Алфёров Жорес Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Жорес Иванович Алфёров
урыҫ. Жорес Иванович Алфёров
Zhores Alferov.jpg
В.Путин менән Г.Шрёдер Рәсәй Фәндәр академияһының А. Ф. Иоффе исемендәге Физика-техник институтының ғилми-белем биреү үҙәгенә килгәндә, 10 апрель 2001 йыл
Тыуған көнө:

15 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2] (87 йәш)

Тыуған урыны:

СССР, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, Витебск[d][1]

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

физика полупроводников

Эшләгән урыны:

Рәсәй Фәндәр академияһы, СПб АУ РАН

Ғилми дәрәжәһе:

Ҡалып:Ученое звание (1970)

Ғилми исеме:

профессор (1972),
Ҡалып:Ученое звание (1979),
Ҡалып:Ученое звание (1991)

Уҡыу йорто:

Ленинград электротехник институты

Награда һәм премиялары


Нобель премияһы — 2000 Физика буйынса Нобель премияһы(2000)
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Александр Невский ордены кавалеры — 2015 Ленин ордены — 1986 Октябрь Революцияһы ордены — 1980 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1975
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1959
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Медаль «Ветеран труда»
«В память 250-летия Ленинграда» миҙал
Ribbon 300 years to russian fleet.png
Order francysk skaryna rib.png V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены
Почётлы легион ордены офицеры
Ленин премияһы — 1972 СССР Дәүләт премияһы — 1984 Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 2001 Нагрудный знак «Почётный гражданин Санкт-Петербурга»

Жоре́с Ива́нович Алфёров (бел. Жарэс Iванавiч Алфёраў; 1930 йылдың 15 мартында Белорус ССР-ы Витебск өлкәһе Чашники ҡалаһында тыуған) — совет һәм Рәсәй физигы, әле Рәсәйҙә физика буйынса берҙән-бер иҫән Нобель премияһы лауреаты (ярымүткәргестәр гетероструктураларын һәм етеҙ опто- һәм микроэлектрон компоненттарҙы эшләгән өсөн 2000 йылғы премия). 1991 йылдан РФА вице-президенты. РФА-ның Санкт-Петербург фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. 1965 йылдан КПСС ағзаһы.

СССР ФА академигы (1979; мөхбир ағза 1972). Ленин премияһы (1972), СССР Дәүләт премияһы (1984), РФ Дәүләт премияһы (2001) лауреаты. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры.

АҠШ Милли фәндәр академияһының (1990) һәм АҠШ Милли инженерлыҡ академияһының (1990) сит ил ағзаһы, Ҡытай Фәндәр академияһының, Беларусь Республикаһы (1995)[3], Молдавия (2000)[4], Әзербайжан (2004)[5] Фәндәр академияларының сит ил ағзаһы, Әрмәнстан Милли фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2011)[6].

РФ Дәүләт думаһы депутаты (1995 йылдан). 1989 йылда СССР Фәндәр академияһынан СССР халыҡ депутаты итеп һайлана, 1995 йылдың декабрендә Алфёров «Йортобоҙ — Рәсәй» хәрәкәтенән икенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлана; 1999, 2003, 2007, 2011, 2016 йылдарҙа, КПРФ партияһы ағзаһы булмаһа ла, КПРәсәй Федерацияһының партия исемлектәренән РФ Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Карпович Алфёров менән Анна Владимировна Розенблюмдың белорус-йәһүд ғаиләһендә тыуа.[7][8] Буласаҡ ғалимдың атаһы Чашникиҙа, әсәһе Крайск (хәҙерге Белоруссияның Минск өлкәһе Логойск районы) тигән ерендә донъяға килгән. Исемен Жан Жорес хөрмәтенә ҡушҡандар. Һуғышҡа тиклемге йылдарҙы Сталинградта, Новосибирскиҙа, Барнаулда һәм Сясьстройҙа үткәрә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Алфёровтар ғаиләһе Туринскиға (Свердловск өлкәһе) күсә, унда атаһы целлюлоза-ҡағыҙ заводы директоры була, һуғыш бөткәс, емертелгән Минскиға ҡайталар.[9] Ағаһы — Маркс Иванович Алфёров (1924—1944) — фронта һәләк була. Минскиҙың 42-се урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай һәм физика уҡытыусыһы Яков Борисович Мельцерзон кәңәше буйынса Минск ҡалаһындағы Белорус Политехник Институтының (хәҙерге БНТУ) энергетика факультетында бер нисә семестр уҡып ала, шунан һуң Ленинград ҡалаһына барып, В. И. Ульянов исемендәге Ленинград электротехник институтына имтиханһыҙ ҡабул ителә. 1952 йылда был институттың электрон техника факультетын тамамлай.

1953 йылдан А. Ф. Иоффе исемендәге Физика-техника институтында эшләй, В. М. Тучкевичтың лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр була һәм беренсе ватан транзисторҙарын һәм германийлы көс приборҙарын эшләүҙә ҡатнаша[9]. Физика-математика фәндәре кандидаты(1961).

1970 йылда Алфёров ярымүткәргестәрҙә гетерокүсештәрҙе тикшереүҙең яңы этабы йомғаҡтарын дөйөмләштереп диссертация яҡлай һәм физика-математика докторы дәрәжәһен ала[10]. 1972 йылда Алфёров ЛЭТИ профессоры, бер йылдан оптоэлектроника база кафедраһы мөдире була. 1990-сы йылдар башынан Алфёров түбәнәйтелгән үлсәмлелекле наноструктураларҙың үҙенсәлектәрен тикшереү менән шөғөлләнә. 1987 йылдан 2003 майына тиклем — А. Ф. Иоффе исемендәге ФТИ директоры.

2003 йылда Алфёров А. Ф. Иоффе исемендәге ФТИ директоры вазифаһынан китә[11] һәм 2006 йылға тиклем институттың ғилми советы рәйесе посын биләй.[12] Ләкин Алфёров ғилми структураларҙағы йоғонтоһон юғалтмай. 1988 йылдан (асылған мәлдән алып) Санкт-Петербург Политехник университетының физика-техника факультеты деканы.

1990—1991 йылдарҙа — СССР ФА вице-президенты, Ленинград фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. 2003 йылдан — РФА «Санкт-Петербург физика-техника фәнни-белем биреү үҙәге» фәнни-белем биреү комплексы рәйесе. Рәсәй ФА, унан һуң РФА академигы (1979), Рәсәй мәғариф академияһының почётлы академигы. РФА вице-президенты, РФА Санкт-Петербург фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. «Письма в Журнал технической физики» баҫмаһының баш мөхәррире.

«Физика и техника полупроводников» журналының баш мөхәррире, «Поверхность: Физика, химия, механика» журналы мөхәрририәте ағзаһы, «Наука и жизнь» журналы мөхәрририәте ағзаһы була. РСФСР «Белем» йәмғиәте идараһы ағзаһы була.

2002 йылда «Глобальная энергия» премияһын булдырыу инициаторы булып сығыш яһай, 2006 йылға тиклем уны тапшырыу буйынса Халыҡ-ара комитеттың етәксеһе була. 2005 йылда был премияны Алфёровтың үҙенә тапшырыу уның был постан китеүенә сәбәпсе булған, тип иҫәпләнелә.

Яңы Академик университетты ойоштороусы һәм уның ректоры булып тора.

2001 йылдан Мәғарифҡа һәм фәнгә булышлыҡ итеү фонды (Алфёров фонды) президенты.

2010 йылдың 5 апрелендә Алфёровтың Сколковолағы инновациялар үҙәгенең ғилми етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе тураһында иғлан ителә[13].

2010 йылдан — «Сколково» фонды консультатив ғилми советының рәйестәше.

2013 йылда РФА президенты вазифаһына кандидатураһын ҡуя һәм, 345 тауыш йыйып, икенсе урынды ала.[14]

Биш йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, өс монография, илле уйлап табыу авторы.

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ж. И. Алфёров менән В. В. Путин
  • 1944 — ВЛКСМ ағзаһы.
  • 1965 — КПСС ағзаһы.
  • 1989—1992 — СССР халыҡ депутаты.
  • 1995—1999 — «Йортобоҙ — Рәсәй» хәрәкәтенән РФ Федераль Йыйылышының 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Дәүләт думаһының Фән һәм мәғариф комитетының фән буйынса ярҙамсы комитеты рәйесе, «Йортобоҙ — Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, 1998 йылдан — Халыҡ власы депутат төркөмө ағзаһы.
  • 1999—2003 — КПРФ-тан РФ Федераль Йыйылышының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, КПРФ фракцияһы ағзаһы, мәғариф һәм фән комитеты ағзаһы.
  • 2003—2007 — КПРФ-тан РФ Федераль Йыйылышының 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, КПРФ фракцияһы ағзаһы, мәғариф һәм фән комитеты ағзаһы.
  • 2007—2011 — КПРФ-тан РФ Федераль Йыйылышының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, КПРФ фракцияһы ағзаһы, Дәүләт думаһының Фән һәм фәнни сығымдарҙы күпләп талап иткән технологиялар буйынса комитеты ағзаһы.
  • 2012—2016 — КПРФ-тан РФ Федераль Йыйылышының 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Дәүләт думаһының Фән һәм фәнни сығымдарҙы күпләп талап иткән технологиялар буйынса комитеты ағзаһы.
  • 2016 йылдан — КПРФ-тан РФ Федераль Йыйылышының 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты.
  • «Слово» радиогәзитенең редакция советы ағзаһы.
  • «Нанотехнологии Экология Производство» журналының мөхәрририәте рәйесе.
  • Һәләтле уҡыусы йәштәргә ярҙам күрһәтеү, уларҙың профессиональ үҫешенә булышлыҡ итеү, фәндең өҫтөнлөклө өлкәләрендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүҙә ижади әүҙемлекте дәртләндереү өсөн Мәғарифҡа һәм фәнгә булышлыҡ итеү фонды ойоштора. Фондҡа беренсе иғәнә Жорес Алфёров тарафынан Нобель премияһынан индерелә.

2010 йылдың 4 октябрендә Грани. Ру сайтында Алексей Кондауров менән Андрей Пионтковский «Как нам победить клептократию» тигән мәҡәлә баҫтыра һәм унда КПРФ партияһының уң һәм һул оппозицияһынан президентлыҡҡа берҙәм кандидат күрһәтергә тәҡим итә. Рәсәй аҡһаҡалдарынан кемде лә булһа күрһәтергә тәҡдим итеп, улар Виктор Геращенко һәм Юрий Рыжов менән бер рәттән Жорес Алфёров кандидатураһын да әйтә[15].

Ҡараштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алфёров «Экспоцентр» үҙәк күргәҙмәләр комплексында үткән Rusnanotech 2010 III Халыҡ-ара нанотехнологиялар форумында
  • РФ Президенты В. В. Путинға Ун академиктың клерикаллаштырыуға ҡаршы асыҡ хаты авторҙарының береһе.
  • Мәктәптәрҙә Православие мәҙәниәте нигеҙҙәре предметын уҡытыуға ҡаршы сыға, шул уҡ ваҡытта үҙенең «Рус Православие Сиркәүенә ябай һәм йылы мөнәсәбәттә» булыуын һәм «Православие сиркәүе славяндарҙың берҙәмлеге» яҡлы булыуын билдәләй[16].
  • Ҡулына шараплы бокал тотоп, 2000-се йылдарҙа Рәсәй йәмғиәтенең ҡатламдарға бүленеүен тасуирлай: «Бының эсендәгегә — ҡыҙғаныс! — халыҡтың ун проценты ғына эйә. Ә бокалды күтәреп торған аяғы — бөтә ҡалған халыҡ»[17].
  • «Аргументы и факты» гәзите хәбәрсеһе менән хәҙерге Рәсәй фәне проблемалары буйынса һөйләшкәндә, былай ти: «Фәндә артта ҡалыу — рус ғалимдарының ниндәй ҙә булһа йомшаҡлығы йә милли һыҙаттар эҙемтәһе түгел, ә илде алйоттарса реформалау һөҙөмтәһе»[18].
  • 2013 йылда РФА-ны реформалау башланғас, Алфёров был закон проектына кире мөнәсәбәтен бер нисә тапҡыр ишеттерә. Ғалимдың РФ Президентына мөрәжәғәтендә былай тиелә:

1990-сы йылдарҙың бик аяуһыҙ реформаларынан һуң РФА күпте юғалтһа ла, фәнни потенциалын тармаҡ фәненә һәм вуздарға ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡлап ҡала алды. Академик һәм вуз фәнен ҡапма-ҡаршы ҡуйыу һис тәбиғи түгел һәм ил мәнфәғәттәренән алыҫ торған сәйер сәйәси маҡсаттарға ынтылыусы кешеләр тарафынан ғына үткәрелә ала.

Д. Медведев һәм Д. Ливанов тарафынан янғындағы кеүек ашығыс тәҡдим ителгән һәм, хәҙер билдәле булыуынса, Һеҙҙең яҡтан да хупланған РФА-ны һәм башҡа дәүләт академияларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы Закон фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләһен хәл итә алмай. Шуны раҫларға ҡыйыулығым етә: хатта был Законда тәҡдим ителгәнгә ҡарағанда аҡыллыраҡ үҙгәртеп ҡороу ҙа был проблеманы хәл итә алмаясаҡ[19].

  • Һуңынан ваҡытлы матбуғат сараларының ҡайһы берҙәрендә Алфёровты реформаларға ҡаршыларҙың башлығы тип атайҙар (әммә ул 1 июль клубы тигән берләшмәләге ғалимдарҙың ғаризаһына ла ҡул ҡуймағайны; РФА-ның байтаҡ хеҙмәткәрҙәре кеүек матбуғатта ла әүҙем сығыш яһаманы; 1000-дән ашыу ғилми хеҙмәткәрҙең депутаттарға Мөрәжәғәтендә лә[20] ҡултамғаһы юҡ ине).
  • 2016 йылда Greenpeace'ҡа, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына һәм донъя илдәренең хөкүмәттәренә модификацияланған генлы организмдарға ҡаршы көрәште туҡтатырға саҡырған хатҡа ҡул ҡуя[21][22][23].

Бүләктәре һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йыл

Рәсәй һәм СССР бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры:
    • I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2005 йылдың 14 марты) — ватан фәнен үҫтереүҙәге һоҡланғыс ҡаҙаныштары һәм закондар ижад итеү эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[24]
    • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2000)
    • III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999 йылдың 4 июне) — ватан фәнен үҫтереүгә, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне һәм Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы[25]
    • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2010 йылдың 15 марты) — дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары, ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[26]
    • Александр Невский ордены (2015)[27]
    • Ленин ордены (1986)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1980)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1959)
  • Миҙалдар
  • Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының 2001 йылғы Дәүләт премияһы (2002 йылдың 5 авгусы) — «Квант нөктәләре булған гетероструктуралар формалашыу процестарын һәм үҙенсәлектәрен фундаменталь тикшереүҙәр һәм улар нигеҙендә лазерҙар эшләү» тигән хеҙмәттәр циклы өсөн[28]
  • Ленин премияһы (1972) — ярымүткәргестәрҙә гетерокүсештәрҙе фундаменталь тикшереү һәм улар нигеҙендә яңы приборҙар эшләү өсөн
  • СССР Дәүләт премияһы (1984).

Сит ил бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа бүләктәре һәм почетлы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Стюарт Баллантайн миҙалы (Франклин институты, АҠШ, 1971)
  • Хьюллет-Паккард премияһы (Европа физика йәмғиәте, 1978)
  • Генрих Велкерҙың алтын миҙалы[de] GaAs буйынса симпозиумдан (1987) —
  • Карпинский исемендәге премия (ГФР, 1989)[31]
  • XLIX Менделеев уҡыуҙары ҡатнашыусыһы — 1993 йыл
  • А. Ф. Иоффе исемендәге премия (РФА, 1996)
  • 1998 йылдан СПбГПУ почетлы докторы
  • Демидов премияһы (Фәнни Демидовтар фонды, Рәсәй, 1999)
  • А. С. Попов исемендәге алтын миҙал (РФА, 1999)
  • Ник Холоньяк премияһы (Американың Оптика йәмғиәте, 2000)[32]
  • Нобель премияһы (Швеция, 2000) —
  • Киото премияһы (Инамори фонд, Япония, 2001)
  • В. И. Вернадский премияһы (НАН Украина, 2001)
  • «Рәсәй Милли Олимпы» премияһы. «Кеше-легенда» титулы (РФ, 2001)
  • SPIE алтын миҙалы (SPIE, 2002)
  • «Алтын тәрилкә» наградаһы (Ҡаҙаныштар академияһы, АҠШ, 2002)
  • «Глобаль энергия» халыҡ-ара энергетик премияһы (Рәсәй, 2005)
  • МФТИ почётлы профессоры исеме һәм миҙалы (2008)[33]
  • «Нанофәнде һәм нанотехнологияларҙы үҫтереүгә индергән өлөш өсөн» ЮНЕСКО миҙалы (2010)[34]
  • «РАУ почётлы ордены». «Рәсәй-Әрмәнстан (Славян) университетының почётлы докторы» (Әрмәнстан, 2011).
  • Халыҡ-ара Карл Боэр премияһы (2013)[35]
  • «МИЭТ-тың почётлы профессоры» (НИУ МИЭТ 2015)[36]

Исеме бирелгән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • (3884) Alferov астероиды, 1977 йылдың 13 мартында Ҡырым астрофизика обсерваторияһында Н. С. Черных тарафынан асылған, 1997 йылдың 22 февралендә исем ҡушылған[37].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Алфёров Жорес Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Encyclopædia Britannica
  3. Национальная академия наук Беларуси. Почётные и иностранные члены. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011.
  4. Membrii Academiei de Ştiinţe a Moldovei: Dicţionar (1961—2006) / Ch.: Î.
  5. Жорес Иванович Алфёров на сайте Национальной академии наук Азербайджана
  6. НАН РА принимает лауреата Нобелевской премии
  7. Жорес Алфёров: «Наука освобождает человечество»
  8. Алфёров, Жорес в Лентапедии (сайт lenta.ru)
  9. 9,0 9,1 "Газета.
  10. Алфёров Ж. И. Гетеропереходы в полупроводниках. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора физико-математических наук : 01.049. Академия наук СССР. Физико-технический институт им. А. Ф. Иоффе. — Ленинград, 1970. — 26 с.
  11. Жорес Алфёров
  12. Нобелевский лауреат уволен с работы
  13. Научным руководителем Кремниевой долины в Сколково будет Жорес Алфёров. РИА Новости (5 апреля 2010 года). Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 август 2011. 12 август 2010 тикшерелгән.
  14. Forbes.ru: «Академик Владимир Фортов избран президентом РАН». 29.05.2013
  15. Как нам победить клептократию
  16. Жорес Алфёров на телеканале «Дождь» (эфир 3.04.2012)
  17. Миндубаев Ж.  Порок бедности // Литературная газета. — 2011. — № 35 за 7 сентября.
  18. Кожемякин В.  «Учёные мышей ловят!». Академик Ж. Алфёров: «Нефтедоллары надо вкладывать в науку» // Аргументы и факты. — 2011. — № 6 (1579) за 9 февраля. — С. 3.
  19. Открытое письмо лауреата Нобелевской премии, академика РАН Ж. И. Алфёрова президенту РФ В. В. Путину // kprf.ru — 30.07.2013.
  20. Обращение российских учёных к высшим руководителям РФ
  21. 107 Nobel laureates sign letter blasting Greenpeace over GMOs
  22. Laureates Letter Supporting Precision Agriculture (GMOs)
  23. Список нобелевских лауреатов подписавших письмо
  24. Указ Президента Российской Федерации от 14 марта 2005 г № 286
  25. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук». // Официальный сайт Президента России. 12 август 2016 тикшерелгән.
  26. Указ Президента Российской Федерации от 15 марта 2010 г № 310
  27. Указ Президента Российской Федерации от 16 июля 2015 № 369 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  28. Указ Президента РФ от 5 августа 2002 г № 831
  29. Указ Президента Республики Беларусь от 17 мая 2001 г № 271
  30. Указ Президента Украины от 15 мая 2003 года № 407/2003 «Про відзначення державними нагородами України представників міста Санкт-Петербурга, Російська Федерація» (укр.)(укр.)
  31. Присуждение Премии имени А.
  32. Nick Holonyak, Jr. Award — Awards — OSA.org | The Optical Society
  33. Суркова М.  Вперёд, невзирая на трудности // За науку. — 2009. — № 3(1818). — С. 4—11.
  34. Вести.
  35. The Karl W. Böer Solar Energy Medal of Merit Award
  36. Зеленоград - Интервью - Жорес Алфёров: открытая лекция нобелевского лауреата в МИЭТе — самое интересное в пересказе Zelenograd.ru. www.zelenograd.ru. 20 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  37. Циркуляры малых планет за 22 февраля 1997 года — в документе надо выполнить поиск Циркуляра № 29143 (M.P.C. 29143)