Истрополитана университеты
Истрополитана университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1467 һәм XIV быуат[1] |
---|---|
Ректор | Янош Витез[d] |
Дәүләт |
Венгрия короллеге Словакия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Братислава[1] |
Архитектура стиле | late Gothic[d][1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1490 |
Мираҫ статусы | cultural heritage of Slovakia[d][1] |
Истрополитана университеты Викимилектә |
Истрополитана университеты (Истрополис университеты, лат. Universitas Istropolitana), XVI быуаттан хаталы рәүештә Истрополитан академияһы (лат. Academia Istropolitana) тип аталған) — Братиславала 1465/1467 — 1491 йылдарҙа булған университет. Словакия территорияһында нигеҙләнгән иң боронғо университет булған. Словакияның милли мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә инә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1465 йылда Венгрия короле Матвей (Матьяш) Корвин тарафынан Истрополис университеты нигеҙләнгән. Ошо ваҡыттан алып хәҙерге Словакияның юғары белем тарихы башлана. 1465 йылда Матьяш Корвин үтенесе буйынса Рим папаһы Павел II Чазманан Ян Паннонийға һәм Янош Витезға Венгрия короллегендә университет (ул ваҡытта илдә берҙән-бер, әммә беренсе түгел) асырға бойорған. Матьяш Корвин университетты Братиславала (Истрополиста) нигеҙләргә ҡарар иткән.
1467 йылда университеттың дүрт факультеты эшләй башлай: динде өйрәнеү, юридик, медицина һәм фәлсәфә. Университетта гуманистик һәм схоластик атмосфера батшалыҡ иткән, тәбиғәт тураһындағы фәнгә, математикаға, астрономияға һәм медицинаға ҙур әһәмиәт бирелгән. 1472 йылға тиклем уны менән Янош Витез һәм Братиславаның препошты Юрай фон Шёнберг етәкселек иткәндәр.
Университеттың тәүге уҡытыусылары Вена университетынан булған, һуңыраҡ Италиянан һәм Польшанан (Краковтан) уҡытыусылар килгән. 1467—1471 йылдарҙа университетта билдәле немец математигы, астрологы һәм астрономы Иоганн Мюллер (Региомонтан) эшләгән. Профессорҙар Братислава капитулы бай китапханаһының китаптары менән файҙалланғандар.
1472 йылда Янош Витез төрмәгә ябыла, сөнки ул 1471—1472 йылдарҙа Ян Панноний менән заговор ойошторған, уның һөҙөмтәһендә Польша короле Казимир IV Венгрияның тәхетен алырға тейеш булған. Бынан һуң күп кенә уҡытыусылар университтан киткәндәр.
1485 йылда Матьяш Корвин Вена ҡалаһын алғандан һәм 1486 йылда Юрай фон Шёнберг вафат булғандан һуң университет әкренләп бөлгөнлөккә төшә башлай. 1488—1490 йылдарҙа уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге туҡтала һәм уны финанслаған Матьяш Корвин вафат булғандан һуң университет ябылған.
Хәҙерге ваҡытта университет бинаһындп Башҡарыу сәнғәте юғары мәктәбенең Театр факультеты урынлашҡан.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Istropolis (килеш үҙәгреүендә: Istropolitana) атамаһы — Братиславаның грек атамаһы, ул «Дунай:ағы ҡала» (Ister = Дунай; Polis = ҡала) тип аңлатыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Истрополитана университеты Викимилектә |