Польша тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Польша тарихы
Рәсем
 Польша тарихы Викимилектә
Польша дәүләте территорияһы үҙгәреүе. 1635—2009

Польша тарихы — Көнсығыш Европала X быуат аҙағы — XI быуат башында барлыҡҡа килгән көнбайыш славян дәүләте тарихы. Польша тарихы барлыҡҡа килеүен уның тәүге хакимы Мешко I менән бәйләйҙәр. Ул 966 йылда суҡындырылған, Болеслав Ҡаһарман 1025 йылда Польша дәүләтенең беренсе короле булараҡ тәхеткә ултыра. 1138 йылдан алып Польша менән Пясттар династияһы хакимлыҡ итә. Улар ҡайһы бер кенәздәргә бүлеп бирелгән биләмәләрҙән башҡа бөтә ил территорияһына хаким була.

Кенәз Болеслав Кримуттың (Ҡыйышауыҙ) мираҫ тураһындағы акты буйынса 150 йыл буйы поляк ерҙәре бүлгеләнеүгә дусар ителә. Илде яңынан берләштереү XIII быуат аҙағында башлана һәм 1320 йылда Владислав Тәбәшәктең тәхеткә ултырыуы менән тамамлана. Владиславтың улы Бөйөк Казимир 1370 йылда тәхет вариҫын ҡалдырмай үлә һәм Пястар династияһы бөтә. Польшала власть Ангевандтарға (Людвик Венгерски һәм Ядвига), ә унан һуң — Ядвига Литваның Бөйөк кенәзе Ягайлоға кейәүгә сыҡҡас, Ягеллондарға күсә.

1569 йылда Польша менән Литва даими союз тураһында Люблин унияһын төҙөй (Речь Посполитая). Речь Посполитаяла 1573 йылдан алып ирекле һайланған король хакимлыҡ итә. Был Европалағы иң ҙур дәүләттәрҙең береһе була. 1634 йылда Рәсәй менән Поляновка солохо тураһында килешеү (Поляновский мир) төҙөгәндән һуң уның майҙаны 990 мең км² етә. Был башҡа Европа илдәрендә абсолют монархия тәртибе урынлашҡан осорҙа Польшала күп һанлы аристократия хакимлығы һәм парламент системаһы урынлаша. Был дәүләттең сәскә атҡан осоро һуңғы Ягеллондар хаким иткән заманға тура килә.Улар хакимлығы XVII быуат уртаһы һуғыштары осоронда тамамлана.

XVIII быуатта Польшала анархия башлана тиергә була, унда әкренләп Рәсәйҙең йоғонтоһо көсәйә, ә быуат аҙағында өс ил (Пруссия, Австрия, Рәсәй) Польшаны үҙ-ара бүлешкәндән һуң, был дәүләт бөтөнләй юҡҡа сыға. XX быуатҡа тиклем бойондороҡһоҙ поляк дәүләте бөтөнләй булмай, ара-тирә уның биләмәләрендә бик аҙ ғына ваҡытҡа Варшава герцоглығы, Поляк короллеге йәки Познань Бөйөк кенәзлеге кеүек дәүләттең рудименттары булдырыла. Польша дәүләте яңынан Беренсе донъя һуғышынан һуң , Икенсе Польша Республикаһы илде бүлгеләгән дәүләттәр тарҡалғас ҡына тергеҙелә. Ул 1939 йылға тиклем, йәки Икенсе донъя һуғышы башланғансы йәшәй. 1939 йылдың 1 сентябрендә фашистик Германия Польшаға һуғыш башлай, уның көнбайыш ерҙәрен баҫып ала, ә көнсығыштағы ерҙәргә (Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украина) совет ғәскәрҙәре инә. Тик 1944 йылда ғына Совет Армияһы һәм Польша халыҡ армияһы (Армия людове) немец ғәскәрҙәрен Польша еренән ҡыуа башлай. 1948—1949 йылдарҙа Көнсығыш Европа илдәрендә коммунистик режим урынлаша. 1952 йылдан дәүләт Польша Халыҡ Республикаһы тип атала. 1989 йылға тиклем был дәүләттә төп ролде Польша Берҙәм Эшселәр партияһы уйнай. Бынан тыш уның союздаш партиялары ла — ЗСЛ һәм СД була. 1980 йылдарҙа Польшала халыҡ хәрәкәте башлана. 1989 йылда үткән һайлауҙарҙан һуң илдә демократлаштырыу процессы һәм иҡтисади реформалар башлана. Өсөнсө Польша Республикаһы — НАТО (1999) һәм Европа берлеге (2004) ағзаһы.

Иң боронғо тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Польша территорияһында б.э.т. 200 000 йыл элек йәшәгән кешеләр эҙҙәре табылған.[1] Палеолиттан неолитҡа бында күсеүе осоро б.э.т. 8000 — 4500 йылдар тирәһендә булған. Неолит осоро- ер эшкәртеүҙең емеш-еләк йыйыу һәм һунарсылыҡтан өҫтөнлөгө иҫбатланған дәүер. 4500-2500 йылдарҙа Дунай буйында керамика мәҙәниәте барлыҡҡа килә (һыҙыҡлы һәм тишкесләнгән һырлы балсыҡ һауыттар), икенсе осорҙа- б.э.т. 2000 йылға тиклем конус формаһындағы керамика мәҙәниәте. Өсөнсө осорҙа (б.э.т.1800 йылға тиклем) Польша территорияһында бер нисә мәҙәниәт барлыҡҡа килә: таҫма керамикаһы, сфера формаһындағы амфоралар, шнурлы керамика мәҙәниәте (көтөүселәр), уның менән йылҡысылыҡтың килеп сығышы бәйле.[2]. Бронза быуат Польша территорияһында б.э.т. 1800—700 йылдарға ҡарай. Ул униет мәҙәниәтенә бәйле, уның янында ябайыраҡ Ивен һәм Мерзановиц мәҙәниәттәре лә булған. Б.э.т. 1300 йылдар тирәһендә яҡшы үҫешкән, металл иретеүселәрҙең Лужица мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Уны күп тикшеренеүселәр буласаҡ славяндар мәҙәниәте (праславян) тип иҫәпләй.

Бискупин- һуңғы лужица славяндары торағы. Реконструкция

Польша тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге Пясттар тарихы (1138 йыла тиклем)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

IX быуат хәҙерге Польша территорияһында көслө сәйәси берләшмәләр барлыҡҡа килә. Улар араһында икәү ҙур әһәмиәткә Висляне (хәҙерге Краков янында) һәм Поляне (Гнезно һәм Познань янында). Висла берләшмәһе IX быуаттың икенсе яртыһында Бөйөк Моравияға, 936—945 йылдар араһында Чехияға буйһонған тип иҫәпләнә. Тарихи сығанаҡтарҙа Висляндар кенәзен суҡындырыу Бөйөк Моравия хакимлығына бәйле тиелә[3].

Цешин замогындағы часовня, XI быуат

Мешко I осоронда ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

930—940 йылдарҙа төньяҡта поляк хакимдары ерҙәрҙе үҙ ҡулы аҫтына йыя башлай, 960 йылда инде улар бөтә Бөйөк Польша менән идара итә . Тарихта билдәле тәүге поляк хакимы Мешко I 966 йылда христиан динен ҡабул итә . Мешко король тип аталмай, ул ғүмер буйы кенәз булып ҡала. Ул үҙ дәүләтенә Польша, Мазовия, Померанияның бер өлөшөн (Гданьск менән бергә), Силезия һәм Кесе Польшаны ҡуша . Ул һәм уның вариҫтары Герман империяһына, Чехияға һәм Киев Русенә, Одер менәнЭльба араһындағы славян ҡәбиләләренә ҡаршы һуғыша.

Польша Болеслав Ҡаһарман дәүерендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мешко улы Болеслав I Ҡаһарман дәүләте Польша тарихында иң ҙур биләмәне алып тора. Болеслав Мильско, Лужица, Моравия,Словакия (ваҡытлыса Чехияны) ала һәм Гроды Червенские Польшаға ҡайтарыла .

Польша Болеслав Ҡаһарман осоронда

1000 йылда Болеслав I Ҡаһарман Польшала Гнезно архиеписколплығын булдырыуға өлгәшә (кафедраһы Гнезнола), тағы өс епископлыҡ булдырыла: Вроцлавта— Силезия өсөн, Краковта— Кесе Польша өсөн һәм Колобжегта— Көнбайыш Поморье өсөн.

Болеслав герман императоры Генрих II менән Чехия өсөн һуғыша. Тик ул үлгәс кенә ул үҙен король тип иғлан итә, 1025 йылда Рим папаһы ла быны раҫлай. Оҙаҡламай Болеслав үлеп китә. Тәүге Пясттар династияһы 1031 йылда Болеславтың улы Мешко II заманында бөтә, Болеслав баҫып алған бөтә ерҙәрҙе лә Польша юғалта, ә династия король титулын юғалта. 1038 йылда Чехия кенәзе Бржетислав Польшаға һөжүм итә, Гнезно соборынан Изге Войцехтың һөйәктәрен алып китә, ә Силезияны үҙ дәүләтенә ҡуша. Польшала мәжүси халыҡ ихтилалы башлана. Боронғо Польша дәүләте тарҡала.

Чехияның көсәйеүен теләмәгән император Генрих III, ярҙамы менән поляк кенәзе Казимир Бөйөк һәм Кесе Польшаны ала, Краковты үҙенең баш ҡалаһы тип иғлан итә. Шулай итеп, XI быуат уртаһында король һарайы Краковҡа күсә, элекке баш ҡала— Гнезно Польша архиепискобы резиденцияһы булып ҡала. Казимир Польшаға Силезияны ҡайтара, тик император әмере буйынса уның өсөн Чехияға аҡса түләп торорға тейеш була. Болеслав Ҡаһарман Изге Рим империяһынан бәйһеҙлек өсөн көрәшә; ул Киевҡа кейәүе, урыҫ кенәзе Изяславаты кире тәхеткә ултыртыр өсөн ғәскәре менән бара, 1069, 1077 йылдарҙағы урыҫ кенәздәре араһындағы һуғышта ҡатнаша. Рим папаһы ризалығы менән Болеслав Ҡаһарман 1076 йылда Польша короле тип иғлан ителә.

Болеслав III Ҡыйышауыҙ немецтар менән һуғыша, Польшаның боронғо иркен даулай. Болеслав императорға яһаҡ түләүҙән баш тартҡас, император Генрих 1109 Польшаға ҡаршы һуғыш башлай. Поляктар бирешмәй, немецтар кире сигенергә мәжбүр була. 1116 йылда Болеслав Көнсығыш Поморьены (Гданьск), 1121 йылда —Көнбайыш Поморьены (Щецин), 1123 Рюген утрауын ала. Поморье кенәзе Вартислав Польшаға яһаҡ түләргә һәм Поморье халҡын христиан диненә суҡындырырға ризалаша.

XI быуат башында роман стилендә биналар төҙөлә башлай, XII быуатта Византия, XIII быуатта готика үтеп инә. Готика менән бергә таш урынына төҙөлөштә кирбес ҡулланыла башлай.

Пясттар дәүләте провинцияларға, ә улар каштелянияларға бүленә (ҡала округтары). Град (ҡала) каштеляны тирә-яҡтағы халыҡтан һалым йыя. Һуңыраҡ дәүләт өлкәләргә бүленә. Бөйөк Польшала XIII быуат уртаһынан өс өлкә була— Гнезно, Познань һәм Калиш. 1231 йылдан Куяв воеводствоһы булдырыла. Бер аҙҙан өлкәләрҙе воеводство тип йөрөтә башлайҙар. Кенәз һарайында иң ҙур вазифа биләүсе «палатин» тип йөрөтөлә, ул кенәз урынына хәрби походтарҙа йөрөй, хөкөм итә һәм һарай менән идара итә. Уның ярҙамсыһы- «подкормий», кенәз ҡаҙнаһы менән «скарбник» идара итә. Кенәз канцелярияһына «канцлер» етәкселек итә.

Иҡтисад һәм йәмғиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поляк кенәздәре ғәскәре — дружина, яугирҙар отряды. Уның төп өлөшө норманндарҙан (варягтар) торғандыр тип фаразлайҙар. Кенәздең замогында уның иң яҡын кешеләре, ярҙамсылары, дружинаһының бер өлөшө йәшәй. Яулап алынған яңы ерҙәрҙә яңы ҡәлғәләр төҙөлә (Гнезно , Познань, Краков, Крушвица, Ледницкий утрауы, Плоцк, Вроцлав, Ополе, Глогув һәм Niemcza). Ҡәлғәләр янында һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр, хеҙмәтселәр һ.б.халыҡ йәшәй.[4].

Кенәз илдәге бөтә ергә хужа була. Кенәз законы (ius ducale) нигеҙендә уның төрлө өҫтөнлөктәре була (урмандар, файҙалы ҡаҙылмаларға хоҡуҡ, халыҡтан төрлө хеҙмәт талап итеү). Халыҡ бер нисә категорияға бүленә, һәр төркөм кенәзгә төрлө хеҙмәт күрһәтергә, төрлө түләүҙәр түләргә тейеш була.

1130 йылдарҙа хәрби демократия системаһы юҡҡа сыға, рыцарҙар барлыҡҡа килә башлай, улар бер кенәзгә генә буйһонмай. Ваҡыт үтеү менән махсус рыцарҙар законы (ius militare) сыға, уның буйынса яугирҙарҙың бурыстары һәм өҫтөнлөктәре билдәләнә. Ҡеүәтле феодалдар кенәз кеүек үҙ рыцарь отрядтарын булдыра, Сиецех һәм Скарбимирҙың, архиепископтың үҙ рыцарҙары була. Ләкин был осорҙа бөтә халыҡ илде һаҡлауҙа ҡатнаша, бөтә йәмғиәт төркөмдәре лә әлегә асыҡ була.

Бер аҙҙан башта кенәз һарайы менән идара иткән воевода (palatinus) власы көсәйә, ул дәүләттә икенсе кеше булып китә, ҡайһы бер саҡта ул хатта кенәзде лә үҙенә бойһондора (мәҫәлән, кенәз Сиечех). Провинциялар башында принцтар тора (Principes terrae), башлыса алты кеше, улар кенәз ғаиләһенән була. Һуңыраҡ ил райондарға бүленә, ҡала районы башлығы- Zupan (жупан), ул -хөкөм итеүсе, хәрби етәксе һәм һалым йыйыусы. Сик буйындағы төбәктәр- "марш"тар, мәҫәлән, Глогов һәм Гданьск марштары.

Мәҙәниәт һәм дини тормош[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польшала яҙма мәҙәниәт христиан динен ҡабул итеүҙән башлана. Был мәҙәниәттең тәүге өлгөһө- Dagome iudex, был Мешко I Изге Рим папаһына үҙ дәүләтен тапшырыуы тураһында документ. Тәүге әҙәби әҫәрҙәр Бруно Кверфуртский исеменә бәйле: «Икенсе ғүмер» һәм «Страсти св. Войцеха» (Изге Войцехтың яфалары) һәм «Биш яфа сигеүсе туғандың тормошо». Шул уҡ осорҙа поляк ерендә тәүге Польша тарихы буйынса йыйылмалар яҙыла (мәҫәлән, «Ежегодник Старого главы Кракова»).

Христиан динен ҡабул иткәндән һуң Польша миссионерлыҡ үҙәгенә әйләнә. Изге Войцех менән Квефурттан Бруно иң билдәле миссионерҙар була. Улар менән бергә Польшаға Бенедикт ордены монахтары килә, улар тәүге монастырҙарға нигеҙ һала һәм халыҡты христианлаштырыу менән шөғөлләнә.[5].

1031—1032 йылдарҙа мәжүсиҙәр ихтилалы, чехтарҙың һөжүме Польшала сиркәү ойошмаһын бөтөнләй тарҡата. Казимеж I үҙ власын нығытҡандан һуң, 1046 йылда Краковта епископлыҡ булдыра, ул оҙаҡ ваҡыт Польшала сиркәү ойошмаһын етәкләй. Бенедиктин монахтар Тынецта урынлаша. 1075/76 йылда Болеслав Познань, Плоцк һәм Гнезнола яңынан епископ кафедраларын булдыра. Казимеж заманында Вроцлавта епископлыҡ булдырыла, тик ул Магдебургҡа буйһона. Болеслав заманында Померания суҡындырыла, 1140 йылда Волында епископлыҡ булдырыла. 1130—1136 йылдарҙа Магдебург архиепискобы Норберт менән низағ сыға, ул Польшала сиркәү өҫтөнән власть талап итә, ләкин уның уйы барып сыҡмай.[6].

Польша феодаль тарҡалыш ваҡытында (1138—1320)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1138 йылда Болеслав Ҡыйышауыҙ илде улдарына бүлеп бирә: Владиславҡа- Силезия, Любуш ере һәм оло волость, Бөйөк кенәз титулын бирә. Болеславҡа — Мазовше һәм Куявы, Мешко — Бөйөк Польша воеводствоһы, Хенрик — Сандомир ере һәм атаһы үлгәндән һуң тыуған Казимежға — Ленчица ере .

Легница янындағы монголдар менән алыш (1241).
Миниатюра (1353)

Юғары власть Бөйөк кенәз ҡулында була, ул тышҡы сәйәсәт өсөн яуап бирә һәм туғандарға хөкөм сығара. Болеслав үҙе үлгәндән һуң уландары дошманлашып бөтмәһен тип шундай ҡарар сығара, ләкин ул теләгәнсә барып сыҡмай. 1146 йылда уҡ туғандар Владиславты ҡыуа. Унан һуң власть Болеслав Кендзежавҡа, ә ул үлгәс— Оло Мешкоға. Бер аҙҙан уны ла ҡыуалар, власҡа Казимеж Ғәҙел килә. 1180 йылда Ленчицтағы съезд ваҡытында Казимеж Краков ерен үҙ вариҫтарына биреү тураһында белдерә.

Илдә бер нисә бер-береһе менән дошманлашҡан кенәзлек барлыҡҡа килә. Һаҡалтай һәм Генрик Благочестивый, Силезия кенәздәре, берләшеп ҡарайҙар. Улар Бөйөк Польшаны, Краков һәм Любуш воеводстволарын ала. 1241 йылда монголдарҙың һөжүме һәм Легниц янында уларҙан еңелеү, Генрих Благочестивыйҙың үлеме монархияны юҡҡа сығара.

Вавельский собор — усыпальница польских правителей, начиная с Болеслава Кудрявого[7]

XIII быуатта илде берләштереү идеялары тарала башлай. Бүлгеләнгән ил башҡа илдәргә ҡаршы тора алмай— поляк ерҙәренең бер өлөшөн Бранденбург немецтары һәм тевтон рыцарҙары баҫып ала, монголдарҙың һөжүме ҡабатланып тора. 1295 йылда Пшемысл II, Бөйөк Польша герцогы , Польша короле тип иғлан ителә,тик бер аҙҙан ул үлтерелә. Польша тәхете менән Пржемысловичтар династияһынан чех королдәре лә ҡыҙыҡһына. 1300 йылда чех короле Вацлав II Польша короле тип иғлан ителә, поляк кенәзе Владислав Тәбәшәк (Локоток) илде ташлап китергә мәжбүр була. 1304 йылда Локоток ҡайта, ә бер йылдан Вацлав II вафат була. Чехия һәм Польша тәхетенә уның улы Вацлав III ултыра, тик ул 1306 йылда һәләк була. Ул үлгәндән һуң чехтар Польшанан китә, һәм Владислав Тәбәшәк (Локоток) Краковта власты үҙ ҡулына ала. Ул Гданьск Померанияһында ла хакимлыҡ итә, 1308 йылда ул Тевтон рыцарҙары ҡулына күсә. 1311 йылда Владислав олдермен Альберт ихтилалын баҫтырырға тура килә, ә 1314 йылда ул Бөйөк Польшаны ала. Ике иң мөһим округта үҙ власын урынлаштырғас, ул 1320 йылда Краковта король тәхетенә ултыра.

Тәбәшәк (Локоток) король дәүләтенә бөтә поляк ерҙәре лә инмәй. Унда Силезия кенәзлектәре инмәй, улар Чехия ҡулына күсә бара, XII быуатта Померания немецтар ҡулында ҡала, Мазовия кенәзлектәре бойондороҡһоҙ була, улар Галицко-Волынская Русь кенәздәренең үҙ-ара көрәшендә мөһим роль уйнай.[8].

Берләшкән Польша короллеге (1320—1386)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1320 йылдың 20 ғинуарында Владислав Тәбәшәк (Локоток) король тәхетенә ултыра (тажын кейә). Был көн Берҙәм Польша дәүләтенең тергеҙелгән көнө тип иҫәпләнә.

«Гнезно ҡапҡаһы», XII быуат

Был осорҙа Польша башта Тевтон ордены менән һуғыша , һуңыраҡ Тевтон ордены һәм Бранденбург хакимы Люксембург менән дипломатик бәхәсәтәр алып бара. Король Бөйөк Казимир осоронда Бранденбург маркграфы Люксембург 1335 йылда Польша короле тигән титулдан баш тарта, бының өсөн 20 000 Прага аҡсаһы (грош) талап итә. Бөйөк Казимир үлгәс, 1370 йылда Польша тәхетенә Анжу династияһынан Людовик Венгерский ултырған. Уның осоронда дворяндар ил сәйәсәтендә хакимлыҡ итә башлай, 1374 йылда Кошицела дворяндарға беренсе дөйөм өҫтөнлөк бирелә. 1382 йылда Людвик үлә. Тәхет өсөн көрәш башлана. 1384 йылдың 16 октября Людовиктың ҡыҙы Ядвиганы Польша короле (закон буйынса) тип иғлан итәләр. 1386 йылда уны поляк аристократияһы съезында Литва кенәзе Ягайлоға (Ягелло) кейәүгә бирергә ҡарар сығаралар. Был никах Литваны католик сиркәүе ҡулы аҫтына алып килә һәм Польша ышаныслы союздашлы була. Ягайло 1386 йылдың 4 мартында Польша короле Владислав II тип иғлан ителә.

Польша Казимир III осоронда

XIV быуат уртаһына Краковта 14 мең, Вроцлавта — 17 мең кеше йәшәй. Күп ҡалалар ауылдарҙан әллә ни айырылып тормай. Велички һәм Бохниҙа тоҙ, Олькушата аҡ ҡурғаш (свинец) һәм көмөш табыу яйға һалына. Илдә бөтә ерҙә лә тиерлек тимер иретәләр. Вроцлав менән Легницета ҡыйбатлы буҫтау эшләйҙәр.. Хеҙмәт махсуслаша бара, Вроцлавта XIV башында30 яҡын һөнәрселәр корпорацияһы эшләй. Немец колонизацияһы цех системаһы булдырыуға һәм ҡалаларҙың үҙидаралығы үҫешенә килтерә. Бай немец һөнәрсе һәм сауҙагәрҙәре башлыса көнбайыш Польшала, Краков, Вроцлав һәм Гданьске ҡалаларында үҙ власын урынлаштыра .

Ягеллондар хакимлығы (1386—1572)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1413 йылғы Городель унияһы буйынса Польша һәм Литва тигеҙ хоҡуҡҡа эйә була. 1425 йылда Брестта Ягеллондарҙан үҙенең өҫтөнлөктәрен киңәйтеүҙе талап итә. 1440 йылда Владислав III Венгрия короле итеп һайлана, был Литва менән союздың тарҡалыуына килтерә. Владислав һуғышта һәләк булғас (1444), Польша короле итеп Казимир Ягеллончик һайлана (1447). 1454 йылда Казимир IV поляк аристократтары өсөн Нешав статутына ҡул ҡуя. Король төбәк магнаттары йыйылыштары ризалығынан тыш яңы һалымдар индерә алмай, ғәскәр (посполитое рушенье) йыя алмай. 1409—1411 йылдарҙа башлыса славян халыҡтарының Тәре йөрөтөүселәр менән Бөйөк һуғыш була. 1410 йылдың 15 июлендә хәл иткес алыш була— Грюнвальд алышы (Грюнвальдская битва), Тевтон ордены еңелә. 1454—1466 йылдарҙағы Польша менән Орден араһындағы һуғыш Торунь килешеүе менән тамамлана. Польшаға Көнсығыш Поморье (Торунь, Эльблонг әһәм Гданьск) һәм Варми епископлығы бирелә. Тевтон ордены үҙ биләмәләренең яртыһын, элекке баш ҡалаһы Мариенбургты юғалта, шуға яңы баш ҡала булдыра-ул Кёнигсберг, үҙен Польшаның вассалы тип таный.

Грюнвальд янындағы алыш. Миниатюра XV века

Был осорҙа Польшала алпауыт хужалыҡтары (фольварк) йылдам үҫешә. Крәҫтиәндәр һөрөнтө ерҙәрҙән ҡыуыла, улар алпауыт ерендә аҙнаһына өс көн эшләргә тейеш була (барщина). Эре ер хужалары сит илдәргә һатыуға иген сығара башлай.

Ян Ольбрахт (1492—1501) заманында сәйәси власть структураһы үҙгәрә. Посольская изба— Польша сеймы түбәнге палатаһы булдырыла (уртаҡул шляхта). Король советы — сенат, сеймдың юғары палатаһына (олигархия) әйләнә. Король юғары судья булып ҡала, сит илдәр менән мөнәсәбәттәр өсөн яуап бирә, эдикттар һәм мандаттар сығара, ул сейм йыя ала. Ян Ольбрахттың Молдавияны яулап алыу походы (1497) уңышһыҙ була, тәүге поляк-төрөк һуғышына килтерә.

1505 йылда Радомда сейм Nihil novi («ничего нового») конституцияһын ҡабул итә. 1519 йылда Көнбайыш Поморье (хәҙерге төньяҡ- көнсығыш Германия) кенәзе Бөйөк Болеслав X Бранденбург курфюрстынан Польшала яҡлау тапмағас, үҙен Герман империяһы вассалы тип таный. 1526 йылда Польша дәүләтенә тирә-яғындағы ерҙәр менән Варшава (Мазовия кенәзлеге баш ҡалаһы) инә.

Королде тәхеткә ултыртыу. Миниатюра, 1510 йылдар тирәһе

1518—1520 йылдарҙа крәҫтиәндәрҙең ауылдан китеү хоҡуғы сикләнә. 1519—1520 йыл Конституцияларында барщинаның иң кәм күләме билдәләнә, бер крәҫтиән йортонан ул аҙнаһына бер көндән дә кәм булырға тейеш булмай. XVI быуат уртаһына кметтар (ирекле общинник) крепостной крәҫтиәндәргә әйләнә. XVI быуатта Польшала бөтә крәҫтәиндәр ҙә тиерлек крепостной була.

Реформация осоронда Польшала протестанттар һәм католиктар араһында асыҡтан-асыҡ көрәш булмай, юғары ҡатлам кешеләре араһында кальвинизм идеялары хуплау таба.

1558 йылда Рәсәй менән Ливон ордены араһында һуғыш башлана (Ливонская война). Өс йылдан Орден еңелә һәм тарала, Ливония Польша менән Бөйөк Литова кенәзлегенең берҙәм биләмәһенә әйләнә (Рәсәй менән һуғыш дауам итә).

1569 йылдың 1 июлендә Люблин унияһы төҙөлә. Яңы дәүләт «Ике халыҡтың да дәүләте» йәки Речь Посполитая («республика») тип атала. Ике ил дә администрацияһын, ғәскәрен, суд һәм ҡаҙнаһын һаҡлап ҡала. Польша һәм Литва сеймы берләшә, Литвала Польша монета системаһы ҡулланыла башлай, улар берҙәм сит ил сәйәстен үткәрә Уния белорус һәм украин халыҡтарының хоҡуҡтарын сикләүгә, феодал иҙеү көсәйеүгә килтерә.

Польша короллеге менән Бөйөк Литва кенәзлеге берлегенән торған дәүләт 1569—1795 йылдарҙа йәшәй (Люблин униияһы). Ул хәҙерге Польша , Литва, Белоруссия һәм Латвия, өлөшләтә Украина, Эстония, Словакия, Рәсәй һәм Молдова биләмәләрен үҙ эсенә ала. 1618 йылда уның майҙаны- 990 мең км² була. Ул саҡта был дәүләт Рәсәйҙән ҙурыраҡ, ә Франциянан ике тапҡырға ҙурыраҡ була. 1569 йылда унда 6,5 миллион кеше, 1772 йылда 14 миллион кеше йәшәй. Был дәүләт дворян демократияһы була, ә дәүләт башлығы- король һайлап ҡуйыла.

XVII быуат уртаһына тиклем Республика Польша халыҡ-ара кимәлдә юғары урын биләй. Күршеләр менән һуғыш, Украинала казак ихтилалдарын баҫтырыу һәм сит илгә сығарылған игенгә һорау кәмеү илде иҡтисади көрсөккә илтә. Унан һуң сәйәси көрсөк башлана, ул анархиияға һәм дәүләт власы институттары тарҡалыуға килтерә. XVIII быуатта Речь Посполитая Рәсәй йоғонтоһо аҫтында була, ә 1772, 1793 һәм 1795 йылдарҙа өс күрше дәүләт уны үҙ-ара бүлешеп ала.

1572—1697 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1572 йылда Зигмунт Август— һуңғы Ягеллон вариҫтар ҡалдырмай үлеп китә. Бынан һуң король һайлау ысындан ирекле була. Король һайлау сеймы (5 апрель — 20 май, 1573 йыл) Варшава янындағы Волиҙа үтә. Польша тәхетенә кандидаттар: француз принцы Генрих д’Анжу (Валуа), Австрия эрцгерцогы Эрнест Габсбург, швед короле Ян Ваза һәм рус батшаһы Иван IV Грозный була. Поляк дворяндары Генрих Валуаны (буласаҡ Франция короле Генрих III) яҡлап сығыш яһай. Шулай итеп, Генрих Валуа (герцог д’Анжу)- тәүге һайланып ҡуйылған Польша короле. Ләкин атаһы, Карл IX үлгәс, тиҙ генә Францияға ҡайтып, Франция короле тәхетенә ултыра.

XVII быуат башында Польша Рәсәйҙәге Боларыш осоро (Смутное время) менән файҙаланып, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышына ҡыҫыла, хатта Сигизмунд улы Владиславты Мәскәү тәхетенә ултыртырға була. Оҙайлы низағ ике ил араһында ваҡытлыса килешеү менән тамамлана— Польша Рәсәйҙең көнбайыш ерҙәренә (шул иҫәптән Смоленск ҡәлғәһенә) хужа була.

1697—1795 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сигизмунд III Смоленск янында

Ян III вафат булғандан һуң Саксония курфюрсты Фридрих Август менән француз принцы Францишек (Франциск) ди Конти Польша тәхетенә дәғүә итә. Француз өсөн тауыштар күберәк бирелһә лә, Августты күрше илдәр яҡлап сыға һәм 1697 йылдың 15 сентябрендә Польша менән Саксонияны шәхси уния берләштерә. Август II курфюрст Фридрих I Пруссия короле (элекке Бранденбург маркграфлығы биләмәһе, унда Берлин урынлашҡан) тип таный. Август Рәсәй батшаһы Пётр I менән союзға инә, Швецияға ҡаршы Төньяҡ һуғышта (1700—1721) Рәсәй менән бергә була.[9]. August miał plany wzmocnienia władzy w Polsce poprzez opanowanie ziem utraconych przez Rzeczpospolitą[10] 1704 йылда Август Польша тәхетен юғалта, король итеп Швеция баҫымы аҫтында Станислав Лещинский һайлана, 1706 йылда ул шведтар талабы буйынса тәхеттән баш тарта. Август Саксонияны ла юғалта, уны швед армияһы баҫып ала. 1709 йылда Полтава янындағы алышта Рәсәй ғәскәре швед армияһын тар-мар итә, Август тәхеткә кире ултыра. 1715 йылда Тарногруд конфедерацияһы Августтың тәхетен тартып ала, уны тағы ла рус армияһы ҡотҡара. 1717 йылда Өнһөҙ сейм ваҡытында королдең абсолютизмға өмөтө юҡҡа сыға.

«Поляк дворяны».
Худ. Рембрандт (1637)

Рәсәйҙең көсәйеүе Европа илдәренең, айырыуса Британияны борсой. Улар Августҡа Польша үҙаллылығын гарантиялаған килешеү тәҡдим итә. 1721 йылдағы Рәсәй менән Швеция араһындағы солох тураһындағы килешеү Речь Посполитаяға бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, уның вәкилдәре был һөйләшеүҙәрҙә бөтөнләй ҡатнашмай. 1724 йылда 11 протестант ҡала кешеһен үлем язаһына тарттырыу Польшаның халыҡ-ара имиджына зыян итә, Европала ул ҡырағай ил тип ҡабул ителә башлай. Пруссия менән Польша Польша Республикаһында диссиденттар (протестанттар) хоҡуҡтарын яҡлау тураһында килешеү төҙөй (юҡһа, Пруссия короле Фридрих һуғыш менән янай).

Польша сеймы (1698)

Август вафат булғандан һуң Польша короле итеп С.Лещинский һайлана, Австрия менән Рәсәй икенсе кандидат— Веттинды тәҡдим итә. Оҙаҡламай Польша мираҫы өсөн һуғыш башлана. Лещинскийҙы ҡуйҙыртҡан франция уны яҡлау өсөн бер ни эшләмәй, тәхеткә Саксония курфюрсты Август III (1734—1763) ултыра.

Август III хаким иткән осорҙа Польша менән бер кем дә иҫәпләшмәй, Ете йыллыҡ һуғышта ул ҡатнашмаһа ла, уның биләмәләре аша күршеләрҙең ғәскәре (Пруссия, Рәсәй) иркен йөрөй.

Августа III үлгәндән һуң Польша тәхетенә 1764 йылда Речь Посполитаяның һуңғы короле, Екатерина II фавориты, Станислав Август Понятовский ултыра. Уның осоронда Польшаны күрше Австрия, Пруссия һәм Рәсәй бүлешеп ала (1772, 1793, 1795). Речь Посполитаяны өсөнсөгә бүлгәндән һуң Станислав Август тәхеттән баш тарта, 1798 йылда ул Санкт-Петербургта үлә.

Речь Посполитаяны бүлеү

1768 йылда Варшава килешеүе төҙөлә, уның буйынса Рәсәй батшабикәһе поляк дворяндарының (башлыса, православиелағы) «кардиналь хоҡуҡтарының» төп гаранты тип атала. Был Речь Посполитая өҫтөнән Рәсәй протектораты урынлаштырыу тигәнде аңлата, быға яуап итеп, Бар конфедерацияһы (1768—1772) төҙөлә, конфедераттар Рәсәй менән һуғышырға ҡарар итә. Конфедераттарға ҡаршы Рәсәй ғәскәре ебәрелә (шул иҫәптән 1772 йылда башҡорт ғәскәре лә). Меңәрләгән конфедерат Ырымбур далаларына ебәрелә. XVIII быуаттың икенсе яртыһында бер нисә тапҡыр крәҫтиәндәр поляк милләтенә инәме, юҡмы, әллә поляктар тип тик шляхта ғына аталамы тигән һорау күтәрелә. Ауыл хужалығында эшләгән крәҫтиәндәрҙең 85—90 % крепостной крәҫтиән була.

Т. Костюшко. Рәссам Карл Готлиб Швайкар, 1802 йыл тирәһе

1794 йылда Польшала Тадеуш Костюшко етәкселегендәге ихтилал башлана, ләкин поляктар үҙ дәүләтселеген һаҡлап ҡала алмай. Ихтилалда ҡатнашыусыларҙың бик күбе Рәсәйҙең алыҫ губерналарына һөргөнгә ебәрелә, шул иҫәптән поляктар Өфөгә лә килә. Улар Өфөлә тәүге театр спектаклдәрен ҡуя. Композитор М.Огинский һөргөнгә китер алдынан хәҙер киң танылған полонезын яҙа (Полонез Огинского «Прощание с родиной»).[11]

1795—1918 йылдарҙа Польша[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795—1831 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда Польша дәүләт булыуҙан туҡтай. Илдән ситкә китеүселәр күбәйә, эмигранттар башлыса Италия, Саксония һәм Франциияға китә. 1797 йылдың ғинуарында Италияла Поляк легиондары урынлаша. Уның менән генерал Ян Хенрик Домбровский етәкселек итә. Легиондар Франция армияһы менән бергә Рим өсөн алышта ҡатнаша, 1797 йылда уларҙың «Песня о польских легионах в Италии» тигән йыры була, был йырҙың 4 строфаһы 1926 йылда Польша гимнына инә. 1807 йылда Австрия, Пруссия һәм Рәсәй Наполеондан еңелгәндән һуң Варшава герцоглығы булдырыла. 1809 йылда ул Австрия составында булған поляк ерҙәре иҫәбенә ҙурайтыла. Поляктар Наполеон уларға ысынлап та бойондороҡһоҙлоҡ бирә икән тип ышана. 100 000 кешенән торған Поляк армияһы (1811—1812) Наполеондың Бөйөк Армияһы составында Рәсәйгә походта ҡатнаша. Наполеон еңелеп, Изге Елена утрауына ебәрелгәс, Варшава герцоглығы менән Рәсәй идара итә. Вена конгрессынан (1815) һуң ул Польша короллеге тип атала башлай, рус императоры Польша короле булып тора. 1830 йылдың 29 ноябрендә Польша короллегендә Ноябрь ихтилалы башлана. Польша сеймы рус батшаһын Польша тәхетенән ҡолатыу тураһында ҡарар ҡабул итә (1831). Рус ғәскәрҙәре баш күтәреүселәрҙе еңә. Польша короллеге үҙенең күп хоҡуҡтарын юғалта һәм де-факто Рәсәй империяһы составына инә.

Польские земли (1815)

Варшавское княжество
     Царство Польское

1831—1914 йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был 83 йыл эсендә Польшала бик күп мөһим ваҡиғалар була, барыһынан да мөһиме 1846 йыл ваҡиғалары, Европала 1848—1849 йылдарҙағы революция (Весна народов), Ғинуар ихтилалы (1863—1864) һәм 1905 йылғы революция була. 1831—1863 йылдарҙағы Бөйөк эмиграция Польша бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш йүнәлештәрен илдә ҡалған көрәшселәр менән бергә билдәләүҙә ҡатнаша.

Ф. Шопен,
1849 йыл тирәһе

1914—1918 йылдар. Беренсе донъя һуғышы осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914—1918 йылдар ҡыҫҡа, ләкин Польша тарихы өсөн бик мөһим осор. 1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башлана, унда Польшаны бүлгеләүҙә ҡатнашҡан илдәр: Австро-Венгриия, Германия һәм Рәсәй һуғыша. Был поляк халҡының милли азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелеүенә, был өс державаның тарҡалыуы бойондороҡһоҙ Польша дәүләтен тергеҙеүгә килтерә.

1914 йылдың 3 авгусы (Пилсудскийҙың Краковта һалдаттар алдында тотҡан телмәре) һәм 1918 йылдың 11 ноябре (Регент советы Пилсудскийға власты тапшыра) араһында булған ваҡиғалар Польша тарихы өсөн бик мөһим роль уйнай. 1916 йылда Австро-Венгрия һәм Германия элек Рәсәй составына ингән поляк ерҙәрендә марионетка Польша дәүләте (Регенство Королевство Польша) булдырыу тураһында иғлан итә. Рәсәй императоры һуғыш тамамланғас, Астро-Венгрия, Германия составындағы поляк ерҙәрен Рәсәй составына киң автономия шарттарында ҡабул итеү тураһында белдерә.

Варшаваны немец дирижабленән бомбаға тотоу (1914)

Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Польша халыҡ-ара кимәлдә танылған дәүләткә әйләнә, уның сәйәси институттары, армияһы, суд власы формалаша.

Икенсе Польша Республикаһы (1918—1939)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918—1939 йылдарҙағы Польшаны Икенсе Польша Республикаһы тип тә атайҙар. Был дәүләттең рәсми теле— поляк теле, валютаһы — поляк злотыйы була. Был республика бойондороҡһоҙ формаль күп партиялы буржуаз демократик республика тип атала. Был система Май түңкәрелеше (1926 йылдың 12-15 майы) сәбәпле үҙгәрә, илдә президенттың авторитар власы урынлаша. Ул 1918 йылыдың 11 ноябрендә Юзеф Пилсудский Варшавала хәрби власты үҙ ҡулына алғанда уҡ башланған тип әйтергә була. Был режим президент Игнаций Мосьцицкий власты эмиграциялағы Польша хөкүмәтенә тапшырғас (1939 йылдың 25 сентябрендә), йәки Польша хөкүмәте 1939 йылдың 17 сентябрендә илде ташлап киткәс ҡолай. 1918 йылдың 11 ноябрендә поляктар Варшавала контроль урынлаштыра, өс көндән был дәүләтте көнбайыш илдәр таный. Дәүләтте тергеҙгәс, уның биләмәләре тураһында мәсьәлә ҡалҡып сыға. Беренсе концепцияны Роман Дмовский тәҡдим итә— ул этник билдә буйынса сиктәрҙе биләдәләү. Икенсе концепция буйынса көнсығышта Рәсәйҙе мөмкин тиклем көсһөҙләндереү(йәки уның ерҙәрен тартып алыу) күҙ уңында тотола. 1919 йылдың мартында Конституция ҡабул ителә һәм тәүге парламент һайлауҙары үтә. Польша хөкүмәттең тәүге премьер-министры итеп Енджей Морачевский тәғәйенләнә.

1920—1921 йылдарҙа Польша ғәскәре Киевҡа тиклем барып етә, поляктар Речь Посполитая сиктәрен тергеҙергә маташа. Совет Рәсәйе менән һуғыш совет-поляк килешеүе менән тамамлана. Польшала 200 000 ашыу ҡыҙыл армеец әсирлектә ҡала, уларҙан 80 мең тирәһе үлтерелә, йәки төрлө сәбәптәр арҡаһында (яраланыу, сирләү) һәләк була (башҡорт кавалерия бригадаһы ла был һуғышта ҡатнаша, хатта тәүгеләрҙән булып Варшаваға инә).

1922 йылда инфляцияның көслө мәлендә Владислав Грабский финанс һәм аҡса реформаһы үткәрә, марканы злотый менән алмаштыра. Шул уҡ йылда ул Винценти Витос хөкүмәтендә эшләй башлай (милли берҙәмлек христиан союзы), был хөкүмәт эшмәкәрлеге сәйәси һәм иҡтисади көрсөккә килтерә. 1926 йылда илде катастрофа хәленә еткереүенә ҡарамаҫтан Чено-Пястов коалицияһы (Винценти Витос етәкселегендә) тағы ил менән идара итә башлай. Был осорҙа сит илдәр менән бәйләнеште нығытыу өсөн Гдыняла порт төҙөлә. Был идеяның авторы Эугениуш Квятковский була. Юзеф Пилсудский дәүләт түңкәрелеше яһай. Өс көн барған алыштарҙа 200 кеше һәләк була, президент менән хөкүмәт отставкаға китә.

Май түңкәрелеше һөҙөмтәһендә Санация хәрәкәте (Ю.Пилсудский) Польшала власҡа килә. Ул сәйәси блок булдыра (Независимый блок сотрудничества с правительством (BBWR)). 1930 йылда оппозиционерҙар ҡулға алына, суд процестарынан һуң, улар Брест һәм Берез Картуз төрмәләренә ябыла. Коммунистар партияһы тыйыла. BBWR Сеймда 249 , Сенатта 77 урын ала. Күпселек алған BBWR һайлау тураһындағы законға үҙгәрештәрҙе үткәрә һәм депутаттар менән сенаторҙар һанын кәметеү проектын тормошҡа ашыра. 1935 йылда был блок президент вәкәләттәрен арттырыу тураһында үҙгәреште конституцияға өҫтәүгә өлгәшә. 1935 йылда Ю.Пилсудский үлә, BBWR тарҡатыла. Уның ағзалары Милли берләшеү лагерын (Лагерь национального объединения- ООН) төҙөй. 1938 йылда Польшала һуңғы парламент һайлауҙары була, унда милли аҙсылыҡтарҙан тыш тик бер партия- ООН ғына үтә. 1939 йылда фашистик Германия Польшаға ҡаршы һуғыш башлай, Икенсе Польша Респуликаһы шуның менән йәшәүҙән туҡтай.

Этническая карта Польши (1937):      поляки     украинцы     белорусы

Икенсе донъя һуғышы (1939—1945)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдың 23 авгусында Мәскәүҙә Германия менән СССР араһында үҙ-ара һөжүм итешмәү тураһында килешеү төҙөлә. Уға йәшерен ҡушымтаны (протокол) тарихсылар Молотов- Риббенторп пакты тип йөрөтә. Уның буйынса Көнсығыш Европа, шул иҫәптән Польша ла Германия менән СССР-ҙың йоғонтоһо сфераларына бүленә. 1939 йылдың 1 сентябрендә Германия Польшаға ҡаршы һуғыш башлай. 1939 йылдың 17 сентябрендә, Польша хөкүмәте илде ташлап киткәс, совет ғәскәрҙәре Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украинаға (башлыса элекке Рәсәй империяһы ерҙәренә) инә. Польша армияһы һуғышҡа бөтөнләй тиерлек әҙерлекһеҙ булып сыға, тик ҡайһы бер ерҙәрҙә генә немец ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтелә. Союзниктар (Англия, Франция) Польшаға бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәй. Улар тик Германияға һуғыш иғлан итеү менән генә сикләнә. Варшава 29 сентябрҙә капитуляция иғлан итә, 5 октябрҙә Коцк янында поляктар һуңғы тапҡыр ҡаршылыҡ күрһәтә. Хөкүмәт Румынияға китә (уларҙы ябып ҡуялар), ул ары Францияға китергә иҫәп тота.

Яңы эмиграциялағы Польша хөкүмәтенә Польша социалистик партияһы, Милли партия, Халыҡ партияһы, Лейбористар партияһы вәкилдәре инә. 29 сентябрҙә Владислав Рачкевич Польша Республикаһы президенты тип иғлан ителә, 30 сентябрҙә ул генерал Владислав Сикорскийҙы премьер-министр һуңыраҡ баш командующий итеп тәғәйенләй. 9 декабрҙә Польшаның эмграциялағы парламенты — Польша Республикаһы Милли советы төҙөлә.

1939 йылдың сентябрендә һуғыш хәрәкәттәре

Оккупация һәм репрессиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда Германия менән СССР Польша дәүләте территорияһын Сан — Буг — Нарев — Пиза йылғалары буйлап бүлә.

Немецтар баҫып алған биләмә икегә бүленә: төньяҡ һәм көнбайыш Өсөнсө рейхҡа ҡушыла, ә ҡалғандарында Генерал-губернаторлыҡ төҙөлә. Вильнюс өлкәһе Литваға бирелә, 1940 авгусында Литва, Латвия, Эстония СССР составына инә.

Советтар Союзына ҡушылған территориянан кешеләр күпләп көнсығышҡа оҙатыла (1940 — 1941йылдың беренсе яртыһы). Бик күп хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре, интеллигенция, чиновниктар, помещиктар, руханиҙар, хатта коммунистар ҙа репрессияға эләгә[12]. (1,5 млн самаһы кеше, күптәре көнсығышҡа күсенеү арҡаһында һуғыш ваҡытында иҫән ҡала). Смоленск янында (Катынь трагедияһы) поляк офицерҙары атыла, был ваҡиға оҙаҡ йылдар ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйларға бирмәй (ә 1920—1921 йылдарҙа Польшала юҡ ителгән ҡыҙылармеецтарҙы поляктар иҫкә лә алырға теләмәй).

Немецтар баҫып алған территорияла хәрби положение индерелә, закон ҡулланыу тигән төшөнсә лә булмай. Генерал-губернаторлыҡтан кешеләр күпләп Германияға арзан эш көсө итеп ебәрелә (740 мең кеше). Ә Рейхҡа ингән территориянан кешеләрҙе, башлыса немецтарҙы, Генерал-губернаторлыҡ ерҙәренә күсерәләр (операция Танненберг). 1939 йылдың 26 декабрендә Варшава районы Ваверҙа 106 аманат итеп алынған кеше атыла. Антони Бартошек үҙ рестораны ишегендә аҫып ҡуйыла. Был поляктарға немец оккупацияһының ысын маҡсатын күрһәтә, поляктар немец оккупацияһына ҡаршы көрәшкә ойоша башлай (PW яҙыуы- Вавер өсөн үс алыу билдәһе). Хәрби операциялар туҡтау менән немецтар поляк интеллигенцияһын (Intelligenzaktion, Akcja AB), инвалидтар һәм психик сирлеләрҙе юҡ итә башлай. Йәһүдтәр башта уҡ ҡалған халыҡтан айырыла һәм 1940 йылда геттоларға ябыла. Йәһүдтәрҙе күпләп юҡ итеү 1942 йылда башлана, Польшала кешеләрҙе үлтереү өсөн концентрацион лагерҙар булдырыла, улар араһында иң ҙурҙары— Освенцим менән Треблинка. 1943 йылда геттоларҙы юҡ итеү башлана, 18 ғинуарҙа в Варшава геттоһында йәһүдтәр баш күтәрә. Немецтар ҡалаларҙа кешеләрҙе көтмәгәндә аулай һәм ата, ауылдарҙан кешеләрҙе Германияға эшкә алып китәләр, концлагерҙарға ебәрәләр, шулай итеп этник немецтарҙы күсереү өсөн территория таҙартыла. Хәрби әсирҙәрҙе немецтар күпләп юҡ итә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 6 миллионға яҡын Польша гражданы һәләк була (2,9 миллион йәһүд, 644 мең йәһүд һуғыш барышында һәләк була). Барлығы Польшала нацистар тарафынан 11 миллион кеше, шул иҫәптән 5 миллион йәһүд үлтерелә.

Нацистар йәһүдтәрҙе Варшава геттоһынан депортациялай (1943)

1941 йылдың июлендә Польшаның эмиграциялағы хөкүмәте СССР менән фашистик Германияға ҡаршы бергә көрәшеү тураһында килешеү төҙөй. СССР территорияһында Андерс Армияһы тип йөрөтөлгән поляк ғәскәре төҙөлә (75, 5 мең кеше), ләкин баштағы килешеүгә ҡарамаҫтан, ул Советтар Союзына немецтар менән көрәштә ярҙам итмәй, уны Польшаның эмиграциялағы хөкүмәте Иранға сығарта, һәм ул тик 1944 йылда ғына Италияла инглиздәр менән бергә фашистарға ҡаршы һуғыша.

Поляктарҙан һәм СССР-ҙа Андерс армияһы Иранға киткәндән һуң тороп ҡалған Польша граждандарынан Поляк партиоттары союзы башланғысы менән 1943 йылдың майында Тадеуш Костюшко исемендәге Беренсе поляк пехота дивизияһы, һуңыраҡ башҡа поляк частары ла төҙөлә.

Оккупантарға ҡаршы көрәш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сентябрь аҙағында Польшала оккупанттарға ҡаршы көрәш алып барыу өсөн йәшерен ойошмалар барлыҡҡа килә башлай.

Был көрәштә төп көстәр: Союз вооружённой борьбы (1942 йылдан— Армия Крайова, эмиграциялағы хөкүмәткә буйһона. Унан башҡа Милли хәрби ойошма, людова Крәҫтиән батальондары, Милли хәрби көстәр, 1942 йылда коммунистар төҙөгән Гвардия Людова (1944 йылдың 1 ғинуарынан — Армия людова-Халыҡ армияһы).

Изменение границ Польши после Второй мировой войны

1944 йылдың авгусында эмигрант хөкүмәткә буйһонған Армия Крайова совет ғәскәрҙәре килеп еткәнсе Варшавала, килеп сыҡһа, тотош Польшала, үҙ власын урынлаштырырға ниәтләп, немецтарға ҡаршы баш күтәрә. 63 көн барған көрәш баш күтәреүселәрҙең еңелеүе менән тамамлана, меңәрләгән кеше фаши стар тарафынан үлтерелә, концлагерҙарға оҙатыла, Варшавала емерелмәгән бина ҡалмай тиерлек.

Польшаны азат итеү. Польша Халыҡ Республикаһы (1944—1989)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылдың 4 ғинуарында Совет армияһының 1-се Украина фронты СССР менән Польша араһындағы Рокитно янындағы сикте үтә. 1944 йылдың 22 июнендә Белоруссияла башланған «Багратион» операцияһы барышында Совет Армияһы Беларуссияны һәм Польшаның көнсығыш райондарын немецтарҙан азат итә (поляк тарихсылары быны совет оккупацияһы тип атай). Был ваҡытта СССР Польшаның эмиграциялағы хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек итмәй. Эмиграциялағы Польша хөкүмәте Катындағы трагедияға бәйле мәсьәләне өйрәнеү өсөн халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре ойошмаһына мөрәжәғәт итә. Бынан тыш СССР етәкселеге менән Польшаның эмиграциялағы хөкүмәте ике дәүләт араһындағы сикте билдәләү буйынса мәсьәләгә ике төрлө ҡарай. Мәскәү сикте Беренсе донъя һуғышынан һуң билдәләнгән Керзон линияһы буйынса үткәреү яҡлы була (уны Польша 1920—1921 йылда һанға һуҡмай, был һуғыштан һуң Польшаға ҡушып ҡуйған ерҙәрҙе лә талап итә). Эмиграциялағы Польша хөкүмәте СССР менән хеҙмәттәшлек урынына СССР-ға хәрби еңелеү булмаһа, геополитик еңелеү теләй.

Вермахттан азат ителгән поляк ерҙәрендә Иосиф Виссарионович Сталин Ваҡытлы башҡарма власть органы— Польша милли азатлыҡ комитетын булдырыуҙы хуплай (PKWN). PKWN Польша коммунистары һәм СССР йоғонтоһо аҫтында эшләй. 1944 йылдың 22 июлендә Мәскәү Хелмда PKWN булдырылыуы ураһында хәбәр итә (Хелм- Керзон линияһынан көнбайыштағы беренсе ҡала).

1944 йылдың 31 декабрендә PKWN Польша Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте итеп үҙгәртелә, уның башында Эдуард Осубка-Моравский тора . 1945 йылдың февралендә СССР, Англия, АҠШ етәкселәре Ялта конференцияһында Польша хөкүмәте илдә йәшәүсе һәм сит илдән ҡайтыусы поляктар иҫәбенә тулыланырға тейеш тип ҡарар итә, Польшаның эмиграциялағы хөкүмәте бөтөнләй иҫәпкә алынмай. 1945 йылдың 28 июнендә Мәскәүҙә Станислав Миколайчик ҡатнашлығында үткән конференцияла РТРП Милли берләшеү ваҡытлы хөкүмәте тип атала башлай.

1945 йылдың 6 июлендә Бөйөк Британия менән АҠШ эмиграциялағы хөкүмәтте таныуҙан баш тарта һәм Ялта конференцияһы ҡарарын тормошҡа ашырыу өсөн Милли берләшеү ваҡытлы хөкүмәтен таный.

В. Гомулка- Польша етәксеһе (1956—1970)

1947 йылдың ғинуарында Польшала һайлауҙар үтә. Һайлауҙарҙа Демократик блок еңә. Станислав Миколайчик сит илгә ҡасып китә. Польша президенты итеп Б. Берут һайлана, хөкүмәт етәксеһе итеп ППС-тың ЦИК Генераль секретары Ю. Циранкевич тәғәйенләнә.

1946 йылда предприятиелар дөйөм милек тип иғлан ителә. 1946 йылдың 4 июлендә Кельце ҡалаһында поляктар немец оккупацияһы ваҡытында иҫән ҡалған, йәки йортарына кире ҡайтҡан йәһүдтәргә ҡаршы көс ҡуллана (еврейский погром), 40 яҡын Польша йәһүде һәләк була.

Һуғыштан һуң үҙе бик ауыр хәлдә ҡалған СССР Польшаға төрлө яҡлап ярҙам итә (аҡсалата, сәнәғәт өсөн ҡорамалдар, төҙөлөш материалдары, нефть продукттары, Варшаваның тарихи йөҙөн тергеҙеү, тимер юлдар, күперҙәр йүнәтеү, аҙыҡ-түлек (айырыуса 1947 й.), белгестәр әҙерләү һ.б.). Ләкин бөгөн Польшала был турала иҫкә алырға яратмайҙар.

1949 йылда ППС менән ППР бер партияға — Польша Берләшкән Эшселәр партияһына (ПОРП) берләшә. Был социалистик дәүләт конституция буйынса — халыҡ демократияһы республикаһы була. Был режимды коммунизм тип атаһалар ҙа Польшала ауыл хужалығында ерҙең күп өлөшө шәхси ҡулдарҙа ҡала, унда һәр саҡ иҡтисади ирек элементтары була, тотош коллективлаштырыу булмай. Польша Халыҡ Республикаһы иҡтисады үҫешенә пландар төҙөү һәм тормошҡа ашырыуҙың эффектив булмаған механизмы, айырым иҡтисади башланғыстарҙы сикләү (сәйәси доктриналарға бәйле), һаҡһыҙ (бәрәшән) идара итеү, иҡтисадҡа инвестицияларҙы урынлы йүнәлтмәү, башҡа сәнәғәт өлкәләр иҫәбенә хәрби сәнәғәтте үҫтереү, идара итеүсе персоналдың тейешле квалификацияһы булмау һ.б. 1960 йылда Польша иҡтисады Испания йәки Греция кимәлендә булһа, бер аҙҙан уның үҫеше әкренәйә һәм уның иҡтисадында артта ҡалыу билдәләре арта бара.

1950 йылда төҙөлгән ил хөкүмәте менән католик епоскопаты араһында килешеү буйынса илдә дини сикләүҙәр булмай тиерлек, дини йолалар үтәлеү сикләнмәй.

1956, 1968 йылдарҙа илдәге тәртипкә ҡаршы халыҡ хәрәкәте әүҙемләшә.

1945 йылдан алып СССР-ҙан Польшаға меңдәрсә Польша гражданы кире ҡайтарыла. Репатриация әле лә бара.

1970 йылда Польша менән Германия Федератив Республикаһы араһында килешеү төҙөлә, ГФР Польшаның Икенсе донъя һуғышынан һуң булдырылған көнбайыш сиктәрен таный.

1980 йылдарҙа илдәге тормошто үҙгәртеп ҡороу өсөн хәрәкәт көсәйә. 1989—1991 йылдарҙа сәйәси система үҙгәрә, Польша демократик республикаға әйләнә. Уны Өсөнсө Польша Республикаһы тип атайҙар.[13]. Был үҙгәрештәр, поляк тарихсылары фекеренсә, тәүге сиратта «Солидарность» профсоюз хәрәкәте эшмәкәрлегенә һәм уны папа Иоанн Павел II яҡлап сығыуға бәйле.

Өсөнсө Республика (1989 йылдан)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙағы үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте Көнсығыш Европала социалистик лагерҙың юҡҡа сығыуына килтерә.

1993 йылда Польшанан һуңғы совет частары сығарыла.

Бөгөнгө Польша— ирекле баҙар иҡтисады булған демократик дәүләт. Уның күршеләре: Германия (көнбайышта), Чехия, Словакия (көньяҡта), Украина, Белоруссия, Литва (көнсығышта) һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе, төньяҡта), диңгеҙҙә айырым иҡтисади зоналар аша Дания һәм Швеция. Польша— Европа Берлеге, НАТО, ООН,ОЭСР, Вышеград төркөмө, Веймар өсмөйөшө һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы. Уны бөгөн Рәсәйгә ҡарата дуҫтарса сәйәсәт алып барыусы ил тип атап булмай. Польша үҙен хатта НАТО-ның Рәсәйгә ҡаршы тороуҙағы форпосы тип тә атай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Wyrozumski 1987, s. 59.
  2. Wyrozumski 1987, s. 62.
  3. Szczur 2002, s. 30.
  4. Szczur 2002, s. 86-88.
  5. Szczur 2002, s. 93-94.
  6. Szczur 2002, s. 175—177.
  7. Bujak, Adam и др. Nekropolie królów i książąt polskich. — Sport i Turystyka, 1988. — С. 273.
  8. Wyrozumski 1987, s. 127.
  9. Augustyniak, 771.
  10. Gierowski 1984, s 259.
  11. Полонез Огинского. Песняры
  12. Roszkowski 1995, s. 91.
  13. Ҡалып:Cytuj