Малайзия тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
⚙️ Малайзия тарихы
Тарихҡа тиклемге Малайзия
Иртә батшалыҡтар
Мосолман дәүләттәре
Колониаль осор
Күсеү осоро


Иртә осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихсылар фекеренсә, хәҙерге малай халҡының ата-бабалары Малайзияға беҙҙең эраға тиклем 2500 һәм 1000 йылдар арауығында көньяҡ Ҡытайҙан килгән.

Беҙҙең эраның башында халыҡ-ара сауҙаның көсәйеүе һөҙөмтәһендә Малакка боғаҙы Һиндостан һәм Ҡытай сауҙагәрҙәренең осрашыуы өсөн иң уңайлы урындарҙың береһе булып китә. Бында сауҙа торамалары барлыҡҡа килә башлай, сауҙагәрҙәрҙең айырым төркөмдәре төбәктең хужалыҡ тормошонда өҫтөнлөк итә.

VII быуаттан XI быуатҡа ҡәҙәр Малакка боғаҙы төбәгендә иң ҡеүәтле дәүләт Шривиджая була, ул Суматра утрауының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. VII быуатҡа ҡараған таш яҙмалар Шривиджайя короллеге биләмәләрендә табыла һәм малай теленең иң боронғо варианты тип иҫәпләнә.

Малакка солтанлығы һәм һуңғы осор дәүләттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIV быуатта Маджапахит империяһы

XIV быуатта Шривиджайя дәүләте Маджапахит индонезий империяһы йоғонтоһона эләгә, ә артабан Маджапахит менән бергә бөтөнләй юҡҡа сыға. 1402 (йәғни 1403) йылда Малакка ярымутрауында Маджапахит принцы Парамешвара тарафынан Малакка солтанлығына нигеҙ һалына. Солтанлыҡтың баш ҡалаһы Малакка була. Йәшәй башлауының тәүге йылдарында уҡ Малакка солтанлығы Ҡытай императоры тарафынан дипломатик рәүештә таныла, был солтанлыҡтың сәскә атыуына булышлыҡ итә. XV быуат уртаһында солтанлыҡта ислам дәүләт дине булараҡ ҡабул ителә, был илгә һинд һәм ғәрәп мосолмандарының яғынан таяныс бирә.

XV быуат Малакка солтанлығының сәскә атыу дәүере булып китә. Солтанлыҡ халыҡ-ара сауҙаның үҫешенә булышлыҡ итә һәм бөтә Көньяҡ-Көнсығыш Азияның төп склад һәм йөк күсереп тейәү пункты функцияһын башҡара. Төбәк мосолман сауҙагәрҙәренең Малай архипелагы утрауҙарына йоғонтоһо шул тиклем ҙур була, хатта малай теле аралашыуҙың универсаль ысулына әйләнеүенә һәм төбәктә исламдың таралыуына килтерә.

Малакка ҡалаһында Сантьяго португал ҡапҡаларының емереклектәре

Тәмләткестәр сауҙаһын үҙ контроленә алырға теләгән португалдар, 1498 йылда Һиндостанға киләләр; һәм 1509 йылда уҡ Диогу Лопиш де Сикейраның португал экспедицияһы Малаккаға барып етә, ә 1511 йылда Малакка ҡалаһы Афонсу д’Албукерки ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына. Солтан һәм уның ярандары ҡасып китергә мәжбүр була. Бер нисә йыл үткәс, Малакканың хакимлыҡ итеүсе династия вәкилдәре ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөндә, Джохор ҡалаһында төпләнә. Был осорҙа Малакка ярымутрауында бер нисә солтанлыҡ барлыҡҡа килә, улар араһынан иң ҡеүәтлеһе Джохор була. Әммә яңы барлыҡҡа килгән дәүләттең хәле хәүефле була. Был ваҡытҡа ҡарай Малаккала нығынған португалдарҙың янауынан тыш, дәүләткә даими рәүештә Суматра утрауында урынлашҡан Ачех солтанлығы һөжүм иткән. Шулайҙа Джохор һөжүмдәрҙе уңышлы кире ҡаға, ә 1641 йылда Голландия менән берлектә португалдарҙан Малакканы кире ҡайтарып алғас, уның йоғонтоһо көньяҡ, үҙәк һәм көнсығыш Малайяға һәм Суматраның көнсығыш яр буйына тарала.

Малай донъяһының емерелеүе һәм тышҡы интервенция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1699 йылда Джохор солтанын үҙ һарай кешеләре үлтерә. Бендахар солтан итеп һайлана, әммә ул сығышы менән король нәҫеленән булмай. Шунлыҡтан Суматраның минангкабау халҡы йәшәгән районынан сыҡҡан Раджа Кечил үҙен үлтерелгән солтандың улы тип иғлан итә. Төбәк халҡының ярҙамы менән ул ғәскәр туплай һәм Риау архипелагында урынлашҡан Джохорҙың баш ҡалаһын яулап ала. Ҡолатылған бендахарҙың ғаиләһе союздаштарһыҙ ҡала һәм голландтар тарафынан яулап алынған Сулавеси утрауының көньяғынан килгән бугис ҡасаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Улар ярҙамында ихтилалсылар тар-мар ителә, ә Джохорҙың территорияһы баш ҡалаһы менән бергә йәнә бендахар ҡулы аҫтына күсә.

Малакка ҡалаһында Голланд майҙаны (XVIII б.)

Голландия Ост-Һинд компанияһы инглиздәрҙең бугистар менән союзға инеүҙән ҡурҡа. 1756—1758 йылдарҙа, ә һуңынан 1783—1787 йылдарҙа голландтар һәм бугистар араһында ҡораллы бәрелештәр була. Һөҙөмтәлә тигеҙ яҡлы булмаған килешеү төҙөлә, ул фактик рәүештә Джохорҙы вассал дәүләткә әүелдерә. Джохор солтаны Мәхмүт иланундарға голландтарҙы тар-мар итергә тәҡдим итә, улар быға риза була. Иланундар ҙур, яҡшы ҡоралланған шхуналарҙа килә һәм Риауҙа барлыҡ голланд нығытмаларын емереп, архипелагты яулап алалар. Бынан һуң солтан Мәхмүт иланундарға архипелагты ташлап китергә тәҡдим итә, ләкин улар уны кире ҡаға. Солтан үҙе Риауҙы ташлап китергә мәжбүр була, сөнки ул голландтарҙың үс алыуынан ҡурҡа һәм илалун ҡәбиләһе алдында бурысын үтәргә теләмәй.

Ваҡыт үтеү менән, Голландия менән килешеп, солтан Риауға ҡайта. Әммә XVIII быуат аҙағында Джохор солтанлығынан Паханг, Кедах, Тренгану һәм Селангор айырылып сыға. 1812 йылда солтан Мәхмүт вафат булғас, уның ике улы ла тәхеткә үҙ дәғүәһен белдерә. Бугистар һәм голландтар кесе улын, ә малай халҡы һәм инглиздәр оло улын яҡлап сыға. 1819 йылда инглиздәр оло улын Сингапур хакимы итеп тәғәйенләй. Тиҙҙән Сингапур сауҙа үҫеше һөҙөмтәһендә үҫеш буйынса Риауҙы уҙып китә.

Британия колониаль биләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Бөйөк Британия Сингапурҙа тик Ҡытайға британ тауарҙарын ташыу юлындағы сауҙа пунктын ғына күрә, әммә тиҙҙән Сингапурҙың урынлашыу уңайлылығын аңлап ала. Бөйөк Британияның Малакка ярымутрауында йоғонтоһо арта барыу менән бергә британ сауҙагәрҙәре өҫтөнлөклө урын биләй башлай. Перак солтанлығында аҡ ҡурғаш табыу шахталары зонаһындағы бәрелештәр һөҙөмтәһендә 1874 йылда Бөйөк Британия Пангкор килешеүен төҙөргә ирешә, уға ярашлы британ кәңәшсеһе Перак солтанына нәсихәттәр бирергә хоҡуҡ ала. Пангкор килешеүе Селангор, Негри-Сембилан һәм Паханг солтанлыҡтары менән килешеү төҙөү өсөн өлгө булып хеҙмәт итә.

Куала-Лумпур ҡалаһында иҫке тимер юл вокзалы (британ осоро, XIX быуат аҙағы)

1826 йылда Стрейтс-Сетлментс — төбәктә инглиздәрҙең тәүге колониаль дәүләт берәмеге булып китә. Уның составына Сингапур, Малакка, Пенанг һәм Уэлсли провинцияһы керә. 1896 йылда Перак, Селангор, Негри-Сембилан һәм Паханг федерацияға берләшә. 1914 йылда Британия Малайяһы составына Джохор солтанлығы инә.

XX быуаттың беренсе яртыһында Британия Малайяһының байлығы аҡ ҡурғаш табыуҙа һәм каучук етештереүҙә тора. Ингиз инвесторҙары перспективалы колонияға күпләп аҡса һалғандар. Эшсе көстәренең етешмәгәнлеген Ҡытай һәм Һиндостандан килгән иммигранттар иҫәбенә ҡапланған. Колонияның һәр бер этник төркөмдөң хле улырҙың эше менән билдәләнгән. Иң юғары баҫҡысты инглиздәр биләй, улар идара итеү вазифаларын башҡара, түбәндәрәк баҫҡысты ҡытайҙар тотҡан, улар башлыса сауҙа иткән, файҙалы ҡаҙылмалар табыу менән шөғөлләнгән һәм плантациялар артынан күҙәткән, унан түбәнерәк баҫҡыста һиндтар булған, улар төрлө эштәрҙә эшләйҙәр, башлыса тимер юлдарҙа һәм каучук етештереүҙә эшләгәндәр, ә иң түбәнге баҫҡысты малай халҡы биләгән, улар төбәк чиновниктар аппаратында бәләкәй вазифалар башҡарған һәм баҫыуҙарҙа йәки плантацияларҙа эшләгәндәр.

Япон оккупацияһы һәм ғәҙәттән тыш хәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сигенеүсе инглиздәр малай резинаһы складын яға (1941 йылдың декабре)

1941 йылдың 8 декабрендә Япония ғәскәрҙәре Малакка ярымутрауына баҫып инә, ә 1942 йылдың февралендә улар тарафынан бөтә территория, шул иҫәптән Сингапур яулап алына.

Япония капитуляцияһынан һуң инглиздәр кире киләләр һәм Малай Берләшмәһен төҙөү планын тәҡдим итәләр. Һуғыш осоронда эшләнгән проект төрлө этник төркөмдәренә ҡарата властарҙың мөнәсәбәтен көйләй.

Малай халҡы инглиздәрҙең тәҡдименә ҡаршы сыға. 1946 йылдың мартында тәүге малай сәйәси берләшмәһе — Берләшкән малай милли ойошмаһы төҙөлә, ул бөтә ил масштабында эшләй һәм малай йәмәғәтенең мәнфәғәттәрен ҡайғырта. Малай Берләшмәһе йәшәй алмағас, 1948 йылдың 1 февралендә уның урынына малай халҡының милли дәүләте — Малай Федерацияһы барлыҡҡа килә.

1948 йылдың июлендә Британия колониаль хөкүмәтенә ҡаршы ҡораллы көрәш башлана. Британ властары илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә. Малайзия хөкүмәте ҡытайҙарҙы «яңы ауылдар» тип аталған урындарға күсерергә ҡарар итә. 1949 йылда Бөйөк Британия хөкүмәте тиҙҙән бойондороҡһоҙ Малай дәүләте төҙөләсәген белдерә. 1950-се йылдарҙа илдә хәл тотороҡлана, әммә ғәҙәттән тыш хәлде тик 1960 йылда бөтөрә. Шулай ҙа 1960 йылда Эске хәүефһеҙлек тураҙында закон ҡабул ителә, ул илдең теләгән бер гражданинын судһыҙ 2 йылға тиклем төрмәлә тоторға рөхсәт биргән[1].

Бойондороҡһоҙ алыу һәм Малайзия дәүләтен төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү (1957 г.)

Берләшкән малай милли ойошмаһы һәм Малайяның ҡытай ассоциацияһы партияларының уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе 1952 йылдағы төбәк һайлауҙарының үҙенсәлеге булып тора. Уларға Малайяның һинд конгрессының ҡушылыуынан һуң, был өс сәйәси партия берҙәм Союз партияһын булдыра, ул был яңы дәүләттә хакимлыҡ итеүсе булып китә. Премьер-министр Тунку Абдул Рахман осоронда яуаплы дәүләт вазифаларында ингиздәрҙе малай халҡының вәкилдәре менән алмаштырыу башлана. Шул уҡ ваҡытта малай халҡының үҙҙәрен илдә һиндтарҙың һәм ҡытайҙарҙың һаны 45 %-ҡа барып етеүе борсой.

1963 йылда бойондороҡһоҙ дәүләт — Малайзия Федерацияһы булдырыла, уның составына малай халҡы йәшәгән Сингапур, Сабах һәм Саравак ингән. 1965 йылда Ли Куан Ю етәкләнгән Сингапур федерация составынан сыға.

Этник-ара ҡаршылыҡтар һәм дәүләттең яңы курсы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың дөйөм һайлау кампанияһы үҙәгендә тел һәм мәғариф һымаҡ киҫкен һорауҙар тора. Һайлауҙар һөҙөмтәһендә һәр ваҡыт еңеүгә өйрәнгән хакимлыҡ итеүсе Союз партияһы Малайзия парламентында күпселекте (урындарҙың 2/3 өлөшөн) юғалта, оппозицион партиялар үҙҙәренең еңеүҙәре хөрмәтенә Куала-Лумпурҙа митинг ойоштора. Митинг милли-ара бәрелештәр һәм ҙур тәртип боҙоуҙар менән тамамлана, уларҙа 600-гә яҡын кеше (башлыса ҡытайҙар) һәләк булған[2]. Дүрт көн эсендә илдә хәл тотороҡлана, шулай ҙа ике ай дауамында көс ҡулланыу осраҡтары теркәлгән.

Дәүләт курсының үҙгәреүенең билдәһе булып милли берҙәмлек министрлығының булдырыу тора, ул Рукунегар («Дәүләткә тоғролоҡ тураһында») яңы идеологияһын төҙөй. Хөкүмәт оҙайлы мөҙҙәтле реформалар курсын башлай, улар 1990 йылға ҡарай йәмғиәтте үҙгәртергә, арлыҡ милләттәрҙе тупларға һәм «яңы малайсы»ны булдырырға тейеш була. Яңы иҡтисади сәйәсәт был маҡсатҡа ирешеү ысулы булып тора. 1974 йылда Барисан насионал (Милли фронт) коалицияһы булдырыла, ул илдең күпселек сәйәси партияларын берләштергән.

Хәҙерге Куала-Лумпур

Яңы иҡтисади сәйәсәттең ыңғай һөҙөмтәләренә ҡарамай, властар 1990 йылға тиклем ҡуйылған маҡсаттарҙың күбеһенә ирешеп булмауын танырға мәжбүр була. Әммә ҙур иҡтисади үҫеш, 1980-се йылдарҙа уның йыллыҡ темпы 8 % тәшкил иткән, был үҫеш сәйәсәтенең етешһеҙлектәрен тигеҙләй. Артабан яңы иҡтисади сәйәсәт «2020 йыл перспективаһы» исемен ала, уға ярашлы Малайзия 2020 йылға ҡәҙәр үҫешкән иҡтисадлы дәүләттәргә инергә тейеш була.

1981 йылдан 2003 йылға тиклем министрҙар кабинетын Мәхәтхир Мөхәмәт етәкләй. Уның идара итеү осоронда 1983 йылда власть һәм хакимлыҡ итеүсе династия араһында низағ барыҡҡа килә, ул айырым закондарҙы ҡабул иткәндә монарх власын сикләү менән тамамлана. Мәхәтхир идара итеү осоронда ил ҙур иҡтисади уңыштарға ирешә. 1999 йылғы парламент һайлауҙарында 14 партияһы составындағы Милли фронт коалицяһы еңеү яулай. 2003 йылда Малайзия премьер-министры итеп Абдулла Әхмәт Бадави һайлана, 2009 йылдан был вазифаны Нәжип Тун Разак биләй. 2018 йылдың 9 майындағы һайлауҙарҙа «Өмөт» оппозицион альянсы еңеп сыға, был партияның вәкиле Мәхәтхир Мөхәмәт йәнә премьер-министр итеп һайлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.asiaafrica.ru/images/AA_nomers/2015/201505/Pogadaev.%20Feniks%20Anvar%20Ibragim.pdf 2015 йыл 23 сентябрь архивланған. С. 46
  2. Race War in Malaysia, Time (23 May 1969). 6 апрель 2018 тикшерелгән. 2007 йыл 18 май архивланған.
  3. Погадаев В. "Малайзия: возвращение Махатхира" // “Азия и Африка сегодня”, № 9, 2018, с. 40-44

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тюрин В. А. История Малайзии. Краткий очерк. М. Наука. Главная редакция восточной литературы, 1980.
  • Тюрин В. А., Цыганов В. А. История Малайзии XX век. М.: Институт востоковедения РАН, 2010.
  • Погадаев В. А. Малайзийская оппозиция в борьбе за независимость страны и социальный прогресс (1940-1970-е годы). Москва: Ключ-С, 2014.

Ҡалып:Малайзия темаларҙа