Эстония тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эстонияның тарихы — хәҙерге Эстонияның территорияһына кешеләр күсеп йәшәй башлаған саҡтарҙан бөгөнгө көнгә тиклем булған тарихи ваҡиғалар.

Кеше торлаҡтары был территорияла беҙҙең эраға тиклем 9500-9600 йылдарҙа кунд мәҙәниәт сиктәрендә барлыҡҡа килә. X—XII быуаттарҙа йәмғиәттең тәү феодаль структураһы барлыҡҡа килә, ерҙәр башында аҡһаҡалдар һәм хәрби дружина башлыҡтары тора.

XIII быуатта тәре йөрөтөүселәр, эстарҙың ҡаршылығын еңеп, был ерҙәрҙе Ливон орденының составына индерәләр. Шул ваҡыттарҙан алып немецтар бер нисә йөҙ йылдар буйы Эстонияла хакимиәт структураларында, мәҙәниәттә, иҡтисадта һ.б. өҫтөнлөк алалар. XVI быуатта Эстония Реформация дәүерен кисерә, шул ваҡыттан уның территорияһында төп дини конфессия булып протестантизм ҡала. Шул уҡ XVI быуатта Ливония һуғышынан һуң төньяҡ Эстония Швеция составына инә, ярты быуаттан һуң көньяҡ Эстония ла Швецияға индерелә.

Рәсәй һәм Швеция араһындағы Төньяҡ һуғышынан һуң Эстония 1721 йылда Рәсәй империяһы составына индерелә. 1897 йылдағы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса Эстонияла 958 000 кеше йәшәгән, шуларҙың 90 % саҡ ҡына артығын эстондар тәшкил иткән, урыҫтар — 4 %, немецтар — 3,5 % булған.

Рәсәй империяһы тарҡалғандан һуң 1918 йылдың 24 февралендә бойондороҡһоҙ демократик Эстония Республикаһы иғлан ителә. Бойондороҡһоҙлоҡ Азатлыҡ һуғышында яулап алына. 1920 йылдың 2 февралендә Совет Россияһы Эстония менән бер-береһен таныу тураһында тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуялар. 1921 йылдың 22 сентябрендә Эстония Милләттәр лигаһының ағзаһы була.

1939 йылда СССР менән Германия йоғонто яһау илдәрен бүлешеп алалар, 1939 йылдың сентябрендә Советтар Союзы Эстонияны «Ярҙам итешеү тураһында пакт»ҡа ҡул ҡуйҙырта, ә1940 йылдың 6 авгусында Эстония СССР составына индерелә. 1941 йылдың 7 июлендә нацистар Германияһы Эстония территорияһын баҫып ала, оккупация 1944 йылдың 24 ноябренә тиклем дауам итә. Совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң, Эстония яңынан СССР составына индерелә. АҠШ һәм ҡайһы бер башҡа илдәр Эстонияның СССР составына индерелеүен де-факто таныһалар ҙа де-юре танымайҙар.

1990 йылдың 8 майында Эстония яңынан бойондороҡһоҙ тип иғлан ителә. 1991 йылдың 17 сентябрендә Эстония БМО-ға ҡабул ителә. 2004 йылда Эстония Европа Союзы һәм НАТО-ның ағзаһы була.

Боронғо һәм тарихҡаса булған дәүер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстонияның төньяғында бронза быуатының таш ҡәберлектәре

Хәҙерге Эстония территорияһында кешеләр боҙлоҡ дәүере үткәс кенә йәшәй башлайҙар. Археологик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иң боронғо кешеләрҙең йәшәгән урыны булып Пярну йылғаһы буйындағы боронғо кешеләр торлағы һанала, ул Синди ҡалаһы янындағы Полли ауылы эргәһендә яҡынса беҙҙең эраға тиклем 9500-9600 йылдарҙа булған. Шул һәм һуңыраҡ барлыҡҡа килгән аусылар һәм балыҡсылар торлаҡтары кунд мәҙәниәтенә ҡарай[1][2]. Ул мезолитҡа (V меңйыллыҡ, беҙҙең эраға тиклем) дәүеренә тиклем була[3]. V эранан III мең эраға тиклем Эстония территорияһында нарв мәҙәниәте һәм ямочно-гребенчатый керамика мәҙәниәте халыҡтары йәшәгән [4]. Неолит (IV—II мең эраға тиклем) дәүерендә уларҙы шнур керамикаһы мәҙәниәте алмаштыра. Неолит дәүеренең икенсе яртыһында, б.э.т. 2900 йылдарҙан Эстония территорияһында мал-тыуар тота башлайҙар — һыйыр, кәзә, һарыҡ һәм сусҡа[3]. Беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡта малсылыҡ менән шөғөлләнеү хужалыҡтың төп тармағына әйләнә [6].

Беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡта хәҙерге Эстония территорияһындағы халыҡ ултыраҡ тормошҡа күсә, беренсе нығытылған торлаҡтарын төҙөй. Иң билдәлеләре — Таллин янындағы Сааремаа, Иру утрауҙарындағы Ридала һәм Асва. Шул уҡ I мең йыллыҡта күршеләре менән диңгеҙ аша ла, ҡоро ер аша ла бәйләнештәре барлыҡҡа килә. Был осор археологияла таш ҡәберлектәр мәҙәниәте булараҡ билдәле[4]. Беҙҙең эраның беренсе быуатында игенселек хужалыҡтың төп тармағына әүерелә, 2-се яртыһында ерҙе мал-тыуар ярҙамында һөрөп эшкәртә башлайҙар[5].

Эстония атамаһы"Aestii« һүҙенән алыныуы мөмкин, ул беренсе тапҡыр рим тарихсыһы Тациттың б. э. 98 йылында „Германдарҙың сығышы һәм Германияның урынлашҡан ере“ тигән трактатында телгә алына[6][7]. Уныңса, германдар тип Висла йылғаһының төньяҡ-көнсығышында йәшәгән халыҡтарҙы атағандар. Политолог Рейн Тамагыпа билдәләүенсә, эстон халҡы был ерҙәрҙә меңәр йылдар йәшәп, уның төп халҡы булып тора[11]. Эстон теле сығышы буйынса фин-уғыр төркөмөнә ҡарай[8], телде ҡулланыусы ырыуҙар хәҙерге Эстония территорияһында беҙҙең эраға тиклем яҡынса 3300-3200 йылдарҙа көнсығыш һәм төньяҡтан миграция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндәр[9].

Маакондар XIII быуат башында Эстония территорияһында

Эстонияның тарихы — хәҙерге Эстонияның территорияһына кешеләр күсеп йәшәй башлаған саҡтарҙан бөгөнгө көнгә тиклем булған тарихи ваҡиғалар.

1030 йылдарҙа эстония ерҙәренә кенәз Ярослав Мудрый яу менән бара. Ул Юрьев (Тарту) ҡалаһына нигеҙ һала. 1061 йылда урындағы ырыуҙар ҡаланы тартып алалар[18]. Артабан эстар һәм псковтар менән новгородлылар XIII быуат башына тиклем бер-береһенә барымта-ҡарымта менән йөрөшәләр[19][10] Бындай конфликттар эстерҙарҙың скандинав викингтары менән IX быуаттарҙа ла була[8][6].

Урта быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстонияла Урта быуат — XIII быуат башынан - XVI быуаттың икенсе яртыһына тиклемге дәүер һанала, йәғни христиан дине таратыла башлағандан Лионск һуғышына тиклемге осор[11].

Эстонияға христианлыҡ Европаның башҡа илдәренә ҡарағанда шаҡтай һуңыраҡ килә. Башта миссионерҙар килә, һуңынан хәрби экспансия башлана: папа курияһы, Гамбург-Бремен архиепископтары, Тевтон ордены, Датск һәм Швед короллеге. Эстарҙы христианлыҡҡа йәлеп итеү 1170-се йылдарҙа уҡ башлана, тик уңышһыҙ була[12].

Эстонияны крестоносецтарҙың яулауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Датск Эстляндияһы һәм Ливон конфедерацияһы

XII быуатта Ливон крестовый походы башлана. Эстон ерҙәренә крестоносецтар 1206—1208 йылдарҙа барып етәләр.[23][13][14].

1219 йылда дания короле Вальдемар II Төньяҡ Эстонияны яулай. Немец Меченосецтар ордены Көньяҡ Эстонияны 1224 йылда, утрау Сааремааны (Эзель) 1227 йылда яулай. Һөҙөмтәлә был ерҙәр Ливон орденының ҡул аҫтына эләгә[8].

Баҫҡынсыларға ҡаршы воостаниелар күтәрелеп тора, иң билдәлеһе — Юрьев төн восстаниеһы 1343 йылда була[28].

Администрация һәм хөкөм итеү немец магистрҙарының ҡулында була. Эстондар 80 % булһалар ҙа тик крәҫтиәндәр генә булалар, 1816—1819 йылдарҙа крепостное право бөтөрөлгәнгә тиклем хоҡуҡһыҙ булып ҡалалар[15].

Эстонияның халҡы 1550 йылда яҡынса 250 мең кеше тәшкил итә, уларҙың иң кәмендә 6 проценты ҡалаларҙа йәшәгән, шул иҫәптән 8000 Таллинда һәм 6000 Тартула[33] Рус ҡалалары һәм Көнбайыш менән сауҙа иткәндә Эстония шәһәрҙәренең роле ҙур була[37]. Беренсе Эстония китапханаһы Таллинда 1552 йылда ойошторола[38].

Эстония Яңы ваҡытта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ливония һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нарваның Иван Грозный тарафынан яулап алыныуы
Маакондар XIII быуат башында Эстония территорияһында

XVI быуатта Ливония конфедерацияһы, Рус батшалығы, Литваның бөйөк кенәзлеге, Швеция һәм Дания короллектәре ҙур, оҙаҡҡа һуҙыла торған конфликтҡа инәләр. Низағ сыҡҡан территория иҫәбендә хәҙерге Эстония территорияһы ла була. Был конфликт 1558 йылдан 1583 йылдарға тиклем була, Ливония һуғышы исеме ала. Эстонияны Швеция, Речь Посполитая, Дания бүлеп алалар. Ярты быуаттан һуң Көньяҡ Эстония ла шулай уҡ Швецияға Альтмарк килешеүе буйынса тапшырыла[16][17].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Siim Veski and other. Early Holocene coastal settlements and palaeoenvironment on the shore ofthe Baltic Sea at Parnu, southwestern Estonia (инг.) // Quaternary International. — Elsevier, 2005. — Т. 130. — С. 75–85. — ISSN 1040-6182.
  2. Kriiska A. The Chronology of the Estonian Stone Age // Stone age Settlement and Economic Processes in the Estonian Coastal Area and Islands. — University of Helsinki. — ISBN 951-45-9858-X.
  3. Крийска А., Тваури А. Каменный век. Эстоника (15 март 2010). Дата обращения: 2013-9-29. 2013 йыл 14 июнь архивланған.
  4. Каменные могильники — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәләБольшой советской энциклопедии.
  5. Первобытнообщинный строй // Советская Эстония. Энциклопедический справочник. — Таллин: Валгус, 1979.
  6. Marcantonio Angela. The Uralic language family: facts, myths and statistics. — Oxford, UK: Blackwell, 2002. — P. 21–23. — ISBN 0-631-23170-6.
  7. Collinder B. An Introduction to the Uralic Languages. — University of California Press, 1975. — P. 12. — 167 p.
  8. 8,0 8,1 8,2 Baltic states. Introduction. Early Middle Ages. The conquest of Estonia and Latvia (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  9. Жеребцов И. Л. Климат в древней истории финно-угорских народов // Известия Коми научного центра УРО РАН. — Сыктывкар, 2010. — В. 1. — С. 87-92.
  10. Отношения с Древне-Русским государством. Histrodamus. НКО Центр Живой Истории Эстонии. Дата обращения: 2014-4-1.
  11. Кала Т. Источники. Эстоника (6 октябрь 2009). Дата обращения: 1 октябрь 2013. 2013 йыл 14 июнь архивланған.
  12. Кала Т. Завоевания и формирование нового административного деления. Эстоника (6 октябрь 2009). Дата обращения: октябрь 2013. 2013 йыл 15 июнь архивланған.
  13. Вареп Э. Ф., Тармисто В. Ю. Эстония / М. И. Ростовцев. — М.: Мысль, 1967. — С. 189. — 253 с.
  14. Estonia. German conquest (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online.
  15. Эстония в энциклопедии „Кругосвет“
  16. Даты эстонской истории. Посольство Эстонии в Москве. Дата обращения: 2013-9-27.
  17. Королюк В. Д. Ливонская война: к истории внешней политики Русского централизованного государства во 2-й половине XVI века. — АН СССР, 1954.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]