Литва Фәндәр академияһы
Литва Фәндәр академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1941 |
---|---|
Дәүләт | Литва[1] |
Административ-территориаль берәмек | Вильнюс |
Урын | Вильнюс[2] |
Ойошма ағзаһы | Коалиция за улучшение оценки исследований[d][3], All European Academies[d][4], InterAcademy Partnership[d][5] һәм Международный научный совет[d][6] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Вильнюс, Литва |
Ҡулланылған тел | Литва теле |
Диапазон IPv4 | 78.56.0.0/13[7] |
Рәсми сайт | lma.lt/en |
Литва Фәндәр академияһы Викимилектә |
Литва фәндәр академияһы (лит. Lietuvos mokslų akademija LMA) — автономиялы, хөкүмәт тарафынан финансланған һәм Литва ғалимдарының эшмәкәрлеген берләштергәнғилми учреждение,
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Литва ССР-ы Фәндәр академияһына 1941 йылдың 16 февралендә СССР Фәндәр академияһы өлгөһөндә Вильнюста нигеҙ һалына. 1990 йылда Литва Фәндәр академияһы тип үҙгәртелә. Устав буйынса Академия составына 40 академик, 60 хәбәрсе, 50 эксперт һәм сикләнмәгән һанда сит ил эксперттары инә ала.
Литва яҙыусыһы Винцас Креве Академияның беренсе президенты була. Һуңыраҡ был етәксе вазифаны Миколас Биржишка, Владас Юргутис, Юозас Матулис, Юрас Пожела һәм Бенедиктас Юодока атҡара. 2003 йылдың 9 сентябренәне Фәндәр академияһына Зенонас Рокус Рудзикас етәкселек итә. 2009 йылдың 21 апрелендә Литва Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында күпселек тауыш йыйып (87 «ыңғай», 30 «ҡаршы», 119 бюллетендең икеһе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла) һөнәре буйынса биохимик булған академик Вальдемарас Разумас яңы президент итеп һайлана[8][9]. 2017 йылдың 24 октябрендә Академия ағзаларының дөйөм йыйылышында дүрт йыллыҡ мөҙҙәткә Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физик Юрас Банис президент итеп һайлана, ул 2012—2015 йылдарҙа ул Вильнюс университетының ректоры вазифаһын башҡара.[10][11]
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәндәр академияһы — фән, мәҙәниәт, хужалыҡ, техника һәм технологиялар, тәбиғәтте һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса бойондороҡһоҙ эксперт һәм кәңәшсе.
Бер нисә ғилми ойошма һәм фондтарҙың ойоштороусыһы булып тора, ғилми хеҙмәттәр, журналдар, мәғлүмәттәр нәшрерт итә, юғары мәктәптәр өсөн дәреслектәр әҙерләй. Академияла даими рәүештә Литва һәм халыҡ-ара конференциялар, лекциялар, күргәҙмәләр һәм ғалимдарҙың осрашыуҙары үткәрелеп тора.
Фәндәр академияһында 15 ғилми премия булдырылған. Ул йәш ғалимдар һәм студенттарҙың ғилми эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, йыл һайын йәш ғалимдарға 10 премия һәм юғары мәктәптәр студенттарына 15 премия тапшырыла.
Фәндәр академияһы биш бүлексәнән тора:
- Гуманитар һәм социаль фәндәр бүлексәһе
- Химия, физика һәм математика фәндәре бүлексәһе
- Биология, медицина һәм геофәндәр бүлексәһе
- Ауыл хужалығы һәм урмансылыҡ фәндәре бүлексәһе
- Техник фәндәр бүлексәһе
Бина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәндәр академияһы ҡала үҙәгендәге бинала урынлашҡан, төп фасады Гедимин проспектына (Gedimino pr. 3), артҡы фасад Тилто урамына сыға. Бина 1906—1909 йылдарҙа Рус дәүләт банкы бүлексәһе өсөн архитектор Михаил Прозоров проекты буйынса төҙөлгән һәм архитектура һыҙаттарында тарихилыҡ ярылып ята. Архитекторҙар Граждандар инженерҙары институтын тамамлай һәм металл һәм тимер-бетон конструкциялар белгесе була. Бинала 440 кв. метр ҙурлығындағы залдың ҡыйығын эллиптик формалағы тимер-бетон көмбәҙ менән бер ниндәй таяуһыҙ урынлаштыра.
Президенттары һәм рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1941 — Винцас Креве-Мицкявичюс
- 1941—1942 — Миколас Биржишка (рәйес)
- 1942—1943 — Владас Юргутис (рәйесе)
- 1943—1944 — Винцас Миколайтис-Путинас (вице-рәйес, рәйес вазифаһын башҡарыусы)
- 1946—1984 — Юозас Матулис
- 1984—1992 — Юрас Пожела
- 1992—2003 — Бенедиктас Юодка
- 2003—2009 — Зенонас Рокас Рудзикас
- 2009—2017 — Вальдемарас Разумаса
- с 2017 йылда — Юрас Банис
Литва Фәндәр академияһының Рәсәйҙән килгән сит ил ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александр Алимов (зоология, гидробиология, 2002)
- Жорес Алферов (физика, 2002)
- Алексей Богданов (молекуляр биология, 2002)
- Ривнер Ғәниев (механика, 2011)
- Вячеслав Иванов (тел ғилеме, 2007)
- Сергей Ингу-Вечтомов (генетика, 2002)
- Дмитрий Павлова (биология, 2004)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.crossref.org/fundingdata/funder/10.13039/501100008523 — doi:10.13039/501100008523
- ↑ http://courage.btk.mta.hu/courage/individual/n11604 (ингл.)
- ↑ https://web.archive.org/web/20231109092552/https://coara.eu/coalition/membership/
- ↑ https://allea.org/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20221208195542/https://www.interacademies.org/network/member-academies
- ↑ https://web.archive.org/web/20221009095816/https://council.science/members/online-directory/
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=78.56.0.0+-+78.63.255.255&type=inetnum
- ↑ Gražvydas Kantvydas. Naujasis prezidentas lengvo rytojaus nežada (лит.). Mokslo Lietuva (2009 m. gegužės 7 d.). Дата обращения: 1 апрель 2011. Архивировано 10 март 2012 года. 2011 йыл 24 май архивланған.
- ↑ Valdemaras Razumas (лит.). Kas yra kas Lietuvoje 2009. UAB "Neolitas". Дата обращения: 2 апрель 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Išrinktas Lietuvos mokslų akademijos prezidentas (лит.). Lietuvos mokslų akademija. Lietuvos mokslų akademija (24 октябрь 2017). Дата обращения: 2 ноябрь 2017. 2017 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Lietuvos mokslų akademijos prezidentu tapo prof. Jūras Banys (лит.). VU naujienos. Vilniaus universitetas (24 октябрь 2017). Дата обращения: 2 ноябрь 2017.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Литва Фәндәр академияһы (лит.) (инг.)