Сулавеси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сулавеси
индон. Sulawesi
Характеристики
Майҙаны174 600 км²
Иң бейек нөктәһе3478 м
Халҡы16 475 600 чел. (2007)
Урынлашыуы
2°08′ ю. ш. 120°17′ в. д.HGЯO
Индонезия
Красная точка
Сулавеси
 Сулавеси Викимилектә

Сулаве́си (индон. Sulawesi — бәлки sula (утрау) һәм besi (тимер) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән; традицион европа атамаһы — Целебес, порт. Celebes) — Индонезиялағы ҙур утрау, Ҙур Зонд утрауҙарына ҡарай. Майҙаны 174 600 км², ҙурлығы буйынса донъяла 11-се урынды биләй. Макасар боғаҙы, Сулавеси (Целебес) һәм Банда диңгеҙҙәре менән уратып алынған.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәти булмаған формаға эйә: дүрт аныҡ билдәләнеп торған ярымутрауҙарҙан тора, уларҙы тоташтырған үҙәк өлөшө таулы, шунлыҡтан ярымутрауҙар халҡы традицион рәүештә бер-береһе менән башлыса диңгеҙ аша бәйләнеш тота.

Флора һәм фауна[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрау фаунаһы бик бай, бер нисә эндемиктар, шул иҫәптән юҡҡа сығыу янауында тороусы аноа буйволы һәм бабирус сусҡаһы бар.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европалыларға 1512 йылдан билдәле (португалдар тарафынан асылған).

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы 16 475 600 кеше (2007), башлыса бугистар һәм макасарҙар йәшәй. Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре бар: тораджи, горонтало, болаанг-монгондоу, минахастар, мори һ.б. Сулавеси телдәрендә һөйләшләр.

80 % мосолмандар, 18 % христиандар. Иң ҙур ҡала — Макасар (Уджунгпанданг).

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сулавеси утрауының алминистратив бүленеше

Административ яҡтан алты провинцияға бүленә:

  • Горонтало
  • Көнбайыш Сулавеси
  • Төньяҡ Сулавеси
  • Үҙәк Сулавеси
  • Көньяҡ Сулавеси
  • Көньяҡ-Көнсығыш Сулавеси

Вулкандар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙа Амбанг вулканы урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]