Словения тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Словения тарихы
Дәүләт Flag of Slovenia.svg Словения
Commons-logo.svg Словения тарихы Викимилектә

Словенияның территорияһында борон иллирий һәм кельт ҡәбиләләре йәшәй, улар бергәләп Норик короллеген булдыра. Беҙҙең эраның II быуатынан — Боронғо Рим власы аҫтында (Италия һәм Паннония провинциялары). VI—VIII быуаттарҙа бында славяндар төпләнә, улар аварҙар власы аҫтына эләгә. 630 йылда словендарҙың ата-бабалары — карантандар тарафынан «Венд маркаһы» булдырыла. 664 йылдан был дәүләт «Карантания» атамаһы аҫтында билдәле. IX быуатта карантандарҙың икенсе дәүләт берекмәһе — Блатен кенәзлеге төҙөлә. Шул уҡ быуатта словендарҙың ата-бабалары бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм 1200 йыл ваҡыт дәүеренә һуҙылған немецтарҙың власы аҫтына эләгә. 1918 йылда словен ерҙәренең бер өлөшө Югославия (Словендар, хорваттар һәм сербтар короллеге) составына керә. 1991 йылдың июнендә Словения республикаһы бойондроҡһоҙлоҡ иғлан итә.

Боронғо дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Археология мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дивье Бабенан флейта

Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайышында кешеләр бик боронғо дәүерҙән йәшәгән. Дивье Бабенан флейтаны неандерталдар 43 мең йыл элек яһаған тип иҫәпләйҙәр. Словения археологы Митя Бродар флейтаны ориньяк мәҙәниәтле кроманьондар яһаған тигән фекерҙә[1][2][3]. Поточка Зиялка мәмерйәһендә табылған һөйәктән яһалған энәнең йәше 41-47 мең йыл элек тип баһалана һәм ориньяк мәҙәниәтенә индерелә[4][5]. Синья Горица ауылы янында табылған тис ағасынан яһалған һөңгө башының йәше 38—45 мең йыл элек тип баһалана[6]. Слования территорияһында неолит дәүере торамаларының ҡалдыҡтары табылған[7].

Любляна барьеһында Любляна ҡалаһынан көньяҡҡа табан яҡынса 20 км алыҫлыҡта донъялағы иң боронғо ағас тәгәрмәс (диаметры 72 см) табылған, ул ясень ағасынан яһалған һәм уның йәше 5 мең йылдан ашыу (беҙҙең эраға тиклем 3350—3100 йылдар)[8]. Альп тауҙарындағы беҙҙең эраға тиклем 5-2 мең йыллыҡтарҙа свайҙарҙа төҙөлгән тарихҡаса дәүер торлаҡтарының ҡалдыҡтары 2011 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[9].

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2000 йылда, ҡула быуатында, хәҙерге Любляна ҡалаһы тирәһендә һаҙлы урындарҙа төбәк халҡы свай йорттарынан торамалар төҙөгәндәр (шундай уҡ торамалар Австрия һәм Швейцария биләмәләрендә таралыу алған). Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1200 йылда свай торамалары юҡҡа сыға, улар кастельер мәҙәниәтенең яңы нығытылған торамалар менән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Был торамалар ҡуласа рәүешендәге вал менән уратылған, фараз буйынса уларҙы иллирийҙар төҙөүе мөмкин. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса III быуатта кастельер торамалары латент мәҙәниәте кельттары тарафынан емерелә. Яҡынса ошо ваҡытта грек сауҙагәрҙәре Адриатик диңгеҙенең төньяҡ яр буйында терәк пункты булараҡ Эгида (Копер) колонияһын нигеҙләй[10]. Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡта Словения, Штирия һәм Каринтия территорияһында көнсығыш альп гальштат мәҙәниәте булған[11].

Тимер быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡта Словения территорияһына иллирийҙар килеп төпләнә, улар игенселек, шулай уҡ тимер иретеү менән шөғөлләнгән. Беҙҙең эраға тиклем VII быуатта иллирийҙар Адриатик диңгеҙенең яр буйында Италия һәм грек колониялары менән сауҙа иткән. Словендарҙың хәҙерге биләмәләрендәге географик атамаларының ҙур өлөшө — иллирий сығышлы. Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта был ерҙәр Италияға йүнәлгән кельттар тарафынан яулап алына. Кельттар менән төбәк иллирийҙары ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә яңы этнос барлыҡҡа килә. Норик иллирий ҡәбиләһе һәм тауриск кельт ҡәбиләһе Норик короллеген төҙөйҙәр, уның халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Был яҡтарға кельттарҙың килеүе менән бындп ҡалалар барлыҡҡа килә[12].

Боронғо Рим нығытмаһының ҡалдыҡтары

Беҙҙең эраға тиклем II быуатта Словенияның территорияһын Боронғо Рим тарафынан яулап алына, улар беҙҙең эраға тиклем 181 йылда бында Аквилея ҡалаһына нигеҙ һала. Беҙҙең эраға тиклем 129 йылда римлылар Норик короллеге менән солох килешеүен төҙөй. Беҙҙең эраға тиклем 115 йылда римылар карндарҙы яулап ала. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 15 йылда римлылар Норикты баҫып ала, ул прокуратор идаралығы аҫтындағы короллек сифатында Рим империяһы составына инә. Уға Далмация, Италия һәм Паннония провинциялары күршеләш була[13]. Беҙҙең эраға тиклем 11—9 йылдарҙа римлылар Дунайға яҡыная барғанда, улар тарафынан артабанғы торамалар нигеҙләнә: Эмона (буласаҡ Любляна), Целея (Целе), Петовио (Птуй) һәм шулай уҡ Тергесте (Триест). Эмона һәм Петовио аша Адриатик диңгеҙенең яр буйынан Паннонияға алып барыусы римлыларҙың төп юлы үткән. Тауҙарҙың халҡы үҙ йолаларын һаҡлап ҡалған. IV быуат башына ҡарай ҡала һәм ауыл халҡы күбеһенсә романлаштырылған. Халыҡ Рим һәм кельт илаһтарына, II быуаттан — көнсығыш: мысыр Анубисына, иран Митраһына һәм башҡа илаһтарға табынған. Христианлыҡ III быуатта тарал башлай[14].

Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

V—VI быуаттарҙа Эмонала, Целеяла һәм башҡа ҡалаларҙа христиан епископлыҡтары барлыҡҡа килә, ә Аквилеяла 558 йәки 560 йылда Аквилея патриархлығы ойошторола. 394 йылда был урындарҙа Фригид йылғаһы буйында алыш була. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе дәүерендә төбәк халҡы вәхшил баҫҡынсыларҙан тауҙарҙа йәшенгән. Был халыҡ аҙаҡ влахтар исеме аҫтында билдәле булған. Византия императоры Юстиниан I хакимлыҡ итеү осоронда Словаения территорияһының бер өлөшө Паннония менән берлектә лангобард герман ҡәбиләһе тарафынан биләп алына. 561 йылда был ерҙәр лангобардтар һәм Византия араһында бүленә, һуңғыһына диңгеҙ яр буйҙары эләгә. Юстиниан I саҡырыуы буйынса славяндарҙың һөжүмдәренән һаҡлау өсөн Балҡан ярымутрауында аварҙар килеп төпләнә. Дулеб славян ҡәбиләһе менән Карпат тауҙары буйында бәрелешкәндән һуң, аварҙар көнсығыш Альп тауҙарына һәм Моравияға күскәндәр. VI быуаттың икенсе яртыһында аварҙар Византия сиктәренә терәлгән барлыҡ Паннонияны биләй[15].

Славяндарҙың күсенеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хорутандар, Авар ҡағанлығы һәм Само дәүләте VII—VIII быуаттарҙа

VI быуаттың икенсе яртыһында Паннония славяндары аварҙар хакимлығы аҫтына эләгә, уларҙың етәкселеге аҫтында славяндар яңы ерҙәргә һөжүмдәр яһаған. Бындай яуҙар барышында ауылдар һәм ҡалалар юҡ ителгән, һөҙөмтәлә аҫаба халыҡтың иҡтисады һәм мәҙәниәте тулыһынса емерелгән. Словения территорияһына славяндар Карпат тауҙары буйынан, Моравиянан (570-се йылдар аҙғанынан) һәм Паннониянан (һуңыраҡ) күсеп килгәндәр. 590-сы йылдарҙа авар-славяндар алмашыныусан уңыш менән бавар герман ҡәбиләһе менән һуғыш алып барған. Көнсығыш Альп тауҙарын — көньяҡта Адриатик диңгеҙенән төньяҡта Дунайға тиклем, көнбайышта Драва инешенән көнсығышта Балатон күленә тиклем ерҙәрҙе славяндар тарафынан баҫып алыныуы артабанғы VII һәм VIII быуаттарҙа дауам ителгән. VII быуат аҙағында хәҙерге Каринтия һәм көнсығыш Тироль ерҙәре «Славян ерҙәре» тип аталған. VII быуат франк хронисы Фредегар буйынса, һундар (көнбайышта аварҙарҙы шулай тип атағандар) үҙҙәренең яһаҡ түләүселәрендә — славяндарҙа ҡышлағандар, славян ҡыҙҙарын үҙҙәренә алғандар. Аварҙарҙың словендарҙың ата-бабаһын — дулеб славян ҡәбиләһен көсләүе тураһында XII быуат боронғо урыҫ йылъяҙмаһы хәбәр итә. Күсмә аварҙарҙан айырмалы рәүештә славяндар игенселек менән шөғөлләнгән, яңы ерҙәрҙә улар йөҙөмсөлөккә өйрәнгәндәр һөм әсирҙәрҙе ҡол итеп тотҡандар. Башта славяндар ғаилә общинаһы — задругалар менән йәшәгән, аҙаҡ улар күршеләш общиналар менән алышынған. Улар шулай мал үрсеткән, умартасылыҡ, буҫтаусылыҡ, тимерлек һәм көршәкселек эштәре менән шөғөлләнгән[16].

Карантандарҙа дәүләтселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карантания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карантания яҡынса 800 йылда

Словендарҙың ата-бабалары араһында христианлыҡ таратыу эше тәүге тапҡыр Ирланд монахы Колумбан тарафынан алып барыуы 612 йылға ҡарай һәм ул уңышһыҙ тамамлана. 622 йә 623 йылда славяндар аварҙарға ҡаршы ихтилал күтәрә һәм Само башлығында Само дәүләтен төҙөй, был дәүләт үҙ власы аҫтында көньяҡта Көнсығыш Альп тауҙарынан төньяҡта Лаба буйы славяндарына тиклем ерҙәрҙе берләштергән. VII быуат франк хронисы Фредегар буйынса, яҡынса 630 йылда Көнсығыш Альп тауҙарында славяндарҙың өлкәһе — «Венд маркаһы» (лат. marka Vinedorum) булған, уның менән төбәк кенәзе Валук идара иткән. Валук тәүге словен хакимы тип иҫәпләнә[17]. 631—632 йылдарҙа был кенәзлек үҙендә баварҙарҙан һәм аварҙарҙан ҡасҡан болғарҙарҙы ҡабул итә. 658 йылда Само вафат булғас Само дәүләте тарҡалған, «Венд маркаһынан» тыш славяндар йәнә аварҙар хакимлығы аҫтына эләккән. Көнсығыш Альп тауҙарындағы кенәзлек өсөн «Карантания» (лат. Carantanum) атамаһы 664 йылда итальян тарихсыһы Павел Диакон тарафынан телгә алына. VII быуат башына ҡарай аҫаба халыҡ һәм славян ҡәбиләләре (фараз буйынса дулеб, морава һәм хорват) иртә феодал карантан этносы ойош. Карантанияның баш ҡалаһы Крнски Град (Карнбург) була. Яҙма сығанаҡтар буйынса Карантания аҙ билдәле. Дәүләт даими рәүештә аварҙар, лангобардтар һәм баварҙар менән низағтарҙа булған. VIII быуатта аварҙарҙың баҫымы бигерәктә көслө булған. Карантан йәмғиәтенең нигеҙен ирекле игенселәр тәшкил иткән. Мәжүси булараҡ карантандар славян илаһтарына (Перун, Велес, Дажьбог) табынған. Яҡынса 745 йылда карантан кенәзе Борут баварҙарҙың власын танырға мәжбүр була. 788 йылдан Бавария франктарға буйһонғандан алып Карантания бер ни тиклем автономия һаҡлап Франк дәүләте власы аҫтына эләгә[18].

Каринтия герцогының «кенәз ташында» интронизациялау йолаһы

Баварҙар Зальцбург епископлығы ярҙамында Карантанияла христианлыҡты тарата. Кенәз Горазд Карантанияның тәүге христиан хакимы була, уның вариҫы кенәз Хотимир идара итеү осоронда христиан миссионерҙарына ҡаршы ике ихтилал була, улар баҫтырыла. Кенәз Горазд вафат булғандан һуң 769 йылдан 772 йылға тиклем антихристиан ихтилал була, ул Бавария ғәскәре тарафынан баҫтырыла. Киләһе кенәз Валтунка хакимлыҡ итеүе осоронда славян телендә немец миссонерҙары тарафынан алып барылған христианлаштырыу дауам иткән. 752 йылдан 784 йылға ҡәҙәр Карантания христианлаштырыла. Валтунканың вариҫы Этгар була. 796 йылда франктар карантандар ҡатнашлығында тулыһынса аварҙарҙы тар-мар итәләр. VII—VIII быуаттарҙа словендарҙың ата-бабалары өлөшләтә Италия сиктәренә күскәндәр: 611 йылда славяндар Истрияны талайҙар. VII быуаттың икенсе яртыһында улар өлөшләтә хәҙерге Венеция Словенияһы өлкәһенең ерҙәрен биләй. IX быуат башында словен ерҙәре Фриул маркаһына буйһона. Шул ваҡытта карантандар Людевит Посавскийҙың франктарға ҡаршы ихтилалына ҡушыла. Людевит еңелгәндән һуң Карантания автономияһын юғалта һәм франк феодалдары идаралығы аҫтына күсә, һуңғы карантан кенәзе Этгарҙың дауам итеүсеһе бавар графы Хелмвин була, Карниола (Крайна) менән бавар графы Салахо хакимлыҡ итә башлай. 828 йылда словен ерҙәре төрлө марка-графлыҡтар составына эләгә: Карантания, Түбәнге Паннония, Истра, Сафа буйындағы графлыҡ һәм Фриул. Карантанияның славян аҡһөйәктәре франктар тарафынан юҡ ителеүгә дусар була[19].

Блатен кенәзлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

IX быуаттың икенсе яртыһында Паннонияла бер ни тиклем үҙҙаллыҡ һаҡланған. Франк сығанаҡтары каранттарҙың күпләп Паннонияға күсеүҙәре тураһында хәбәр итә һәм Паннонияның көньяҡ өлөшөн Карантанияның өлкәһе йәки өлөшө (лат. Carantarum regio, Carantarum partes) тип атай. Шул уҡ ваҡытта Бөйөк Моравия составына ингән көньяҡ Паннонияла шулай уҡ аварҙар һәм гепидтар йәшәгән. 847 йылда кенәз Коцел башындағы Паннония кенәзлеге франктарға буйһондорола. 869 йылда карантандар франктарҙың хакимлығына ҡаршы ихтилалда ҡатнаша, һөҙөмтәлә Бөйөк Моравия тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була. IX быуат аҙағында Паннонияға мадьярҙар килеп төпләнә, аҙаҡ улар тарафынан төбәк авар-славян-герман халҡы ассимиляциялана. IX һәм XIII быуат араһында хрониктар барлыҡ Альп славяндарын «карантандар» термины менән атай[20] (боронғо урыҫ йылъяҙмаһында улар «хорутандар» исем аҫтында билдәле[21]).

Немец феодалдары хакимлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чехия короле Отакар II биләмәләре

919 йылдан һуң Көнсығыш франк короллеге (карантандарҙың ерҙәре уның власында була) Тевтон (Германия) короллеге, ә XII быуаттан — Изге Рим империяһы тип тала башлай. 976 йылда Каринтия герцоглығы — «Бөйөк Карантания» ойошторла, ул XI—XII быуаттар араһында тарҡала[22]. 1077 йылдан герцоглыҡ менән Эппенштейндар немец нәҫеле идара итә, ә 1122—1269 йылдарҙа — Спанхеймдар нәҫеле. 1035 йылда барлыҡҡа килгән Штирия 1160 йылда герцоглыҡ статусын ала. 1192 йылдан 1246 йылға ҡәҙәр был герцоглыҡ менән Бабенбергтар хакимлыҡ иткән. 1161 йылда Штирия герцогы итеп Чехия короле Пржемысл Отакар II иғлан ителә. 973 йылда Карниола маркграфлығы исеме аҫтында хәҙерге Словенияның өлкәһе — Крайна тәүге тапҡыр телгә алына. Карниола 1000 йылға тиклем бавар йәки каринтий герцогтарына буйһонған. XII—XIII быуаттар араһында Крайнала Андекстар нәҫеле күтәрелә. Әммә 1232 йылда Крайна башта Бабенбергтар, артабан Спанхеймадар нәҫелдәренә, ә һуңынан Отакар II биләмәләренә күсә. Изге Рим империяһында власҡа Габсбургтар нәҫеле килгәс Отакар II үлтерелә, уның Чехиянан көньяҡа табан урынлашҡан биләмәләре, шул иҫәптән Крайна, Каринтия һәм Штирия, Гориц немец нәҫеленә тапшырыла. 1335 йылдан 1500 йылға тиклем был ерҙәр Габсбургтар биләмәләре составында була. XIV—XV быуаттарҙа Габсбургтар словен ерҙәрендә Цельск графтары нәҫеле менән көнәркәшлек итә[23].

XIV—XV йылдарҙа словен ерҙәрендә чума тарала. 1408 йылда ғосмандар тәүге тапҡыр словен ерҙәренә үтеп инә, 1415 йылда улар Лайбахҡа (Люблянаға) килеп етә. 1471 йылда Крайнала һәм Штирияла ғосмандар тарафынан 10 меңгә яҡын кеше үлтерелә һәм әсиргә алына, 200 ауыл юҡ ителә, тиҫтәләгән сиркәү яндырыла, монастырҙәр талана. 1478 йылда яңы һалымдарҙы бөтөрөүҙө талап итеүсе крәҫтиәндәрҙең ихтилалы тоҡана. 1483 йылға тиклем дауам иткән ғосмандарҙың яуҙары, феодалдар араһында барған үҙ-ара һуғыштар менән оҙатылған[24].

Германлаштырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лайбах, хәҙерге атамаһы Любляна — Словенияның баш ҡалаһы

Франктарҙың хакимлығы осоронда карантандарҙың ерҙәре донъяуи һәм сиркәү феодалдарына бирелгән. Донъяуи феодалдар сығышы менән башлыса Бавариянан булғандар, улар араһында — Траунгавтар һәм Андекстар нәҫелдәре. Ҡалғандары башҡа немец ерҙәренән сыҡҡандар, шул иҫәптән Спанхеймдар һәм Эппенштейндар нәҫелдәре Франкониянан, Веймар-Орламюнде нәҫеле Саксониянан килгәндәр. Сиркәү феодалдары араһында иң эре ер хужалары Зальцбург архиепископлығы, Посава, Фрейза һәм башҡа епископлыҡтары булған. Словен ерҙәрен немецтар тарафынан күпләп колониялаштырыу X—XII быуаттарға тура килә һәм ул иҡтисади ҡылыҡһырлама йөрөткән: колонистарҙың күбеһе сығышы менән Бавариянан һәм Үрге Тиролдән булған. Һөҙөмтәле элекке Карантанияның ерҙәре, шул иҫәптән хәҙерге Үрге Штирия һәм Үрге Каринтияның территориялары, күбеһенсә германлаштырыған. Бында колонистарҙың тормалары словендарҙыҡы янында барлыҡҡа килгән, әммә ваҡыт үтеү менән улар словен халҡы составына ҡушыла. Караванке тау һыртынан көньяҡҡа табан урынлашҡан ерҙәрҙә, словен халҡының бында тығыҙ ултырыуына бәйле, немецтарҙың колониялары бик аҙ булған. Немецтар тарафынан колониялаштырылған Сор үҙәнендәге (Шкофья-Лока һәм Крань ҡалалары араһында) һәм Драва үҙәнендәге (Птуй һәм Марибор ҡалалары араһында) райондар ваҡыт үтеү менән словенлаштырылған. Колониялаштырыу әкрен тиҙлек менән булһа ла XII быуаттан һуң да дауам иткән. Мәҫәлән, XIV быуатта Кочевье ҡалаһы тирәһендә ихтилалсы немец крәҫтиәндәре төҙөгән колония Икенсе донъя һуғышына тиклем йәшәгән. Словен тарихсыһы Б. Графенауер (?—1995) фекеренсә, словендар һәм немецтар араһында этник сик төньяҡта XV быуатта билдәләнә һәм XIX быуат уртаһына тиклем ғәмәлдә була[25]. Хакимлыҡ итеүсе ҡатламдың мәҙәниәте башлыса немец (Адриатик диңгеҙе яр буйында — итальян) була һәм дөйөм немец (йәғни дөйөм итальян) мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡайһы бер словен ғалимдары буйынса, словен ерҙәрендә германлаштырыу түгел, ә мәҙәниәтте «европалаштырыу» процессы барған[26].

Социаль-иҡтисади үҫеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фрейзинген өҙөктәре

Яҡынса 1000 йылда Фрейзинген өҙөктәре яҙыла[27], ул латин алфавитында яҙылған иң боронғо славян яҙмаһы ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә[26]. Был ҡомартҡыны яҙғандан һуң словен әҙәбиәте үҫешендә яҡынса 500 йылға һуҙылған тәнәфес була[28]. XII быуатта әүҙем рәүештә феодалдар замоктары төҙөлә башлана, улар янында йәрминкәләр уҙғарылған. Был осорҙа иң боронғо ҡалалар Триест, Пиран һәм Копер була, улар римлылар дәүеренән үк йәшәгән. Был ваҡытта Истрия яр буйҙары ҡалаларының күп өлөшө 1797 йылға ҡәҙәр Венеция республикаһы власы аҫтында була. 1382 йылда Триест ҡалаһы Габсбургтар дәүләтенә керә һәм Изге Рим империяһының Адриатик диңгеҙендә төп порты ролен башҡара башлай. Словен ерҙәрендәге башҡа ҡалалар башлыса XIII быуатта нигеҙләнә. Птуй иҫке ҡала була, унда X быуат башында ике сиркәү теркәлгән. Любляна, Камник, Шкофья-Лока, Крань, Клагенфурт, Словень-Градец, Гориция, Марибор һәм башҡалар ҡала статусына XIV быуатта эйә булалар. 1470-се йылдарҙа Кочевье һәм Кршко ҡала булып китәләр. Ҡала халҡы башлыса немец-словендарҙан, шул уҡ ваҡытта юғары ҡатламдар немецтарҙан торған. Ҡала халҡы категорияһына священниктар, дворяндар, подмастерьелар, ялсылар, ярлылар, йәһүдтәр инмәгән. Йәһүдтәр словен ерҙәрендә XIII быуатта килеп сыҡҡандар һәм ростовщиклыҡ менән шөғөлләгәндәр. 1496 һәм 1515 йылдарҙа йәһүд кредиторҙары алдында бурыслылар (дворяндар һәм ҡала халҡы) баҫымы һөҙөмтәһендә император Максимилиан I йәһүдтәрҙе Каринтия, Штирия һәм Крайна өлкәләренән ҡыуған. Шулайҙа йәһүдтәр Триест, Прекмурье һәм Гориция ҡалаларында тороп ҡалғандар. XIV быуатта ҡалаларҙа һөнәрселәрҙең цехтары барлыҡҡа килә башлай[29].

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австрия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғрифәтсе Примож Трубар

XV быуат аҙағына ҡарай хәҙергегә яҡын булған словендарҙың этнографик сиктәре нығына. 1520—1530-се йылдарҙа словен ерҙәренең көнсығыш өлөшөндә Жежемберк тирәһендә ғосмандарҙан ҡасҡан күп һанлы серб-хорват ускоктары төпләнә. Был өлкә хәрби сиккә индерелә. Эске райондар ерҙәрендәге ҡалаларҙа XV—XVI быуаттарҙа словен халҡы өҫтөнлөк иткән. Шул уҡ ваҡытта Марибор һәм Птуй һымаҡ ҡалаларҙа башлыса немецтар йәшәгән. Лайбахта (Люблянала) XVI быуатта словен теле өҫтөнлөк итә. 1526 йылдан 1532 йылға ҡәҙәр словен ерҙәренә (бигерәктә Аҡ Крайна, Крас һәм Кочевьеға) ғосмандар бер туҡтауһыҙ һөжүмдәр яһай. Яуҙар 1574—1578 йылдарҙа йәнә дауам итә. Император Максимилиан I Крайна, Каринтия, Штирия өлкәләрен һәм шулай уҡ Триест һәм Гориц ҡалаларын яңы ойошторолған Эске Австрияға индерә. Словен ерҙәре аша Европаның күрше өлкәләренән Италияға сауҙа үткән. Железники, Яворник, Белякта тимер мәғдәнлектәре эшләгән, Караванке тирәһендә ҡурғаш, шулай уҡ алтын һәм көмөш, табыу буйынса мәғдәнлектәр була, Идрияла терегөмөш табылған. XVI быуатта ҡорал етештереүсе тәүге мануфактуралар барлыҡҡа килгән[30]. 1515 йылда дүрт ай дауам иткән крәҫтиәндәр ихтиалы була. 1526 йылда Венгрия короллеге Габсбургтар дәүләтенә ҡушылғандан һуң, словендарҙы һәм хорваттарҙы тығыҙ иҡтисади мөнәсәбәттәр бәйләгән. Ғосмандарҙар һаҡланыу өсөн властар 1542 йылдан 1558 йылға тиклем һалымдары 2,5 тапҡыр арттырғандар. 1570 йылда словен теленә тәржемә ителгән тәүге указ сыҡҡан, ул йөҙөмселәр өсөн һалым индереү тураһында булған. 1573 йылда ҙур крәҫтиән ихтилалы тоҡана[31].

Чумные столбы стоят во всех старых городах Словении[32]

1523 йылда Триест ҡалаһында тәүге протестанттар барлыҡҡа килә, улар гуманист Петр Бономо һәм Примож Трубар менән берекмәгә берләшә. Трубар словендарҙы «словендар» йәки «крайндар» тип атаған[33]. 1520-се йылдарҙа Мартин Лютерҙың тәғлимәте словен руханиҙары арһында тарала. 1550 йылда Трубар словен телендә «Катехизис»ьы нәшер итә. Һуңыраҡ ул Матфейҙан Инжилын, һәм шулай донъяуи эстәлекле словен телендәге тәүге китаптарҙы — «Абецедник» һәм «Словен календары»н баҫтырып сығара. Барлыҡ ерҙәрҙә немец протестант сиркәүе эшләй. 1563 йылда Крайнала Трубар башлығында словен протестант сиркәүе нигеҙләнә; протестант мәктәптәре асыла, унда шулай уҡ немец һәм латин телдәренә өйрәтелгән. Эрцгерцог-католик Карл II хакимлыҡ итеү осоронда 1565 йыдлда Трубар тыуған яғын ташлап китергә мәжбүр була. Протестантизм башлыса ҡала халҡын һәм дворяндарҙы үҙенә йәлеп иткән, шул уҡ ваҡытта крәҫтиәндәр католицизмға тоғоро булып ҡалған[34]. 1570-се йылдарҙа протестантизм иң юғары үҫеш ала. 1584 йылда словен телендә Тәүрат нәшер ителә, һәм шулай уҡ латин телендә словен грамматикаһы сыға. 1575 йылда Лайбахта тәүге типография асыла, унда словен телендә 25 китап нәшер ителә. 1628 йылғы указ буйынса протестанттарға Австрияны ташлап китергә бойорған. Контрреформация словен мәҙәниәтенә ҙур зыян килтерә: словен телендәге протестант китаптары яндырылыуға дусар булған[35].

Предъям замогы 1679 йылғы гравюрала

1640, 1648, 1663/1664 һәм 1683 йылдарҙа Прекмурьеға ғосмандарҙың яуҙары була. XVI — XVIII быуат башы дауамында словен ерҙәрендә периодик рәүештә чума тарала. XVII быуаттың беренсе яртыһында словен ерҙәре Утыҙ йыллыҡ һуғыш барышында таланыуға дусар була, шул уҡ ваҡытта крәҫтиән ихтилалдары дауам итә. XVII быуаттың икенсе яртыһы — XVIII быуат башында ведьмаларға һунар була, улар өҫтөндә суд процестары ойошторола. 1635 йылда Штирия крәҫтиәндәре өс ҡатынды яға, уларҙы йөҙөмлөктәргә боҙлауыҡ ебәреүҙе ғәйепләйҙәр. Бочково ауылының барлыҡ кешеләре ведалыҡта ғәйепләнә һәм юҡ ителә. 1672 йылда йәнә словен телендә китаптар нәшер итә башлайҙар. Яҙыусы Матия Кастелец дини эстәлекле бер нисә китап баҫтыра. 1689 йылда Янез Вайкард Вальвазор тарафынан немец телендә «Крайна герцоглығының даны» китабы нәшер ителә, унда 533 гравюра һәм словен ерҙәре географияһы буйынса мәғлүмәттәр була. 1693—1725 йылдарҙа Лайбахта (Люблянала) Эшмәкәрле люблянлыларҙың академияһы эшләй, ул латин телендә 42 фәнни хеҙмәт (башлыса хоҡуҡ һәм медицинаға арналған) сығара[36]. XVIII быуат төбәк рәссамдары Франтишек Еловшек һәм Фортунат Бергант ижад итә. Лайбахта һәм башҡа словен ҡалаларында театр биналары төҙөлә. 1729 йылдан словен телендә дини тәғәйенешле йыр йыйынтыҡтары сыға башлай. Словен милли Яңырыуы 1768 йылдан (словен мәғрифәтсеһе Марко Похлин «Краин грамматикаһын» нәшер итеүенән) алып 1848 йылға (Австрия империяһында инҡилаб башланыуына) тиклем дауам итә. Словен мәғрифәтсеһе Марко Похлин «Краин хроникаһы» ҡулъяҙмаһын яҙа, ул словен телендә Крайна тураһында тәүге тарихи әҫәр булып тора. Марко Похлин словен теленә немец теле менән бер рәттән дәүләт теле статусын биреүҙе һорай һәм уның яҡлылар күп була[13]. Мария Терезия хакимлыҡ итеү осоронда балаларҙы мотлаҡ мәктәптә уҡытыу индерелә. 1790 йылда словен ерҙәрендә 153 мәктәп эшләй, улар иҫәп, яҙыу, уҡыу һәм катехизис буйынса немец телендә белем биргән. 1782 йылда крәҫтиәндәрҙең шәхси буйһоноуы ғәмәлдән сығарыла. XVIII быуаттың икенсе яртыһында сәнәғәт үҫеше менән ҡала халҡы арта бара, улар араһынан иң ҙурҙары Триест — 11 мең, Лайбах — 10 мең, Горица һәм Целовац — 9-ҙан 10 меңгә тиклем кеше. Ҡалған ҡалаларҙа 2 меңдән әҙерәк кеше йәшәй. 1797 йылғы Кампо-Формия солохо буйынса Австрия империяһына венециан словендары менән бергә Венеция республикаһы территорияһы ҡушыла. Шулай итеп тарихта тәүге тапҡыр словендар бер дәүләт власы аҫтында була[37].

XIX — XX быуат башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шағир Франце Прешерн

Наполеон менән 1809 йылда Шёнбрун солохо төҙөлгәндән һуң Иллирий провинциялары ойошторола, уларҙың составына словен ерҙәренән тыш хорват ерҙәренең бер өлөшө, Далмация һәм Дубровник инә. Иллирий провинцияның баш ҡалаһы итеп Лайбах тәғәйенләнә. Француздар провинцияларҙа ҡатламдарҙы бөтөрә, ирекле сауҙа иғлан итә. Француз ғәскәрен һәм хакимиәтен тотоу өсөн индерелгән һалым арҡаһында, шулай уҡ Австрия менән элекке бәйләнештәр өҙөлгәнгә провинция халҡы ярлылана. 1814 йылда провинция территориялары Австрияға ҡушыла. Беренсе словен шағиры Валентин Водник 1797—1800 йылдарҙа «Любляна яңылыҡтары» тигән словен телендә тәүге гәзитте баҫтырып сығара. 1830-сы йылдарҙа «иллиризм» үҫеш ала, уның яҡлылары барлыҡ көньяҡ славяндарҙың сәйәси һәм мәҙәни берҙәмлеге өсөн сығыш яһаған[13]. Славяндарҙы өйрәнеү фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ерней Копитар (?—1844) словен телендә германизмдар менән көрәшергә саҡыра. 1848 йылға ҡарай бохоричица исеме аҫтында билдәле булған словен алфавиты гаевица хорват алфавиты тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла[38].

1848 йылғы словен ерҙәренең картаһы

Австрия империяһындағы 1848—1849 йылдарҙағы инҡилаб ауылда феодаль мөнәсәбәттәрҙе ғәмәлдән сығарыуға килтерә. Инҡилабты баҫтырғандан һуң өс словен гәзите тороп ҡала. Италия берләшкән осорҙа уның составына Венециан Словенияһының территориялары инә. 1861 йылда словендар Австрия хөкүмәтенә Берләшкән Словенияның меморандумын күрһәтә. 1860-сы йылдарҙа уҡыу залдары ҡарамағында словен телендәге әҙәбиәт менән китапханалар асыла, улар словен милли тормошоноң үҙәге була. 1864 йылда Лайбахта словен китаптарын нәшер иткән «Матица словенская» асыла. 1857 йылда Лайбах—Триест тимер юлы асыла. 1896 йылда халыҡтың 80 %-ын крәҫтиәндәр тәшкил итә. Ерҙәр, урмандарҙың һәм көтөүлектәрҙең ҙур өлөшө помещиктарҙың биләмәһендә була[39]. XIX быуат аҙағына ҡарай тулыһынса словен әҙәби теле формалаша. XX быуат башында Каринтияла һәм Штирияла словендар һәм немецтар араһында мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. 1908 йылдың 20 апрелендә Лайбахтағы немецтарға ҡаршы демонстрацияны туҡтатыр өсөн ғәскәрҙәр ҡулланыла[40]. 1890-сы йылдарҙа словендар тарафынан өс сәйәси партия ойошторола: «Католик милли партия», «Милли-прогрессив партия» һәм «Көньяҡ славян (Югославян) социал-демократик партия»[13]. Ярты быуат дауамында крәҫтиәндәр ихтыярын күрһәткән «Католик милли партияһы» иң ҙур йоғонтоға эйә була, ул хатта 1905 йылда атамаһын «Словен халыҡ партияһы» тип үҙгәртә һәм фактик рәүештә словен халҡының ихтыярын күрһәтеүсе булып китә. Беренсе донъя һуғышына тиклем Словенияның барлыҡ партиялары Австро-Венгрия империяһы составында үҙбилдәләнешкә йүнәлгән, улар буйынса империя составында ике дәүләт урынына өсәүгә бүленергә тейеш: Австрия, Венгрия һәм Югославия[13].

Иң яңы ваҡыт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Югославия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике һуғыш араһы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылда Австро-Венгрияның тарҡалыуы ваҡытында Любляналағы манифестация

Беренсе донъя һуғышы тамамланғас, Прекмурьенан тыш словен ерҙәре яңы ойошторолған Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте составына инә. 1915 йылғы Лондон пакты һәм 1918 йылғы Падуя солохо нигеҙендә Крайнаның Постойна округы, Горица, Триест һәм Истра Италия тарафынан оккупациялана. Каринтия һәм Штирия немецтары был өлкәләрҙе бүлергә ҡаршы сығыш яһайҙар[41]. 1920 йылда словен ерҙәре халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы дүрт дәүләт араһында бүленә. 1920 йылғы Рапалло килешеүенә ярашлы Юлия Крайнаһы — Триест ҡалаһы менән бергә словен ерҙәренең өстән бер өлөшө Италия артынан нығына, был ерҙәрҙә 323 меңдән ашыу словендар йәшәй. 1920 йылдың 10 октябрендә уҙған плебисцитта ҡатнашҡандарҙан 59 % көньяҡ Каринтияны Австрияға ҡушыу өсөн тауыш бирә, бында 80 меңдән ашыу словендар йәшәгән. Югославияға тик Езер общинаһы һәм Межица үҙәне, шулай уҡ Штирияның көньяҡ өлөшө бирелә. 1920 йылғы Трианон килешеүе элекке мадьяр Прекмурьеһын Югославия артынан нығыта. Шул уҡ ваҡытта мадьяр Порабьеһында 7-8 мең словендар йәшәгән. Боронғо словен дәүләтселеге ядроһы — Каринтияны һәм Италияға ҡушылған ерҙәрҙе юғалтыу словендар өсөн милли катастрофа булараҡ ҡабул ителә[42].

Генерал Рудольф Майстер

1921 йылғы Видовдан конституцияһы словендарҙы, сербтарҙы һәм хорваттарҙы берҙәм югослав халҡының өс ҡәбиләһе тип иғлан итә. Словен ерҙәре Белградҡа буйһонған Любляна һәм Марибор өлкәләре составына керә[43]. Югославия составында бер нисә словен партиялары барлыҡҡа килә, улар араһында иң ҙуры Словен халыҡ партияһы була, ул 1921 йылғы Конституцияны серблыҡ гегемонияһын санкциялаған өсөн тәнҡитләй, был партия фекеренсә өс халыҡ йәшәгән дәүләт өсөн емергес булып тора[44]. 1923 йылдың мартында Халыҡ Скупщинаһына һайлауҙарҙа Словенияла Словен халыҡ партияһы еңә. Югославияла словендар бер ни тиклем автономияға ирешә, әммә 1929 йылда король Александр I Ҡарагеоргиевич диктатура урынлаштыра һәм дәүләтте туғыҙ бановинаға бүлә, улар туранан-тура уға буйһонған. Словендар үҙидаралыҡҡа бөтөн хоҡуҡтарын юғалта, уларҙың ерҙәренең төп өлөшө Драва бановинаһына керә[13]. Король Александрҙың диктатураһын словендар тыныс ҡабул итә, яңы режимды хатта словен лидеры Антон Корошец хуплай[45].

1918 йылдың ноябренән барлыҡ уҡыу йорттары словен теленә күсә. 1929 йылда барлыҡ тиерлек словен ерҙәре Драва бановинаһына берләштерелә. 1931 йылда Драва бановинаһына башлыса хорват Сава бановинаһы составынан Аҡ Крайна районы ҡушыла. 1931 йылда Драва бановинаһында Швабия-немец Культурбунд, ул словен немецтарын берләштергән. 1938 йылда Австрия Өсөнсө Рейх составына ингәс, немецтар словен Штирияһын Германияға ҡушыуҙы талап итә. 1918 йылда Люблянала Милли галерея асыла. 1919 йылда Любляна университеты һәм Мариборҙа Милли театр асыла. 1938 йылда Словения фәндәр һәм сәнғәттәр академияһына нигеҙ һалына. 1922 йылда Юлия Крайнаһында словендарға ҡаршы эҙәрлекләүҙәр башлана. Римдың сәйәсәтенә ҡаршы словен ҡораллы хәрәкәте ҡупҡан. 1930 йылдың яҙына ҡәҙәр «ТИГР» (яр буйы ҡалаларының тәүге хәрефтәре буйынса аббревиатура — Триест, Истрия, Горица, Риека) словен йәштәр ойошмаһы эшләй, ул 1926—1930 йылдарҙа 99 теракт яһай, шул иҫәптән тимер юлдарҙа һәм итальян мәктәптәре янында шартлауҙар ойоштора. 1930 йылда властар бер нисә активисттарҙы ҡулға алынғас, «ТИГР» теракттарҙан баш тарта һәм 1935 йылда Италия коммунистар партияһы менән союз төҙөй. 1928 йылға тиклем словен телендә уҡытылған башланғыс мәктәптәр ябыла. Словен баҫмаһы, словен телендәге яҙмалар, һәм шулай уҡ йәмғәт ойошмалары тыйыу аҫтында була. Австрия Каринтияһында словен мәктәптәре булмай[46].

Икенсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылда немецтар тарафынан йонсотолған словен партизандары

1941 йылдың 6 апрелдән 12 апрелгә тиклем немец ғәскәрҙәре Прекмурьены, Штирияны, Сава йылғаһының һул ярында Үрге һәм Түбәнге Крайнаның бер өлөшөн биләй. Итальяндар тарафынан Эске Крайна, Түбәнге Крайнаның ҙур өлөшө һәм Үрге Крайнаның өлөшө баҫып алына. 1941 йылдың 31 майында словен ерҙәре оккупанттар тарафынан бүленә: ҙур өлөшө Германияға эләгә, Венгрияға — Междумурье һәм Прекмурьеның словен өлөшө, Италияға — Любляна менән бергә Түбәнге Крайнаның ҙур өлөшө һәм Эске Крайна (Любляна провинцияһы). Немец оккупация зонаһында словен баҫмаһы бөтөрөлә, барлыҡ китапханалар юҡ ителә[47].

Немецтар меңләгән словендарҙы үҙҙәренең фабрика һәм заводтарында эшләргә алып киткән йәки Хорватияға һәм Сербияға күсергән. Немецтар германлаштырыу сәйәсәтен алып барһа, итальяндар романлаштырыуҙы уҙғарған. Словенияла ике Ҡаршылыҡ хәрәкәте барлыҡҡа килә: коммунистик һәм милләтсел[13]. Тиҙҙән ике хәрәкәт араһында ҙур бәхәстәр тыуған, милләтселәр оккупанттар менән хеҙмәттәшлеккә күскән.

Социализм осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Кршко» АЭС-ы, 1983 йылда сафҡа инә

Икенсе донъя һуғышы тамамлағандан һуң, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составында Словения социалистик республикаһы ойошторола. 1947 йылда Югославия элек Италия составында булған Юлия Крайнаһының ҙур өлөшөн үҙенең составына ала. Триест ҡалаһы тирәһендә Югославия һәм Италия араһындағы сик 1975 йылда урынлаштырыла. 1970-се йылдарҙа Италияла словен телендә бер нисә гәзит һәм журналдар сыҡҡан. Һуғыш тамамлағандан һуң Югославия властары Австрия составындағы Көньяҡ Каринтияның һәм Штирияның ҙур өлөшөн (дөйөм майҙаны 2600 км²) үҙенә ҡушырға ниәтләй, быны СССР хуплай. Әммә 1949 йылғы Париж конференцияһы Австрия сиктәрен үҙгәртмәҫкә тигән ҡарар ҡабул итә. 1975 йылда Клагенфуртта (Австрия) Словен фәнни институтына нигеҙ һалына. 1960-сы йылдарҙа Каринтияла «Младье», ә 1983 йылда — «Целовшски звон» журналдары сыға башлай. Штирияла словен баҫмалары сыҡмаған, ә словен ойошмалары тик 1988 йылда барлыҡҡа килә. 1947 йылғы килешеү буйынса Венгрия менән сиктәр һуғышҡа тиклемге булып ҡалған. 1980-се йылдарҙа Венгрияла словен теле уҡытылған 6 мәктәп эшләгән[48].

Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составында Словенияла шәхси предприятиелар дәүләт милкенә күскән. Мәҫәлән, дәүләт милкенә күскән төҙөлөш компанияларынан эре төҙөлөш төркөмдәре ойошторолған: «Градис», «Приморье», «Бетон» һәм башҡалар[49]. Иосип Броз Тито етәкләгән Югославия составында Словения баштан уҡ иң үҫешкән республика була һәм бик тиҙ федераль бюджеттың донорына әйләнә. мәҫәлән, 1958 йылда Югославяиның федераль бюджеты 335 миллиард динар була, шуларҙың 125 миллиард динарын Словения индергән[50]. Югославия республикалары араһында Словения иң бай һәм үҫешкән була[51].

1988 йылдың майында «Мадина» словен журналы йәнәһе Югославияла әҙерләнелгән хәрби түңкәрелеш тураһында «Оҙон бысаҡтар төнө» тигән шаҡ ҡатырғыс мәҡәләне баҫтырырға ниәтләгән[52]. Әммә был ваҡытта мәҡәлә баҫтырылмаған, ә властар тарафынан өс диссидент һәм уларға мәҡәләгә материал тапшырған ғәскәри прапорщик ҡулға алынған. Ҡулға алынғандарҙы яҡлап сығалар — уларҙы иреккә сығарыу тураһында бер нисә петиция була. Властар хөкөмгә тиклем ғәйепләнеүселәрҙе азат итә (берәүһе хатта «Мадина» журналын мөхәрирләүен дауам итә). 1988 йылдың июнендә улар өҫтөндә хәрби суд башлана, ул Люблянала граждан яҡлаусыларһыҙ була[53]. 1988 йылдың 21 июнендә уҙған тәүге ултырышта уҡ суд алдында 15 меңгә тиклем кешене митингҡа йыйған, ә 23 ноябрь хөкөмдө (биш айҙан дүрт йылға тиклем төрмәгә ябыу) раҫлағанда словен парламенты алдында 10 меңгә яҡын кеше йыйылған һәм был ваҡытта митингты телевидениела тура эфирҙа күрһәткәндәр[53].

Бойондороҡһоҙ Словения[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ун көнлөк һуғыш (1991)

1980-се йылдар аҙағында Югославияла күп партиялылыҡ система формалаша башлай. 1989 йылдың 11 ғинуарында Словен демократик союзы булдырыла[54]. 1989 йылдың майында Люблянала митингта «словен халҡының суверен дәүләтен» төҙөү талабы менән «Май декларацияһы» ҡабул ителә[55]. 1989 йылдың сентябрендә словен парламенты республика Конституцияһын үҙгәртеп Словенияның Югославия составында айырылыуға һәм ҡушылыуға тиклем словен халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғы булыуын раҫлай[55]. 1989 йылда илдә бер нисә оппозицион партиялар барлыҡҡа килә, улар йыл аҙағына ҡарай «Словенияның демократик оппозицияһы» коалицияһына берләшә һәм 1990 йылдың апрелендәге республика парламентына һайлауҙарҙа еңеп урындарҙың яртыһынан ашыуын ала[56]. 1990 йылдың июнендә Словения суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә, ул Югославия закондарының республикала урындағы Конституцияға ҡаршылыҡ тыуҙырмаған осраҡта ғына ғәмәлдә булыуын иғлан итә[57]. 1990 йылдың 23 декабрендәе референдумда һайлаусыларҙың 88,5 % Словенияның бойондороҡһоҙлоғон хуплай[57]. 1991 йылдың 25 июнендә Словения үҙенең бойондроҡһоҙлоғон иғлан итә. 26 июндән 7 июлгә тиклем Югославия армияһы менән ун көнлөк һуғыш бара. 1991 йылдың 26 октябрендә Югославия халыҡ армияһының һуңғы һалдаты Словениянан сыға[58].

Тәүге бойондороҡһоҙ йылдар Словения өсөн ауыр була. Мәҫәлән, 1993 йылда инфляция 22,9 % тәшкил итә. Әммә илдә бик тиҙ бер нисә реформалар тормошҡа ашырыла. 1992 йылғы закон буйынса Словенияның һәр бер гражданины 200 меңдән 400 мең толарға тиклем номиналдағы приватизацион чек алған. Шул уҡ ваҡытта иң юғары 400 меңлек чекты 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булғандар алған[59]. 1997 йылда Милан Кучан икенсе мөҙҙәткә президент итеп һайлана[60]. 2004 йылда Словения Европа Берлегенең[61] һәм НАТО-ның ағзаһы итеп ҡабул ителә[62].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Brodar, Mitja (26 September 2008). «Piščalka» iz Divjih bab ni neandertalska (слов.).
  2. Nelson, D.E., Radiocarbon dating of bone and charcoal from Divje babe I cave, cited by Morley, p. 47
  3. (2006) «Electron Spin Resonance (ESR) Dating in Karst Environments». Acta Carsologica (SAZU, IZRK ZRC SAZU) 35 (2): 123–153. ISSN 0583-6050.
  4. Опередить Homo sapiens: итоги археологического сезона в Сибири Архивная копия от 26 ноябрь 2016 на
  5. В Денисовой пещере нашли древнейшую иглу
  6. Археологи нашли редчайшее деревянное орудие
  7. История Югославии, 1963, с. 11
  8. Wheel with an axle. // koliscar.si. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 сентябрь 2013. 25 июль 2013 тикшерелгән.
  9. Prehistoric Pile dwellings around the Alps. // whc.unesco.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 сентябрь 2013. 25 июль 2013 тикшерелгән.
  10. Joachim Hösler: Slowenien. Von den Anfängen bis zur Gegenwart. Verlag Pustet, Regensburg 2006, ISBN 978-3-7917-2004-3, S. 264.
  11. Монгайт, А. Л. Археология Западной Европы — Хайка, 1974. — Б. 198.
  12. История Словении, 2011, с. 8, 9
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 13,6 Военная литература. Общая история. Словения
  14. История Словении, 2011, с. 9, 10
  15. История Словении, 2011, с. 10—11
  16. История Словении, 2011, с. 12—14
  17. Под ред. Матвеева, Г. Ф. и др. История южных и западных славян — М.: Изд-во Московского университета, 2001. — Т. 1. — Б. 124.
  18. История Словении, 2011, с. 15—21
  19. История Словении, 2011, с. 20—26
  20. История Словении, 2011, с. 27, 30—33, 34
  21. История Югославии, 1963, с. 41
  22. Развитие этнического самосознания славянских народов в эпоху зрелого феодализма — М.: Наука, 1989. — Б. 170.
  23. История Словении, 2011, с. 34—36
  24. История Словении, 2011, с. 45—49
  25. История Словении, 2011, с. 37, 38
  26. 26,0 26,1 История Словении, 2011, с. 50
  27. История Югославии, 1963, с. 80
  28. Гаврюшина, Л. К. История литератур западных и южных славян — М.: Индрик, 1997. — Т. 1. — Б. 256.
  29. История Словении, 2011, с. 39—41
  30. История Словении, 2011, с. 54—57, 61, 62, 64, 65
  31. История Словении, 2011, с. 74, 76—78
  32. История Словении, 2011, с. 105
  33. История Словении, 2011, с. 94
  34. История Словении, 2011, с. 84, 85, 88, 90—92
  35. История Словении, 2011, с. 91, 93, 97, 110
  36. История Словении, 2011, с. 103—105, 108, 111, 114, 115, 116
  37. История Словении, 2011, с. 119—122, 124, 125, 128, 134
  38. История Словении, 2011, с. 129—131, 140, 146, 160
  39. История Словении, 2011, с. 197—202, 204, 205, 212, 213
  40. История Словении, 2011, с. 227, 245—247
  41. История Словении, 2011, с. 285, 286
  42. История Словении, 2011, с. 291, 292
  43. История Словении, 2011, с. 296, 299, 300
  44. Пилько Н. С. Словенцы в югославской политической жизни в 20-е — 30-е гг. XX в. // Славянский альманах. — 2015. — № 1-2. — С. 72
  45. История Словении, 2011, с. 309
  46. История Словении, 2011, с. 309, 319—321, 323, 326—328
  47. История Словении, 2011, с. 330, 331, 350
  48. История Словении, 2011, с. 387—390
  49. История Словении, 2011, с. 383—384
  50. Югославия в XX веке: очерки политической истории / К. В. Никифоров (отв. ред.), А. И. Филимонова, А. Л. Шемякин и др. — М.: Индрик, 2011. — С. 697.
  51. Некипелов, А. Д. и др. Страны Центрально-Восточной Европы и европейской части постсоветского пространства в 1999 году — М., 2000. — Б. 162.
  52. Носов В. А. Процесс «люблянской четверки» и его значение в контексте югославского кризиса конца 1980-х годов // Вестник Пермского университета. Серия: История. — 2014. — № 4 (27). — С. 170.
  53. 53,0 53,1 Носов В. А. Процесс «люблянской четверки» и его значение в контексте югославского кризиса конца 1980-х годов // Вестник Пермского университета. Серия: История. — 2014. — № 4 (27). — С. 171.
  54. Старикова Н. Н. Словенские писатели и «бархатная революция» // Славянский альманах. — 2015. — № 1-2. — С. 220—221.
  55. 55,0 55,1 Старикова Н. Н. Словенские писатели и «бархатная революция» // Славянский альманах. — 2015. — № 1-2. — С. 221
  56. Старикова Н. Н. Словенские писатели и «бархатная революция» // Славянский альманах. — 2015. — № 1-2. — С. 221—222.
  57. 57,0 57,1 Старикова Н. Н. Словенские писатели и «бархатная революция» // Славянский альманах. — 2015. — № 1-2. — С. 222
  58. The landmarks and events of the Slovenian Armed Forces trough a camera lens from 1991 to 2011. // slovenskavojska.si. 2 декабрь 2016 тикшерелгән.
  59. История Словении, 2011, с. 436
  60. Nesstar WebView. // eed.nsd.uib.no. 3 декабрь 2016 тикшерелгән.
  61. Overview. // europa.eu. 2 декабрь 2016 тикшерелгән.
  62. Seven new members join NATO. // nato.int. 2 декабрь 2016 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]