Эстәлеккә күсергә

Жилина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жилина
словак. Žilina
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1069
Рәсем
Рәсми атамаһы Žilina
Дәүләт  Словакия[1]
Административ үҙәге Жилин крайы[d] һәм Жилина[d]
Административ-территориаль берәмек Жилина[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ваг[d]
Халыҡ һаны 82 656 кеше (1 ғинуар 2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 345 метр
Туғандаш ҡала Днепр[3][4][5]
Майҙан 80,03 км²
Почта индексы 010 01
Электрон почта radnica@zilina.sk
Рәсми сайт zilina.sk/eng/
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1297
Урындағы телефон коды 041
Номер тамғаһы коды ZA
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q77966768?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Žilina[d]
Карта
 Жилина Викимилектә

Жилина (словак. Žilina, венгр. Zsolna, нем. Sillein, пол. Żylina) — Словакияның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Кисуца һәм Райчанка йылғаларының Ваг йылғаһына ҡойған урында урынлашҡан, Жилина крайының үҙәге. Халҡы һаны яҡынса 86 мең кеше тәшкил итә.

Университет, Kia Motors Slovakia автомобилдәр төҙөү заводы бар

Будатин замогы, Мариин майҙаны ансамбле, күп һанлы костёлдар һәм һарайҙар һаҡланған.

Замок Будатинский

V быуатта төбәктә славяндар йәшәгән. Беренсе славян ҡаласығы Жилина биләмәһендә IX быуат менән даталана. Ҡала беренсе тапҡыр 1297 йылда телгә алына, 1327 йыл ҡала хоҡуҡтарын ала.

XIII быуат аҙағында Жилина ҙур янғындан зыян күрә, ҡалаға немец колонистары килә, улар уны төҙөкләндерә башлай. 1381 йылда Венгрия короле ҡалаға словактарҙың ялыуына яуап итеп, ҡала мэрияһына словактарҙы һәм немецтарҙы сиратлап һайлау ҡағиҙәләрен нығытыусы хоҡуҡтар бирә.

XV быуатта ҡала ныҡ үҫешә башлай. XVIXVII быуаттарҙа Жилина Венгрияла реформация үҙәге була. XVIII быуатта ҡалала янғындар һәм эпидемиялар башлана, ҡала ныҡ зыян күрә.XIX быуаттың икенсе яртыһында ҡала үҫешә башлай, бында бик күп завод һәм фабрикалар төҙөлә.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында ҡала 1945 йылдың 30 апрелендә Моравия-Остравия операцияһы барышында 4-се Украина фронты ғәскәрҙәре составындағы полковник В.Е. Васильевтың 138-се уҡсылар дивизияһы, генерал-лейтенант Н.В. Медведевтың 17-се гвардия уҡсылар корпусы, полковник Селнер Ярославтың 3-сө айырым чехословак пехота бригадаһы, бригада генералы Клапалек<span typeof="mw:Entity" id="mwSQ"> </span>Карелдың 1-се Чехословакия армия корпусы, полковник В.Ф. Мироновтың артиллерия бригадаһы азат итә[6]

Бөгөн Жилина ҡалаһы ҙурлығы буйынса Словакияла бишенсе булып тора, университет ҡалаһы (1953 йыл). 1960 йылда Жилин университетына нигеҙ һалына. Боронғо ҡала үҙәге 1990 йылда тергеҙелә. 2006 йылда Kia Slovakia Motors заводы эш башлай.

Жилина 49° төньяҡ киңлектә, 18° көнсығыш оҙонлоҡта, диңгеҙ кимәленән 345 м бейеклектә, таулы урында урынлашҡан.

Ҡала климаты сағыштырмаса йылы йәйе һәм һалҡын ҡышы менән дымлы континенталь. Июнь айында яуым-төшөм күберәк, февралдә— әҙерәк. Йәй июндән авгусҡа тиклем 3 ай самаһына һуҙыла, ҡыш — декабрҙә февралгә тиклем. Иң яҡты оҙон көн июнь–июлдә (16 сәғәт), иң ҡыҫҡа ваҡыт — декабрь (8 сәғәт).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 0 3 8 14 20 22 25 25 20 14 6 1 13,2
Уртаса минимум, °C −5 −5 −1 3 8 10 12 12 9 5 0 −4 3,7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 28,5 26,7 31,0 40,8 48,2 69,9 68,4 51,9 47,4 41,9 39,1 34,2 528
Сығанаҡ: WeatherAtlas

Жилина ҡалаһының халҡы һаны[7][8].

Жилина халҡы[9]
Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ
1890 4100 1950 18000 1980 83000 2014 90 000
1900 5600 1961 32500 1991 83911 2017 325 103
1910 9200 1965 37000 2001 85400 2018 110 000-дән
1921 12000 1970 41800 2011 81494 2019 500 114
1930 17500 1975 56000 2012 84360 2020 550 130

Жилинала транспорт автобус һәм троллейбустарҙан ғибәрәт. 1994 йылда Жилинала троллейбус хәрәкәте асыла.

Ҡала Цоргонь-Лигала сығыш яһаусы «Жилина» футбол клубы бар.

zilina.sk — города Жилина рәсми сайты  (словак.)