Эстәлеккә күсергә

Румыния тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Румыния тарихы
Дәүләт  Румыния
 Румыния тарихы Викимилектә
Румыния тарихы
Боронғо тарих
Кенәзлектәр
Валахия һәм Молдавия берләшкән кенәзлеге Берләшкән кенәзлек
Румыния Румыния короллеге
Румыния Социалистик Республикаһы СР Румыния
Румыния Румыния Республикаһы
Башҡа берәмектәр

Цара-де-Жос
Цара-де-Сус
Михай Храбрый дәүлте
Берләшкән провинциялар
Плоешти республикаһы

Банат республикаһы

Тарихҡаса булған Румыния

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Румыния территорияһында урта палеолитҡа Рипичени-Извор мустьер ултырағы ҡарай[1].

Пештера-ку-Оасе мәмерйәһендә Европалағы иң боронғо, 35—40 мең йыл элек тип һаналған, хәҙерге заман кеше төрөнөң (кроманьонц) һөйәктәре табылған[2][3][4]. Homo sapiens төрөнә ҡараған кешеләр күпмелер ваҡыт боронғо неандерталсылар менән бергә йәшәгән тип фаразлана[5]. Румыниянан Пештера-Муйерилорҙа (en:Peştera Muierilor) табылған бик боронғо баш һөлдәһе Байя де Фьер 1-нең йәше яҡынса 35 мең йыл[6] (30150 ± 800 л. н.),[7][8][9], ә Трансильваниялағы Чокловина (Босород муниципалитеты, Хунедоара округы) мәмерйәһендә табылған баш һөйәге — 29000 ± 700 йыл элек[10][11][12].

Колибоая мәмерйәһендә табылған ҡая һүрәтенә 25—35 мең йәш[13][14][15][16].

Румынияла мадлен ҡатламы түбәнге ҡатламдары ориньяк һәм солютрей дәүеренә ҡараған Стынка Рипичени (Пруттың уң ярында) мәғәрәһенән билдәле.

Румыниялағы Яссы жудецыһы табышы иң иртә «тәгәрмәс» тип иҫәпләнә. — ул б. э. т. V меңйыллыҡтың һуңғы сирегенә ҡарай. Кукутень ултыраҡтарының береһендә румын археологы М. Дину уйынсыҡ арба тәгәрмәстәренең балсыҡ моделсыҡтарын тапҡан. 1981 йылда ул ошо хаҡта хәбәр итә[17]. Йәғни кешелек тарихында иң беренсе тәгәрмәс неолит дәүерендә Балҡанда «барлыҡҡа килгән».

Б.э.т. VI меңйыллыҡта Румыния үҙенең Гумельница һәм Кукутень-Триполье формаһындағы юғары нөктәһенә еткән Балҡан неолиты (Старчево-криш мәҙәниәте) таралыуы өлкәһенә ингән.

Энеолит осоронда уҡ (яҡынса б. э.т. 4000 йыл) Румыния территорияһына көнсығыштан йылҡысылыҡ менән таныш булған беренсе һинд-европалылар (Чернаводэ мәҙәниәте) үтеп ингән.

Бронза быуаты аҙағы — иртә тимер быуатта (б. э. т. IV быуат) бында кельттар өҫтөнлөк иткән гальштат мәҙәниәте таралған, һәм уның менән фракия берлегенең формалаша башлауы бәйле. Һуңғараҡ килгән латен мәҙәниәтендә фракийлылар кельттар менән тиң хоҡуҡлы мәҙәни компонент ролен уйнай.

Б.э.т. VIII быуатта көнсығыштан Румыния территорияһына киммерийлылар баҫып ингән, һуңғараҡ Добруджда скифтар йәшәгән, шуға территорияны гректар Кесе Скифия тип атаған.

Хәҙерге Румынияның төп территорияһында антик дәүерҙә ярым тәүтормош ижтимағи-иҡтисади ҡоролошло дактар һәм геттарҙың фракий ҡәбиләләре йәшәгән. Буребиста (б. э. т. 70 − 44) дактар ерҙәрен берләштергән; уға римлеләр шикләнеп ҡараған һәм Юлий Цезарь вафаты алдынан Дакияға поход планлаштырған. Әммә Буребиста заговорҙа һәләк булған, ә уның дәүләте Рим йоғонтоһо сфераһына ингән 4 өлөшкә тарҡалған.

Дакияның яңынан берләшеүе һәм көсәйеүе Децебал (б. э. т. 86-106) идара иткән дәүергә тап килгән. Децебал баш ҡалаһы Сармизегетус булған көслө батшалыҡ ойошторорға тырышҡан һәм Рим менән өс һуғыш алып барған (б. э. т. 86-88, 101—102, 105—106 йй.). Тәүгеһе, император Домициан тарафынан алып барылғаны, сағыштырмаса уңышлы булып сыҡҡан, икенсеһе император Траяндың дактарҙан еңелеүе менән тамамланған, һәм өсөнсөһө, шул уҡ Траян алып барғаны — тулыһынса римлеләрҙең Дакияны Сармизегетусты баҫып алыуы менән һәм Децебалдың үҙенә ҡул һалыуы менән тамамланған. Дакия территорияһында «Дакия» тигән рим провинцияһы ойошторолған. Һуңғыһының үҙәге Адриан дәүерендә, шул уҡ Сармизегетус тип аталып, элекке үҙәктән 50 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлгән Ульпия Траяна ҡалаһы булған. Рим Дакияһының башҡа ҡалалары араһында Напока (хәҙер Клуж) айырылып торған.

Император Аврелиан, илде готтар һәм сарматтар ҡыҫымынан һаҡлай алмайынса, халыҡты Дунай аръяғына күсереп, 271 йылда уны ҡалдырып киткәнгә саҡлы, Дакия Рим провинцияһы булып ҡалған.

Валахия 1602 йылғы Голландия картаһында. Картала шулай уҡ romania атамаһы бар, әммә был Румыния түгел, ә Румелия (Фракия)

Хәҙерге заман Румынияһы территорияһын Урта быуаттарҙа, славяндар (VI быуат), протоболғарҙар һәм Бөйөк Моравия, IX быуатта венгрҙар, Киев Русе, Бәшнәктәр, Галицкий-Волынский кенәзлеге, Ҡыпсаҡтар, XIII быуатта монгол-татарҙар үҙ-ара бүлешеп яулаған.

Кирилл һәм Мефодийҙың Бөйөк Моравияға миссияһы менән Румыния еренә Православие килгән. Балҡандан ғосмандар баҫымы аҫтында — боронғо арумын телендә — византия латины вариантында — һөйләшкән һуғышсан христиан халҡын сигенергә мәжбүр иткән һәм, XIV быуатта килеп, хәҙерге румын территорияһындағы күскенселәрҙең романлашҡан ғәскәре менән союзы һөҙөмтәһендә XVI быуатта Ғосман империяһы вассалдарына әйләнгән сиркәү-славян дәүләт телле ике феодаль православие кенәзлеге Молдавия (баш ҡалаһы Сучава) һәм Валахия (баш ҡалаһы Тырговиште) формалашҡан. XVI быуатта барлыҡҡа килгән Венгрия власы аҫтынан сыҡҡан һәм төрөк солтаны сюзеренитетын таныған Трансильвания кенәзлеге (баш ҡалаһы Алба-Юлия) барлыҡҡа килгән.

Ғосмандар баҫып алған башҡа балҡан биләмәләре менән сағыштырғанда, Молдавия, Валахия һәм Трансильвания ҙур автономия һаҡлап ҡала алғандар.

1600 йылда Валахия, Молдавия һәм Трансильвания кенәз Михай Храбрый (Батыр) хакимлығы аҫтында берләшкән, ә уны үлтергәндән һуң австрия генералы Джорджо Баста һалдаттары тарафынан яулап алынған.[18][19][20]

1699, 1718 һәм 1739 йылдарҙа Румынияның төрлө өлөштәре, мәҫәлән, 1718 йылда валах Олтенияһын австрия һәм ғосман империялары үҙ-ара бүлешкән.

1775 йылда Австрияға Буковина (молдаван кенәзлегенең төньяҡ өлөшө) ҡушылған, ә 1812 йылда Днестр һәм Прут араһындағы ерҙәр Рәсәй империяһының бер өлөшөнә әйләнгән.

Румынияның беҙгә билдәле булған урта быуат тарихы XVII быуат румын хроникёры Константин Капитанула (Филипеску) хеҙмәттәрендә яҙылған.

Дунай кенәзлектәренең берләшеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп кенә европа илдәрендәге кеүек, XIX быуатта Румынияла милли-азатлыҡ хәрәкәте йәйелдерелгән, уның маҡсаты булып румын кенәзлектәрен берләштереү һәм көслө һәм бойондороҡһоҙ милли дәүләт төҙөү торған. 1848 йылғы революция дунай кенәзлектәрен дә ялмаған, әммә берҙәм төрөк-урыҫ интервенцияһы һөҙөмтәһендә баҫтырылған. 1859 йылдың 5 февралендә Валахия кенәзе итеп бер нисә аҙна элек кенә Молдавия тәхетенә ултырған Александру Иоан Куза һайланған. Элегерәк кенәзлектәрҙең берләшеүенә ҡәтғи ҡаршы торған Ғосман Портаһы 1861 йылдан рәсми рәүештә танылған. Һөҙөмтәлә Ғосман суверенитеты аҫтында Берләшкән Валахия һәм Молдавия кенәзлеге иғлан ителгән, Куза, домнитор титулын алған һәм илде етәкләгән.

Яңы хаким аграр реформа үткәрергә йөрьәт иткән. Ер биләмәләренең кәметелеүе янағанлыҡтан, быны боярҙар оҡшатмаған. 1864 йылда Куза, Милли йыйылыштан үҙенең идара итеүенә ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙе ҡыуып сығарып, тулы власты үҙ ҡулына алып, дәүләт түңкәрелеше ойошторған. Бояр оппозицияһы яуап итеп «Ҡурҡыныс коалиция»[21] формалаштырған һәм үҙ сиратында һарай түңкәрелеше[22]ойошторған.

1866 йылдың 11 февраленә ҡаршы төнөндә офицерҙар төркөмө Кузаның йоҡо бүлмәһенә бәреп ингән, уны тәхеттән баш тартырға һәм илде ташлап китергә мәжбүр иткән.

Герман династияһы Гогенцоллерн-Зигмарингендар династияһынан Кароль I яңы домнитор итеп һайланған[23]

Бойондороҡһоҙлоҡ һәм Румыния короллеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1877-78 йй. Рус-төрөк һуғышында Румыния ысынбарлыҡта Рәсәй яғында һуғышҡан. 1877 йылдың 9 (21) майында парламент Румынияның тулы бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән. 1878 йылғы Берлин конгресы ҡарарына ярашлы, Румыния үҙ аллы дәүләт булараҡ халыҡ-ара танылыу алған. Был килешеү буйынса Рәсәй ҡабат Бессарабияның көньяҡ райондарын биләгән, әммә Румыния алмашҡа әлегә тиклем Төркиә ҡулында булған Констанция менән Төньяҡ Добруджаны алған. 1881 йылда Румыния короллек тип иғлан ителгән.

Румыния короллеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе донъя һуғышында Румыния

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланған осорҙа Румыния бик ҡатмарлы хәлдә булған. Дошманлашыусы яҡтар араһында булғанлыҡтан, уның нейтралитет һаҡлау мөмкинлеге аҙ булған. Дөрөҫ, был ваҡытта кем яғында сығыш яһау тураһында ҡарарға киленмәгән булған әле. Антанта ла, Үҙәк державалар ҙа, Румыния үҙенең яғында һуғышһа, этник румындар йәшәгән дошман территорияларын бирергә вәғәҙә иткән, һәм илдә, милләтте берләштереү маҡсатында, һуғышта ҡатнашырға кәрәклеген аңлағандар. Әммә, бөйөк державалар менән сағыштырғанда румын армияһының йомшаҡ ҡоралланғанлығын иҫәпкә алғанда, хөкүмәт тәүге әҙер нейтралитет яҡлы булған. 1916 йылға саҡлы тын алып тороу хәрби хәрәкәт башлар алдынан иҡтисади, хәрби һәм дипломатик шарттар тыуҙырыу маҡсатында файҙаланылған. Болгария һәм Төркиә һуғышҡа ингәнлектән, Румыния һуғышҡан илдәр менән тулыһынса уратылып алынған булып сыға, һәм был тышҡы сауҙа эштәрен, шул иҫәптән ҡорал һәм боеприпастар импортын бик ҡатмарлаштырған. Һөҙөмтәлә йыл уртаһына Румыния хөкүмәте, Рәсәйҙең был мәсьәләгә ҡарата позицияһы хәрби һәм сәйәси сәбәптәр буйынса оптимизм тойғоһо уятмаһа ла, үҙенең Австро-Венгрияның румындар йәшәгән территорияларына хоҡуғын таныусы Антанта яғында һуғышырға ҡарар ҡабул иткән.

1916 йылдың 15 (28 авгус)ында румын ғәскәрҙәре Трансильванияға ингән. Башта Румыния өсөн һөжүм уңышлы барһа ла, тиҙ арала тылдан тәьмин итеү проблемалары үҙен һиҙҙерткән, ә немец ғәскәрҙәренең Көнбайыш фронттан күсерелеүе хәлде ҡырҡа ҡатмарлаштырған. Үҙәк державалар ғәскәрҙәре сағыштырмаса көсһөҙ румын армияһын тиҙ арала ҡыйратҡан һәм 1916 йыл аҙағына Добруджаны һәм, баш ҡалаһы — Бухаресты ла индереп, бөтә Валахия оккупацияланған. Король ғаиләһе, хөкүмәт һәм парламент Яссыға күсерелгән. Армия һәм граждан халҡының күп өлөшө Молдоваға сигенгән. Көнсығыш фронт хәҙер Ҡара диңгеҙгә тиклем һуҙылған. Әммә уның румын участкаһында, румын армияһы дошмандан Молдованың көньяҡ-көнбайышында ҙур булмаған территорияны яулап алыуға өлгәшкәндән һуң, әүҙем хәрби хәрәкәттәр 1917 йылдың йәйендә генә яңыртылған. Әммә Рәсәйҙәге 1917 йылдың революцион ваҡиғалары йыш ҡына рус хәрби частарының һуғышырға теләмәүенә алып килгән. Шуға күрә йыл аҙағында Румыния хөкүмәте йыл аҙағына Үҙәк державалар менән тыныслыҡ тураһындағы килешеү төҙөү аҙымын яһаған. Ә Брест тыныслыҡ килешеүенән һуң Румыния өсөн ситуация шул тиклем ҡатмарлашҡан, 1918 йылдың 24 апрель/7 майында ул үҙе өсөн бик ҡаты шарттарға нигеҙләнгән килешеүгә ҡул ҡуйырға мәжбүр булған. Хәҙер Румынияның Үҙәк держава ғәскәрҙәре тарафынан тулыһынса тиерлек ҡамалған территорияһы, Румыния хөкүмәт юрисдикцияһы аҫтында булған Молдова биләмәләре ҡамалыуы перспективала Румынияға бөтөнләй юҡҡа сығыу менән янаған.

1918 йылдың мартында румын ғәскәрҙәре бессарабия "сфатул" парламенты саҡырыуы буйынса Румынияға ҡушылған Бессарабия территорияларына инә.

1918 йылдың көҙөндә Антлантаның Көнбайыш фронттағы һәм Балҡандағы уңыштары көстәр нисбәтенең үҙгәреүенә килтергән, һәм был Румынияға 28 октябрь/10 ноябрендә ҡабаттан һуғышҡа инеү мөмкинлеген биргән. Рәсми рәүештә Беренсе донъя һуғышы Тәүге Компьен тыныслыҡ тураһында килешеүе менән икенсе көндә үк тамамланған, әммә румын армияһы бер йылға яҡын, хөкүмәте Трансильванияның Румынияға ҡушылыуын танымаған венгрия ғәскәрҙәре менән үҙенең яңы көнбайыш сиктәрендә алышын дауам иткән.

Өсөнсө рейхҡа яҡынлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәләләр: Ҡалып:Тимер гвардия, Национал-легионер дәүләт, Румынияла 1941 йылғы бола

  • 1927 йылдың 24 июле — Корнелиу Зеля Кодряну Михаил Архангел Легионына (Тимер гвардия) нигеҙ һалған. Кодряну Румынияла традицион православ дәүләтен төҙөү бурысын ҡуйған. Легионерҙар оҡшамаған сәйәсмәндәрҙе юҡ итергә тотонған.
  • 1938 йылдың 30 ноябре — Кодряну һәм башҡа бер нисә легионер король бойороғо буйынса үлтерелгән. Һуңынан Легионды уның вариҫы Хория Сима етәкләгән.
  • 1940 йылдың июнь-июле — Румыния (Мәскәү һәм Берлин баҫымы аҫтында — Молотов-Риббентропп пакты), Советтар Союзына Бессарабияны (уның бер өлөшөнән Молдова ойошторолған) һәм УССР-ға Төньяҡ Буковинаны тапшырырға мәжбүр булған. (Ҡарағыҙ: СССР-ға Бессарабияның һәм Төньяҡ Буковинаның ҡушылыуы)
  • 1940 йылдың 30 авгусы — Вена арбитражы: Румыния тапшырырға мәжбүр Венгрияға Төньяҡ Трансильванияны бирергә мәжбүр булған.
  • 1940 йылдың сентябре — Сима яңы хөкүмәттең вице-премьеры һәм легионер хәрәкәте командующийы булып киткән.
  • 1940 йылдың 7 сентябре — Крайова тыныслыҡ килешеүе, Румыния Болгарияға Көньяҡ Добруджа регионын бирергә ризалашҡан һәм ике яҡ та яңы сиктәргә яҡын йәшәгән (аҙсылыҡ халыҡ) менән алмашыу тураһында килештеләр.
  • 1940 йылдың 30 ноябре — Антонеску легионер полицияһын таратыу тураһында иғлан иткән.
  • 1941 йылдың 22 ғинуары — Антонеску «Тимер гвардия»ны бөтөнләйгә таратҡан һәм иғлан ителгән дәүләт етәксеһе, кондукэтор һәм румын армияһы юғары баш командующийы тип иғлан ителгән.

Антонескуның шәхси режимы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Румыния 1940 йылғы территориаль үҙгәртеүҙән һуң
1941

Антонеску ил эсендә Антонескуны нигеҙҙә армияһы тулыһынса хуплаған шәхси власы режимын урынлаштырған. Сәйәси партияларҙы бөтөргән, власть тармағы вәкәләттәрен айырыуҙы юҡҡа сығарған, ҡарарҙар-закондар ярҙамында идара итеүҙе индергән, асыҡтан-асыҡ антисемитизмға һәм ультранационализмға таянған. Германия талабына буйһоноп, Германия концлагерҙарына 40000 тирәһе румын йәһүден депортациялауҙы ойошторған; шулай уҡ 40 млн. доллар самаһы суммаға уларҙың мөлкәте тартып алына (конфискациялана). Һуңғараҡ совет территорияһына (Одесса һ . б.) ҡушылған Румыния территорияһындағы йәһүдтәрҙе ҡулға алыуҙы санкциялаған (рөхсәт иткән).

Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: Румыния Икенсе донъя һуғышында

Социализм төҙөлөшө 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет территорияларын оккупациялау осоронда илеккә хаҡтар, Румынияға сығарылған СССР-ҙан сығарылған мөлкәт хаҡы 950 миллиард лей тәшкил иткән. Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Румынияға ингәндән һуң был сумманың өстән бер өлөшөн реквизиция түләү һәм башҡа төр формаларҙа түләнгән тип иҫәпләргә тигән ҡарар ҡабул ителгән. Ҡалған 600 миллиард лейҙың яртыһы «ғәфү ителгән», ә 300 миллиард буйынса Румыния репарациялар түләргә бурыслы булған.

  • 1947 йылдың 30 декабрендә совет өлгөһөндә социализм төҙөүгә йүнәлеш алған Румыния Халыҡ Республикаһы иғлан ителгән.

Сталинизм осоронда Румыния Секуритате (именлек органдары), ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, хөкөм ҡарары сығармай һәм тикшереп тә тормайса яҡынса 10.000 кешене язалаған[24]

  • 1965 йылда, Георгиу-Дежа вафат булғандан һуң, РКП-ның беренсе секретары итеп Николае Чаушеску һайланған.

Көнбайыш илдәренән Чаушеску туҡтауһыҙ кредит алған, һәм был Румыния иҡтисадын бик тиҙ коллапс сигенә ҡуйған. Ситуацияны төҙәтеү маҡсатында, илдә кредит йәлеп итеүҙе тыйыу тураһындағы закон сығарыу буйынса референдум үткәрелгән, ә 1980 йылдан башлап кредит буйынса бурыстарҙы түләү Румыния иҡтисадының төп приоритеты булып киткән. Һөҙөмтәлә 1989 йылға ҡарата — Чаушеску режимын ҡолатыуға бер нисә ай ҡалған көндәрҙә Румыния ғәмәлдә бөтөн көнбайыш кредиторҙары менән дә иҫәп-хисап башҡарып өлгөргән. Был дәүерҙә Румыния, ҡайһы бер баһалар буйынса, Көнсығыш блоктың иң ярлы илдәренең береһе булған.

Основная статья: Румын революцияһы (1989) 1989 йылдың 16 декабрендә Тимишоарҙа сыуалыштар башланған, ҡалаға ғәскәр индерелгән. Икенсе көндө тулҡынланыуҙар властар үҙҙәре файҙаһына митинг ойоштороп маташҡан Бухаресҡа күскән. Чаушеску ҡаланан вертолетта ҡасып киткән, һуңынан Тырговиште ҡалаһында уны ҡулға алғандар. 25 декабрҙә махсус трибунал бойороғо буйынса Чаушеску хөкөмгә тарттырылған; һәм шул уҡ көндө Чаушеску һәм ҡатыны Еленаны атҡандар.

Постсоциалистик период

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чаушескуны ҡолатҡандан һәм атҡандан һуң власть Милли ҡотҡарыу фронты ҡулына күскән, ваҡытлы парламент — Милли берҙәмлек советы барлыҡҡа килгән.

1990 йылдың майында беренсе ирекле президент һәм парламент һайлауҙары үткән. 1991 йылда Румынияның яңы Конституцияһы ҡабул ителгән.

2004 йылдың 29 мартында Румыния НАТО ағзаһы булып киткән, 2007 йылдың 1 ғинуарында инде Европа берләшмәһенә ингән.

  • Румындарҙың этногенезы
  • Беренсе донъя һуғышында Румынская кампанияһы
  • Румыния Социалистик Республикаһы
  • Сәскәләр күпере
  1. Расселение человека современного физического типа на территории юга Восточной Европы 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  2. Румыния: найдена челюстная кость древнейшего Homo sapiens Европы 2016 йыл 5 март архивланған.
  3. Trinkaus, E., Milota, Ş., Rodrigo, R., Gherase, M., Moldovan, O. (2003), Early Modern Human Cranial remains from the Peştera cu Oase, Romania in Journal of Human Evolution, 45, pp. 245—253 2007 йыл 25 сентябрь архивланған.
  4. Harvati K, Gunz P, Grigorescu D. Cioclovina (Romania): affinities of an early modern European. J Hum Evol. 2007 Dec;53(6):732-46
  5. В Румынии нашли самые старые останки Homo Sapiens
  6. Африка. Древнейшие находки: становление Homo sapiens
  7. Румыния: найдена челюстная кость древнейшего Homo sapiens Европы 2016 йыл 5 март архивланған.
  8. Trinkaus, E., Milota, Ş., Rodrigo, R., Gherase, M., Moldovan, O. (2003), Early Modern Human Cranial remains from the Peştera cu Oase, Romania in Journal of Human Evolution, 45, pp. 245—253 2007 йыл 25 сентябрь архивланған.
  9. Harvati K, Gunz P, Grigorescu D. Cioclovina (Romania): affinities of an early modern European
  10. Olariu A., Alexandrescu E., Skog G., Hellborg R., Stenström K., Faarinen M. and Persson P, Dating of two Paleolithic human fossil bones from Romania by accelerator mass spectrometry, NIPNE Scientific Reports 2001—202, pag. 82
  11. Olariu A., Skog G., Hellborg R., Stenström K., Faarinen M. and Persson P. and Alexandrescu E., 2003, Dating of two Paleolithic human fossil bones from Romania by accelerator mass spectrometry, http://arXiv.org/abs/physics/0309110
  12. Olariu A., Stenström K. and Hellborg R. (Eds), 2005, Proceedings of International conference on Applications of High Precision Atomic & Nuclear Methods, 2-6 September, 2002, Neptun, Romania, Publishing House of Romanian Academy, Bucharest, ISBN 973-27-1181-7, Dating of two Paleolithic human fossil bones from Romania by accelerator mass spectrometry, 235—239
  13. Picturi rupestre descoperite de o echipă de speologi în Peștera Coliboaia, 16 июня 2010, Adevărul
  14. Picturile rupestre, găsite în peștera Coliboaia, nu sunt accesibile publicului larg, 15 июня 2010, Adevărul
  15. Picturi rupestre, vechi de 35.000 de ani, descoperite în România, 15 июня 2010, Adevărul — România liberă, 14 июня 2010(недоступная ссылка)
  16. Picturile rupestre din Apuseni, ferite de publicul larg și de vandali, 20 июня 2010, Evenimentul zilei
  17. «Российское открытие»: Колесо изобрели не на Востоке
  18. Stoica Vasile. The Roumanian Question: The Roumanians and their Lands. — Pittsburgh: Pittsburgh Printing Company, 1919. — P. 18-19.
  19. Пётр Драганов.
  20. Происхождение румын. //Интеррадио Румынии. 2009
  21. Н. Н. Морозов Гогенцоллерны в Румынии // Новая и новейшая история. — 1995. — № 1.
  22. Очерки политической истории Румынии 1859-1944. — Кишинёв, 1985. — С. 30—35.
  23. {{Cite book|last=Stoica|year=1919|first=Vasile|title=The Roumanian Question: The Roumanians and their Lands|url=http://www.
  24. Messer ins Herz (нем.)(нем.)