Сәскәләр күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәскәләр күпере
Урынлашыу Румыния

«Сәскәләр күпере» (рум. Podul de Flori) — Румыния-СССР дәүләт сигендә, Прут йылғаһы яр буйында булған ике сараның атамаһы[1]. Был саралар барышында Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тәүге тапҡыр СССР-Румыния сиге аша шәхестәрҙе аныҡлаусы документтарҙы күрһәтмәйенсә үтергә мөмкин булған. Акциялар уҙғарыу барышында Прут йылғаһының ике яҡ ярынан һыуға сәскәләр ташланған, һәм был ике ваҡиғаға исем биргән.

Беренсе «Сәскәләр күпере»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе акция 1990 йылдың 6 майында урындағы ваҡыт буйынса 13:00 алып 19:00 сәғәткә тиклем булған. Беренсе «Сәскәләр күпере» барышында Румыния граждандарына Прут йылғаһы аша Молдавия ССР-ы яғына бер ниндәй документтарҙы күрһәтсәйенсә сығырға рөхсәт бирелгән[2]. Прут йылғаһы буйлап 700 километрға һуҙылған сиктә уның аша сығыу өсөн 8 пункттар йыһазландырылған: Мойкань-Перерыта, Стынка-Костешты, Яссы-Унгень, Унгень-Унгень күпере, Албица-Леушень, Фэлчиу-Циганка, Оанча-Кагул, Галац-Джурджулешты[3].

Акцияла яҡынса 1,2 миллион кеше ҡатнашҡан[4]. Шаһиттар был ваҡиғаны Берлин диуары ҡолауы менән сағыштырғандар, был күп ғаиләләргә ҡушылырға мөмкинлек биргән — Прут йылғаһын «һыулы Берлин диуары» тип атағандар[5]. Унгень тирәһендә яҡынса 250 мең кеше сик аша үткән[6].

Демонстрацияны Донъяла румындарҙың берҙәмлеге өсөн мәҙәни союзы[7], Бухарест — Кишинёв мәҙәни йәмғиәте һәм Молдованың Халыҡ фронты ойошторған. Иртәнсәк үк Румынияның яр буйында меңләгән граждандар килеп сыҡҡан улар сәскәләр тотоп килгән һәм уларҙы йылғаға ебәргәндәр. Тиҙҙән һыуға ташланған сәскәләр символик һуҡмаҡты тәшкил иткән. Көндөң уртаһында священниктар төркөмө Te Deum сиркәү гимнын башҡарған[8], бынан һуң оҙайлы осорҙан һуң тәүге тапҡыр Прут йылғаһының ике яғындала ҡыңҡырау сыңы яңғыраған. Йылғаға йәнә сәскәләр ташланған һәм граждандар күпер аша йүнәлеп туғандары һәм яҡындары менән осрашҡандар. Киске сәғәт алтыға тиклем байрам саралары һәм уйындар дауам иткән.

Бынан һуң Молдавия ССР-ы менән Румыния араһындағы сикте үтеү процедураһы бик ныҡ ябайлаштырылған[9].

Икенсе «Сәскәләр күпере»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ошондай өрҙәге икенсе акция 1991 йылдың 16 июнендә булған. Был ваҡытта Молдавия ССР-ы халҡы Румыния сиген документтар күрһәтмәйенсә үтә алғандар. Rompres мәғлүмәттәре буйынса, 150 меңдән ашыу Бессарабия халҡы Скулень янында сикте үткән һәм Яссы жудецына килгән[10]. Сик аша үткәндәр араһында Кишинёвтың мэры Николай Костин етәкселегендә Молдавия парламентының делегацияһы булған[10]. Галац ҡалаһында Успение Богородицы сиркәүе алдында Румыния менән Молдавияның берҙәмлеген символлаштырылған тәре урынлаштырылған.

Реакция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Молдавия 1991 йылдың авгусында Молдова Республикаһы президенты Мирча Снегур Румыния президенты Ион Илиескуға Молдавия һәм Румыния союзын рәсми төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр уҙғарырға тәҡдим иткән: был осраҡта Снегур Румынияның вице-президенты була алған. Снегурҙың тәҡдиме яуапһыҙ ҡалған[11].
  • Франция флагы Франция президенты Франсуа Миттеран, СССР президенты Михаил Горбачёвтың үтенесе буйынса, Ион Илиеску менән телефон аша аралашҡанда демонстрацияларға бәйле бер ниндәй уйланылмаған ҡарарҙарҙы ҡабул итмәүен һораған[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ion Petrescu Moldova lor, Moldova noastră...  (рум.). Adevărul (May 6, 2013).
  2. Nicolae Roibu Podul de Flori  (рум.). Timpul.md (May 6, 2010).
  3. "Podul de flori" peste Prut împlinește 23 de ani  (рум.). Glasul.md (June 16, 2014).
  4. Podul de flori (1990–1991)  (рум.). Istoria.md.
  5. Mai 1990, "Podul de Flori"  (рум.). Historia.ro. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 октябрь 2014.
  6. Podul de flori, stropit cu lacrimi  (рум.). Jurnal de Chișinău (May 7, 2010).
  7. Teodor Baconschi despre "Podul de Flori" din 6 mai 1990  (рум.). Moldova.org (May 5, 2010).
  8. Ioan Popescu 20 de ani de la "Podul de Flori"  (рум.). Ziarul Prahova (May 6, 2010).
  9. 23 de ani de la primul Pod de Flori peste Prut: momentul în care românii au putut păși în Basarabia fără pașaport și viză  (рум.). Adevărul (May 6, 2013).
  10. 10,0 10,1 Iași: Podul de flori  (рум.). Agerpres (June 16, 1991).
  11. Sebastian Zachmann Cum explică Ion Iliescu faptul că România și Republica Moldova nu s-au unit în august 1991  (рум.). Adevărul (August 10, 2014).
  12. "Există o mare ură față de români în Ucraina"  (рум.). Adevărul (April 11, 2011).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • King, Charles. The Moldovans. Hoover Press, 2000, ISBN 0-8179-9792-X.
  • Snegur Mircea Labirintul destinului. Memorii. Vol. I — Chișinău: Fundația Draghiștea, 2007.
  • Vieru Grigore Taina care mă apără — Iași: Editura Princeps edit, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]