Примож Трубар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Примож Трубар
Primož Trubar
Тыуған көнө

9 июнь 1508({{padleft:1508|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Тыуған урыны

Изге Рим империяһы, Крайна герцоглығы, Рашица

Вафат булған көнө

28 июнь 1586({{padleft:1586|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны

Изге Рим империяһы, Тюбинген янында Дерендинген

Ил

 Изге Рим империяһы
 Словения[1]
Австрия[1]
Германия[1]

 Примож Трубар Викимилектә

Примож Трубар (слов. Primož Trubar; 9 июнь 1508 йыл28 июнь 1586 йыл) — Словенияның протестант дин әһеле, нәшерсе[2] һәм лингвист.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Примож Трубар 1508 йылдың 9 июнендә Рашицала (Түбәнге Крайна) тирмәнсе ғаиләһендә тыуған. Иртә йәштәрҙән сиркәүгә йөрөй башлай. 1520—1521 йылдарҙа Риека мәктәбендә, ә 1522—1524 йылдарҙа Зальцбург мәктәбендә уҡый. Бынан һуң Триестҡа күсә, бында епископ Пьетро Буономаның булышлығы алған.

Примож Трубар уға ҙур йоғонто яһаған Эразм Роттердамский менән танышҡан. 1528 йылда Примож Трубар Вена университетына уҡырға керә, әммә курсын тамамламай. 1530 йылда Словенияға ҡайтҡан һәм католик священнигы булып китә. Был ваҡытта Словенияға әкренләп протестант идеялары үтеп инә башлай. Һәм Примож Трубар уның өсөн яңы булған протестантлыҡтың христиан идеяларын тарата башлай. Яңы идеяларҙы тиҙ генә теткереү өсөн сиркәүҙә словен телендә уҡыла.

1547 йылда Трубар асыҡ рәүештә лютеранлыҡ яғына күскән. Шул уҡ йылда протестат идеяларын таратҡан өсөн Трубар Словениянан ҡыуылған. Ул Германияға китергә мәжбүр булған. 1548 йылда Трубар Нюрнбергта төпләнә, бында уға лютеран руханийы Вейт Дитрих булышлыҡ күрһәтә. 1548 йылдың майында Трубар Ротенбургта пастор урынын биләгән. Бында ул Барбара Ситарға өйләнә. Германияла Примож Трубар тәүге баҫма словен китаптарын нәшер итә: «Абецедарий» («Әлифба»; 1550) һәм «Кесе катехизис» (1551). Ул шулай уҡ 25 төрлө китаптарҙы словен теленә тәржемә иткән (Яңы Ғәһедтең тулы тәржемәһе, Мартин Лютер һәм Эразм Роттердамскийҙың китаптары). Протестант китаптары башлыса глаголицала баҫтырылған. Артабан Трубар кириллицала һәм латиницала нәшер итеү өсөн литерҙар эшләгән. Протестанттар уларҙың хәрәкәте Римға һәм Константинополгә барып етәсәгенә өмөт иткән һәм алдан уҡ китаптарҙы өс әлифба менән нәшер иткәндәр. Әммә башлыса нәшриәт Словения һәм Хорватия өсөн эшләгән. Трубарҙың нәшриәте барлығы глаголицала 12 китап, кириллицала 7 китап һәм латиницала 6 китап баҫтырған. Протестанттар тарафынан нәшер ителгән 50 словен китабынан яҡынса өстән ике өлөшө Трубарҙыҡы.

Крайна герцоглығы ҡатламдарынан депутаттар Трубарҙы Люблянаға саҡырғандар, бында ул бер нисә йыл дауамында Словен протестант сиркәүенең суперинтенданты була. «Словен сиркәү уставы» (1554 йыл) китабында ул Словен сиркәүен һәм мәктәбен ойоштороу концепцияһын биргән. Был китап тыйылған, ә Трубар 1555 йылда Люблянанан китергә тейеш була.

Трубар словендар, хорваттар һәм сербтар өсөн берҙәм китап телен төҙөргә ниәтләгән. Уның нигеҙенә Далмацияла таралған хорват теленең чакав диалектын һалған, әммә Трубар башҡа телдәр һәм һөйләштәрҙе иҫәпләргә кәрәклеген аңлаған. Ҡайһы бер текстарҙың ситтәрендә Трубар туғандаш диалекттарҙан синонимдарҙы күрһәткән.

1561 йылдан Германияның Бад-Урах ҡалаһында словен һәм хорват протестант китаптарын нәшер итеү менән шөғөлләнә.

1566 йылда Тюбинген янындағы Дерендинген мәхәлләһен етәкләй.

1586 йылдың 28 июнендә вафат булған.

Эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Словен протестант әҙәбиәте тап Примож Трубарҙан башланған һәм ул вафат булғандан һуң туҡтаған. Уның дауам итеүселәре башлыса уның уҡыусылары була: Юрий Далматин, Адам Бохорич, Себастиан Крель.
  • Примож Трубар словен телен һаҡлаған һәм үҫтергән, ул словен мәҙәниәтенең нигеҙләүселәренең береһе булып тора. 2007 йылдың 28 ноябрендә Словенияның хөкүмәте 2008 йылды Примож Трубар йылы тип иғлан иткән. Трубарҙың 500-йыллығы шулай уҡ ЮНЕСКО-ның иҫтәлекле даталары исемлегенә кергән. 2010 йылда Словаения хөкүмәте яңы милли байрам — Примож Трубар көнөн булдырған, ул йыл һайын 8 июндә билдәләнгән[3].
  • Уның портреты Словенияның 10-толарлыҡ купюраһында булған, хәҙерге ваҡытта — 1 евро тәңкәһенең милли яғында урынлаштырылған.

Иллюстрациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  2. Задохин А., Низовский А. Пороховой погреб Европы.
  3. 8. junija se spominjamo Primoža Trubarja (словен.). RTV Slovenija (8 июнь 2013).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трубар, Примож // Топсель — Уженье. — М. : Советская энциклопедия, 1956. — С. 306. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 43).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]