Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы
Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы | |
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Тема географияһы | geographic history of Saudi Arabia[d] |
Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы Викимилектә |
Ғәрәп ярымутрауының бөгөн Сәғүд Ғәрәбстаны биләгән өлөшө тарихи рәүештә дөйөмләштереп Хижаз йәки Нәжд тип атап йөрөтөлә. VII быуат башында Мәккәлә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең рисаләте башлана, Мәккә мөшриктәре быны ҡабул итмәй. 13 йыл буйы мосолмандарҙың Мәҙинәгә (Йәсрибкә) күсенеүе — Һижрәте бара; был ҡалала ғәрәптәр һәм йәһүдтәр йәшәгән була, улар үҙ-ара тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөә. Яйлап ғәрәптәр тотош ярымутрауҙа йәшәй башлай.
Исламға тиклемге Ғәрәбстан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә палеолит осоронда тап Ғәрәп ярымутрауы кешелек планета буйынса тарала башлаған тәүге төбәк була[1][2].
Сәғүд Ғәрәбстанында Нәфүд сүллегендә палеокүлдәрҙең ҡороған төптәре янында 46 түбәнге палеолитик археологик объект табылған, улар араһында таш ҡоралдар һәм хайуан һөйәктәре булған[3][4].
Люминесцент хронология мәғлүмәттәре бынан 130 мең йыл элек Ғәрәп ярымутрауында һау эҫерәк булған, ямғырҙар йышыраҡ яуған, шуға күрә бында үҫемлектәр үҫкән, кеше йәшәргә мөмкинлек булған. Был осорға Ҡыҙыл диңгеҙ кимәле төшкән һәм уның көньяҡ өлөшөндәге киңлек упал барлығы 4 км булған. Был ҡыҫҡа ваҡыт арауығанда кешеләргә Баб-әл-Мәндәб боғаҙы аша үтеп, хәҙерге Ғәрәбстанға етергә мөмкинлек биргән, һәм улар Яҡын Көнсығышта тәүтөйәк тапҡандар. (en:Jebel Faya)[5][6].Тәүге мигранттар Африкалағы климат үҙгәреүенән ҡасып, «Ҡайғы ҡапҡаһы» аша бөгөнгө Йемен һәм Оман ерҙәренә үтеп, артабан Ғәрәп ярымутрауы аша яйлыраҡ климат шарттары эҙләп киткәндәр. Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Джәбәл-Файя (БҒӘ) араһы — 2000 км, бында хәҙер кеше йәшәй алмай торған сүллек, мәгәр 130 ң йыл элек, нәүбәттәге боҙлоҡ осоро тамамланыуға, Ҡыҙыл диңгеҙ ярайһы һай булған, уның аша йөҙөп тә, һал һаллап та сығырға мөмкин булған. Ғәрәп ярымутрауы сүллек түгел, ә йәшеллек ҡаплаған урын булған.
Бында Таас әл-Ғәдһә (Taas al-Ghadha) тигән ерҙә 90 мең йыл элек йәшәгән кешенең бармаҡ һөйәге табылған, был урын Сәғүд Ғәрәбстанының төньяҡ-көнбайышындағы Тема (Тәймә) тигән оазисынан йыраҡ түгел[7].
Боҙлоҡ осоро тамамланғас Европала климат эҫерәк һәм ҡорораҡ булып киткән, Ғәрәбстан кеше йәшәүгә яраҡһыҙ сүллеккә әйләнгән.
Әсир административ округында ер өҫтөндә хайуан скульптура-статуялары (улар араһында эт, дөйәғош, ыласын), таш ҡоралдар, уҡ башаҡтары, ҡырғыс, һөңгө остары табылған. Яндырылған дүрт һөйәкте (нимәнеке икәне аңлашылмай) радиоуглерод ысулы менән тикшереп, б.э.т. 7300—6640 йылдар тип билдәләгәндәр. Әл-Макар тигән ерҙә урта палеолиттан прототарих осорона тиклем кеше йәшәгәнлеге раҫланған. 86 см оҙонлоҡтаҡы билдәһеҙ хайуан скульптураһы фрагментын Дэвид Энтони ҡырағай ишәктеке тип иҫәпләй[8].
Ғәрәп хәлифәте барлыҡҡа килеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]632 йылда баш ҡалаһын Мәҙинә итеп, Ғәрәп хәлифәте барлыҡҡа килә, ул ғәмәлдә Ғәрәп ярымутрауын тулыһынса биләп ала. Үҙҙәре теләп ҡушылыуҙары һәм яулап алыуҙар һөҙөмтәһендә IX быуатҡа ғәрәп дәүләте Яҡын Көнсығышты, Персияны, Урта Азияны, Кавказ аръяғын, Төньяҡ Африканы, шулай уҡ Көньяҡ Европаны биләй.
Осман империяһына инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуатта Ғәрәбстанда төрөк хакимлығы нығына башлай. 1574 йылға солтан Сәлим етәкселегендә Осман империяһы Ғәрәп ярымутрауын тулыһынса яулап ала. Уларҙың хакимлығы аҫтында Осман империяһының бар төбәктәрендә Ислам дине нығынып китә. Солтан Мәхмүд I (1730—1754) сәйәси яҡтан бик йомшаҡ булып сыға, ғәрәптәр үҙ дәүләтен ҡороу йәһәтенән тәүге аҙымдар яһай башлай. Ул мәлдә Ғәрәбстанда иң көслө тоҡом Әл Сәғүд була.
Беренсе Сәғүд дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғүд дәүләте 1744 йылда Ғәрәп ярымутрауы үҙәгендә барлыҡҡа килгән. Урындағы хаким Мөхәммәт ибн Сәғүд һәм ваһһабилыҡты барлыҡҡа килтергән Мөхәммәт ибн Әбд әл-Ваһһаб Осман империяһына ҡаршы берҙәм ҡеүәтле дәүләт булдырыу идеяһы менән берләшәләр. XVIII быуатта барлыҡҡа килгән был берлек бөгөнгә тиклем идара итеп килгән Сәғүдиҙәр дәүләтенә нигеҙ һала. Бер ни тиклем ваҡыттан йәш дәүләткә Осман империяһы ҡаршы сыға, төрөктәр көньяҡ сиктәрендә ғәрәптәр көсәйеүенән ҡурҡа башлайҙар. 1817 йылда осман солтаны Ғәрәп ярымутрауына Муөхәммәт Али-паша етәкселегендә ғәскәр ебәрә, улар Имам Абдалланың бик көслө булмаған ғәскәрен еңә. Шулай итеп, Беренсе Сәғүд дәүләте 73 йыл йәшәп ҡала.
Икенсе Сәғүд дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осман Империяһы еңеүгә ҡарамаҫтан, бары 7 йыл үтеүгә (1824 йылда) Икенсе Сәғүд дәүләте төҙөлә, баш ҡалаһы итеп Әр-Рияд билдәләнә. Был дәүләт 67 йыл йәшәп ҡала һәм Сәғүдиҙәрҙең көнәркәштәре — әр-Рәшид тоҡомо тарафынан бәреп төшөрөлә. Сәғүдиҙәр Кувейтҡа ҡасырға мәжбүр була.
Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеген булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе Сәғүд дәүләте тарҡалғас, Сәғүдиҙәрҙең тыуған ере Нәжд ҡалаһында Джәбәл-Шәммәр әмирлеге йоғонтоһо үҫә, уға Әл Рәшид тоҡомдары идара итә. Сәғүд Ғәрәбстаны империяһына нигеҙ һаласаҡ Сәғүдиҙәр тоҡомонан Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман Әл Сәғүд 1893 йылдан Кувейтта була. 1902 йылда 22-летний Әбд әл-Әзиз күп һанлы ғәскәр менән Әр-Риядты яулап ала, губернатор Рәшиди һәм уның ғаиләһен бәреп төшөрә. 1904 йылда Рәшидиҙәр ярҙам һорап Осман империяһына мөрәжәғәт итә.
Тегеләр үҙ ғәскәрен индерә, әммә был юлы уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар Һәм ҡасып ҡайталар. 1912 йылда Әбд әл-Әзиз тотош Нәждде баҫып ала. 1920 йылда, Осман империяһы ярсыҡтарында нығынырға өмөт иткән инглиздәрҙең көслө яҡлауына таянып, Әбд әл-Әзиз Рәшидиҙәрҙе тамам еңә. 1925 йылда Мәккә һәм тотош Хижаз яулап алына. Ошо яулап алыу һөҙөмтәһендә берләшкән Нәжд һәм Хижаз короллеге барлыҡҡа килә. Нәжд һәм Хижаз короллеген Советтар Союзы 1926 йылда, Великобритания — 1927, АҠШ — 1931 йылда таный. Сәғүдиҙәр Әсир әмирлеген, Әл-Хасаны һәм Кәтифте 1932 йылдың 23 сентябрендә яулап алғас, Нәжд һәм Хижаз короллеге Сәғүд Ғәрәбстаны тип атала башлай. Әбд әл-Әзиз дәүләттең короле булып китә.
Король Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман һәм уның вариҫтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1938 йылдың мартында Сәғүд Ғәрәбстанында үтә бай нефть ятҡылыҡтары табыла. Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле уларҙы файҙаланыу 1946 йылда ғына башлана, ә 1949 йылда уҡ илдә яҡшы яйға һалынған нефть индустрияһы барлыҡҡа килә. Нефть дәүләттең байығыу һәм сәскә атыу сығанағына әүерелә. Нефть сығарыу йылдың-йылы арта ғына бара. 1938 йылда 0,5 млн тонна нефть сығарылған булһа, 1946 йылда — 7,8 млн тонна, 1950 йылда — 25,9 млн тонна, 1955 йылда — 47,5 млн тонна, 1970 йылда — 176,8 млн тонна, 1973 йылда — 375,5 млн тоннаға етә[9]. Шул уҡ мәлдә нефть сығарыу үҙҡиммәте көнбайыш илдәрҙекенән түбәнерәк була. 1960-сы йылдар уртаһында короллектә уның барреле 10 цент ҡына була(АҠШ-та ул ваҡытта барреле 1,5 долларҙан 1,75 долларға етә)[10].
Сәғүд Ғәрәбстанының тәүге короле бер ҡайҙа ла ҡушылмау сәйәсәте алып бар. Уның осронда дәүләт Милләттәр Лигаһына ла инмәй. 1953 йылда вафат булып ҡалғанға тиклем ул илдән 3 тапҡыр ғына китеп йөрөп ҡайта. Шуға ҡарамаҫтан 1945 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны ООН һәм Ғәрәп дәүләттәре Лигаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман Әл Сәғүдтең вариҫы булып уның улы Сәғүд ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд ҡала. Уның уйламай эш ҡылыуҙары һөҙөмтәһендә дәүләттә түңкәрелеш була, Сәғүд Европаға ҡаса, власть уның ҡустыһы Фейсал ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд (Фейсал) ҡулына күсә. Фейсал илдең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул хакимлыҡ иткәндә нефть сығарыу ныҡ арта, был иһә күп кенә социаль реформалар һәм заманса инфраструктура булдырырға үткәрергә мөмкинлек бирә. 1973 йылда Фейсал Сәғүд нефтен барлыҡ сауҙа майҙандарынан алдырта һәм Көнбайышта нефть һәм энергетик көрсөгө килеп сығыуға килтерә. Уның радикализм хатта үҙенекеләр ҙә аңламай һәм 2 йылдан Фейсалды үҙенең ағаһының улы атып үлтерә. Уның үлеменән һуң килгән король Хәлид ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд (Хәлид) Сәғүд Ғәрәбстанының тышҡы сәйәсәте тынысыраҡҡа әйләнә. Хәлидтән тәхет ҡустыһы Фәхд ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүдкә (Фәхд) ҡала, ә 2005—2015 йылдарҙа король Абдалла ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд (Абдалла) идара итә, унан һуң бөгөнгө көнгә тиклем Сәлмән ибн Хәлид Әл Сәғүд (Сәлмән) король булып тора. Ул Әбд әл-Әзиздең кесе улдарының береһе.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылда Сәғүд Ғәрәбстанының халҡы 27 345 986 кеше, шуларҙың 30 % — иммигранттар булған. Был һандар түбәнәйтелгән булыуы ихтимал, сөнки 2006 йылда 27,02 млн кеше теркәлгән, шул иҫәптән 5,58 млн — сит илдекеләр[11]. Урбанизация кимәле бик юғары — халыҡтың 81 % ҡалаларҙа йәшәй[12].
Төп ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғүд Ғәрәбстанының 88 % халҡы ҡалаларҙа тупланған. Иң ҙур ҡала — Әр-Риядта 4 млн-дан ашыу кеше йәшәй. Джиддә — ҙурлығы буйынса икенсе урында торған ҡала, еҠыҙыл диңгеҙҙә бик мөһим порт. Мәккә менән Мәҙинә Сәғүд Ғәрәбстанының һәи Ислам донъяһының иң мөһим һәм бик ҙур ике ҡала.Хаж осоронда хажға килеүселәр арҡаһында Мәккә халҡы ике тапҡырға артып китә. Шуға күрә унда донъялағы иң ҙур палатка ҡаласыҡтары, паркингтар һәм илдәге тәүге метрополитен урынлашҡан. Иҡтисадта ҙур урын тотҡан ҡалалар: Даммам, Джубәйл һәм Хафжи. Тап ошо ҡалаларҙа төп нефть сығарыусы ҡеүәттәр төҙөлгән.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми дин — Ислам, сөнни мосолмандар. Халыҡтың күпселеге сәләфи. Шиғыйҙар яҡынса халыҡтың 10—15 %, башлыса илдең көнсығыш провинцияларында йәшәй. Сәғүд Ғәрәбстаны хакимиәте башҡа дин кешеләренә илгә инергә рөхсәт итә, әммә ғибәҙәттәрен үтәргә рөхсәт ителмәй. Мосолман булмағандарға изге Мәккә менән Мәҙинәгә инергә рөхсәт юҡ.
Илдә дини полиция бар (муттава). Шәриғәт гвардияһы һалдаттары урамдарҙа даими патруль менән йөрөй, йәмәғәт урындарында Ислам ҡанундарын боҙоуға юл ҡуймай. Ҡанун боҙоусыны тотһалар, яза бирелә (штраф, хатта үлем язаһы).
Илдә шулай уҡ башҡа дин тотоуслар ҙа йәшәй — нәсрани, индуист, буддист, сикх, бахаи. Нәсраниҙарҙың һаны 1,2 млн кешегә етә[13]; иң күбе- католиктар (1,05 млн[13]) һәм илле меңселәр (пятидесятниктар) (83 тыс.[14]). Мысыр, Хәбәшстан (Эфиопия), Эритрея һәм Ливандан күсеп килеүселәр араһында үҙ боронғо диндәрен тотоусылар бар.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғүд Ғәрәбстан 13 административ округҡа бүленгән[15] (ғәр. المناطق الإدارية: almnat aladarih), ранее также известных как провинции[16], улар әмирлек йәки минтәҡәт (mintaqat, берлектә. — mintaqah) тип атала.
# | № на карте |
Административный округ |
ғәр. | Административный центр |
Площадь, км² |
Население, чел. (2015)[17] |
Плотность, чел./км² |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | 6 | Эр-Рияд | الرياض | Әр-Рияд | 404240 | 7910864 | 19,57 |
2 | 11 | Мәккә | مكة المكرمة | Мәккә | 153128 | 8099473 | 52,89 |
3 | 4 | Мәҙинә | المدينة المنورة | Мәҙинә | 151990 | 2061383 | 13,56 |
4 | 5 | Әл-Ҡасим | القصيم | Бурайда | 58046 | 1402974 | 24,17 |
5 | 7 | Әш-Шәрҡиә ]] | المنطقة الشرقية | Әд-Даммам | 672522 | 4762871 | 7,08 |
6 | 8 | Әсир | عسير | Әбхә | 76693 | 2194463 | 28,61 |
7 | 13 | Табуҡ | تبوك | Табуҡ | 146072 | 907494 | 6,21 |
8 | 9 | Хәил | حائل | Хәил | 103887 | 685820 | 6,60 |
9 | 2 | Әл-Худуд-әш-Шәмәлия | الحدود الشمالية | Әрьәр | 111797 | 367433 | 3,29 |
10 | 10 | Джизан | جازان | Джизан | 11671 | 1568727 | 134,41 |
11 | 12 | Нәжран | نجران | Нәжран | 149511 | 581789 | 3,89 |
12 | 1 | Әл-Баха | الباحة | Әл-Баха | 9921 | 471755 | 47,55 |
13 | 3 | Әл-Джәуф | الجوف | Сәҡәҡә | 100212 | 506372 | 5,05 |
всего | 2149690 | 31521418 | 14,66 |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев А. М. История Саудовской Аравии от середины 18 в. до конца 20 в. — М., 1994.
- Васильев А. М. История Саудовской Аравии (1945 — конец XX в.). — М., 1999.
- Косач Г. Г. Саудовская Аравия: внутриполитические процессы «этапа реформ» (конец 1990—2006 г.). — М.: Институт Ближнего Востока, 2007.
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
- Густерин П. Памяти Карима Хакимова — дипломата и учёного // Дипломатическая служба. — 2008. — № 1.
- Густерин П. Полпред Назир Тюрякулов // Азия и Африка сегодня. — 2011. — № 11.
- Сауд Хусейн Саид Захрани. Саудовская Аравия: политика в области культуры и образования (70-90 е-годы). — М.: 2001. — 132 с.
- Нейматов А.Я. Внешняя политика и дипломатия Саудовской Аравии в контексте цветных революций «Арабской весны». — М.: Горячая линия — Телеком, 2015. — 146 с. — ISBN 978-5-9912-0526-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Цивилизации Древней Южной Ғәрәбстани 2012 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Арабский полуостров признали первым плацдармом человеческой миграции
- ↑ 46 Prehistoric Sites with Paleolakes Discovered in «Green Arabia», August 1, 2017
- ↑ В Сәғүдовской Ғәрәбстани обнаружены палеолитические стоянки, 3 августа 2017
- ↑ Найдено новое подтверждение раннего выхода сапиенсов из Африки «южным путем» — Элементы — новости науки
- ↑ From the Trenches — New Evidence for Mankind’s Earliest Migrations — Archaeology Magazine Archive
- ↑ Does this finger prove our ancestors left Africa earlier than believed? 90,000-year-old human bone discovered in Saudi Arabia
- ↑ The Horse in Arabia and the Arabian Horse: Origins, Myths and Realities 2017 йыл 27 август архивланған.
- ↑ Ас-Самак А. И. Фейсал и внешняя политика Королевства Сәғүдовская Ғәрәбстаня. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. М., 2014. — С. 126. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4017
- ↑ Ас-Самак А. И. Фейсал и внешняя политика Королевства Саудовская Аравия. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. М., 2014. — С. 125. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4017
- ↑ [1] С. 188
- ↑ Меняется ли Саудовская Аравия // Lenta.ru, апрель 2016
- ↑ 13,0 13,1 Global Christianity (ингл.). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 13 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года. 2013 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Saudi Arabia // New International Dictionary of Pentecostal and Charismatic Movements, The / Stanley M. Burgess, Eduard M. Van Der Maas. — Grand Rapids, Michigan: Zondervan; Exp Rev edition, 2002. — С. 222. — 1328 с. — ISBN 0310224810.
- ↑ Государства Аравийского полуострова // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 118-119. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 80.
- ↑ Распределение и прогноз динамики населения королевства по административным округам (ғәр.). Центральный департамент статистики и информатики Сәғүд Ғәрәбстанының (2014). Дата обращения: 1 июль 2014. 2016 йыл 9 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краткая история Саудовской Аравии . Panasia.ru. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
- Саудовская Аравия:История . Worcount.com. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 15 июнь 2009 года. 2009 йыл 15 июнь архивланған.