Төркиә тарихы
Кесе Азия әле булһа тикшерелеп бөтмәгән бик күп боронғо мәҙәниәттәрҙең бишеге булған. «Уңдырышлы ярым ай» тип аталған төбәк өлөшләтә бөгөнгө Төркиә ерендә ята. Заманында унда кешелек йыйнаусылыҡтан культуралы ер эшкәртеүгә күсә.
Ул осорҙа бында төрөктәр булмай. Тәүге төрөк династияһы сәлжүктәрҙең ғәскәрҙәре б. э. XI быуатында Әрмән таулығының ҡайһы бер өлөштәрен баҫып ала, артабан Византия империяһының һәм Әрмәнстандың ҙур өлөшөн буйһондора.
Төркиәгә тиклемге тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатолия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неолит дәүерендә Анатолия урынлашҡан ерҙә бер нисә үҫешкән археологик мәҙәниәт була, әммә улар бер-береһе менән этник ҡәрҙәшлектә тормағандыр. Был мәҙәниәттәрҙең күбеһе өсөн Анатолия Балҡан аша Европаға бара торған юл өҫтөндә ятҡан төбәк булып тора. Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булған миной цивилизацияһы, пеласгтар, хаттиҙар һәм башҡа халыҡтар Анатолияның неолитик мәҙәниәттәре вариҫтары тип фараз ителә.
10,5 мең йыл самаһы элек Төркиәнең көньяҡ-көнбайышында ҡалаға оҡшаш Чатал-Һүйүк тигән торама барлыҡҡа килә. Ул әлеге мәлгә билдәле булған ошондай иң боронғо торама һанала. Был ҡала — неолит дәүерендә юғары мәҙәниәттәр булғанлығына дәлил. Неолиттың тағы бер мөһим ҡомартҡыһы — Һажилар.
Иң иртә неолит дәүерендә Анатолия территорияһында (керамикаға тиклемге неолит А) керамика әле асылмаһа ла, түңәрәк таш йорттарҙан торған даими торамалар (Невалы-Чори, Гөбәкли-Тәпә) була. Һуңыраҡ, керамикаға тиклемге неолит В дәүерендә, дүртмөйөшлө йорттар һалына башлай. Ашиҡлы-Һүйүк, Джәфәр-Һүйүк (Cafer Höyük) һәм Чәйөнү торамалары ошо дәүергә ҡарай. Балсыҡтан төрлө һындар яһала, яндырылғандары ла осрай, әммә һауыттар булмай әле.
Чатал-Гүйүкте (б. э. т. 7100-6300 йылдар) ҡаҙыған саҡта һәм Мәрсиндең түбәнге ҡатламдарында боронғо неолит керамикаһы (dark burnished ware, «ҡара ялтыр керамика») өлгөләре табыла. Чатал-Һүйүк Ерҙәге иң боронғо ҡала иҫәпләнә, ғәмәлдә ул йәмәғәт ҡоролмалары булмаған ҙур ғына ҡасаба була.
Һожа-Чешмә — һуң неолит торамаһы, иртә стадияһында унда түңәрәк йорттар ҡорола. Матди мәҙәниәте Болгариялағы табылдыҡтар (Караново мәҙәниәте) менән бик оҡшаш.
Хетт батшалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б. э. т. III—II мең йыллыҡтарҙа хеттарҙа ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тарҡала башлай. Б. э. т. XX—XVIII быуаттарҙа семит (ашшур, әмөри) сауҙагәрҙәренең әрһеҙләшеп үтеп инеүе был процесты тиҙләтә. Кесе Азияның көнсығыш һәм үҙәк өлөштәрендә әле б. э. т. III мең йыллыҡтарҙа уҡ дәүләт-ҡала рәүешендәге сәйәси берәмектәр (Пурусханда, Амкува, Куссар, Хатти, Каниш, Вахшушана, Ма’ма, Самуха һәм башҡалар) булған. Уларҙың башында батшалар (рубаум) һәм батшабикәләр (рабатум) торған. Кесе Азияның дәүләт-ҡалалары ашшур сауҙагәрҙәренән отоп алынған имлә һәм яҙма тел менән файҙаланған. Дәүләт-ҡалалар араһында сәйәси өҫтөнлөк өсөн даими көрәш барған. Тәүге мәлдәрҙә Пурусханда көсәйеп китә, уның хакимы Кесе Азияның башҡа дәүләт-ҡалалары араһында «бөйөк батша» тип таныла. Һуңынаныраҡ Куссар дәүләте өҫкә сыға. Б. э. т. XVIII быуаттың беренсе яртыһында Куссар батшаһы Аниттас ҙур держава хасил итә, был дәүләт аҙаҡ Хетт батшалығы тип йөрөтөлә башлай.
Византия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византияның үҙ аллы дәүләткә әйләнеүе 330—518 йылдарға ҡарай. Был осорҙа Дунай менән Рейндағы сиктәр аша Рим территорияһына күп һанлы варвар ҡәбиләләре, нигеҙҙә, германдар, үтеп инә.
Көнсығышта ла хәлдәр ҡатмарлы була. 378 йылда вестготтар Андрианополь эргәһендәге алышта еңеү яулай, император Валент үлтерелә һәм король Аларих бөтә Грецияны бушлыҡҡа әйләндерә. Тиҙҙән Аларих Испания менән Галлия яғына йүнәлә, һәм Византия готтар һөжүменән ҡотолоп ҡала. 441 йылда готтар урынына һундар ҡалҡып сыға. Уларҙың юлбашсыһы Аттила бер нисә тапҡыр һөжүм итә, тик ҙур яһаҡ түләп кенә ҡотолалар. Каталаун яланындағы халыҡтар алышында (451) Аттила еңелә, тиҙҙән уның державаһы тарҡалып төшә.
V быуаттың икенсе яртыһында остготтар яғынан хәүеф асыла. Бөйөк Теодорих Македонияны тар-мар итә, Константинополгә яҡынлаша, ләкин ул да көнбайышҡа йүнәлә, Италияны ала.
Сәлжүктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX һәм Х быуаттарҙа төрөктәр араһында ислам тарала, ғәрәп мәҙәниәте үтеп инә. Ғәрәп йоғонтоһо аҫтында хәрби оҫталыҡ арта. Х быуатта Төркөстандан төрөктәр баҫҡынсылыҡ һуғыштарына сыға. Берәүҙәре сәмәниҙәр хакимлыҡ иткән Бохараны ала, икенселәре Фарсыны алып, ғәзнәүиҙәр батшалығын нигеҙләй[1]. Һуңғыһы Төркөстанда үҙ ҡәбиләләштәре булған төрөк сәлжүктәре менән да көрәш алып бара. XI быуат эсендә улар Хорасанды, Гератты, Әрмәнстанды, Грузияны, һуңыраҡ Сүриәне, Мысырҙы ала.
Солтан Мәлик шаһ ваҡытында (1072—1092) төрөк сәлжүктәренең батшалығы айырыуса ҡеүәтлегә әүерелә[2], бөтә тиерлек Кесе Азия яулап алына, византиҙар ҡыйратыла.
Сыңғыҙхандың баҫып алыу яуҙарынан рухланып, Сөләймән хан (1231 йылда вафат була) етәкселегендәге 50 мең төрөк оғузы көнбайышҡа йүнәлә, иң тәүҙә Әрмәнстанға юлланалар. Уның улы Эртогрул (1231—1288) көнбайыш йүнәлешендә баҫып алыу яуҙарын дауам итә; төрөктәр Кесе Азияла туҡтала, унда Сәлжүк Конияһы (йәки Икониумы) солтаны Алаэтдингә Византияға ҡаршы алышта ярҙам итәләр. Бының өсөн Алаэтдин уларға [3] Ангора менән Брусса араһындағы ерҙәрҙе (был ҡалаларҙың үҙҙәренән башҡа) бирә.
Ғосман империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эртогрулдың улы Ғосман Ғосман империяһына нигеҙ һала. Ғосман иле Анатолия, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка, Балҡан ярымутрауы һәм төньяҡтан уға йәнәш ятҡан Европа ерҙәрендә урынлашҡан ҡеүәтле дәүләт була.
Рус-төрөк һуғыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төркиә һәм уның вассалы булған Ҡырым ханлығы Рәсәйҙең көньяҡ биләмәләренә даими хәүеф тыуҙырып тора, ҡолдар ала, ҡайһы берҙә Мәскәүгә тиклем еткән барымталар яһай[4]. Волга буйындағы татар батшалыҡтарын ҡыйратҡандан һәм бөтә Волганы Рәсәйгә ҡушҡандан һуң, Ҡырым ханы көньяҡта Рәсәйҙең төп тышҡы дошмандарының береһенә әүерелә. Батша тәхетен биләгән Петр I-нең Аҙау походынан һуң, Төркиә менән һуғыштар яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Тәүҙә Ҡара диңгеҙгә сығыу, шунан һуң Балҡанда һәм Кавказ аръяғында йоғонтоло көскә әйләнеү өсөн алыш бара. Рәсәйҙең 200 йылдан ашыу тырышлығы һөҙөмтәһендә Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры менән Кавказ аръяғы уға күсә, ә балҡан халыҡтары (румындар, болгарҙар, сербтар һ.б.) бойондороҡһоҙлоҡ ала. Рәсәйҙең көсәйеүе Англия менән Франция мәнфәғәттәренә ҡаршы килә. Улар Рәсәй менән барған һуғыштарҙа Төркиә яҡлы була, ә Ҡырым һуғышы ваҡытында Севастополгә поход яһай.
Ғосман империяһының тарҡалыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуатта империяның ситтәрендә айырымланыу кәйефтәре көсәйә. Ғосман империяһы яйлап ерҙәрен юғалта башлай, Көнбайыштың технологик өҫтөнлөгөнә ҡаршы тора алмай. Көсһөҙләнеүсе империя, Германияның ярҙамына өмөт итеп, Беренсе донъя һуғышына ылығып китә. Һуғыш Дүртәү берлегенең тар-мар ителеүе менән тамамлана.
Беренсе донъя һуғышы барышында Төркиә Кавказ аръяғына уңышһыҙ һөжүмдәр яһай, был төрөк ғәскәрҙәренең тамам ҡыйралыуына ғына килтерә.
1915 йылдың 24 апрелендә Истанбулда әрмәндәрҙең интеллектуаль, дини, иҡтисади һәм сәйәси элитаһы күпләп ҡулға алына. Был көн Ғосман империяһында әрмәндәрҙең геноциды башланған көн тип иҫәпләнә. Уның барышында 1915 йылдан 1918 йылға тиклем аралыҡта төрөк властары, төрлө хисаплауҙарға ярашлы, 1,5-тән 2 миллионға тиклем әрмәнде һәләк итә[5]. Төрөк Республикаһы, рәсми төрөк историографияһы һәм башҡа илдәрҙәге ҡайһы бер ғалимдар әрмәндәрҙең геноцидҡа дусар ителеү фактын инҡар итә, әрмәндәрҙең ҡырылыуы Ғосман дәүләтенең планлаштырылған сәйәсәте түгел, ә ике яҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы һөҙөмтәһе, ә был бәрелештәрҙә һәләк булған әрмәндәр һаны арттырып күрһәтелә, тип иҫәпләй[6]. Әрмәндәрҙән тыш, Ғосман империяһының йөш төрөк режимы ярты миллионға тиклем ашшурҙы (ассириҙы) ла махсус ҡыра.
1918 йылдың 30 октябрендә Мудрос ваҡытлы килешеүе төҙөлә, унан һуң 1920 йылдың 10 авгусында Севр солох договорына ҡул ҡуйыла. Тик был договор көсөнә инмәй, сөнки ҡул ҡуйған яҡтарҙың бөтәһе лә уны ратификацияламай (Греция ғына ратификациялай). Был договорға ярашлы, Ғосман империяһы бүлгеләнергә тейеш була, әйткәндәй, Кесе Азияның иң ҙур ҡалаларының береһе Измир (Смирна) Грецияға вәғәҙә ителә. Грек армияһы уны 1919 йылдың 15 майында ала, шунан һуң Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башлана.
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш һәм Төрөк республикаһын иғлан итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрөк национал-патриоттары Мостафа Кәмал етәкселеге аҫтында солох договорын таныуҙан баш тарта һәм ҡораллы көс менән гректарҙы илдән ҡыуып сығара. 1922 йылдың 18 сентябренә Төркиә азат ителә. Лозанна солох договоры менән 1923 йылдың 24 июлендә Төркиәнең яңы сиктәре таныла.
1923 йылдың 29 октябрендә Төрөк республикаһы иғлан ителә һәм Мостафа Кәмал, «Ататөрк»тигән исем алып, уның беренсе президенты була. Оҙайлы төшөнкөлөк һәм хәрби еңелеүҙәр осоронан һуң Төрөк Республикаһы империясыл йүнәлешен милли дәүләт төҙөү программаһына алмаштыра[7].
Икенсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышы башланыуға бер йыл ҡалғанда,1938 йылдың 10 ноябрендә, Мостафа Кәмал Ататөрк вафат була. Был хәл төрөк элитаһының хәлен тағы ла ҡатмарлаштыра төшә, донъя һуғышы шарттарында илдең артабанғы сәйәсәте тураһында ҡарар ҡабул итергә кәрәк була. Власть башына 1938 йылдың 11 ноябрендә Төрөк Республикаһының президенты итеп һайланған Исмәт Инөнү баҫа.1939 йылдың 19 октябрендә дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһында өс яҡлы британ-француз-төрөк договоры төҙөлә. Германияның Советтар Союзына һөжүменән өс көн элек, 1941 йылдың 18 июнендә, Төрөк Республикаһы менән Германия араһында дуҫлыҡ һәм һөжүм итешмәү тураһында пактҡа ҡул ҡуйыла[8]. Бының алдынан Анкарала Советтар Союзының Төркиәгә территориаль дәғүәләре булыуы һәм уның яғынан хәүеф янауы тураһында имеш-мимештәр ҡуйыра[9]. Артабан Төркиә нейтралитет һаҡларға тырыша, Исмәт Инөнү фекеренсә, Төркиә «нейтралитет һаҡларға тейеш, сөнки һуғышта ҡатнашыу Төркиә өсөн үлемесле булыуы ихтимал» була. Яҡын Көнсығышта тик Төркиә генә хәрби көскә эйә була, шуға ҡарамаҫтан һуғыш ахырына тиклем үҙенең ҡыҫылмаусылыҡ позицияһын һаҡлай. Бөйөк Британия менән Германияның уны һуғышҡа ылыҡтырырға тырышыу ниәте барып сыҡмай[10]. 1945 йылдың февралендә генә хөкүмәт Германияға һәм Японияға һуғыш иғлан итә.[11]
Икенсе донъя һуғышынан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышынан һуң Төркиәлә бер партиялы система бөтөрөлә, 1950 йылда оппозициялағы Демократик партия һайлауҙа ышаныслы еңеү яулай. 1954 һәм 1956 йылдарҙағы һайлауҙарҙа ла ул өҫтөнлөктә ҡала. Ләкин партия башлығы Аднан Мәндәрәс үҙ власын нығытыу өсөн авторитар ысулдар ҡуллана, был оппозицияның көсәйеүенә килтерә. 1960 йылда ил граждандар һуғышы башланыуға килеп терәлә. Ошо мәлдә армия хәрби түңкәрелеш яһай. Демократик партия башлыҡтары, коррупцияла һәм властан уҫал ниәттәрҙә файҙаланыуҙа ғәйепләнеп, судҡа бирелә. Мәндәрәсте, шулай уҡ уның хөкүмәтендәге сит ил эштәре һәм финанс министрҙарын аҫалар[12].
1961 йылда армия власты яңы парламентҡа тапшыра, ләкин 60-сы йылдарҙа бер партия ла өҫтөнлөк ала алмай, һөҙөмтәлә идара итеүсе коалициялар бер-береһен алмаштырып тора. Партиялар араһында тәрән айырмалар булыу сәбәпле бындай коалициялар ифрат тотороҡһоҙ һәм тарҡалыусан була. Был сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа сәбәп була. Армия 1971 йылда йәнә бер тапҡыр сәйәсәткә ҡыҫыла, сираттағы коалицион хөкүмәттең отставкаға китеүенә һәм властың ваҡытлы нигеҙҙә нейтраль кабинетҡа тапшырылыуына өлгәшә. Был ваҡиғалар «меморандумлы түңкәрелеш» тигән атама ала.
Хаостың граждандар һуғышына әүерелеү хәүефе аҫтында армия тағы тәүәккәллек күрһәтә. 1980 йылдың 12 сентябрендә Кенан Әврән етәкселегендә хәрби түңкәрелеш була. Милли хәүефһеҙлек советы (МХС) төҙөлә, уға хәрби-һауа көстәре, хәрби-диңгеҙ флоты, ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм жандармерия командующийҙары инә, парламент тарҡатыла, уның депутаттары тейелгеһеҙлектән мәхрүм ителә, бөтә сәйәси партиялар эшмәкәрлеге тыйыла, уларҙың лидерҙары ҡулға алына.
Илдең яңы конституцияһын эшләү маҡсатында Ойоштороу мәжлесе йыйыла. Уға тулы составында МХС ағзалары һәм МХС тарафынан төҙөлгән (1980 йылдың сентябренә тиклем бер партияла ла тормау төп талап була) 60 кешелек Консультатив мәжлес инә. Яңы конституция 1982 йылдың 7 ноябрендә хуплана (91 процент ыңғай тауыш менән)[13].
Иҡтисадты либералләштереү сәйәсәте башлана: дәүләт хаҡтарға ҡаты контроллек итеүҙән баш тарта; дәүләттең иҡтисад структураларындағы чиновниктар һәм хеҙмәткәрҙәр һаны ике тапҡырҙан ашыуға ҡыҫҡартыла; дәүләт секторына дотациялар кәметелә; предприятиелар льготалы кредиттарҙан һәм сәнәғәт сеймалы менән хеҙмәттәргә ташламалы хаҡтарҙан мәхрүм ителә. Сит ил инвесторҙары өсөн сикләүҙәр бөтөрөлә, 1980 йылдан башлап йыл һайын17 меңгә тиклем уртаҡ предприятие асыла. Көнбайыш Европа илдәрендә эшләгән йөҙҙәрсә мең Төркиә гражданы күсергән аҡса күләмдәре арта. Күптәр, тупланған капиталын экспорт һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә бәләкәй предприятие асыу өсөн тотонорға тип, Төркиәгә ҡайта. Шуның менән бергә инфляцияны йүгәнләү өсөн ҡәтғи саралар күрелә, валюта тотоноу өҫтөнән контроль көсәйә[13].
1983 йылдың 22 апрелендә Сәйәси партиялар тураһында закон ҡабул ителә, ул партияларҙың элекке лидерҙарына һәм билдәле сәйәсмәндәргә 5-тән 10 йылға тиклем мөҙҙәт менән сәйәси тормошта ҡатнашыуҙы тыя. Закон шулай уҡ вуздарҙа сәйәси эшмәкәрлек алып барыуҙы һәм студенттарға сәйәси көрәштә ҡатнашыуҙы тыя. 10 июндә Һайлауҙар тураһында закон ҡабул ителә, һайлауҙарға 10 процентлы барьер һәм һайлауҙарҙың 5 йылға бер тапҡыр үткәрелеүе индерелә.
1983 йылда илдә парламент ҡоролошо тергеҙелә. 1983—1996 йылдарҙа төрлө составлы коалицион хөкүмәттәр идара итә, 1996—1997 йылдарҙа ислам яҡлы «Рефах» партияһы коалиция буйынса өлкән партнер тип таныла, ләкин хәрбиҙәр коалиция тарҡатылыуына һәм партияның тыйылыуына өлгәшә. Әммә «Рефах» сигенмәй, бары тик «Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы» тигән исем аҫтында урта ҡарашлы сәйәси платформаға баҫа (төр. Adalet ve Kalkınma partisi) һәм 2002, 2007, 2012 йылғы һайлауҙарҙа еңә.
6 ноябрҙә парламент һайлауҙары үтә. Һөҙөмтәләре хәрбиҙәр өсөн көтөлмәгән булып сыға: уларҙың сәйәси арҡаҙаштары уңышҡа өлгәшә алмай. Торғот Озалдың Ватан партияһы ышаныслы еңеү яулай: ул тауыштарҙың 45 процентын йыя һәм 400 урынлы парламентта 211 урын ала. 2-се урынды 30,4 процент менән Халыҡ партияһы (ХП) яулай һәм 117 урынға эйә була. Милли-демократик партия (МДП) 3-сө урынды ала: тауыштарҙың 23,2 проценты һәм 71 урын. Ҡалған 8 партия тейешле 10 процентты йыя алмай һәм парламентҡа эләкмәй. Улар араһында С. Дәмирәл яҡлылар ойошторған Хаҡ юл партияһы, социал-демократтар була. Бер партиялы хөкүмәт башына Т. Озал ултыра.
Хәҙерге заман ваҡиғалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдың авгусында Төркиә парламенты реформалар программаһын раҫлай, һәм 2004 йылдың октябрендә Еврокомиссия Төркиәнең Европа берләшмәһенә инеүе тураһында һөйләшеүҙәр башлай.
Төркиә менән Европа араһындағы мөнәсәбәттәрҙе Төркиәнең 2004 йылда Евросоюзға ингән Кипрҙы танырға теләмәүе ҡатмарлаштыра. 1974 йылда Төркиә утрауҙың төньяҡ өлөшөн оккупациялай, шунан бирле уның хөкүмәте көньяҡ грек өлөшөнөң легитимлығын танымай.
- 2007 йылдың июне — «Эргенекон» ойошмаһы эшмәкәрлегенә бәйле ҡайһы бер юғары вазифалы кешеләрҙе тикшереү һәм ҡулға алыуҙар башлана.
2012 йылдың 21 сентябре: Төркиә суды отставкалағы өс генералды 2003 йылда дәүләт түңкәрелеше эшләргә тырышҡан өсөн 20 йылға ултырта. Улар Рәжәп Тайип Эрдоғандың хөкүмәтен ҡолатмаҡ булған була. Тағы 319 кеше төрлө мөҙҙәткә төрмәгә ултыртыла, улар араһында офицерҙар һәм күренекле хәрби начальниктар була[14][15].
2012 йылдың 30 сентябре: Төркиә Премьер-министры Рәжәп Тайип Эрдоған белдереүенсә, уның Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы был консерватив ислам партияһы съезында бөтә мосолмандарға үрнәккә әүерелә[16]. Эрдоған идара итеүсе партия лидеры итеп ҡабат һайлана.[17]
2012 йылдың 4 октябре: Төрөк парламенты, әгәр хөкүмәт кәрәк тип тапһа, илдән ситтә хәрби операция үткәреүҙе хуплай. Министрҙар кабинеты Сүриә армияһы яғынан «агрессив ғәмәлдәр» менән бәйле депутаттарға рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. 3 октябрҙә Сүриә территорияһынан сик буйындағы Акчакал тигән төрөк ҡалаһы утҡа тотола, биш кеше һәләк була. Төркиәлә быны милли именлеккә янау тип баһалайҙар[18]. БМО-ның Именлек Советы, Сүриәне Акчакалды утҡа тотоуҙа ғәйепләп, рәсми белдереү сығара. Именлек Советы рәсми Дамаскты күрше илдәрҙең территориаль бөтөнлөгөн хөрмәт итергә саҡыра[19].
2012 йылдың 9 октябре: Төркиәнең Генераль штабы 25 F-16 истребителен Сүриә сигенә яҡын урынлашҡан «Диярбаҡыр» авиабазаһына ебәрә. Ошо уҡ ваҡытта тиерлек НАТО генераль секретары Андерс Фог Расмуссен альянстың Төркиәне яҡлау буйынса бөтә кәрәкле пландарҙы әҙерләүе тураһында белдерә[20].
2013 йылдың майында Төркиәлә хөкүмәткә ҡаршы сығыштар башлана.
2015 йылдың икенсе яртыһында Рәсәйҙең ИГИЛ-ға ҡаршы антитеррористик операцияһы барышында Төркиә, Рәсәйҙе сик боҙоуҙа ғәйепләп, уның Су-24 хәрби самолетын бәреп төшөрә. Үҙ сиратында РФ Төркиәгә ҡаршы иҡтисади санкциялар йүнәлтә. Ул шулай уҡ президент Эрдоғанды ИГИЛ менән сауҙа алып барыуҙа ғәйепләй.
2016 йылдың 15 июле — хәрби түңкәрелеш була яҙа.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Данилов В. И. Турция после Второй мировой войны демократический эксперимент продолжается // Восток. — 1998. — № 4. — с. 52-67.
- Еремеев Д. Е., Мейер М. С. История Турции в средние века и новое время. М.: Изд-во МГУ, 1992.
- Мария Гимбутас. Из книги «Цивилизация Великой Богини: мир Древней Европы» 2016 йыл 23 сентябрь архивланған. — Проект Чатал-Гуюк в реконструкции «Нового Геродота»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Овез Гундогдыев. Энциклопедический словарь «Историко-культурное наследие Туркменистана» / Под общей редакцией О.А. Гундогдыева и Р.Г. Мурадова.
- ↑ Мелик-Шах // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Рыжов К.
- ↑ Isabel de Madariaga, Ivan the Terrible.
- ↑ 24 апреля
- ↑ Ermeni Sorunu Institutu.
- ↑ С.
- ↑ А. М. Некрич. «1941, 22 июня». — М.: Памятники исторической мысли, 1995.
- ↑ И. В. Тюленев. «Через три войны». М., 1960. С. 140
- ↑ А. Д. Богатуров. «История дипломатии. История международных отношений (1918—2003)». Том первый, глава 13. И:"Московский рабочий". Москва, 2000.
- ↑ Радио «Свобода». 2012 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ The execution that still overshadows politics
- ↑ 13,0 13,1 Реформы 1980-х гг.
- ↑ .
- ↑ «Кувалда» сломалась. В Турции более 300 военных приговорили за попытку госпереворота
- ↑ Эрдоган считает свою партию примером для всех мусульман
- ↑ Премьер Турции Эрдоган переизбран лидером правящей партии, Вести.ру (30 сентября 2012 года). 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Парламент Турции одобрил вторжение в Сирию
- ↑ Совбез ООН осудил Сирию за обстрел турецкого города
- ↑ Турция перебросила к сирийской границе ударные истребители
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы по новейшей истории Турции(недоступная ссылка)