Сингапур тарихы
Сингапур тарихын б. э. III быуатынан, Пулочжун аисеме аҫтында ҡытай ҡулъяҙмаларында осрағас, күҙәтеп була. VIII быуатта утрауҙа Темасек порты — Шривиджая дәүләтенең диңгеҙ сауҙаһы үҙәге барлыҡҡа килә. 1025 йылда Чола династияһы батшаһы Раджендра баҫып ала.
Утрау мөһимлеге XIV быуатта, Шривиджаяла принц Парамесвар хакимлыҡ иткәндә, арта: бында әһәмиәтле портҡа нигеҙ һалына. 1613 йылда портты ачех мародёрҙары юҡ итә.
Сингапурҙың хәҙерге тарихы 1819 йылда, инглиз дәүләт эшмәкәре Стэмфорд Раффлз утрауҙа британия портын төҙөгәс, башлана. Британияның колониялы хакимлығы ваҡытында ҡытай-һинд сауҙаһы үҙәге һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның порты булғас, әһәмиәте арта. Ултыраҡ тиҙ генә ҙур порт ҡалаһы булып китә.
Икенсе донья һуғышы ваҡытында Сингапурҙы Япон империяһы яулап ала, оккупация 1942-1945 йылдарҙа дауам итә. Һуғыштан һуң Сингапур Британия ҡулы аҫтына кире ҡайта, әммә үҙидаралыҡ мөмкинселеге арта, ул Сингапур менән Малай Федерацияһының ҡушылыуына һәм 1963 йылда Малайзияның барлыҡҡа килеүенә килтерҙе. Әммә халыҡ сыуалыштары Сингапурҙың айырымлауына алып килә, һәм 1965 йылдың 9 авгусында Сингапур мөстәҡил дәүләт була.
Ауыр иҡтисади шарттарҙа булһа ла, яңыртыу программаһын башлап, сәнәғәт өлкәһен үҫтерәләр. Ҙур күләмдә социаль торлаҡ төҙөлә, мәғарифҡа ҙур финанслау бүленә. Үҙаллылыҡ осоронан иҡтисад йылына уртаса туғыҙ процентҡа арта, 1990-сы йылдар аҙағына үҫешкән сауҙа иҡтисадлы, ныҡлы халыҡ-ара бәйләнешле һәм Япониянан һуң юғары эске тулайым продуктлы илгә әйләнә[1].