Грузия тарихы
Грузия тарихы | |
Дәүләт | Грузия[1] |
---|---|
Грузия тарихы Викимилектә |
Грузия (груз. საქართველო Сакартве́ло) — Төп Кавказ һыртының көньяҡ битләүҙәрендә, Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан Көньяҡ Кавказдағы тарихи төбәк һәм хәҙерге дәүләт атамаһы. Төп халҡы булып Кавказдың һәм донъяның боронғо халыҡтарының Европеоид расаһына ҡараған боронғо ерле халыҡтарҙың береһе — картвелдар тора, тап улар Грузин дәүләтенең тарихын барлыҡҡа килтерә[2](см.).[3][4].
Грузия тарихы (груз. საქართველოს ისტორია) Аббевиль мәҙәниәте һәйкәлдәренән башланып, бөгөнгө ваҡиғалар менән тамамланған оҙайлы ваҡытты үҙ эсенә ала. Кавказ төбәктәре менән бер рәттән Грузия кешелек цивилизацияһы һәйкәлдәре табылған һәм металлургияның, шараптың тыуған ере иҫәбенә инә. Грузия тарихында беренсе ҡәбилә берләшмәһе, һуңыраҡ дәүләт булып беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ аҙағында телгә алынған Диаоха тора[3].
Грузияның алтын быуаты (груз. საქართველოს ოქროს ხანა) беҙҙең эраға тиклем XI һәм XIII быуттар башына тура килә. Үҫешеү ваҡыты Бөйөк тип нарыҡланған Тамара батшабикә (1184—1210) идара иткән осор һанала. Уның хакимләғә ваҡытында Грузия сәскә ата, грузин әҙәбиәтенең шедевры — Шота Руставелиҙың «Витязь в тигровой шкуре» поэмаһы яҙыла[5]. «Алтын быуаттан» һуң оҙайлы ваҡыт Грузия монгол, фарсы һәм төрөк хакимлығы аҫтында була, ваҡыты-ваҡыты менәән генә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Быҫҡынсылыҡ һөҙөмтәһендә берҙәм грузин батшалығы Картли, Кахети, Имерети һәм Самцхе-Саатабагоға бүленә. Феодалдарҙың көсәйеүе арҡаһында Имеретин батшалығы Мегрель һәм Гурия кенәзлектәрен, Абхазияны юғалта[6].
Грузияның яйлап тергеҙелеүе 1762 йылда Картли менән Кахетиҙың берләшеүенән һуң башлана. 1783 йылда Рәсәй менән Грузия араһында Георгий трактаты төҙөлә. 1801—1864 йылдар осоронда грузин батшалыҡтары һәм кенәзлектәре Рәсәй империяһы составына инә һәм унда 1918 йылға тиклем була. һуңынан беренсе Грузин демократик дәүләте — Грузия Демократик Республикаһы ойошторола. 1921 йылдың 25 февралендә 1921 Грузия Демократик Республикаһы Ҡыҙыл Армия частары тарафынан бөтөрөлә. 1991 йылдың 9 апрелендә Грузия Юғары Советы бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында акт ҡабул итә, әммә шул уҡ йылдың аҙағында, СССР тарҡалғанға тиклем Грузия формаль рәүештә уның составында ҡала. 1991 йылдың 26 декабренән Грузия — бойондороҡһоҙ дәүләт. 1992 йылдың 31 июленән Грузия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gruzínsko dejiny // https://autority.snk.sk/cgi-bin/koha/opac-authoritiesdetail.pl?marc=1&authid=90604 (словак.)
- ↑ Цитата: "Грузинский народ, прошёл очень длительный период своего развития и является одним из древнейших народов существующих в современное время, распространённый с древности на обширной территории Кавказа."history.wikireading.ru/215965
- ↑ 3,0 3,1 Лэнг Дэвид М., 2008
- ↑ Цитата: «Кавказский тип — для изучения я взял именно этот тип, горский тип Кавказа, потому как его южный склон производит самую красивую расу людей; под этой расой я в первую очередь подразумеваю грузин. Все физиологические признаки сводятся к этому. Таким образом мы должны с большей уверенностью утверждать, что Кавказ — это место рождения человечества.»https://www.irakly.info/blumenbach-t2823.html 2018 йыл 10 август архивланған.
- ↑ Encyclopaedia Britannica
- ↑ Капица Ф. С. Предисловие // Лэнг Дэвид М., 2008
- ↑ Официальный сайт ООН
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хелтуплишвили М. В. Вступление Грузии в состав Российской империи. — Кутаиси, 1901. — 103 с.
- Allen, W.E.D. A History of the Georgian People, 1932.
- Ammon, Philipp. Georgien zwischen Eigenstaatlichkeit und russischer Okkupation: Die Wurzeln des russisch-georgischen Konflikts vom 18. Jahrhundert bis zum Ende der ersten georgischen Republik (1921). — Klagenfurt, 2015. — ISBN 978-3902878458.
- Anchabadze, George. History of Georgia: A Short Sketch — Tbilisi, 2005. — ISBN 99928-71-59-8
- Assatiani, N. and Bendianachvili, A. Histoire de la Géorgie — Paris, 1997.
- Avalov, Zurab. Prisoedinenie Gruzii k Rossii, Montvid — S.-Peterburg 1906.
- Braund, David. Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia 550 BC-AD 562 — Oxford, Clarendon Press, 1994. — ISBN 0-19-814473-3.
- Bremmer, Jan, & Taras, Ray. «New States, New Politics: Building the Post-Soviet Nations» — Cambridge University Press, 1997.
- Gvosdev, Nikolas K. Imperial policies and perspectives towards Georgia: 1760—1819 — Macmillan, Basingstoke 2000. — ISBN 0-312-22990-9.
- Iosseliani, P. The Concise History of Georgian Church — 1883.
- Lang, David M. The last years of the Georgian Monarchy: 1658—1832 — New York: Columbia University Press, 1957.
- Lang, David M. The Georgians. — 1966., на русском:
- Лэнг Дэвид М. Грузины = The Georgians. — М., 2008. — ISBN 978-5-9524-3813-2.
- Lang, David M. A Modern History of Georgia — 1962.
- Manvelichvili, A. Histoire de la Georgie — Paris, 1955.
- Salia, K. A History of the Georgian Nation — Paris, 1983.
- Steele, Jon. «War Junkie: One Man`s Addiction to the Worst Places on Earth» — Corgi, 2002. — ISBN 0-552-14984-5.
- Suny, R.G. The Making of the Georgian Nation — 2nd Edition — Bloomington and Indianapolis, 1994. — ISBN 0-253-35579-6.