Мария Гимбутас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Гимбутас
лит. Marija Gimbutienė
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Lithuania (1988–2004).svg Литва
Тыуған көнө 23 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3][1][4]
Тыуған урыны Вильнюс, Үҙәк Литва[d][3][5][6][…]
Вафат булған көнө 2 февраль 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][1][4] (73 йәш)
Вафат булған урыны Лос-Анджелес, Америка Ҡушма Штаттары[3]
Ерләнгән урыны Петрашюнай зыяраты[d]
Атаһы Danielius Alseika[d]
Әсәһе Veronika Alseikienė[d]
Хәләл ефете Jurgis Gimbutas[d]
Һөнәр төрө антрополог, археолог, преисторик, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө археология һәм гендерные исследования[d]
Эш урыны Бөйөк Витовт университеты[d]
Гарвард университеты
Лос-Анджелеста Калифорния университеты[d]
Биләгән вазифаһы профессор[d]
Уҡыу йорто Бөйөк Витовт университеты[d]
Вильнюс университеты[d]
Ойошма ағзаһы Литва Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
URL-да тасуирланған universitadelledonne.it/…
autricidicivilta.it/inte…
Изображение памятной доски
Commons-logo.svg Мария Гимбутас Викимилектә

Мари́я Ги́мбутас (Гимбутас — иренең фамилияһы; дөрөҫ яҙылышы — Мари́я Гимбуте́не, лит. Marija Gimbutienė, ингл. Marija Gimbutas, ҡыҙ фамилияһы Мария Бируте Алсейкайте, лит. Marija Birutė Alseikaitė, 23 ғинуар 1921 йыл, Вильно — 2 февраль 1994 йыл, Лос-Анджелес) — АҠШ-тың сығышы менән Литванан булған археологы һәм культурологы, индоевропеистиканың иң бәхәсле фигураларының береһе, уның исеме менән һинд-европалыларҙың килеп сығышының «ҡурған гипотезаһын» бәйләйҙәр. Бөйөк Витаутас университетының почётлы докторы (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Табип, йәмәғәт эшмәкәре, Литва тарихы һәм медицинаһы буйынса китаптар авторы Даниэлюс Альсейка (1881—1936) һәм табип-окулист һәм йәмәғәтсе Вероника Альсейкене ғаиләһендә тыуған[7].

1931 йылда ата-әсәһе менән бергә Польшаның Вильно ҡалаһынан Литваның «ваҡытлы баш ҡалаһы» Каунасҡа күсә. 1938 йылда гимназияны тамамлай, Бөйөк Витаутас университетының гуманитар факультетында белем ала, 1942 йылда Вильнюс университетын тамамлай. Литва матбуғаты эшмәкәре һәм архитектор Юргис Гимбутасҡа кейәүгә сыға. 1944 йылда тормош иптәше менән бергә Германияға бара. 1946 йылда Тюбингенда университет тамамлай. 1949 йылдан АҠШ-та йәшәй, Гарвард һәм Калифорния университеттарында эшләй.

1960 йылда Гимбутас Мәскәүгә һәм Вильнюсҡа килә, әсәһе менән осраша. 1981 йылда Вильнюста һәм Мәскәүҙә лекциялар менән сығыш яһай. 1994 йылдың 2 февралендә Лос-Анджелеста вафат була. 1994 йылдың 8 майында Литваның Каунас ҡалаһы Пятрашюне зыяратында күсерелеп ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Каунаста мемориаль таҡтаташ

Гимбутас — 23 монография, шул иҫәптән «Балттар» (1963) һәм «Славяндар» (1971) кеүек дөйөмләштерелгән тикшеренеү хеҙмәттәренең авторы. Археологияла новатор була, археологик эҙләнеүҙәрен һиндевропа лингвистикаһында тәрән белеме менән бергә алып бара. Һиндевропа халыҡтарының, атап әйткәндә славяндарҙың боронғо тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә.

1956 йылда Мария Гимбутас ҡурған гипотезаһы менән сығыш яһай, был индоевропеистикала түңкәрелеш яһай. Һиндевропалыларҙың тыуған төйәген ул Көньяҡ Рәсәй далаларында һәм Украинаның дала зонаһында (соҡор мәҙәниәте) эҙләй. Дала кешеләре - һиндевропалыларҙың Көнбайыш Европаға үтеп инеүенең (ҡурғанлаштырыу) археологик дәлилдәрен табырға маташа. Джозеф Кэмпбелл уның тәүге хеҙмәттәрен египтология өсөн Розетта ташын расшифровкалау әһәмиәте менән сағыштыра.

Гимбутистың һуңғы хеҙмәттәре, бигерәк тә «Боронғо Европаның алиһәләре һәм илаһтары» (1974), «Алиһә теле» (1989) һәм «Алиһә цивилизацияһы» (1991) трилогияһы, академик йәмәғәтселектә ҡабул ителмәй.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вильнюста мемориаль плита

Вильнюста Йогайлос урамындағы (Jogailos g. 11) Мария Гимбутас 1921—1931 йылда йәшәгән йортҡа мемориаль плита ҡуйылған. Каунаста Мицкявичяус (Mickevičiaus g.) урамындағы 1932—1940 йылдарҙа ғалимә йәшәгән йортҡа уның барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Публикациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. http://www.examiner.com/x-3315-Word-Geek-Examiner~y2009m6d16-Conditional-entropy-falls-flat-the-Indus-script
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119269821 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Marija Gimbutas // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. http://texts.cdlib.org/view?docId=hb238nb0fs&doc.view=frames&chunk.id=div00025&toc.depth=1&toc.id=
  6. http://www.eskimo.com/~recall/bleed/0121.htm
  7. Danielius Alseika. Marijos Gimbutienės tėvas (билдәһеҙ). samogitia.mch.mii.lt. Дата обращения: 20 август 2020. 2020 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мария Гимбутас [Некролог] // Балто-славянские исследования. 1988—1996. — М.: Индрик, 1997. — С. 390—391.
  • Мерперт Н. Я. Памяти Марии Гимбутас // Российская археология. — 1994. — № 4. — С. 251—252.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]