Эстәлеккә күсергә

Антанта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Антанта
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
1914 йылғы Рәсәй плакаты
1917 йылғы Рәсәй плакаты 

Антанта (франц. entente — килешеү) —  Рәсәй, Бөйөк Британия һәм Франция төҙөгән хәрби-сәйәси блок, «Өсәү берлеге»нә  (A-Entente — Германия, Австро-Венгрия һәм Италияға) яуап итеп төҙөлә. 1904—1907 йылдарҙа ойоша башлай, Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан формалашып бөтә.

Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Европала хәрби-сәйәси берлектәр

Антанта менән «Өсәү берлеге»нең   бер-береһенә ҡаршы тороуы Беренсе донъя һуғышы башланыуға сәбәпсе була.  Һуғышта Антантаға һәм уның союздаштарына Үҙәк державалар блогы ҡаршы тора. Германия был блокта төп урынды биләй.

  • 1891 йыл — Рәсәй  империяһы  менән Француз  республикаһы араһында Франция-Рәсәй берлеге булдырыу тураһында килешеү төҙөлә.
  • 1892 йылдың 5 (17) авгусы —  Рәсәй менән Франция араһында йәшерен хәрби конвенцияға ҡул ҡуйыла.
  • 1893 йыл — Рәсәй менән Франция  оборона берлеге төҙөй.
  • 1904 йыл — Англия менән Франция араһында килешеү төҙөлә.
  • 1907 йыл — Рәсәй менән Англия араһында килешеү төҙөлә.

Германияға ҡаршы коалицияның тулы составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ил Һуғышҡа инеү датаһы Иҫкәрмәләр
Сербия Сербия 1914 йылдың 28 июле   Һуғыштан һуң Югославияның нигеҙе булып тора.
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй  1914 йылдың 1 авгусы   1918 йылдың 3 мартында Германия менән сепарат килешеү төҙөй.
Франция Франция 1914 йылдың 3 авгусы  
Бельгия Бельгия 1914 йылдың 4 авгусы Нейтраль ил булараҡ, Германия ғәскәрҙәрен үткәреүҙән баш тарта, был һуғышта уның Антанта яғында сығыш яһауына сәбәп була.
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 1914 йылдың 4 авгусы
Черногория Черногория 1914 йылдың 5 авгусы Һуғыштан һуң Югославия составына инә.
Япония империяһы Япония 1914 йылдың 23 авгусы
Мысыр Мысыр 1914 йылдың 18 декабре
Италия Италия 1915 йылдың 23 майы «Өсәү берлеге»нең ағзаһы булараҡ, тәүҙә Германияға ярҙам итеүҙән баш тарта, шунан уның дошмандары яғына сыға.
Португалия Португалия 1916 йылдың 9 марты
Хиджаз Хижаз 1916 йылдың 30 майы Ғосман империяһының ғәрәптәр йәшәгән һәм һуғыш барғанда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән өлөшө.
Румыния Румыния 1916 йылдың 27 авгусы 1918 йылдың 7 майында сепарат солох төҙөй, әммә шул уҡ йылдың 10 ноябрендә ҡабат һуғышҡа ҡушыла.
Америка Ҡушма Штаттары США 1917 йылдың 6 апреле Антантала ағза булып тормай, бары тик уның союздашы ғына була.
Панама Панама 1917 йылдың 7 апреле
Куба Куба 1917 йылдың 7 апреле
Греция Греция 1917 йылдың 29 июне
Сиам Сиам 1917 йылдың 22 июле
Либерия Либерия 1917 йылдың 4 авгусы
Ҡытай Республикаһы Ҡытай 1917 йылдың 14 авгусы Китай рәсми рәүештә Антанта яғында була, ләкин формаль рәүештә генә; Ҡытайҙың ҡораллы көстәре хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай [1].
Бразилия Бразилия 1917 йылдың 26 октябре
Гватемала Гватемала 1918 йылдың 30 апреле
Никарагуа Никарагуа 1918 йылдың 8 майы
Коста-Рика Коста-Рика 1918 йылдың 23 майы
Гаити Республикаһы Гаити 1918 йылдың 12 июле
Шаблон {{флаг}} не знает варианта 1898.

Гондурас 1918 йылдың 19 июле
Боливия Боливия
Доминика Республикаһы Доминикан  республикаһы
Перу Перу
Уругвай Уругвай
Эквадор Эквадор
Сан-Марино Сан-Марино

Ҡайһы бер дәүләттәр Үҙәк  державаларға һуғыш иғлан итмәй,  дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөү менән сикләнә.

1919 йылда Германияны еңгәндән һуң Антантаның Юғары  советы  ғәмәлдә  «донъя хөкүмәте» функцияларын башҡара,   һуғыштан һуң яңы тәртипте урынлаштырыу менән шөғөлләнә, ләкин Антантаның  Рәсәйгә һәм  Төркиәгә ҡағылышлы сәйәсәтенең уңышһыҙлыҡҡа тарыуы уның ҡөҙрәтенең сикләнгәнлеген күрһәтә. Ойошманы еңеүсе дәүләттәрҙең байтаҡ мәсьәләләр буйынса бер-береһе менән уртаҡ фекергә килә алмауы эстән ашай.  «Донъя хөкүмәте» сифатында эшмәкәрлек йәйелдергән Антанта Милләттәр Лигаһын ойошторғас та юҡҡа сыға. 

Антантаның Рәсәйгә интервенцияһы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙәге Октябрь  революцияһы уның Антанта буйынса берлектәштәре тарафынан һәләкәт тип ҡабул ителә.  Бөйөк Британия, Франция һәм Италия, Рәсәйҙәге власты Германия яҡлы партия ҡулына төшөргән тип һанап, яңы режимдың дошманы булған көстәрҙе яҡларға һүҙ ҡуйыша. 

22 декабрҙә Парижда Антанта илдәре вәкилдәренең конференцияһы  Украинаның, казак өлкәләренең, Себерҙең, Кавказдың һәм Финляндияның большевиктарға ҡаршы  хөкүмәттәре менән бәйләнеш булдырырға һәм  уларға кредиттар бирергә кәрәк тип таба. 1917 йылдың  23 декабрендә Рәсәйҙә яуаплылыҡ өлкәләрен бүлешеү тураһында Англия  менән Франция араһында килешеү төҙөлә:  Бөйөк Британия зонаһына — Кавказ һәм казак өлкәләре, Франция зонаһына  Бессарабия, Украина һәм Ҡырым инә; Себер менән Алыҫ Көнсығыш  АҠШ һәм Японияның яуаплылыҡ зонаһына тапшырыла.

1918 йылдың 3 мартында  Брест солохо төҙөлә. Антанта был килешеүҙе танымауы тураһында белдерә, әммә Совет власына ҡаршы һуғышҡа инергә ашыҡмай, уның менән һөйләшеүҙәр алып барырға тырыша.  6 мартта бәләкәй генә инглиз десанты, ике рота морпех,  Рәсәйгә союздаштары ебәргән бик ҙур хәрби йөктө немецтарҙан һаҡлау өсөн Мурманскиға төшә, әммә  Совет  власына ҡаршы бер ниндәй дошмансыл хәрәкәттәр  эшләмәй  (30 июнгә тиклем[2]). Ике япон  гражданынынң үлтерелеүенә яуап итеп, 5 апрелдә япондарҙың ике ротаһы һәм британдарҙың ярты ротаһы  Владивостокҡа төшә, ике аҙнанан улар караптарына ҡайтарыла.   

Антанта илдәре менән большевиктар араһындағы мөнәсәбәттәр  1918 йылдың майында киҫкенләшә. Германия Совет  Рәсәйенән  Брест солохо шарттарын теүәл үтәүҙе, атап әйткәндә,  Антанта илдәренең һәм уның союздаштарының совет территорияһында булған бөтә хәрбиҙәрен ҡоралһыҙландырыуҙы һәм концлагерҙарға ябыуҙы талап итә. Был  чехословак корпусының баш күтәреүенә,  1918 йылдың авгусында Архангельскиға инглиздәрҙең 2 меңлек десанты төшөрөлөүгә һәм   япондарҙың Приморьеға һәм Забайкальеға йүнәлеүенә сәбәп була.

1918 йылдың ноябрендә Германия еңелгәндән һуң,  Антанта Ҡара диңгеҙ буйындағы рус ҡалаларын — Одессаны, Севастополде, Николаевты, шулай уҡ Кавказ аръяғын алырға тырышып ҡарай. Әммә Антанта ғәскәрҙәренең күпселек өлөшө Һуғышҡа инеп тә тормайынса  1919 йылдың  апрелендә   Одессанан һәм Ҡырымдан эвакуациялана.   

Алыҫ Көнсығышта   Япония, үҙ мәнфәғәттәрен күҙәтеп, әүҙем эш итә, әммә америкалылар тарафынан тотҡарлана. Англия  1919 йылдың яҙында  Грузия, Әрмәнстан һәм Әзербайжан хөкүмәттәре саҡырыуы буйынса ғәскәрҙәрен Кавказ аръяғына төшөрә.

Аҡтар хәрәкәтенә матди  ярҙам  Германияның еңелеүен рәсмиләштергән  Версаль солохон төҙөгәнгә тиклем дауам итә. Шунан һуң көнбайыш союздаштарҙың аҡтар хәрәкәтенә ярҙамы  яйлап туҡтатыла.  

Совет тарих фәнендә Антантаның Рәсәйгә интервенцияһы   Совет Рәсәйенә ҡаршы йүнәлтелгән һөжүм тип ҡарала.   

  1. Китай в Первой мировой войне
  2. Глава третья. За власть Советов 2009 йыл 5 июнь архивланған. // Козлов И. А., Шломин В. С. Краснознаменный Северный флот. — 3-е изд., доп. — М.: Воениздат, 1983. — 295 с.
рус телендә
башҡа телдәрҙә
  • Girault R. Diplomatie européenne et imperialisme (1871–1914). — P., 1997.
  • Schmitt B. E. Triple entente and triple alliance. — N. Y., 1934