Спиш замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Спиш замогы
словак. Spišský hrad[1]
Нигеҙләү датаһы XII быуат
Рәсем
Изображение интерьера
Рәсми атамаһы Spišský hrad[2]
Дәүләт  Словакия
Административ-территориаль берәмек Жегра[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 610 метр
Архитектура стиле роман архитектураһы[d], Яңырыу архитектураһы[d] һәм готик архитектура[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 41 426 квадрат метр
Рәсми сайт spisskyhrad.com/lokalita…
spisskyhrad.com/english/…
Асылған күренеш Спишске Подградье[d]
Вид из этого места
Вид с воздуха
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Spiš Castle[d]
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Spiš Castle[d]
Карта
 Спиш замогы Викимилектә

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 620
рус.англ.фр.
Замокҡа юғарынан күренеш

Спишский Град (Спиш замогы; словак. Spišský hrad) — Словакияның иң ҙур замогы, Спиш өлкәһенең тарихи үҙәге, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы. Спишске Подградье ҡалаһы янында, Левоча ҡалаһынан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Словакияның милли мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спишский Град (Спиш замогы) диңгеҙ кимәленән 634 метр (итәгенән алып яҡынса 200 метр) бейеклектәге тауҙа урынлашҡан. Замок стеналары төрлө участкаларҙа төрлө бейеклеккә эйә — 20 метрҙан 40 метрға тиклем, был үҙ сиратында замокты алыуҙы ҡатмарлаштырған.

Археологтар бында көнсығыш Словакияны солғап алған Буковогор мәҙәниәте торамаһын тапҡан. Пухово мәҙәниәте ҡаласығы иртә тимер быуатҡа ҡарай, уны кельттар нигеҙләгән тип иҫәпләнә. Ҡаласыҡ ҡая өҫтөндә күтәрелеп торған һәм таш каркасҡа эйә булған ер валы менән уратып алынған. Әммә беҙҙең эраның II быуатында уҡ был нығытлған ҡаласыҡ ташланылған. V-VI быуат араһында бында слванядар килеп сыға, улар күрше тауҙа Древеник (Drevenik) торамаһына нигеҙ һалғандар.

Х быуаттан XIII быуаттың уртаһына тиклем осор Венгрия короллеген һелкетеп торған локаль һуғыштар менән тулы булған. XI быуатта кельт торамаһы ҡалдыҡтарында Спиш замогына нигеҙ һалына. Фортификацион комплексының үҙәге таш башня була, археологтар буйынса ул XI—XII быуаттарҙа төҙөлгән. Үҙ ваҡыты өсөн ул ғәйәт ҙурлыҡҡа эйә булған, башня үҙәгендә урынлашҡан колоннаның диаметры ғына 3,4 метр тәшкил иткән. Колоннала уйымдар яһалған, уларға башняны бер нисә ҡатҡа бүлгән ағас өрлөктәр ҡуйылған. Эргәлә һыу резервуары һәм хужа резиденцияһы булған. Башня һаҡланмаған: ул XIII быуаттың беренсе яртыһында был таулы районда күҙәтелгән ҙур булмаған ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә емерелгән.

Спишский Град (Спиш замогы) яҙма сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1209 йылда телгә алына. Венгрия короле бойороғо буйынса XIII быуат башында үҙгәртеп ҡорола, өҫтәлмә рәүештә роман стилендәге яңы һарай һәм донжон төҙөлә. 1241 йылда Венгрия короле Бела IV Шайо йылғаһы буйында монголдарҙан еңелгәс Австрия герцогы Фридрих II ҡурсаулығы аҫтына ҡаса һәм уға монголдарға ҡаршы ярҙамы өсөн ҡаҙнаны һәм ерҙәрҙең бер өлөшөн бирә. Әммә быға тиклем ул Спиш замогы диуарҙарын нығытыу тураһында фарман сығарған, һөҙөмтәлә 1241 йылда замок гарнизоны Батый монголдарының һөжүмен уңышлы кире ҡаға.

Монголдар киткәндән һуң, король Бела IV Австрия эрцгерцоглығынан Венгрия короллегенә ҡайта. 1242 йылда Бела IV йәнәй Спиш замогын үҙгәртеп ҡорорҡа бойора. Үҙенең 1249 йылдың 19 сентябрендә яҙылған Яблонов (Jablonov) общинаһына грамотаһында король төҙөлгән башня һәм һарайҙы телгә алған. Был дәүерҙән хәҙерге ваҡытта һарай һәм сиркәү фундаменттары һаҡланып ҡалған.

XIII быуаттың икенсе яртыһында Спиш замогына Елизавета Куманская (король Бела IV килене) хужа булғас, итальян архитекторҙары замок фортификацияһын нығытҡандар. 1312 йылда билдәле Матуш Чак замокты уңышһыҙ ҡамауға алған.

Түбәнге Градты гетман Ян Искра төҙөткән

1443 йылда Венгрияла Граждандар һуғышы осоронда Венгрия тәхетенең вариҫы Ладислав Постумдың юғары гетманы Ян Искра замок хужаһы булып китә. Ян Искра замокҡа Түбәнге Градты өҫтөп төҙөй. 1464 йылда замок Запольяи (Запольскийҙар) магнат ғаиләһенең ҡулына күскән. Уның вәкилдәре бында бихисап яңы ҡаралтылар төҙөгән. Спиш замогында буласаҡ Венгрия короле Янош Запольяи тыуған.

1527 йылда замокты яңы хужаһы Изге Рим империяһы императоры Фердинанд I була. 1531—1635 йылдарҙа замокҡа Турзо мадьяр сауҙагәр ғаиләһе хужа була: уның вәкиле Алексис Турзо императорҙан ошо һәм тағыла бер нисә башҡа замоктарҙы һатып алған (Турзо ғаиләһе бөтә Европа буйлап баҡыр һатыу менән шөғөлләнгән). Алексей Турзо замокта яңы бастиондар төҙөй, роман ишектәрен яба, ә диуарҙарҙа пушкалар өсөн ектәр тиштерә.

1638 йылда Спиш замогы эектән уға дәғүә белдереүсе Чак мадьяр дворян нәҫеленә күскән. XVIII быуат башында хужалары уны ташлап китә, ә 1780 йылда көслө янғын замокты харабаларға әйләнедергән. 1945 йылда Икенсе донъя һуғышынан һуң тергеҙелгән Чехословакияның властары Чак мадьяр нәҫеленән замокты тартып алғандар.

1993 йылда Спишский Град ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Хәҙерге ваҡытта шулай уҡ Словакияның милли мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә инә һәм ҡәлғә ҡорамалдарын реставрациялау эштәре алып барыла.

Замокта йәшәгән билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]