Ғәниев Ривнер Фазыл улы
Ғәниев Ривнер Фазыл улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 апрель 1937 (87 йәш) |
Тыуған урыны | Тәжәй, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | механика |
Эш урыны |
Институт машиноведения им. А. А. Благонравова РАН[d] Мәскәү авиация институты Мәскәү физика-техник институты[d] |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Ғилми етәксе | Кононенко, Виктор Олимпанович[d] |
Уҡыусылар | Украинский, Леонид Ефимович[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғәниев Ривнер Фазыл улы (1 апрель 1937 йыл) — механика һәм машиналарҙы өйрәнеү өлкәһендә совет һәм Рәсәй ғалимы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1994), К. Э. Циолковский исемендәге Космонавтика Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы, техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), 2009 йылдан 2015 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге машиналар өйрәнеү институты (ИМАШ РАН) директоры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ривнер Фазыл улы Ғәниев 1937 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тәжәй ауылында тыуған.
1959 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. 1959—1961 йылдарҙа Минавиапромдың конструктор бюроһында инженер-конструктор булып эшләй. СССР Фәндәр академияһының Машиналарҙы өйрәнеү институты аспирантураһында уҡыуын дауам итә, уны тамамлағандан һуң 1964—1971 йылдарҙа УССР (Киев) Фәндәр академияһының механика институтында кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1966 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Ә 1969 йылда — техник фәндәр докторы дәрәжәһен ала; 1971 йылда — профессор ғилми дәрәжәһе бирелә; 1987 йылда — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты; 1994 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (механика һәм машиналар эшләү һөнәре буйынса).
1971 йылдан 1978 йылға тиклем — УССР Фәндәр академияһы Механика институтының идара ителеүсе системалар динамикаһы һәм тирбәлеүҙәр теорияһы бүлектәре мөдире, Киев Граждандар авиацияһы инженерҙары институтында (Киев ҡалаһы) юғары математика кафедраһы профессоры; 1978—1986 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге Машиналар өйрәнеү институтының вибротехника бүлеге мөдире.
1986 йылдан 1995 йылға тиклем — «Волна» фәнни-инженер үҙәге директоры — СССР Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге Машиналар өйрәнеү институты директоры урынбаҫары; 1995 йылдан 2010 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһының тура булмаған тулҡын механикаһы һәм технологияһы Ғилми үҙәге (НЦ НВМТ РАН) директоры; 2009 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының А. А. Благонравов исемендәге Машиналар өйрәнеү институты (ИМАШ РАН) директоры .
СССР Миннефтепромының нефть-газ сәнәғәтендә тулҡын һәм тирбәлеү процестарын фвйҙаланыу буйынса Ғилми советы рәйесе.
Ғәниевтың ғилми эшмәкәрлеге өлкәһе — машиналарҙа һәм аппараттарҙа тура булмаған тирбәлеү, вибрация һәм тулҡын процестары.
Нефть-газ сығарыу өлкәһендә ул ҡатламдарҙың нефть биреүен арттырыу өсөн ҡулланылған тулҡын технологияһына нигеҙ һала.
Мәскәү авиация институтының прикладная физика кафедраһы мөдире, МФТИ-ның «Технологик процестарҙы хисаплау моделдәре» кафедраһы мөдире булараҡ ул уҡытыусылыҡ эше менән дә шөғөлләнә.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ганиев Р.Ф « Проблемы механики в космической технологии». М., 1979;
- Ганиев Р.Ф «Колебательные эффекты в многофазных средах и их использование в технологии». Киев, 1980;
- Ганиев Р.Ф «Волновая технология и техника». М., 1993;
- Программные движения деформируемых управляемых конструкций / Р. Ф. Ганиев, А. Е. Закржевский; РАН, Институт машиноведения им. А. А. Благонравова. — М.: Наука, 1995. — 212 с., ISBN 5-02-000823-0.
- Волновая стабилизация и предупреждение аварий на трубопроводах / Р. Ф. Ганиев, Х. Н. Низамов, Е. И. Дербуков; РАН, Научный центр нелинейной волновой механики и технологии РАН. — М.: Издательство МГТУ, 1996. — 257 с., ISBN 5-7038-1303-4.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Почёт ордены, IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены , Александр Невский ордены.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2006.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 апрелдә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Илеш районында тыуғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар