селет археология мәҙәниәте ҡарай. Венера Мораванская 22 800 йәш менән билдәләнә.

Мезолит осоронда Һуңғы боҙлоҡ осоро тамамланғандан һуң кешеләр башлыса көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш Словакия йылғаларының ярҙары буйында төпләнә.

Неолит осоронда свидер мәҙәниәте [7], һыҙат-таҫма керамика мәҙәниәте[8] һәм көнсығышта буковогор мәҙәниәте булған[9].

6-5-се мең йыллыҡтарҙа неолит дәүерендә беҙҙең эраға тиклем Дунай уйһыулығына игенселәр һәм көтөүселәр ултыра башлай. Кешеләр керамик әйберҙәр һәм эшкәртелгән таш ҡоралдар әҙерләй башлай. Урта неолит осорона Словакияның көньяҡ-көнбайышына Лендьел мәҙәниәтенә ҡараған эре ултыраҡтар барлыҡҡа килә. Археологик табыштар йәмғиәттең дифференциацияланыуы тураһында һөйләй. Б.э. тиклем яҡынса 3500 йылда рондела — дошмандан һаҡланыу өсөн ерҙән оборона ҡоролмалары төҙөлә. Илдең көнсығышында Польгар мәҙәниәте булған.

Энеолит осорона (б.э. тиклем 3300-1900 йыл) баҡыр ҡоралдар, шул иҫәптән балта, сүкеш, ҡасауҙар барлыҡҡа килә; дини культтың рухани ҡатламы тыуа. Кешеләр башлыса тау алдарына ултыра. Б.э. тиклем 3-сө мең йыллыҡтың беренсе яртыһына шулай уҡ тау өлкәләрен солғап алған баден мәҙәниәте барлыҡҡа килә.

Бронза быуатында (б. э. т 1900—700 йыл) сауҙа үҫешә, урта Словакия өлкәһендә баҡыр рудниктары эшкәртелә, ҡорал һәм биҙәүестәр әҙерләнә. Көнбайышта Мадьяр мәҙәниәте, көнсығышта Отомани мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Был мәҙәниәттәр микен һәм минор цивилизацияларының көслө йоғонтоһо аҫтында була. Уларҙың вәкилдәре Словакияла административ-мәҙәни үҙәк булған беренсе ҡалалар төҙөй. Уларҙың планға ярашлы төҙөлөшө таш йорттарҙан торған, урамдарға таш түшәлгән. Татры аҫтында Спишски-Штврткела булған монументаль ҡаласыҡ «Словак Микендары» тигән исем ала. Көньяҡ-көнбайышта унетик мәҙәниәт булған[10]. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1250 йылда Словакия территорияһында ерләү урналарының ялан мәҙәниәте барлыҡҡа килә, улар урта Словакияның көнсығыш һәм көньяҡ райондарында мәҙәниәттең көньяҡ-көнсығыш варианты, көньяҡ-көнбайыш райондарҙа — урта Дунай, төньяҡта — лужицкий мәҙәниәте була. Беҙҙең эраға тиклем 1000 йылдар тирәһендә лужицкий мәҙәниәте көньяҡ тау алды райондарын биләй башлай[11]. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, Словакия киммерийсыларҙың йәшәү ареалына ингән [12]. Көнсығышта куштановице мәҙәниәте таралған[13].

Тимер быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тренчинда ҡаяла 179 йылғы рим яҙмаһы[14]

Гальштат мәҙәниәте осоронда иртә тимер быуатта тимер сығарыу һәм эшкәртеү башлана. Словакияның көнбайышында календерберг мәҙәниәте булған. Был ваҡыттың археологик табылдыҡтары Балтика яны һәм Урта диңгеҙ менән сауҙа итеү тураһында һөйләй. Б.э. тиклем 400 йылдар тирәһендә илдең көнбайышында котендарҙың кельт ҡәбиләләре йәшәгән[15], улар латен мәҙәниәте вәкилдәре булған[16], Яҙма сығанаҡтар буйынса уларҙың Словакия территорияһында тәүге ҡәбиләләр булыуы билдәле. Беҙҙең эраға тиклем II быуатта бой ҡәбиләләре урта Дунай буйына күсенә. Кельттар ҡала биләмәләре— оппидумдар төҙөй, кәсепселек һәм бигерәк тә тимер етештереү менән шөғөлләнә. Беҙҙең эраға тиклем 50 йылдар тирәһендә Дунай ярҙарына Словакия территорияһында яҡынса б.э. тиклем 1000 йыл элек йәшәгән дактар килә[17].

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Паннонияның кельттарын һәм иллирийҙарын римлеләр буйһондора. Беҙҙең эраның яҡынса 10-15 йылында рим провинцияһына инмәгән Словакияның көнбайыш ерҙәрен квадтарҙың герман ҡәбиләләре яулап ала, улар дактарҙы ҡыҫырыҡлай. Шул ваҡытта уҡ Дунайға языгтарҙың сармат ҡәбиләләре килә, улар дактарҙы көньяҡ-көнсығышҡа ҡыҫырыҡлай. 21 йылда римлеләр Ваг һәм Морава йылғалары араһындағы ерҙәрҙе маркоман ҡәбиләһенең герман яугирҙәренә бирә, уларға һуңғараҡ Словакияның көньяҡ-көнбайыш өлөшө лә эләгә. I быуат аҙағында германдар римлеләр менән һуғыша. II быуатта римлеләр сик буйҙарында оборона ҡоролмалары, шул иҫәптән хәҙерге Братислава урынында ҡәлғә төҙөй. II быуат аҙағындағы Маркоман һуғышында германдар һәм римлеләр араһындағы алыштар яңынан башлана. IV—V быуаттарҙа Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе барышында Карпат соҡоро остготтар, вандалдар, свевтар һәм гепидтар өсөн йорт булып тора. 423—425 йылдарҙа Тиса бассейнындағы ерҙәрҙе һундар биләй. Уларҙың власы Словакияның көньяҡ-көнбайыш райондарына ла тарала. Һундар державаһы туҡталыу менән Словакия биләмәләрен башта остготтар, герулдар һәм свевтар, һуңынан гепидтар баҫып ала[18].

Урта быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Славяндарҙың дәүләтселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге славяндар (Польша территорияһынан, күрәһең) Урта Дунай буйына V быуат аҙағында килә. Славянғаса тиклем халыҡ тураһында хәтирәләр эре тау һәм йылғалар атамаһында һаҡланған. VI быуатта лангобардтар гепидтар менән һуғыш ваҡытында Паннонияға аварҙарҙы саҡыра, улары башта Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән була, шунан һуң Төньяҡ Италияла йәшәй. Словакияға аварҙар Дунай аша Комарно һәм Братислава райондарына VI быуат аҙағында үтеп инә. Франк хронисы Фредегар раҫлауынса, аварҙар ҡыш славяндарҙа йәшәгән һәм уларҙың ҡыҙҙарын һәм ҡатындарын һөйәркә урынында тотонған. Аварҙарҙың көс ҡулланыуына ҡаршы славяндарҙың ихтилалы ваҡытында, 623 йылда славяндар үҙҙәренең кенәзе итеп франк сауҙагәре Самоны ҡуя. Уның державаһы — Само дәүләте, 658 йылда Само үҙе үлгәнгә тиклем була. Шунан һуң йылға атамалары буйынса — Моравия һәм Нитра атамалары буйынса ике славян кенәзлектәре барлыҡҡа килә, улар бер-береһенән Кесе һәм Аҡ Карпаттар менән айырыла. Бынан тыш, Моравия кенәзлеге хәҙерге Чехия биләмәһендә, ә Нитра кенәзлеге Словакия биләмәһендә була. Хәҙерге Бойна торағы биләмәһендә (Топольчани районы) Бөйөк Моравия ҡаласыҡтарының береһендә Поважски-Иновец тауы итәгендә күсмә миһрапта алты комплекттан торған алтын ялатылған рельефлы плакет (миҙал) табылған, уларҙа 780—820 йыл менән даталанған ҡыҫҡа текстар уйып яҙылған[19]. IX быуатта Авар ҡағанаты йәшәүҙән туҡтай. Нитра кенәзлеге Словакияның көньяк-көнбайыш территорияһында VIII быуаттың икенсе яртыһынан да һуң түгел барлыҡҡа килә. Кенәзлек оборона һәм сауҙа-һөнәрселек үҙәктәренән торған, улар араһында баш ҡала Нитра, Победим, Вышни-Кубин, Майцихов, Спишски-Томашовцы һәм Бреков булған. 820 йылда Дунайҙың һул ярындағы славяндар христианлыҡ ҡабул итә. 828 йылда Нитрала кенәз Прибина төҙөгән христиан сиркәүе изгеләндерелә: был славяндарҙың сиркәү төҙөү тураһында яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр телгә алыныуы була. Нитра кенәзлегендә христианлыҡты таратыу буйынса Зальцбург миссионерҙары шөғөлләнә. Яҡынса 840 йылда Прибина Немец Людовигынан Каринтия маркаһының Паннония өлөшөн ала, Прибина биләмәләренең яңы баш ҡалаһы Блатенград була. Людовик Прибинаға был биләмәләргә милек хоҡуғы биргәндән һуң, улар Паннония кенәзлегенә әйләнә[20].

Спиш замогын XIII быуатта татарҙар емерә һәм XV быуатта ул тергеҙелә[21]

833 йылдар тирәһендә ҡеүәтле Моравия кенәзе Моймир I Нитра кенәзлеген яулай, шунан һуң кенәз Прибина ҡаса. Был ваҡиғаларҙан Бөйөк Моравия державаһы тарихы башлана. Артабан Нитра кенәзлеге үҙенең хәлен тергеҙеп, удел кенәзлегенә әйләнә. Ростислав идаралығы ваҡытында Бөйөк Моравия франктарҙың һөжүмен кире ҡағырға мәжбүр була. Көнсығыш франк сәйәси йоғонтоһонан арынырға тырышып, Ростислав башта папаға мөрәжәғәт итә, ә һуңынан Византия императоры Эскесе Михаилға мораван телендә вәғәз өсөн миссионерҙарҙы ебәреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Быға яуап итеп 863 йылда ағалы-ҡустылы Кирилл һәм Мефодий Византиянан Моравияға китә. Святополк (894 й. үлгән) идара иткән осорҙа ил көнсығыш франк короле инициативаһы менән ваҡытлыса баварҙар тарафынан баҫып алына. Нитра кенәзлегендә франктарға ҡаршы ихтилал барышында Святополк власты үҙенә кире ҡайтара, һәм 874 йылда франктар менән, үҙен уларҙың яһаҡ түләүсеһе икәнен танып, солох килешеүе төҙөй. Күрәһең, ул 875 йылда үҙенә Висланың үрге ағымындағы кенәзлекте буйһондора (хәҙерге Польша биләмәһендә). 880 йылда Нитрала епископлыҡ ойошторола. 880 йылдарҙа Мефодий үҙенең эйәрсендәре менән Тәүратты иҫке славян теленә тәржемә итә. 885 йылда Мефодий вафатынан һуң ғибәҙәттә славян телен ҡулланыу Рим папаһы тарафынан тыйыла, ә 885—886 йылдарҙа Мефодий эйәрсәндәре илдән ҡыуыла йәки ҡоллоҡҡа алып кителә. Һуңыраҡ уларҙың күбеһе Болгарияға китә. Моймир II ваҡытында баварҙарға Паннония кенәзлеге китә. Һуңынан Бөйөк Моравиянан чех һәм полаб ерҙәре төшөп ҡала, ә Потисьены мадьярҙар биләй. 900 йылда һуңғылары үҙенә Паннония кенәзлеген буйһондора. Күрәһең, 906 йылда Бөйөк Моравия дәүләте үҙенең һуңғы кенәзе Моймир II менән бергә венгрҙар ҡыҫымы аҫтында һәләк була[22].

Венгрия яулап алғандан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

X—XII быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрҙарҙы депортациялау

X—XI быуаттарҙа Үҙәк Европала үҫешкән иртә быуат Биело-Брдо археология мәҙәниәте 900 йылдар тирәһендә Карпат бассейнына баҫып инеүсе венгрҙарҙың мәҙәниәте һәм венгр яулап алыуынан алдағы хәҙерге Словакия, Венгрия, Румыния, Сербия һәм Хорватияла булған элекке мәҙәниәттәре берләшмәһенән тора. [23]. Археолог Валентин Седов фекеренсә, Биело-Брдо мәҙәниәтенең төп территорияһы хәҙерге Венгрияны, Көньяҡ Словакияны һәм серб Воеводинаһының өлөшөн үҙ эсенә ала[24].

X — XI быуат башында Словакияның көнбайыш һәм үҙәк өлкәләре алмашлап Польша һәм Чехия хакимдарына күсә. 1018 йылда Польша кенәзе Батыр Болеслав Словакия биләмәләренә дәғүә итеүҙән баш тартҡандан һуң, һуңғылары тулыһынса Венгрия составына инә[25]. Моравия ерҙәрен венгрҙар баҫып алғандан һуң, венгрҙарҙың немец ерҙәренә талау походтарында славяндар ҙа ҡатнаша. X быуаттың икенсе яртыһында Нитра Арпадтар нәҫеленән Михаилдың уделы була, ул үҙенә Карпаттарҙың тау соҡорҙарын, үҙенең баштағы биләмәләренән төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ерҙәрҙе буйһондора. 972 йылда кенәз Михаил христианлыҡ ҡабул итә. Һуңынан король Андраш I «короллегенең өстән бер өлөшөн» Бихар ҡушылған Нитра уделы менән бергә үҙенең ағаһы Белаға идаралыҡҡа бирә. Бела ваҡытында Нитра уделы биләмәһе үҙәге ағас-тупраҡ вал менән нығытыла. 1060 йылда Бела король булып киткәс, Нитра уделы уның улдарына күсә. XII быуат башында Нитра удел кенәзлеге бөтөрөлә. 1116 йылда венгр короле Иштван II чех кенәзе Владислав менән конфликтҡа инә, ул Венгрия өсөн Аҡ Карпат һәм Величка, Ольшава һәм Морава йылғалары араһындағы өлкәләрҙе юғалтыу менән тамамлана. X быуатта Словакия территорияһының көньяҡ-көнсығыш өлкәләрендә халыҡ тығыҙ ултыра. XII быуатта халыҡ нигеҙҙә славян була, көньяҡ райондарҙа венгрҙар йәшәй. XII быуат уртаһынан көньяҡ-көнсығыш өлкәлә немец ерҙәренән күсеп ултырыусылар күбәйә. XII быуат аҙағында халыҡ һаны 200-ҙән 250 меңгә тиклем кеше тәшкил итә. Ваҡыт үтеү менән яңы сауҙа юлдары Нитраны ситтә ҡалдыра. Тимер һәм көмөш сығарыу дауам итә. Король Иштван I ваҡытында Венгрияла тәңкә һуға башлайҙар. XI быуаттың икенсе яртыһында Нитраның удел кенәздәре үҙҙәренең аҡсаһын һуға. Халыҡтың төп эшмәкәрлеге булып игенселек тора. Крәҫтиәндәр феодалдарға бәйле була. Сиркәү ерҙәр биләй, уның майҙандары 10-12 % артмай. XII—XIII быуаттарҙан король биләмәләре һаны кәмей, шул уҡ ваҡытта феодаль биләмәләре һаны арта. Ярым ирекле крәҫтиәндәр һаны күбәйә. XI быуат уртаһында Словакия территорияһы 11 комитаттан тора, уларҙы административ, фискаль, хәрби һәм суд функцияларына эйә булған король жупандары етәкләй. Комиттар үҙәге булып замоктар тора. Венгрҙар христианлыҡ ҡабул иткәндән һуң Словакия территорияһының күп өлөшө Эстергом архиепискобы ҡарамағында була. XII быуат уртаһында үҙәк Словакияла немец һәм француз, быуат аҙағында итальян сауҙагәрҙәре һәм һөнәрселәре урынлаша[26]. Иң боронғо словак изгеләре булып легендар Сворад-Андрей һәм Бенедикт тора. XI—XII быуат әҙәбиәт ҡомартҡылары араһында инжил һаҡланған, ул, күрәһең, Грон-Бенядик монастыры скрипторийында яҙылған[27].

XIII—XV быуаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тренчин һарайы, шунан Чак Словакияның ярты территорияһы менән идара итә[28]

XIII быуатта Словакия территорияһында күп замоктар төҙөлгән. Өҫтөнлөклө ҡалалар барлыҡҡа килгән: Трнава, Зволен, Банска-Штьявница, Стари-Теков, Крупина. 1241—1242 йылдарҙа Венгрия татар-монгол ябырылыуына дусар була. Баҫып алыусылар Банска-Штьявница һәм Зволенға барып етә, Словакия территорияһының өлөшө юҡҡа сыға. Бынан һуң һөрөлмәгән ерҙәр артынан аслыҡ килә. 1271 йылда чех короле Пржемысл Отакар хәҙерге Словакияның көньяҡ-көнбайышындағы замоктарҙы — Братислава, Пайштун, Девинды баҫып ала, Нитраны яндыра. 1273 йылда Моравияға ҡыпсаҡтар һөжүм итә, шунан һуң Нитраны ҡыйрата. Илдә анархия урынлашыу менән көнсығыш Словакияла феодал Омодей Аба, ә көньяҡ-көнбайышында Чактар тоҡомо хужа була. «Матуш Ере» (исеме, күрәһең, 1320 йылда килеп сыға) 1311 йылдың яҙында 14 комитатты үҙ эсенә ала, ул көньяҡта Дунайҙан көнсығышта Зволен жупанлығына тиклем һуҙыла. Ҡеүәтле феодалдар еңелгәндән һуң, Венгрияла иҡтисади үҫеш башлана. Матуш Чак ерҙәрен король тартып ала. XIII быуат аҙағында Словакия халҡы һаны яҡынса 300 мең кеше тәшкил итә. Немец колонистары Словакия территорияһында төрлө райондарҙа, бигерәк тә Кесе Карпат, урта һәм түбәнге Спишта, урта словак мәғдән өлкәһендә урынлаша. Улар, мәҫәлән, XIII быуатта Левоча ҡалаһына нигеҙ һала[29]. Братиславала, Спишта һәм словак Рудногорьеһында немецтар төп халыҡ була. Словактар күп йәшәгән иҫке ҡалаларҙағы идаралыҡты немецтар баҫып алырға маташа. 1381 йылда венгр короле Людовик I «Жилина өҫтөнлөктәрен» нәшер итә, унда ҡала идаралығына словактарҙың һәм немецтарҙың тигеҙ һанын һайлау ҡарала[15]. Немецтар үҙҙәре менән тупраҡ эшкәртеүҙең яңы һөҙөмтәле ысулдарын алып килә (Словакия тарихы, 2003), һәм ҡалаларҙың өҫтөнлөклө ҡатламы була. Уларҙың һаны Словакия территорияһындағы бөтә халыҡтың 20% яҡын кешеһен тәшкил итә. Ике баҫыулы система яйлап өс баҫыулы менән алмашына. Тау эше үҫешә, уның боронғо үҙәге Банска-Штьявница була. Сауҙа юлдары буйында Прешов һәм Кошице ҡалалары үҫеп сыға. Иң ҙур король ҡалалары тулы суд компетенциялары менән (король биләмәһендә урынлашҡан) Трнава, Зволен Крупина, Нитра, Братислава, Банск-Бистрица ҡалалары була. Өҫтөнлөклө ҡалалар ирекле баҙар сауҙаһы һәм үҙидара хоҡуғына эйә була: ҡала халҡы ҡала советы һәм бургомистр һайлай алған. Трнава, Братислава, Кошице һәм Левоча сит илдәр менән сауҙа алып барған. Словакияның урта быуат ҡалаларында Нюрнберг һәм Магдебург хоҡуҡтары эшләгән[15]. Нитра, Трнава, Братислава кеүек эре ҡалаларҙа йәһүдтәр йәшәгән, улар сауҙа, һөнәрселек һәм финанс операциялары менән шөғөлләнгән. Словакия ерендә ордендар монастыры, шул иҫәптән ҡараҡоромдар, доминикансылар, цистерцианлылар, антонианлылар һәм картузианлылар монастырҙары эшләп килгән. XIII быуат архитектураһында роман стиленән готика стиленә күсеү башланған[17]. XIV быуат аҙағында Словакияның тау райондарының валах колонизациялауы башлана. Ваҡыт үтеү менән «валахтар» термины этник мәғәнәһен юғалта һәм малсылар тигәнде аңлата башлай[15].

Кошице соборы — XV быуатта Венгрияның ҙур готик храмы[30]

1428 йылдан 1433 йылға тиклем Словакия территорияһы йыл һайын гуситтар отрядының талауына дусар була, улар ҡала һәм ҡәлғәләрҙе баҫып ала, халыҡтан яһаҡ йыя. Гуситтарҙың идеяларын словак ҡалалары халҡы хуплай, бигерәк тә Словакияның көнбайыш райондарында. 1440—1450 йылдарҙа элекке яугир-гуситтарҙан торған «братриктар» лагерҙары словак ерҙәрендәге антифеодаль хәрәкәттең терәк пункты була[15]. XV быуат башында Словакия территорияһында халыҡ һаны 500-ҙән алып 550 мең кеше тиклем тәшкил итә. Иң мөһим король ҡалалары булып Братислава һәм Кошице тора: уларҙа 5-10 мең кеше йәшәй. XV быуат аҙағында Словакия территорияһында 200 самаһы ҡала торағы була. Шарап эшләү үҙәктәре булып был быуатта Трнава, Братислава, Модра, Пезинок, Кошице тора. Етештерелгән шараптың бер өлөшө Польша, Чехия, Германияға сығарыла. 1467 йылда уҡ Братиславала студенттар өсөн Истрополитан Академияһы ишектәрен аса, унда сәнғәт, юриспруденция һәм теология уҡытыла. Ике тиҫтәнән һуң академия ябыла. Феодалдар был осорҙа Венгрияның баш ҡалаһындағы йорттарға хужа була, Словакия территорияһындағы замоктарҙы һарайҙар итеп үҙгәртеп ҡора. Улар нәҫелдән кәшәнә булып хеҙмәт итеүсе үҙҙәренең монастырҙарына эйә булырға тейеш була[31]. 1440 йылдарҙа магнаттарҙың башбаштаҡлығынан һаҡланыу өсөн «Пентаполитан» ҡалалар союзы ойошторола, ул Кошице Прешов, Левоча, Бардеев һәм Сабинов ҡалаларын берләштерә. 1487 йылда Словакияның көнсығыш ҡалалары союзы барлыҡҡа килә, уға Смолник, Гелница, Рожнява, Ясов, Спишска-Нова-Вес инә[15].

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прессбург — 1536 йылдан Венгрияның баш ҡалаһы, хәҙер Братислава тип атала — Словакияның баш ҡалаһы

1525—1526 йылдарҙа Словакияла эш хаҡын арттырыуҙы талап итеүсе таусылар ихтилалы тоҡана[32]. Венгр армияһының Мохач эргәһендәге алышта еңелеүе тарихта Венгрияның урта быуат осороноң тамамланыуы тип иҫәпләнә. Шул уҡ йылдың 17 декабрендә Братиславала Фердинанд Габсбург Венгрияның короле итеп һайлана. 1530 йылда Нитра комитатында төрөктәр тарафынан 80 ауыл яндырыла, яҡынса 10 мең кеше ҡоллоҡҡа алып кителә. Габсбургтарҙың дәғүәсеһе Янош Запольяи Буданы 1529 йылда баҫып алғандан һуң Венгрияның баш ҡалаһы 1536 йылдан Братиславаға күсерелә. 1563 йылдан Братиславала венгр королдәренең тәхеткә ултыртыу тантаналары, даими венгр сеймдары үтә. 1543 йылда Венгрияға төрөктәр баҫып ингәндән һуң архиепископ Эстергомский Трнаваға күсә, унда 1820 йылға тиклем була. 1544 йылда төрөктәр Тектарҙың комитаттар өлөшөн, Гонт, Новоградты яулап ала. 1550 йылда улар көньяҡ словак райондарын биләй. 1554 йылда Филяково санджагы үҙәге булған һәм илле йыл дауамында йәшәгән Филяково ҡәлғәһен баҫып ала. 1575 йылда словак ерҙәренә һөжүм көсәйә. 1593 йылда төрөктәр Гемер, Гонт, Новоград комитаттарынан ҡыуып сығарыла. 1599 йылда Ун биш йыллыҡ һуғыш ваҡытында төрөктәр ҡырым татарҙары менән бергә Словакия биләмәһендәге көньяҡ-көнбайыш өлөштәрен бөлгөнлөккә төшөрә. 1580 йылдарҙа төрөктәрҙән һаҡланыу өсөн төп ҡәлғә булып Нове-Замки тора. XVI быуатта Словакияла Реформация идеялары, шул иҫәптән инжил, лютеранлыҡ, шулай уҡ анабаптист, гельветик һәм антитринитар тәғлимәттәре киң таралыу ала. 1530—1540 йылдарҙа көнбайыш-словак Жилина һәм Тренчин ҡалалары, урта Словакияның бөтә тау-сәнәғәт ҡалалары, көнсығыш райондарҙа король ҡалалары (Прешов, Кошице, Левоча, Сабинов и Бардеёв), Липтов һәм Спиш комитаттары, шулай уҡ бәләкәй ҡалалар реформацияны ҡабул итә. XVI быуаттың икенсе яртыһында Словакияла китап баҫыу барлыҡҡа килә. Тәүге даими типография Бардеёвта 1577 йылда асыла, унда 1581 йылда чех телендә словак һыҙаттары менән беренсе словак китабы — М. Лютерҙың «Малый катехизис» тәржемә китабы сыға. XVI быуатта ренессанс стилендә ратуша, аҡһөйәктәр йорттары, яңы замоктар төҙөлә һәм иҫке һарайҙар яңыртып ҡорола. XVII быуат башында масштаблы контрреформация башлана[33].

XVII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герватов сиркәүендә «Йәшерен мәжлес» (1653) картинаһы

XVII быуаттың беренсе яртыһында Ренессансҡа алмашҡа сәнғәттә барокко килә. Итальян оҫталарының ҡулы менән барокко стилендә ҡәлғәләр һәм сиркәүҙәр төҙөлә. Барокко ҡомартҡылары араһында иң мәшһүрҙәре — Леопольд, Комарно ҡәлғәләре, Трнаваның университет сиркәүе. 1604 йылда Трансильвания феодалы Иштван Бочкаи етәкселегендә ихтилал башлана, ул 1605 йылда Словакия өлөшөн биләй. Ихтилал Вена солохо килешеүе менән тамамлана, ул феодалдарға һәм король ҡалаларына дин тотоу иреклеген гарантиялай. 1619 йылда Трансильвания кенәзлеге хакимы Г. Бетлен Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында Габсбургтарға ҡаршы поход ойоштора, Кошице, Трнава, Братиславаны яулай. 1622 йылда Микуловола Бетлен һәм император араһында солох килешеүе төҙөлә. 1635 йылда Трнава университетына нигеҙ һалына, ул эшен теология һәм философия уҡытыуҙан башлай. 1642 йылда Мостафа Нитра комитатында өс көн эсендә 11 ауылды юҡ итә, ике йөҙ кешене үлтерә, меңдән ашыу кешене ҡол итеп ала. 1663 йылда австро-төрөк һуғышы барышында төрөктәр баҫымы аҫтында Нове-Замки ҡәлғәһе бирелә, ул Грон һәм Ваг йылғалары араһында урынлашҡан эйялет үҙәгенә әйләндерелә. 1664 йылда төрөктәр Нитра һәм Левочанан ҡыуып сығарыла. 1670 йылда төньяҡ-көнсығыш Словакияла Габсбургтар власына ҡаршы заговорсыларҙың ихтилалы баҫтырыла. 1672 йылда лютеран крәҫтиәндәр ихтилалы була, улар Орава замогын ала. 1680 йылда Имре Тёкёли ихтилалы башлана: куруцтар армияһы Ваг үҙәненә баҫып инә. 1682 йылда куруцтар Кошице, Филяково һәм тау-сәнәғәт ҡалаларын баҫып ала. 1684 йылдың февраль аҙағына тиклем 12 король ҡалаһы император Леопольд I яғына күсә. 1685 йылда Нове-Замки ҡәлғәһе төрөктәрҙән азат ителә. 1703 йылда Ракоци ихтилалы барышында куруцтар бөтә тиерлек ерҙәрҙе баҫып ала. 1708 йылдың 3 авгусында Тренчин янындағы алышта Габсбургтар ғәскәре куруцтарҙың көсөн ҡыйрата, артабанғы өс ай дауамында урта һәм Словакияның урта һәм көнбайыш өлкәләренән баш күтәреүселәр ҡыҫырыҡлап сығарыла. 80 меңгә яҡын ғүмерҙе өҙгән һигеҙ йыллыҡ куруцтар һуғышы 1711 йылда Сатмар солохон төҙөү менән тамамлана. Был тынысһыҙ ваҡытта словак ерҙәрендә юлбаҫарҙар хужа була, улар араһында словак тынысһыҙ ваҡытта, улар араһында 1713 йылда язалап үлтерелгән словак «Робин Гуды» — Юрай Яношик та була[34].

1664 йылда Нитраны ҡамау

XVI быуаттың икенсе яртыһында венгр иммиграцияһы словак-венгр этник сигенең төньяҡҡа күсеүен тыуҙыра. Башта словак Нитра ҡалаһында 1532 йылда төрөктәрҙән ҡасып Балатон күленән килгән венгрҙар йәшәй. Венгрҙарҙың башҡа төркөмдәре Ваг ярҙарына һәм Трнава райондарына күсенә. XVI быуат дауамында Словакияның төньяҡ райондарына немец телле илдәрҙән анабаптизм динен тотҡан халыҡ күсеп ултыра. XVI һәм XVII быуаттарҙа словак ерҙәрен валахтар колонизациялауҙы дауам итә. Уларҙың бер өлөшө урындағы мөхитттә төпләнә. Веналағы йәһүд погромынан һуң 1679 йылда йәһүдтәр көнбайыш Словакияға күсә. XVI быуаттың икенсе яртыһында «Словакия» термины ҡулланыуға инә, бигерәк тә чехтар, поляктар һәм австриялылар араһында. XVII быуатта төрөк оккупацияһы шарттарында Словакия «Славония», «Склавония», «Словен ере» атамаһы менән үҙаллы территориаль-этник берәмек була. Шул ваҡытта словак сығышлы юғары ҡатлам мадьярлаштырыуға дусар була. Шулай итеп, словак халҡы башлыса халыҡтың түбән ҡатламдарынан тора[35]. XVI—XVII быуаттарҙа реформация словак ерҙәрендә , бигерәк тә ҡалаларҙа чех теленең таралыуына килтерә, ул юғары ҡатламдың дипломатик теленә әйләнә. Ләкин был күпселектә лютеран халҡына ҡағыла. XVII быуатта словак теле киң таралыу ала. XVI быуатта дворяндар ғына ерҙең милексеһе булып тора. 1548 һәм 1608 йылдың закондары крәҫтиәндәргә башҡа ер биләүселәргә күсеү хоҡуғын сикләй. Венгрия дәүләтендә крәҫтиәндәр төп һалым йөгөн үтәй. Шулай уҡ улар руханиҙарҙы һәм монастырҙарҙы аҫрарға тейеш була. Ер биләүселәр файҙаһына бурыстар ер һәм йорт өсөн, барщинала эшләү өсөн натураль йәки аҡсалата оброк түләү була. 1720 йылда словак ерҙәренең халыҡ һаны 815 мең кеше самаһы тәшкил итә. Эре ҡалалар иҫәбенә Комарно (8300 кеше), Братислава (7900), Банска-Бистрица (7000), Кремница (5300), Скалица (4000), Пезинка (3300), Трнава (2900), Банска-Штявница (2700), Модра (2300 кеше) ҡалалары инә[36].

XVIII быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уличск-Кривта Архангел Михаилдың ағас костелы (1718)

1722 йылда Малацкала беренсе мануфактураға нигеҙ һалына. 1720 йылдарҙа словак ерҙәренән көньяҡ Венгрияға, артабан 1740 йылдарҙа Банатҡа, Бачкаға һәм Сремға (хәҙер Сербия биләмәһе) күсеп ултырыуҙар башлана, унда, шул иҫәптән Ковачица, Петровац, Стара-Пазовала ауылдар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Был йөҙйыллыҡта Словакияның көньяҡ райондарында венгрҙарҙың күп һаны йәшәй. Ҡалаларҙа, бигерәк тә урта Словакияның тау-мәғдән ҡалаларында немецтар күп йәшәй. Словак ерҙәрендә властар тырышлығы менән яйлап ултыраҡ тормош алып барыусы сиғандар ҙа йәшәй. Словакияның көнбайыш өлөштәренә Моравиянан, ә Галициянан көнсығыш райондарға йәһүдтәрҙең килеүе дауам итә. Күп йәһүдтәр Братиславала төпләнә, ҡала XIX быуаттың беренсе яртыһында йәһүдтәрҙең мәҙәни үҙәгенә әүерелә. Быуат аҙағында халыҡтың ¾ өлөшө католицизим, 20 % протестантлыҡ динен тота. Шул уҡ ваҡытта протестанттарҙан венгрҙар башлыса кальвинизмды, ә немецтар һәм словактар лютеранлыҡ динен тота. Русиндар грек-католиктар була. Православие динен Ғосман империяһынан күсеп килеүселәрҙең бик һирәге тота, мәҫәлән, Комарнола. 1777 йылда Трнаванан университет Будаға күсерелә. 1785 йылға тиклем ирекле булмаған крәҫтиәндәр алпауыттарҙан шәхси бойондороҡло була. 1780 йылда Ю. Папанектың «История словацкого племени» китабы сыға, унда Бөйөк Моравия словактарҙың беренсе дәүләт берәмеге сифатында күрһәтелә. 1792 йылдан 1800 йылға тиклем нәшриәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән «Словак ғилми ширҡәте» ойошторола. 1783 йылдан 1786 йылға тиклем беренсе словак «Прешпурске новины» гәзите  сыға. XVIII быуат аҙағында Братиславала бер төркөм студенттар словак әҙәби телен төҙөй, ул «бернолаковчина» һымаҡ билдәле була. 1787 йылда теолог А. Бернолак «Филологическо-критический трактат о словацком написании» хеҙмәтен баҫтырып сығара. Әҙәби телдәренең барлыҡҡа килеүе словактарға үҙҙәрен айырым «ҡәбилә» кеүек аңлауға килтерә[37]. Әммә инжил даирәһендә «чех-словак ҡәбиләһе» тураһында ҡараш һаҡланған. XVIII быуат аҙағында —XIX быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында «словак» һәм «словянин» аңлатмаларын Словакияла халыҡ синоним һымаҡ ҡабул итә[38]. .

XIX — XX быуат башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойнице ҡәлғәһе, XIX быуатта романтик тарихи стилдә реконструкциялана

1825—1827 йылдарҙа А. Бернолактың алты томлыҡ һүҙлеге донъя күрә. Бернолак телендә 1829—1832 йылдарҙа тәүрат баҫылып сыға, XIX быуат уртаһына тиклем католик әҙәбиәт баҫылып сыға. 1847 йылда милли хәрәкәт вәкилдәре яңы әҙәби тел ҡабул итә, уны 1843 йылда Штур әҙерләй. Рәсәйҙең Наполеон менән һуғышта еңеүе славян берлеге үҫеше өсөн стимул була. XIX быуаттың тәүге яртыһында словак мәҙәниәтенең ҙур эшмәкәре Ян Коллар словактарҙы чех әҙәби теле менән берҙәм «чехословак тоҡомдары» сифатында ҡарай, шулай итеп үҙенең ватандаштарының мәҙәни үҙаллылыҡ хоҡуғын кире ҡаға[39]. 1857 йылда Словакия территорияһында 2,4 миллион кеше йәшәй, шуларҙың 1,5 миллионы словак була. 1880 йылда хәҙерге Венгрия территорияһында 266 мең словак йәшәй. 1870 йылдан алып 1900 йылға тиклем яҡынса 180 мең словак Америкаға эмиграцияға китә. 848—1849 йылдарҙа революция ваҡытында бер өлөш словактар Габсбургтар яғына күсә. Тәүге тапҡыр сәйәси аренала сәйәси словак орган — Словак милли советы сығыш яһай. 1849 йылдың мартында империя сиктәрендә словак бөйөк кенәзлеген булдырыу идеяһы тәҡдим ителә. Рәсми «иҫке словак теленә» (ғәмәлдә чех) империяның закондар сығарыуы тәржемә ителә, ул жупан идаралығында ҡулланыла башлай, был телдә башланғыс мәктәптә уҡытыла. Словак интеллигенцияһының венгрҙар менән был осорҙа сәйәси ҡараштары айырыла: словактар русофилдар һәм Габсбургтар яҡлы була, венгрҙар, киреһенсә, — Австрия һәм Рәсәйгә ҡаршы сыға. С.Цамбелдың словак телен кодификациялауы телде чех ҡушылмаларынан һәм диалектизмдарҙан таҙарта. 1861 йылда «Словак халҡының меморандумы» ҡабул ителә, ул Венгрия сиктәрендә автономияны күҙ уңында тота. XIX быуаттың икенсе яртыһында немец матбуғаты яйлап венгр матбуғатына урын бирә. Словак матицаһы ваҡытында словак телендә 46 матбуғат баҫмаһы сыға. 1870 йылдарҙа мадьярлаштырыу барышында словак Матицаһы һәм гимназиялар ябыла. Крәҫтиәндәрҙе феодаль ҡоллоҡтан азат итеү 1853 йылдан 1890 йылға тиклем бара. Словакия башлыса аграр төбәк булып ҡала. XIX быуаттың икенсе яртыһында сәнәғәт Липтов, Гемер, Зволен һәм Спишта туплана[40].

Рәсәйҙә әсир чехтар һәм словактар төҙөгән Чехословак корпусы,

XIX быуаттың икенсе яртыһына романтизмдың словак шағирҙары А. Сладкович, Яна Ботто, С. Халупки ижады, реализмдың — П. Орсага-Гвездослав, С Гурбан-Ваянский; яҙыусы М. Кукучиндың ижады ҡарай. XX быуат башы яҙыусылары араһында Я. Есенский, Й. Грегор-Тайовский, И. Краско була. Словактарҙың театр тормошо үҙәге Кошице һәм Братислава ҡалаһында урынлаша. XIX быуаттың икенсе яртыһында рәссамдар араһында П Богунь һәм Й. Клеменс була. 1900 йылда Венгрияның 70 % словагы католик, 25 % лютерандар һәм 5 % грек-католиктар була. Һуңғылары араһында словактар ҙа, шулай уҡ русиндар ҙа була. Интеллигенция һәм грек-католик руханиҙар халыҡты русиндарҙың «грек католик венгрҙар» була тип ышандыра. XX быуат башында Карпат артында грек-католицизмдан православиеға күсеү киң ҡолас ала. Был осорҙа Словакия территорияһында 150 меңгә яҡын йәһүд йәшәгән. 1893 йыл иҫәбе буйынса Словакияла 36 мең сиған йәшәй, шуларҙың 600 кешеһе күсмә тормош алып бара. XX быуат башынан Беренсе донъя һуғышына тиклем 400 мең словак Америкаға күсә. Дөйөм алғанда, 1914 йылға тиклем Словакиянан 600 меңгә яҡын кеше Словакиянан китә, был күрһәткес буйынса Европала Ирландиянан ғына ҡалыша. Был ваҡытта мәғарифты мадьярлаштырыу көсәйә, урта һәм юғары белем словак телендә алып барылмай. Беренсе донъя һуғышы алдынан 16 процент ҡына словак балалары словак телендә башланғыс мәктәптә уҡый. Словак иҡтисадында Австрия һәм Венгрия капиталы өҫтөнлөк итә. 1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышы словактарға ят була, сөнки рустарҙа, сербтар һәм румындарҙа үҙҙәренең союздаштарын күрергә күнеккән. Яҡынса 69 700 һалдат һәләк була, 61 680 инвалид була[17]. Һуғыш ваҡытында чех сәйәсмәндәре буласаҡ Чехословакияның яике концепцияһын эшләй: Т. Масарик бойондороҡһоҙ Чехословакия яҡлы була, К. Крамарж Рәсәй императоры эгидаһы аҫтында славян дәүләтенең барлыҡҡа килеүенә ышана[41].

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике һуғыш араһындағы осорҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

     Чехословакияның ике һуғыш араһында картаһында Словакия

1918 йылдың 28 октябрендә Прага ҡалаһында Чехословакия Республикаһы төҙөү тураһында иғлан ителә. 1918 йылдың 30 октябрендә Турчанский Изге Мартинда Словак милли советы словак халҡының үҙбилдәләнешенә хоҡуҡ һәм чехтар һәм словактар дәүләтен таныу тураһында Декларация ҡабул итә. Венгр хөкүмәте словактарға автономия вәғәҙә итеп, Словакияны үҙ дәүләте составында һаҡларға тырыша. 7 декабрҙә Словакия эштәре буйынса тулы вәкәләтле министр тәғәйенләнә, ул Жилинала урынлаша. Пресбургты чехословак ғәскәрҙәре биләп алғандан һуң (венгрса Пожонь) 1918 йылдың 31 декабрендә ҡала рәсми рәүештә Братислава тип атала, һәм Словакияның баш ҡалаһына әйләнә. Шул уҡ йылда Чехословакияла 8-сәғәтлек эш көнө ҡуйыла[42]. 1919 йылдың ғинуарында чехословактар венгр ғәскәрҙәрен 1918 йылдың декабрендә Антанта ҡуйған  демаркацион линияға ҡыҫырыҡлай. Венгрияла власҡа коммунистар килгәндән һуң 1919 йылдың 21 мартында Ҡыҙыл армия Словакияның өлөшөн биләй. Венгр ғәскәрҙәренең сигенеүе менән июнь аҙағында Словак Совет Республикаһы тарҡала, ул шул уҡ йылдың 19 июнендә Прешовта иғлан ителә. Венгрия менән сик 1920 йылда Трианон килешеүе менән төҙөлә, был Париж тыныслыҡ конференцияһында оҙайлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе була. Ипель йылғаһынан төньяҡҡа ҡарай Ноград территорияһы Чехословакияға күсә, ә комитаттың көньяҡ өлөшө Венгрия республикаһы составында ҡала.

Австро-Венгриянан Чехословакия яғына күскән Ноградт биләмәһе (Новоград)

Словак ерҙәренең төньяғында Польшаға 1920 йылда 25 ауыл күсә.

Чехословакияға Карпат аҫты Русе ҡушылғандан һуң, 1920 йылда һуңғыһының словак ерҙәре менән административ сиге билдәләнә. Югословакия менән сикте тәьмин итергә тейеш булған Чехословакиның Бургенланд коридорына дәғүәһе (Австрия һәм Венгрия ерҙәре), ҡәнәғәтләндерелмәй[43]. Сиктәр билдәләнгәндән һуң Словакия территорияһы 1920 йылда 49 006 км² майҙан тәшкил итә һәм халҡы 2 998 244 кеше иҫәпләнә. 1930 йылда Словакияла 17,8 %, венгрҙар, 4,6 % немецтар, 3,7 % чехтар, 2,2 % йәһүдтәр, 2,9 % көнсығыш славяндар йәшәй. 1918 йылдан һуң Словакияға хәрбиҙәр, чиновниктар, уҡытыусылар, почта хеҙмәткәрҙәре, тимер юлсылар кеүек чехтар килә. Был осорҙа бер нисә чех партиялары берҙәм этник «чехословак милләте» концепцияһы барлығын раҫлай. Тел закондарында булмаған «чехословак теле» тураһында ҡарарҙар булған. Ғәмәлдә рәсми учреждениеларҙа словак теле ҡулланылған. 1927 йылда Словакия эштәре буйынса вәкәләтле министрлыҡ бөтөрөлә. 1928 йылда Моравия һәм Чехия миҫалында Словак өлкә идаралығы ойошторола. Чехословакияның һайлау системаһы дәүләт һәм муниципаль кимәлдә дөйөм һайлау хоҡуғына нигеҙләнә. 1918 йылда Словакияла иҡтисадты күләмле үҙгәртеп ҡороу, Венгриянан Чехияға ҡарай йүнәлеш алыу бара. 1875 йылда венгрҙар япҡан Словак матицаһы тергеҙелә. 1919 йылда Братиславала Коменский университетына нигеҙ һалына. 1926 йылда Братиславанан радио тапшырыуҙары башлана[44]. 1938 йылда Кошице ҡалаһында юғары техник училищеһы асыла[45].

1928 йылда Словакияла аграр көрсөк башлана. Уның артынан 1930 йылда сәнәғәт көрсөгө башлана, 1933 йылда ныҡ бөлгөнлөккә төшә. Был йылда 130 937 эшһеҙ теркәлә. Металлургия, металл, быяла, ҡағыҙ һәм текстиль тармаҡтары предприятиелары ябыла. 1922 йылдан 1937 йылға тиклем Словакиянан Чехияға ҡарағанда 7 тапҡыр артыҡ кеше күсеп китә[46]. 1900 йылдан 1940 йылға тиклем Словакиянан барлығы 720 меңдән ашыу кеше күсеп китә[47]. 1934 йылда ғына иҡтисад йәнләнә башлай, был өлөшләтә Германияла власҡа Гитлер килеү һәм оборона предприятиеларын үҫтереү менән бәйле. Словактар венгр реваншизмы алдында ҡурҡыу кисерә. Австрия һәм Венгрия сиктәрендә тимер бетондан нығытмалар төҙөлә. Мюнхен килешеүенән һуң 1938 йылдың 6 октябрендә Жилинала Глинков словак халыҡ партияһы башҡарма комитеты словак автономияһын иғлан итә. Чехословакия хөкүмәте автономияны танығандан һуң словак хөкүмәтен Йозеф Тисо етәкләй. Шул уҡ йылдың ноябрендә Чехословакия хөкүмәте Польшаға Словакияның төньяҡ өлөшөн һәм Силезияны бирә. Венгрия Словакияның бөтә территорияһының ҡушылыуын талап итә. 2 ноябрҙә Венала арбитраж Словакияның яңы сиктәрен раҫлай: Венгрияға 10 390 км² майҙан менән территория тапшырыла, унда 854 217 кеше, шул иҫәптән 270 меңдән ашыу словак йәшәй. Германия 1938 йылда Братислава районындағы Дунайҙың уң ярын оккупациялай[17].

Словакия Республикаһы (1939—1945)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Братиславала Славин убаһында совет яугирҙәренә һәйкәл

1939 йылдың 14 мартында словак сеймы Словакия Республикаһының суверенитетын иғлан итә. Республика 38 004 км² майҙанға эйә була, унда 2 655 053 кеше йәшәй. 1939 йылдың сентябрендә Польша оккупацияланғандан һуң төньяҡта һәм көнбайышта Словакия Германия менән, көньяҡта һәм көнсығышта Венгрия менән сиктәш була. Республиканы 27 дәүләт, шул иҫәптән 1939 йылда СССР таный. 1939 йылдың мартында Карпат аҫты Русенең оккупацияһы ваҡытында Венгрия армияһы Словакия сиген боҙа, һәм уның менән һуғышҡа инә, һуғыш бер нисә көн дауам итә. 1940 йылдың ноябрендә Словакия Тройство пактына ҡушыла. 1939 йылда словактар Польшаны оккупациялауҙа ҡатнаша (бының өсөн Словакия 1920 һәм 1938 йылдарҙа Польшаға ҡушылған ерҙәрен кире ҡайтарып ала), 1941 йылдың июненән СССР-ға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Совет-герман фронтында словак һалдаттары һәм офицерҙарының бер өлөшө даими совет яғына күсә[48]. Чехтарҙың күбеһе Словакиянан сығарыла. 1942 йылдың 25 мартынан 20 октябренә тиклем 57 628 йәһүд Германия оккупациялаған территорияларҙағы нацист лагерҙарына ебәрелә. 13 500 йәһүдте депортациялау 1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың мартындағы осорға тура килә. Уларҙың ун меңе һәләк була. Үҙәк Словакияла йәшәгән сиғандарҙы СС частары күпләп юҡ итә.

1944 йылдың 29 авгусында президент Й.Тисо ризалығы менән илдең немец оккупацияһы башлана. Словак милли ихтилалы башлана, ул ике айҙан һуң баҫтырыла. Икенсе донъя һуғышында Словакия территорияһында хәрби хәрәкәттәр һигеҙ ай буйы дауам итә. 1944 йылдың сентябрендә совет армияһы Карпат аша күсә. Словакияның төньяҡ райондарын совет һәм Чехословакия ғәскәрҙәре, үҙәк һәм көнбайыш райондарын совет һәм румын ғәскәрҙәре азат итә. Словак ерендә 60 659 совет, 10 435 румын һәм 1-се Чехословакия армия корпусының 1736 яугире ерләнә. 1945 йылдың 4 апрелендә Братислава, 30 апрелдә Жилина азат ителә. Көнсығыш Словакиянан меңләгән кеше СССР лагерҙарына ебәрелә, уларҙың күбеһе һәләк була. 1945 йылда һуғыш тамамланғандан һуң Польша менән сик Мюнхен килешеүен төҙөгәнгә тиклем тергеҙелә. Чехословакия милли суды менән үлем язаһына хөкөм ителгән Й.Тисо 1947 йылдың апрелендә язалана[49].

Социализм осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венгрҙарҙы депортациялау

Чехословакия хөкүмәтенең 1945 йылдың яҙында Лондондан ҡайтыуы менән уның словак вәкилдәре чехтарҙан һәм словактарҙан торған тиң федерация ойошторолоуына өмөт бағлай. 1946 йылдың октябрендә 32 415 немец Германияла ебәрелә. 1938 йылда оккупацияланған Словакия территорияһында урынлашҡан венгрҙар, һуғыш тамамланғандан һуң сығарыла. Чехословакия һәм Венгрия тарафынан 1946 йылда төҙөлгән халыҡ менән алмашыу тураһында килешеү буйынса, Словакиянан 74 мең венгр Венгрияға күсеп йәшәй һәм 73 мең словак Венгриянан Словакияға күсә. 44 мең венгр мәжбүри немец эшселәрен алыштырыу өсөн чех Пограничьеһына күсерелә. 326 697 венгр үҙен словак тип таный, һәм гражданлыҡ хоҡуғы һәм эшләү мөмкинлеге ала. 1948 йылдан һуң, уларҙың күбеһе венгр милләтен тергеҙә. 1946 йылда парламент һайлауҙарында Демократик партия еңә, ул Словак милли советы 63 урын ала. 31 урын КПС, Хеҙмәт партияһы 6 урын биләй. Илдең чех өлөшө яғында Коммунистар партияһы еңгәнлектән һәм дөйөм алғанда республика буйынса 38% биләгәнлектән, ул власҡа килә. Һөҙөмтәлә, ил СССР-ҙың сираттағы сателлиты була. 1947 йылда Чехословакияның Маршалл планына ҡушылырға ниәте СССР яғынан ҡаршылыҡҡа һәм блокировкаға юлыға[50].

1948 йылдың февралендә коммунист булмаған министрҙар отставкаға китә, президент Э. Бенеш коммунистар өҫтөнлөк иткән хөкүмәт ойоштора. 1945 йылда Чехословакия иҡтисадын национализациялау башлана. Һөнәрселәр предприятиелары дәүләт һәм коммуналь предприятиелар ҡулына күсә, ваҡлап һатыусылар предприятиелары дәүләт предприятиеларына һәм кооперативтар союзына күсә. Бөтә төр тиерлек ирекле һөнәрҙәр, шул иҫәптән адвокат конторалары бөтөрөлә. 1958 йылда 66,6 % ауыл хужалығы ерҙәре дәүләт һәм кооперативтар ҡулында була. «Ауыл байҙары» штраф язаһына тарттырыла, хеҙмәт лагерҙарына ебәрелә, ауылдарҙан ҡыуыла. Сиркәү милке тартып алына. Словак грек-католик сиркәүе 1950 йылда бөтөрөлә. Төрлө конфессияларҙың дин әһелдәре төрмәгә ебәрелә. 1948 йылдан 1960 йылдарға тиклем сәнәғәттә мәшғүл булғандар һаны ике тапҡыр тиерлек арта, 1980 йылда улар 800 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Германия Демократик Республикаһы һәм Венгрия менән бер рәттән Чехословакия совет блогында иң алдынғы ил була, әммә был кимәл Словакияның үҙендә Чехословакияға ҡарағанда түбәнерәк була. СССР-ға йүнәлеш алған предприятиелар барлыҡҡа килә, СССР-ҙан файҙалы ҡаҙылмалар импортлана. Кошице ҡалаһында Көнсығыш словак металлургия комбинаты Словакияла иң ҙур предприятиеға әйләнә. Күпләп торлаҡ төҙөлөштәре алып барыла. Мәҙәниәт учреждениелары селтәре киңәйә. Братиславанан тыш башҡа ҡалаларҙа юғары уҡыу йорттары асыла. Һуғыштан һуңғы ваҡытта чехтар күҙаллауында халыҡтар бер бөтөнгә әүерелә, шуға күрә Словакияла айырым хәлдең кәрәклеге булмай[50].

Словак һыуһаҡлағысы Орава Чехословакияның 10 кронаһында

Сталин үлгәндән һуң, Чехословакияла власть өсөн көрәш йәйелдерелә. Халыҡтың Көнбайыш менән шәхси һәм эшлекле бәйләнештәре, Югословияға туристик сәйәхәттәр, Азатлыҡ радиоһы, Америка тауышы, Би-би-си, Немец тулҡыны тапшырыуҙары, шулай уҡ Австрия телевидениеһы тапшырыуы социализмдың үҙенсәлекле булыуы тураһында ҡараштарҙы ҡаҡшата. Коммунистар партияһы «реформаторҙар» һәм «догматиктарға» бүленә. «Реформаторҙарҙың» илде либералләштереүгә арналған «Прага яҙы» тип аталған процесы 1968 йылдың 20 авгусынан 21-нә ҡарай төндә — "Дунай" операцияһы сиктәрендә өҙөлә. Венгрия, Болгария һәм Польша ғәскәрҙәре ярҙамында Советтар Союзы Чехословакияға бәреп инә һәм уны оккупациялай. Шул ваҡытта Словакияла 19 кеше һәләк була, йөҙләгән кеше яралана. Шул уҡ айҙа Мәскәүҙә һөйләшеүҙәрҙән һуң Чехословакия етәкселеге капитуляция яһай. Дәүләтте федералләштереү талабына яуап итеп 1969 йылдың 1 ғинуарында Чехословакия социалистик республикаһы ойошторола, ул Чехия һәм Словак социалистик республикаһынан тора. Уның башлығы булып словак Густав Гусак тора. Хәрби агрессиянан һуң эмиграцияның яңы ҙур тулҡыны башлана, башлыса квалификациялы белгестәр китә

Чехословакияны «нормалләштереү» осоро — социализм принциптарына кире ҡайтыу башлана. Көнбайыш илдәренә сәйәхәт сикләнә, «ҡотҡо таратыусы» радиостанциялар баҫтырыла. 1970 йылда бер нисә закон ҡабул ителә, улар федератив дәүләтте үҙәкләштереүгә килтерә. Илдең сәйәси, иҡтисади, социаль тормошо торғонлоҡ хәлендә була.

Прагала либераль реформалар үҙәге урынлашҡанлыҡтан, Словакияла нормалләштереү һиҙелерлек әҙ формала сағыла. Словакияла иҡтисади үҫеш илдең көнбайыш өлөшөнә ҡарағанда юғары була. Металлургия, химия һәм еңел сәнәғәт предприятиелары үҫешә, йөк автомобилдәре етештерелә, подшипниктар, төҙөлөш агрегаттары, гидравлик ҡорамалдар, танктар, бронемашиналар, ҡорал һәм боеприпастар производствоһы барлыҡҡа килә.

1988 йылдың 28 мартында диндарҙар сиркәү азатлығы өсөн «янған шәмдәр демонстрацияһы» ойоштора. 1989 йылдың ноябрендә Прагала бәрхәт революция үтә. 1990 йылда федератив дәүләт атамаһын Чехословакия Федератив Республикаһы ала. 1991 йылдың июнендә совет ғәскәрҙәре Чехословакияны ҡалдыра. Был осорҙа «Европаға ҡайтыу» саҡырыуы киң тарала. Дәүләттең маҡсаттары булып Европа берләшмәһенә һәм НАТО блогына ҡушылыу тора. 1990—1993 йылдарҙа Словакия ауыр иҡтисади көрсөккә бата. Сәнәғәт етештереүе 1993 йылда 1989 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға тиерлек кәмей, тимер юл ташыуҙары көрсөккә тиклем кимәл менән сағыштырғанда 2 тапҡырға кәмей. 1993 йылда эшһеҙлек 368 095 кешегә етә. 1948 йылдан һуң национализацияланған йәки тартып алынған мөлкәт тергеҙелергә тейеш була. 1991—1992 йылдарҙа ваҡ предприятиеларҙың күп өлөшө приватизациялана. 1992—1994 йылдарҙа эре предприятиелар, шул иҫәптән фабрикалар, ҡунаҡханалар, универсаль магазиндар хосусилаштырыла. Парламент һайлауҙарында коммунистар 13,3 % ҡына тауыш йыя. Люстрация тураһында закон Чехословакияның Коммунистар партияһының элекке номенклатураһына дәүләттә биш йыл дауамында юғары вазифаларҙы биләүҙе тыя. 1992 йылда партияның Демократик Словакия өсөн хәрәкәт партияһы 37,7 % тауыш йыйып, еңеү яулай[51].

Бойондороҡһоҙ Словакия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Моравия кенәзе Святополк скульптураһы, 2010 йылда Братислава үҙәгендә ҡуйыла

1992 йылдың 17 июлендә Словак милли совет Словакия Республикаһының суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. 1992 йылдың 1 сентябрендә Словакия милли советы конституция ҡабул итә. 1992 йылдың 25 октябрендә Чехословакияның Федераль Йыйылышы федератив дәүләтте таратыу тураһында ҡарар ҡабул итә, ул 1992 йылдың 31 декабренә эшен туҡтата. Словакия Республикаһы Чехословакияның вариҫы сифатында 1993 йылда халыҡ-ара ойошмалар, шул иҫәптән ОБСЕ, Бөтә донъя банкы, Халыҡ-ара валюта фонды, 19 ғинуарҙан Берләшкән милләттәр ойошмаһы, июлдән Европа Советы ағзаһы була. Шул уҡ йылда Словакия тарҡалыусы Югославияның хәл-торошон нормалләштереү өсөн сапёр батальонын ебәрә. 1993 йылдың февраль айында Словакияның беренсе президенты итеп Михаил Ковач һайлана. Хосусилаштырыу барышында предприятиеларҙың күп өлөшө түбән хаҡҡа һатыла. Бер нисә йыл дауамында илдә үтә бай кешеләр ҡатламы барлыҡҡа килә, уларҙың байлығы миллиард крон менән иҫәпләнә. 1990-сы йылдар аҙағына эшһеҙҙәр һаны яҡынса 500 мең кеше тәшкил итә. 1998 йылда илдең эске тулайым продукт, эш хаҡын иҫәпкә алмағанда 1989 йыл кимәленә яҡынлаша. 1998 сентябрендә дәүләт бурысы 1994 йыл менән сағыштырғанда 2,8 тапҡырға арта һәм 11,9 миллиард доллар тәшкил итә[52].

2004 йылдың 29 мартынан Словакия НАТО-ға, 2004 йылдың 1 майында — Европа берлегенә инә, 2007 йылдың 21 декабрендә Шенген зонаһына, 2009 йылдың 1 ғинуарынан — еврозонаға ҡушыла[53].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • История почты и почтовых марок Словакии

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мельников, Г. П.История культур славянских народов: Древность и средневековье.— ГАСК, 2003.— С.471.
  2. Кишкин, Л. С. История литератур западных и южных славян. — М.: Индрик, 1997. — Т. 1. — С. 337.
  3. Иностранная литература. — Известия, 1993. — С. 152.
  4. Основные события в истории изучения неандертальцев
  5. Гановцы / Ganovce
  6. Вишняцкий Л. Б. Основные события в истории изучения неандертальцев
  7. Советская археология. — Изд-во Академии наук СССР, 1985. — Т. 1—4. — С. 153.
  8. Артименко, И. И. Археология Украинской ССР: Первобытная археология. — Наук. думка, 1985. — С. 133.
  9. Кухаренко, Ю. В. Археология Польши. — Наука, 1969. — С. 36.
  10. Монгайт, А. Л. Археология Западной Европы. — М.: Хайка, 1974. — С. 50.
  11. История Словакии, 2003, с. 33—34
  12. Боспорские исследования. — Крымское отделение института востоковедения НАН Украины, 2004. — Т. 6. — С. 4.
  13. Монгайт, А. Л. Археология Западной Европы. — Хайка, 1974. — С. 210.
  14. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 11
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 Краткая история Чехословакии, 1988
  16. Schmidt, Zoltán. Slovakia: Geographical and Historical Outline to the Excursion Guides of the 10th Congress of the Carpathian-Balkan Geological Association. — Dionyz Stur's Geological Institute, 1973. — С. 23.
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 История Словакии, 2003
  18. История Словакии, 2003, с. 35—39
  19. Turčan, Vladimír (2012). Veľkomoravské hradiská (The Great Moravian Castles) (in Slovak). Bratislava: Dajama. ISBN 978-80-8136-013-8.
  20. История Словакии, 2003, с. 39—45
  21. Андрушкевич, Ю. П. 100 лучших мест Европы. — М.: Эксмо, 2014. — С. 91.
  22. История Словакии, 2003, с. 45—54
  23. Barford P. M. (2001). The Early Slavs: Culture and Society in Early Medieval Eastern Europe. Cornell University Press. ISBN 0-8014-3977-9.
  24. Valentin Vasiljevič Sedov. Sloveni u ranom srednjem veku, Novi Sad, 2013, pages 419-421.
  25. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 36
  26. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 37
  27. История Словакии, 2003, с. 55—62, 64—71
  28. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 54
  29. Schmidt, Zoltán. Slovakia: Geographical and Historical Outline to the Excursion Guides of the 10th Congress of the Carpathian-Balkan Geological Association. — Dionyz Stur's Geological Institute, 1973. — С. 51.
  30. История Словакии, 2003, с. 135
  31. История Словакии, 2003, с. 112, 121, 133, 134
  32. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 95
  33. История Словакии, 2003, с. 143, 144, 146, 147, 149—152, 157, 168, 201—203
  34. История Словакии, 2003, с. 163—165, 169, 170, 172, 173, 175—177, 180, 181, 183—185, 198, 200, 203
  35. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 112
  36. История Словакии, 2003, с. 186—190, 192—195
  37. История Словакии, 2003, с. 208, 209, 211, 212, 215, 216, 221, 222, 224, 226, 228, 229
  38. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 167
  39. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 168, 170
  40. История Словакии, 2003, с. 226, 227, 229, 235, 239, 247, 249, 251, 253, 259, 261, 281, 282
  41. Серапионова, Е. П. Славяноведение // Документы чехословацкой внешней политики. Возникновение Чехословакии 1918 г. — М.: Наука, 1997. — Т. 3. — С. 106.
  42. Варга, Е. С. Капитализм XX века. — Гос. изд-во полит. лит-ры, 1961. — С. 32.
  43. Краткая история Чехословакии, 1988, с. 298
  44. História SRo.// rtvs.org.Дата обращения 17 марта 2016.
  45. История Словакии, 2003, с. 296, 299—304, 309—311
  46. Социалистическая индустриализация стран народной демократии. — Госпланиздат, 1960. — С. 114.
  47. Общественные науки за рубежом: Проблемы научного коммунизма. — Академия наук СССР, 1979. — С. 147.
  48. История Великой Отечественной войны. — Воен. изд-во Министерства обороны Союза ССР, 1962. — Т. 4. — С. 314.
  49. История Словакии, 2003, с. 317, 319—321, 325—327, 330, 332—334, 336—338
  50. 50,0 50,1 История Словакии, 2003, с. 337, 339—341, 343—348
  51. История Словакии, 2003, с. 349, 352—357, 358, 360, 361, 363—366
  52. История Словакии, 2003, с. 362, 367—371
  53. Премьер Словакии высказался против вступления Украины в НАТО. // lenta.ru. Дата обращения: 2016-3-17.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]