Эстәлеккә күсергә

Кальвин Жан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кальвин Жан
франц. Jean Calvin[1]
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[2]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d][3]
Республика Женева[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Jehan Cauvin[4]
Тыуған көнө 10 июль 1509[1][5]
Тыуған урыны Нуайон[d], Пикардия[d], Франция короллеге[d][6][5]
Вафат булған көнө 27 май 1564[1][5] (54 йәш)
Вафат булған урыны Женева, Республика Женева[d][6][5]
Үлем сәбәбе сепсис[d][7]
Ерләнгән урыны Кладбище Королей[d][8]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Gérard Cauvin[d]
Хәләл ефете Idelette Calvin[d]
Әһәмиәтле кеше Мартин Буцер[d][9], Гийом Фарель[d][9], Теодор Беза[d], Филипп Меланхтон[d] һәм Капитон, Вольфганг Фабрициус[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө пастор, деятель Реформации, дин белгесе, адвокат, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө теология
Уҡыу йорто Collège de la Marche[d]
коллеж Монтегю[d]
Буржский университет[d]
Старый университет Орлеана[d]
Университет Орлеана[d][10]
Аспиранттар Franciscus Junius[d] һәм Lambert Daneau[d]
Уҡыусылар Franciscus Junius[d][10]
Кемдә уҡыған Мельхиор Волькмар[d][10], Андреа Альчиато[d][10] һәм Corderius[d]
Әүҙемлек урыны Женева[2] һәм Страсбург[2]
Сәләмәтлек торошо Ҡурылдай астмаһы[1]
Йоғонто яһаусы Аврелий Августин[11] һәм Мартин Лютер
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы John Calvin
 Кальвин Жан Викимилектә


Жан Ковен, Жан Кальви́н[12] (франц. Jean Calvin, Ҡалып:Lang-frm, лат. Ioannes Calvinus; 10 июль, 1509, Нуайон — 27 май, 1564, Женева) — католик сиркәүе реформаторы, протестантизмда кальвинизм йүнәлешенә нигеҙ һалған француз дин белгесе. Төп әҫәре — Христиан дине ҡулланмаһы «Наставление в христианской вере (инг.)баш.».[13].

Жан Кальвин 1509 йылдың 10 июлендә Нуайон ҡалаһында(Франция, Пикардия провинцияһы) адвокат Жерар Ковен ғаиләһендә тыуған. Сент-Годберт католик сиркәүендә суҡындырылған. Уның бала сағы тураһында бер нимә лә тиерлек билдәле түгел, сөнки уның тураһында Нуайон соборы һәм капитул реестрҙарында бер нимә лә һаҡланмаған [14]. 1521 йылдың 19 майында ул Ла Гезинда капеллан вазифаһына тәғәйенләнә [15].

1523 йылда,14 йәштә, Кальвин Парижға уҡырға киткән тип иҫәпләнә, тик был турала документтар юҡ. 1523 йылдың 5 авгусында уның атаһы, Жерар Ковен, Жанға Нуайондан сығып китергә рөхсәт ала, сөнки ҡалала тағун (чума) эпидемияһы башлана. Тикшеренеүселәр Жан Парижға бынан алдараҡ, 11-12 йәштәрҙә үк уҡырға киткәндер ти . Бынан тыш уның капеллан вазифаһы була, университет белеме алыр өсөн был етерлек дәлил тип иҫәпләнә [16].

Парижда Ла Марш, йәки Сент-Барб коллегияһында Жан латин грамматикаһын өйрәнә, был фәндән лекцияларҙы билдәле уҡытуысы Матюрин Кордье (фр.)баш. алып бара. Латин теле курсын тамамлағандан һуң, ул Монтегю коллегияһына сәнғәт факультеты студенты итеп ҡабул ителә, уны тамамлағандан һуң атаһы ҡушыуы буйынса ул дин ғилемен өйрәнергә тейеш була [17]. Атаһы капеллан улының сиркәүҙә карьера эшләп, юғары үрләүен, бай йәшәүен теләй [18]. Монтегю коллегияһында тәүге йылда Кальвин Петр Испандың Summulae logicales тигән хеҙмәте буйынса логика өйрәнә. Логиканың башланғыс курсын тамамлағандан һуң, Аристотель логикаһын һәм диалектиканы өйрәнә. Уҡыуының һуңғы йылында Кальвин Аристотелдең «Физика»һы буйынса ла шөғөлләнә, Жан көнө-төнө уҡыу менән мәшғүл була, логика һәм философия буйынса диспуттарҙа ҡатнаша [19]. Бынан тыш ул үҙ өҫтөндә эшләй, дин ғилеме буйынса хеҙмәттәр уҡый. Тап Парижда Кальвин Аврелий Августин идеялары менән таныша[20].

1527—1528 йылдар тирәһендә биш йыл уҡығандан һуң, атаһы уны Париждан саҡыртып алып, Орлеанға гражданлыҡ хоҡуғын өйрәнергә ебәрә. Кальвин һөйләүенсә, юрист эше дингә ҡарағанда күберәк килем килтергәнгә күрә, атаһы ошо ҡарарға килә. Парижда тик сиркәү хоҡуғы (каноническое право) ғына өйрәнелә, гражданлыҡ хоҡуғы өйрәнеү мөмкинлеге булмай [21]. Орлеанда Кальвин ул саҡтағы иң белемле юрист Пьер де Л’Этуалдә уҡый. 1529 йылда Кальвин Бурже университетына китергә була, сөнки унда Италиянан юрист һәм хоҡуҡ уҡытыусыһы Андреа Альчиато килә . Ләкин 1530 йылда Альчиатоны ташлап, кире Орлеанға ҡайта. 1531 йыл башында Кальвин Орлеан университетын хоҡуҡ лиценциаты дәрәжәһендә тамамлай. Бурже һәм Орлеанда уҡығанда Кальвин гуманизм идеялары менән таныша [22].

1531 йылдың июлендә Жан Парижға килә, оҙаҡламай тәүге фәнни хеҙмәтен — Сенеканың De Clementia ("О милосердии") (инг.)баш. тигән әҫәренә комментарий яҙа. Был хеҙмәтен Кальвин 1532 йылда үҙ аҡсаһына баҫтырып сығара. Китапты уҡырға теләүселәр табылмай һәм Кальвин аҡсаһыҙ ҡала.[23].

1532 йылдың икенсе яртыһында Кальвин юридик белемен тамамлау өсөн Париждан Орлеанға килә. 1532—1533 уҡыу йылдарында ул Орлеан университетында Пикардия халҡы һайлап ҡуйған прокурор урынбаҫары вазифаһын биләй. 1533 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, ул тыуған ҡалаһы Нуайонға ҡайта, ләкин шул уҡ йылдың октябрендә кире Парижға китә[24].

Католик сиркәүенән баш тартыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1532 йылдың икенсе яртыһында Кальвин католик сиркәүендә бер аҙ үҙгәрештәр яҡлы булып сығыш яһай (1517 йылда Германияла М.Лютер Реформация башларға саҡыра). Уның шулай уҡ Жерар Русселдең евангелистик ҡараштарын хуплағаны билдәле [25]. 1533 йылдың октябрендә, Парижға ҡайтҡас, Кальвин Париж университетының яңы ректоры Николя Коп (инг.)баш. өсөн «Христиан философияһы тураһында» тигән телмәр тексын яҙа. 1533 йылдың 1 ноябрендә Коп был телмәр менән Бөтә изгеләр көнөндә францискан- обсреванттар сиркәүендә сығыш яһай. Текста сиркәүҙә ҙур булмаған реформалар үткәрергә кәрәклеге тураһында әйтелһә лә, 12 ноябрҙә Николя Копты ректор вазифаһынан бушаталар һәм ул Париждан Базелгә ҡаса. Текст авторы Ж.Кальвинды ла эҙәрлекләй башлайҙар һәм ул ҡайҙалыр сығып ҡаса[26]. Шул уҡ йылдың декабрендә Кальвин яңынан Парижға килә һәм хәлдәр тағы ла нығыраҡ ҡатмарлашҡанды күреп, боҫоп ҡалырға була [27].

1534 йылда Жан Сентонжда Луи дю Тийеның дуҫы — Ангулем канонигы һәм Кле коммунаһы викарийы янына ҡаса. Бында ул «Йән йоҡоһо» тигән хеҙмәтен яҙа, унда Кальвин анабаптистарҙың үлгәндән һуң йән йоҡоға тала тигән тәғлимәтен инҡар итә. Ангулемда Кальвин күп кенә Реформация яҡлы кешеләр, мәҫәлән, Пьер де ла Плас менән таныша. Ҡайһы бер реформалар яҡлы булһа ла, Кальвин католик сиркәүендә ҡала, папаға ҡаршы сыҡмай [27].

1534 йылдың яҙында Кальвин Нуайонға ҡайта һәм 4 майҙа Ла Гезиндағы капеллан вазифаһынан баш тарта[28]. Бер аҙҙан ул Нуайондан китә һәм күпмелер ваҡыт Маргарита Наваррская һарайында йәшәй. Һуңыраҡ бер Парижда, бер Орлеанда күренә. Парижда Кальвин Мигель Сервет менән осрашырға итә, ләкин был ниәте тормошҡа ашмай. Шул уҡ йылдың көҙөндә еванлгеликтарҙың хәле тағы ла ҡатмарлаша[29]. Францияла протестанттарҙы енәйәтселәр һәм боласылар тип эҙәрлекләй башлайҙар. Кальвин Франциянан китергә була. Дуҫы дю Тийе менән ул Страсбургҡа китә, 1535 йылдың ғинуарында Базелгә барып етә[30]. Шул йылдың ҡышында Францияла алты протестантты утта яндыралар, улар менән бергә Кальвиндың дуҫы Этьен де ла Форж да һәләк була[31].

Ошо осорҙа Кальвин католик сиркәүе менән араһын өҙөргә ҡарар итә. Кальвин был үҙгәреште латинса subita conversio («внезапное обращение») тигән термин менән атай. Был термин менән ул шәхси эске рухи кисереште һәм тышҡы үҙгәреште—католик сиркәүенән баш тартыуҙы аңлата. Нисек реформатор булып киткәнен ул «шул хәтле папа хөрәфәтәре менән һөрһөп бөткәс», Хоҙай тәьҫиренән башҡа бер ни ҙә уларҙан ҡотҡара алмаҫ ине, тип аңлата. [32]. Был мәлде Кальвин шулай тасуирлай:

Ниһайәт, Хоҙай мине үҙенең күренмәгән йүгәне менән юлымдан икенсе яҡҡа борҙо… Көтөлмәгән күндәмлеккә килтереү менән Ул минең үҙ йәшемә ҡарата бик тыңлаусан булмаған аңымды тынысландырҙы.

[33]

Кальвин Хоҙай уны үҙе саҡырған тип иҫәпләй һәм ниндәйҙер бер урында хеҙмәт итергә бойора тип аңлай. Ул Хоҙай ниндәйҙер ғәҙел булмаған, ситләтелгән һәм ышанысы юғалған кешеләрҙе үҙенең ниндәйҙер маҡсатына хеҙмәт итер өсөн үҙгәртә тип уйлай. Уның фекеренсә, Хоҙай һайлаған кеше— донъяла һәм фанилыҡта даланһыҙ, эштәре уңмаған кеше [34].

1535 йылда Кальвин үҙенең «Христиан динендә нәсихәт» ("Наставление в христианской вере" (инг.)баш.) тигән төп хеҙмәтен яҙа, уны шул уҡ йылдың 23 авгусында тамамлай . Был китап Франция короле Франциск I-гә тәғәйенләнеп яҙыла, маҡсаты- «анабаптистар һәм ҡотортоусылар» тип әрләнгән француз евангеликтарын аҡлау [35]. Китап тиҙ таралып бөтһә лә, Кальвин билдәһеҙ булып ҡала, сөнки китаптың авторы күрһәтелмәй[36]. Китапты яҙып бөткәс, Кальвин Италияға , Феррараға китә, сөнки унда герцогиня Феррара -Маргарита Наваррскаяның ике туған һеңлеһе йәшәй, бында Франциянан бик күп евангелистар ҡасып килә. 14 апрелдә тәрене ҙурлау тантанаһы ваҡытында бер евангелист быға ҡаршы сыға, был хәл герцогиняның ярандарын евангелистарға ҡаршы ҡуя, һәм Кальвинға Базелгә китергә тура килә[37].

1535 йылдың 16 июлендә Францияла Кюси эдикты сыға, килдән ҡасҡан протестанттарға ҡайтырға рөхсәт бирелә, тик улар алты ай эсендә үҙ ҡараштарынан баш тартып, кире католик сиркәүен танырға тейеш була. Бының менән файҙаланып, Кальвин Францияға ғаилә эштәрен яйлар өсөн ҡайтып китә. 1536 йылдың 2 июнендә ул ҡустыһы Антуанға Нуайондағы ғаилә эштәрен тапшыра. 15 июлдә ул Страсбургҡа юллана, эҙәрлекләүҙәрҙән ҡурҡып, Франциянан мәңгегә китергә була. Страсбургҡа тура юл менән барып булмай, сөнки унда король Франциск I менән император Карл V ғәскәрҙәре һуғыша. Кальвиндың юлы Швейцариялағы Женева ҡалаһына табан борола[38].

Женевала Реформация: Кальвинға тиклем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гийом Фарель. Рәссам Теодор Без. 1580 йыл.

Реформацияға тиклем ҡаланың донъяуи һәм дини хакимы булып епископ тора, ә Женева Савойя герцогы биләмәләренә инә. Англия менән Франция араһындағы Йөҙйыллыҡ һуғыш (1337—1453) Францияның еңеүе менән тамамланғас, ҡала иҡтисади көрсөктә була[39]. 1526 йылдың 7 февралендә Женева Швейцария конфедерацияһына ингән Берн һәм Фрибур ҡалалары менән гражданлыҡ союзын төҙөй. Ҡалаға хәрби ярҙам бирелә, епископ власы кәмей төшә. 1530 йылда Женева ҡала советы тулыһынса ҡаланың юғары органына әйләнә[40]. 1528 йылда Бернда Реформация лидерҙарының (Ульрих Цвингли, Мартин Буцер, Вольфганг Капитон) католик сиркәүе вәкилдәре менән дини темаға диспуты була, һәм ул евангеликтар еңеүе менән тамамлана. Бының һөҙөмтәһендә Берн ҡала советы Цвингли рухындағы Реформация өсөн тауыш бирә, һәм Берн протестанттар ҡалаһы тип иғлан ителә[41].

Был ваҡиғалар Женеваға ла йоғонто яһай, унда Реформация идеялары үтеп инә башлай.1532 йылда немец сауҙагәрҙәре бик күп лютеран (протестант) әҙәбиәтен тарата. Сиркәүҙәрҙә лютеран плакаттары күренә башлай. Берндан протестантизм яҡлы рухани Гийом Фарель килә һәм протестантизм идеяларын пропагандалап, вәғәздәр һөйләй. 1534 йылдың 4 ғинуарында Пьер Вире килә. 1534 йылдың 27 ғинуарында Берндағы кеүек дин темаһына диспут үткәрелә. Католик сиркәүе исеменән унда доминикан ордены вәкиле, дин ғилеме докторы Ги Фюрбити, ә протестанттар яғынан — Фарель ҡатнаша. Диспутта Фарель еңде тип иғлан ителә, һәм ҡалала дини реформалар башлана. 1535 йәйендә католик мессаһын (көндөҙгө ғибәҙәт ҡылыу) үткәреү тыйыла. Августа Женева епискобы бөтә ҡала халҡын католик сиркәүенән ҡыуа, бөтә католик руханиҙары ла ҡаланан китә[42].

Был ваҡиғалар Савойяны ҡурҡыуға һала, 1536 йылдың ғинуарында уның ғәскәрҙәре Женеваны ҡамауға ала[43]. Ҡала Берндан ярҙам һорай, 2 февралдә уның ғәскәрҙәре ҡамауҙы өҙөп, ҡалаға инә [44]. Женева ирекле ҡала тип иғлан ителә [45]. Сиркәүҙең бөтә мөлкәте тартып алына, уның килем сығанаҡтары дөйөмләштерелә. Элек католик сиркәүе булған Изге Петр соборы протестант сиркәүе тип иғлан ителә. 1536 йылдың 25 майында Женева халҡы асыҡтан-асыҡ Реформацияны ҡабул итергә һәм тулы сиркәү реформаһын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә[46].

Кальвин Женевала ҡала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Страсбургҡа урау юлдан китеп барған Кальвин Женевала бер төн генә уҙғарырға уйлай. Тик уның ҡалала икәнен белгән француз протестанттары Гийом Фарелгә әйтә. Фарель Кальвиныды табып, Женевала ҡалырға,Реформацияға ярҙам итергә күндерә [36]. Кальвин үҙе шулай тип иҫләй :

Гийом Фарель мине Женевала тотҡарланы — кәңәштәре йәки бәхәстәре менән түгел, ә ҡот осҡос ҡәһәрләү һүҙҙәре менән, Хоҙай үҙе мине туҡтатыр өсөн юғарынан ҡулдарын йәйгән кеүек булды … Был һүҙҙәр мине шул тиклем тетрәндерҙе, мин сәйәхәтемде ары дауам итеүҙән баш тарттым

[47]

.

(Фарель Кальвиндың Страсбургта дини әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә уйлағанын белеп, уға ҡарғыш һүҙҙәрен яуҙыра). Женевала Кальвин евангелик реформалар үткәрергә ярҙамлаша. Башта ул тик халыҡ алдында Библияны уҡырға тейеш була[48].

1536 йылдың 1 октябрендә Лозанна ҡалаһында католик руханиҙар менән протестанттар араһында диспут була, бәхәс өсөн 10 һорау ҡуйыла (Реформацияның төп принциптары). Протестанттар Фарель менән Вире еңелеп ҡуймаһын тип, 5 октябрҙә диспутта Кальвин да ҡатнаша. Католиктар вәкиле протестанттар Сиркәү аталарын (иң күренекле дин белгестәрен) хөрмәт итмәйҙәр тип ғәйеп ташлағас, Кальвин евангеликтар уларҙы католиктарҙан нығыраҡ хөрмәт итә тип, диспут барышында Сиркәү аталарының төп хеҙмәттәренән өҙөктәрҙе яттан уҡып ишеттерә. Кальвиндың телмәре тыңлаусыларға бик көслө тәьҫир итә һәм протестанттар был бәхәстә еңеп сыға [49].

1536 йылда Кальвин ҡала советы ризалығы менән Женева сиркәүенең пасторы итеп тәғәйенләнә. Пастор вазифаһына Женева ҡалаһы гражданы булмағандар ҙа дәғүә итә ала, тик улар Женева советы ҡарар ҡабул иткәндә ҡатнаша алмай һәм уларҙың бер ниндәй ҙә донъяуи эштәргә ҡыҫыла алмай[50].

Женевала Фарель яҡлылар һәм уға ҡаршылар төркөмдәре барлыҡҡа килә («гийермин», "фарет"тар Фарель яҡлы, уға ҡаршылар— «артикулянттар» йәки «артишодтар»[51].

1537 йыл башында ҡала советына яңы һайлауҙар үтә, һайланған 4 синдик та Фарель яҡлы (гийерминдар) була. 16 ғинуарҙа реформаторҙар «Сиркәү менән идара итеү тураһында» тигән докуметты ҡала советына бирә. Унда 5 сиркәү ҡағиҙәһе тураһында әйтелә[51]:

Причастиены йылына дүрт тапҡыр урынына ай һайын башҡарырға,

— Граждандар судынан айырым дисциплинар сиркәү трибуналын булдырырға. Трибуналға кешеләрҙе сиркәүҙән ҡыуырға хоҡуҡ бирелә. Сиркәүҙән ҡыуылғандар причастиела ҡатнашмай, вәғәздәр генә тыңлай ала,

— Сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылғанда псаломдар йырлауҙы индерергә,

— Йәштәрҙе реформаторлыҡ сиркәүе тәғлимәттәренә өйрәтергә,

— Йәштәрҙең реформаторлыҡ сиркәүенең тәғлимәттәре буйынса белемен халыҡ алдында тикшерергә.

Никахҡа ҡағылышлы бер нисә ҡағиҙә индерелә.Ҡала халҡы 21 статьянан торған Иманлы булыу шартына тоғролоҡҡа ант итергә тейеш була. Халыҡты реформаторлыҡ сиркәүе нигеҙҙәренә өйрәтеү өсөн Кальвин 1537 йылда «Катехизис» төҙөй (доктриналар һорау һәм яуап формаһында бирелә) [52].

Ҡала советы трибунал менән причастиены йышыраҡ үткәреүҙе башта уҡ ҡабул итмәй, ләкин ҡала халҡына ҡалған пункттар ҙа оҡшамай (Причастие- сиркәүҙә башҡарыла торған йола). Фарелгә ҡаршы партия көсәйә. 1538 йылдың 3 февралендә яңы һайлауҙар үтә, һәм ҡала советындағы яңы 4 синдик та артикулянттар була. Фарель яҡлылар еңелә һәм Женевала Берндағыса сиркәү тәртибе индерелә. Кальвин менән Фарель бының менән риза булмай. 1538 йылдың 21 апрелендә ҡала советы Кальвин менән Фарелде Женеванан ҡыуа[53].

Кальвин Базельгә китә, 1538 йылдың сентябрендә сиркәүҙә хеҙмәт итер өсөн һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнер өсөн Страсбургка бара[54].

Страсбургта Реформация етәксеһе Мартин Буцер була. Ҡалала немецтар йәшәй, ләкин бында күпләп француз протестанттары килә. Кальвин француз протестант общинаһы пасторы итеп һайлана [55].

Бында Кальвин Буцерҙы һәм уның коллегаларын халыҡ-ара коллоквиумдарҙа оҙатып йөрөй, шулай итеп сиркәү дипломатияһында ҙур тәжрибә туплай. Страсбургта Иоганнес Штурм академияһы асылғас, Кальвин унда уҡыта башлай. [55]. Страсбургта ул килгәнсе үк күп реформалар үткәрелгән була, Кальвинды иң борсоғаны- матди мәсьәлә була. Уға хатта китапханаһының бер өлөшөн һатырға тура килә [56].

Страсбургта Кальвин бик күп яҙа. 1539 йылдың авгусында «Христиан дине нәсихәттәре» китабының икенсе баҫмаһы сыға, 1541 йылда ул француз теленә тәржемә ителә. 1539 йылда- «Кардинал Садолетоға яуап», 1540 йылда — « Римляндарға мөрәжәғәткә аңлатма», 1541 йылда- «Краткий трактат о вечере Господней»[56].

1540 июлендә Кальвин Страсбург гражданлығын ала, тегенселәр цехына яҙыла [57]. 1540 йылда Кальвин Иделетте де Бур исемле тол ҡатынға өйләнә. Уларҙың балаһы тыуа, ләкин ул оҙаҡ йәшәмәй [58].

Реформаторҙар.Гийом Фарель, Жан Кальвин,Теодор Беза, Джон Нокс. Реформация стенаһы, Женева.

1539 йылда Женева менән Берндың араһы боҙола[57]. Бернға һөйләшеүҙәр өсөн ебәрелгән артикулянттарҙың Берн яҡлы булыуы асыҡлана. Артикулянттарң етәксеһе Жан Филипп менән уның ярҙамсыһы хыянатсылыҡ өсөн язалап үлтерелә. 1540 йылдың октябрендә ҡалала власть Фарель яҡлылар ҡулына күсә[59]. Улар Фарелгә реформаларҙы дауам итергә тәҡдим яһай, тик ул ризалашмай. Реформатор- фареттар Кальвинды кирегә саҡыра, ләкин Кальвин да риза булмай. 1541йылдың 13 сентябрендә Фарелдең һүҙен тыңлап, Кальвин кире Женеваға килә[60][61].

Күптәр Кальвин үҙенә ҡаршы кешеләргә террорҙы кире Женеваға килгәс тә башлаған тип уйлай, ысынында иһә улай булмаған[62]. Женевала Кальвин «Сиркәү ордонанстары» тигән хеҙмтен яҙа [63]. 1542 йылда ҡалала Консистория (инг.)баш. — дини идара итеү органы булдырыла. Унда ҡала кешеләре һәм пасторҙар араһынан 12 старейшина инә. [64]. Консистория ҡала дини тәртипте һаҡларға тейеш була. Билдәләнгән тәртипте боҙоусыларҙы башта оялтырға тырышалар, улай ҙа килеп сыҡмаһа, сиркәүҙән ҡыуалар. Консистория гражданлыҡ , йәки енәйәт эштәрен ҡарай алмай [65]. 1545 йылда Кальвиндың ҡатыны сирләп, үлеп китә. Жандың ҡулында ҡатынының тәүге никахтан булған ике балаһы ҡала [58].

1552 февралендә үткән һайлауҙарҙа ҡала советына Кальвиндың дошмандары һайлана[66]. Либертиндар Консисторияның кешеләрҙе сиркәүҙән ҡыуыуы менән риза булмай, сөнки Швейцария конфедерацияһына ингән башҡа ҡалаларҙа ул язаны тик граждандар суды ғына бирә ала[67].

1553 йылда Пасха ваҡытында ҡала советы Консисториянан сиркәүҙән ҡыуылғандарҙың исемлеген һәм һәр береһен аңлатып китергә һорай [66]. Ҡала советы Женева гражданы булмағандарҙың хоҡуҡтарын сикләй. Оҙаҡламай ҡала советы пастор һайлау эшенә лә ҡыҫыла башлай. 1553 йылдың 24 июлендә Кальвин отставкаға бирә, ләкин уны ебәрмәйҙәр[63].

1553 йылда Женеваға гуманист-ғалим Мигель Сервет килә, ул Троица һәм яңы тыуған балаларҙы суҡындырыу тураһындағы дини ҡанунды инҡар итә [68]. Үҙенең ҡараштары өсөн ул Базелдән һәм Страсбургтан ҡыуыла. Базелдә Сервет « Троица тураһында ике китап» (лат. Dialogorum de Trinitate libri duo) тигән әҫәрен баҫтыра. Испанияла инквизиция уны ҡулға алырға бойора . Сервет Кальвин менән дә хатлаша, уның менән бәхәсләшеп, хаталарын күрһәтеп, Женеваға килгәнсе үк реформатор менән дошманлаша. 1553 йылда Сервет «Восстановление христианства» (инг.)баш. китабын баҫтыра, Вьен ҡалаһында инквизиция уны утта яндырырырға хөкөм сығара.1553 йылдың авгусында ул Женеваға килә[68]. Женевала уны Кальвин таный һәм ҡала советына хәбәр итә. Ҡала советы Серветҡа ҡаланан китергә,йәки үлем язаһы ғына тәҡдим итә ала[69]. Тирә-яҡтағы ҡалалар ҙа Серветты язалау яҡлы була, бигерәк тә уның Троицаны «өс башлы цербер» тип атауы, яңы тыуған балаларҙы суҡыныдырыуға ҡаршы булыуы иң ҙур енәйәт тип һанала. Ҡала советы ағзаларын Серветтың ҡараштары Мюнстер (Германия, 1524) боласыларыныҡына тап килгәне ҡурҡыта, был власҡа һәм йәмғиәт ҡоролошона ҡаршы ғәмәл булып күренә[68].

1553 йылдың 25 октябрендә ҡала советы Серветты утта яндырырға ҡарар итә, һәм иртәгәһенә был ҡарар үтәлә. Кальвин был эштә консультант-эксперт булараҡ ҡына ҡатнашһа ла, протестанттар уға хуплап хаттар яҙа башлай. Кальвиндың ысын дин яҡлаусыһы тигән даны тарала [70].

Реформация идеялары Францияла тарала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серветты язалап үлтергәндән һуң Женева ҡала советы сит ерҙәрҙән күсеп килгән ҙур ғына сумма аҡса түләгән кешеләргә «буржуа» статусы бирергә тигән ҡарар сығара. Ҡасаҡтар араһында Кальвин яҡлылар күп була һәм киләһе һайлауҙарҙа улар еңә.

1555 йылда Женеваның пасторҙар коллегияһы Францияға Реформация идеяларын йәшертен таратыусыларҙы ебәрә башларға ҡарар итә[71]. Протестанттар йәшәгән ҡалаларҙа консисториялар булдырыла. 1562 йыл башына Францияла 1785 консистория [72] һәм 2150 протестант сиркәүе була[73]. 1559 йылдың майында Парижда реформаторҙар сиркәүенең йәшерен синоды үтә, 35 статьянан торған документ ҡабул ителә, уны бер аҙҙан король Франциск II -гә тапшыралар[73]. 1559 йылдың 5 июнендә Кальвин Женева академияһына нигеҙ һала, сөнки ҡалала Францияға ебәрерлек пасторҙар ҡалмай[72]. Академияның тәүге ректоры итеп Теодор Беза тәғәйенләнә.

1563—1564 йылдарҙа Кальвин сирләп, консистория йыйылыштарында һирәгерәк күренә башлай. 1564 йылдың 6 февралендә реформатор һуңғы тапҡыр Изге Петр сиркәүендә вәғәз уҡый.

1564 йылдың 27 майында Жан Кальвин вафат була. Үҙ теләге буйынса Кальвин дөйөм ҡәберҙә ерләнә, сөнки ул үҙен һәм ҡәберен изге урын тип һанауҙарын теләмәй[74].


Христиан динендә нәсихәт, Женева, 1559
Institutio christianae religionis, 1597

Кальвин тәғлимәтендә бер нисә төп идея бар [75]. Ул иртә христиан сиркәүендәге кеүек бөтә христиан дине нигеҙендә Библия булырға тейеш тип иҫәпләй [76].

Мартин Лютер Реформацияны « Библияға тап килмәгән нимәләрҙе алып ташларға» тип башлаһа, Кальвин сиркәүҙән Библия ҡушмаған бөтә нимәне алып ташлай. Кальвин буйынса протестант Реформацияһы рационализм һәм мистицизмға ышанмау менән айырылып тора. Мәҫәлән, ул христиандарҙың төрлө «изге» әйберҙәрҙә табыныуына ҡаршы сыға (изге кешенең һөйәктәре, уның тотонған әйберҙәре һ.б.)

Кальвинизмдың төп ҡануны — Хоҙайҙың суверенитеты, йәки бөтә нимә лә Хоҙай ихтыярында. Кальвин фекеренсә, Хоҙай биргән игелекте алырғамы, юҡмы икәне кешенән тормай, барыһы ла кешенең ихтыярынан тыш була. Уныңса, ҡайһы бер кешеләр һис шикһеҙ, һәләк булыуға, ҡайһы берҙәр, киреһенсә, ҡотҡарылыуға дусар ителгән. Тәҡдир Хоҙай тарафынан билдәләнә.

Кальвин тәҡдиме буйынса Женевала ҡала халҡының Генераль йыйылышы 12 старейшина һайлап ҡуя, улар община халҡының тормошон күҙәтергә тейеш була. Женевала дини дәүләт ҡоролошо булдырыла. Әкренләп власть Кальвин йоғонтоһо аҫтындағы бәләкәй совет ҡулына күсә.

Ҡалала үлем язаһы йыш ҡулланыла. 1546 йылда ғына Женевала 58 үлем язаһы, 76 ҡаланан ҡыуыу тураһында декрет ҡабул ителә[77]. Вольтер фекеренсә, Кальвин монастырҙар ишеген монахтарҙы сығарыр өсөн түгел, ә унда бөтә донъяны ҡыуып индерер өсөн асҡан[78].

Женева Реформация үҙәгенә әйләнә. Кальвин идеялары Швейцарияла ғына түгел, бер аҙҙан донъяның бик күп илдәрендә лә тарала.

  • Библияны тик Библия тексы буйынса өйрәнергә, бер ниндәй ҙә сиркәү авторитеттарына мөрәжәғәт итмәҫкә. Кальвинистар Иисус Христос тап шулай эшләгән ти[79] (Вестминстерское исповедании веры, 1648),
  • Хоҙай биргән изге әйбер - тик Изге яҙма — Библия (sola scriptura), тимәк сиркәү соборҙары ҡарарҙары яңғылыш булыуы мөмкин, уларҙы үтәмәҫкә була,
  • Монахтар кәрәкмәй. Кальвинистар Хоҙай ир менән ҡатын кешене ғаилә булдырып, бала үҫтерер өсөн яратҡан([[|Быт. ]]1:28,Прит. 5:18—19),
  • Кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн руханиҙар, сиркәү йолалары кәрәкмәй (оҙон хоралдар йырланмай, шәмдәлдәр яндырылмай, тәҙрәлә витраждар була, [80] сиркәүҙә иконалар, стенала һүрәттәр юҡ).
  • Донъялағы бөтә нимә- Хоҙайҙан,кеше тормошонда бөтә нимә уның ихтыяры буйынса эшләнә икәнен ҡабул итеү (главы 3, 5, 9—11, 17 Вестминстерского исповедания веры):

«Он избрал нас в Нём прежде создания мира, чтобы мы были святы и непорочны пред Ним в любви, предопределив усыновить нас Себе чрез Иисуса Христа, по благоволению воли Своей… верующих по действию державной силы Его» (Еф. 1:4—5, 1:11,19; 2:4—10)
«уверовали все, которые были предуставлены к вечной жизни» (Деян. 13:48)
«Не вы Меня избрали, а Я вас избрал» (Ин. 15:16)
«Славлю Тебя, Отче, Господи неба и земли, что Ты утаил сие от мудрых и разумных и открыл то младенцам; Ей, Отче! ибо таково было Твое благоволение» (Мф. 11:25—26)

  • Ике төрлө тәҡдир тураһында ҡағиҙәне ҡабул итһәләр ҙә, кальвинистар Христосҡа инаныусылар ғына ҡотоласаҡ (спасение подаётся только по вере во Христа и дела веры для спасения не нужны, но по ним определяется, истинна ли чья-либо вера или нет). Эш (инаныу эше) бар икән — инаныу ҙа бар.Ябай тигеҙләмә: инаныу = ҡотолоу + эштәр, ә инаныу + эштәр = ҡотолоу түгел. Инаныу барыһынан да мөһимерәк.

Кальвин идеяларының йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кальвин идеялары индивидуализм таралыуға сәбәпсе була, төрлө илдәрҙә сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ алыуға булышлыҡ итә:

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Cohen S. G., Cohen S. G. John Calvin (1509-1564) French churchman and religious reformer (ингл.) // Allergy proceedings : the official journal of regional and state allergy societies.Providence: OceanSide, 1995. — Vol. 16, Iss. 5. — P. 276—278. — ISSN 1046-9354PMID:8566743
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118518534 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France Record #11894896k // BnF catalogue général (фр.)Paris: BnF.
  4. CiNii — 2002.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Historische Lexikon der Schweiz, Dictionnaire historique de la Suisse, Dizionario storico della Svizzera (нем.)Bern: 1998.
  6. 6,0 6,1 Кальвин Жан // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. https://books.google.ru/books?id=Vknr2VQSif8C&pg=PA66
  8. Kathari S., Riliet N. Histoire et Guide des cimetières genevois (фр.)Genève: Éditions Slatkine, 2009. — P. 502. — ISBN 978-2-8321-0372-2
  9. 9,0 9,1 Watson J. R., Hornby E. Jean Calvin // The Canterbury Dictionary of Hymnology — 2013.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  11. (unspecified title)
  12. Справочные издания, включая «Большую советскую энциклопедию» и «Словарь собственных имён русского языка» Агеенко, указывают ударение на последний слог. Однако распространено также ударение на первый слог (см., например, «Ударение в собственных именах в современном русском языке» Суперанской, называющей такое произношение просторечным).
  13. Кальвин Жан / С. Д. Сказкин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  14. Макграт, 2016, с. 32
  15. Макграт, 2016, с. 43
  16. Макграт, 2016, с. 42—43
  17. Макграт, 2016, с. 50
  18. Макграт, 2016, с. 57
  19. Макграт, 2016, с. 62—63
  20. Макграт, 2016, с. 79
  21. Макграт, 2016, с. 57—58
  22. Макграт, 2016, с. 95—97
  23. Макграт, 2016, с. 97—100
  24. Макграт, 2016, с. 101
  25. Макграт, 2016, с. 103
  26. Макграт, 2016, с. 104—107
  27. 27,0 27,1 Макграт, 2016, с. 115
  28. Макграт, 2016, с. 116
  29. Макграт, 2016, с. 117
  30. Макграт, 2016, с. 119
  31. Макграт, 2016, с. 120
  32. Макграт, 2016, с. 111
  33. Parker, 1975, с. 193
  34. Макграт, 2016, с. 112—113
  35. Макграт, 2016, с. 121
  36. 36,0 36,1 Макграт, 2016, с. 147
  37. Макграт, 2016, с. 122—123
  38. Макграт, 2016, с. 123
  39. Макграт, 2016, с. 135—136
  40. Макграт, 2016, с. 139
  41. Макграт, 2016, с. 140
  42. Макграт, 2016, с. 141—142
  43. Макграт, 2016, с. 143
  44. Макграт, 2016, с. 144
  45. Макграт, 2016, с. 145
  46. Макграт, 2016, с. 146
  47. Кальвин, 1863а, с. 24
  48. Макграт, 2016, с. 148
  49. Макграт, 2016, с. 149
  50. Макграт, 2016, с. 150
  51. 51,0 51,1 Макграт, 2016, с. 151
  52. Макграт, 2016, с. 152
  53. Макграт, 2016, с. 153
  54. Макграт, 2016, с. 154
  55. 55,0 55,1 Макграт, 2016, с. 155
  56. 56,0 56,1 Макграт, 2016, с. 156
  57. 57,0 57,1 Макграт, 2016, с. 157
  58. 58,0 58,1 Макграт, 2016, с. 164
  59. Макграт, 2016, с. 158
  60. Макграт, 2016, с. 159
  61. Rohloff, 2008, с. 31
  62. Макграт, 2016, с. 161
  63. 63,0 63,1 Макграт, 2016, с. 169
  64. Макграт, 2016, с. 170—171
  65. Макграт, 2016, с. 173
  66. 66,0 66,1 Макграт, 2016, с. 168
  67. Макграт, 2016, с. 175
  68. 68,0 68,1 68,2 Макграт, 2016, с. 181
  69. Макграт, 2016, с. 182
  70. Макграт, 2016, с. 184
  71. Макграт, 2016, с. 261
  72. 72,0 72,1 Макграт, 2016, с. 274
  73. 73,0 73,1 Макграт, 2016, с. 285
  74. Макграт, 2016, с. 290
  75. Макграт, 2016, с. 224
  76. Макграт, 2016, с. 227
  77. Эрл Е. Кернс. Дорогами христианства. — М.: Протестант, 1992. — С. 257. — ISBN 5-85770-021-3
  78. Б. Порозовская. Иоганн Кальвин. Его жизнь и реформаторская деятельность. — СПб.: Тип. Ю. Н. Эрлих, 1891.
  79. Мф. 4:6—7; 21:42; 12:3,5
  80. Иногда в храмах присутствуют витражи с изображениями Христа, ангелов и евангельских персонажей, например, в пресвитерианской Мемориальной церкви Ридов в г. Ричмонд, штат Индиана, США 2001 йыл 3 март архивланған..
  • Кальвин, Жан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Жан Кальвин. Наставление в христианской вере. — М: Изд-во РГГУ, 1998. — ISBN 5-7281-0083-X.
  • Виппер Р. Ю. Церковь и государство в Женеве в эпоху кальвинизма. — М.: Печатня С. П. Яковлева, 1894.
  • Вебер М. Протестантская этика и дух капитализма // М. Вебер. Избранные произведения / Составление, общая редакция и послесловие доктора философских наук Ю. Н. Давыдова; Предисловие П. П. Гайденко.. — М.: Прогресс, 1990. — С. 61—272. — ISBN 5-01-001584-6.
  • Вебер М. Протестантская этика и дух капитализма // М. Вебер. Избранные произведения / Составление, общая редакция и послесловие доктора философских наук Ю. Н. Давыдова; Предисловие П. П. Гайденко.. — М.: Прогресс, 1990. — С. 61—272. — ISBN 5-01-001584-6.
  • Алистер Макграт. Жизнь Жана Кальвина = A Life of John Calvin. — Минск: Полиграфкомбинат им. Я. Коласа, 2016. — С. 416. — ISBN 978-985-7122-18-9.
  • Жан Кальвин. 31 // Ioannis Calvini opera quae supersunt omnia (фр.). — Brunsvigae: C.A. Schwetschke, 1863а.
  • Жан Кальвин. 36 // Ioannis Calvini opera quae supersunt omnia (фр.). — Brunsvigae: C.A. Schwetschke, 1863б.
  • Parker, T. H. John Calvin : a biography (инг.). — Philadelphia: Westminster Press, 1975. — P. 217. — ISBN 0745912192.