Эстәлеккә күсергә

Шота Руставели

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шота Руставели
შოთა რუსთაველი

Иерусалимда табылған боронғо фрескала Шота Руставелиҙың һүрәтләнеше
Тыуған көнө:

1172 йыл тирәһе

Тыуған урыны:

Месхети, көньяҡ Грузия

Вафат булған көнө:

ок. 1216 йыл тирәһе

Вафат булған урыны:

Иерусалим

Эшмәкәрлеге:

Грузин дәүләт эшмәкәре һәм шағиры

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

грузин теле

Шóта Руставе́ли (груз. შოთა რუსთაველი, 1172—1216 йылдар тирәһе) — XII быуатта йәшәгән һәм ижад иткән грузин дәүләт эшмәкәре һәм шағиры, «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» (тәржемәһенең варианты — «Ҡаплан тиреһе ябынған баһадир») хрестоматиялы эпик поэманың авторы.

«Шота Руставели», Flerier, Париж, 1852 йыл

Шағир тураһында биографик мәғлүмәт үтә ярлы. «Руставели» ҡушаматын уға, күрәһең, тыуған ауылы Руставиға бәйләп биргәндәрҙер. Ул заманда Рустави тип аталған географик пункттар берәү генә булмаған [1]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шағир күренекле заттан һәм Рустави майоратының хужаһы булған.

Руставели шәхесенә ҡарата мәғлүмәтте уның поэмаһына яҙылған инеш һүҙҙән белеп була, әҫәр батшабикә Тамараны маҡтауға бағышланған тип билдәләнә. «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр»ҙың һуңғы юлдарында шағир үҙен месхетинлы йәки месх [2]. Грецияла уҡыған, артабан Тамараның, Грузия батшабикәһенең, дәүләт ҡаҙнаһын һаҡлаусыһы булған (1190 йылда уның ҡултамғаһы һалынған акт табылған). Был Грузияның сәйәси ҡеүәте һәм йәш батшабикәнең тантаналы һарайында урта быуаттарға хас рыцарҙарға оҡшарға тырышыу билдәләре менән айырылып торған лирик шиғриәттең үҫешкән дәүере булған.

Ҡайһы бер тарихи мәғлүмәтте Иерусалимдағы Тәре монастырындағы Синодиктан (вафат булғандарҙы иҫкә алыу китабынан) алырға мөмкин. XIII быуатҡа ҡараған яҙмала Шотаның исеме һәм батша һарайындағы вазифаһы иҫкә алынған. Монастырь эсендә (XIII быуаттың беренсе яртыһына ҡараған) аҡһөйәктәр кейемендәге вельможаның фреска портреты бар, ә яҙыуҙа шулай уҡ «Руставели» исемләнә. Шунан сығып, Руставели монастырға күп ярҙам иткән сановник булған тигән һығымтаға килеп була[1].

Гомер поэмалары һәм Платон фәлсәфәһе, дини тәғлимәт, пиитика нигеҙҙәре һәм риторика, фарсы әҙәбиәте һәм ғәрәп әҙәбиәте менән таныш Руставели үҙен әҙәби эшмәкәрлеккә бағышлаған һәм грузин яҙмаһының биҙәге һәм ғорурлығы булған «Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир» поэмаһын яҙған. Ҡайһы бер легендаларға ҡарағанда, үҙенең хакимәһенә өмөтһөҙ ғашиҡ булған ғалим монастырь (келья) хөжрәһендә ғүмерен тамамлаған. XVIII быуаттағы грузин митрополиты Тимофей Иерусалимда, грузин батшалары төҙөгән Изге Тәре сиркәүендә, Руставелиҙың ҡәберен һәм аскет ҡәһәрмандың сәстән, кәзә йөнөнән ҡапсыҡ кеүек итеп тегелгән оҙон шырау ҡара күлдәктә (власяница) төшкән портретын күргән. Икенсе фараз буйынса, хакимәгә ғашиҡ Руставели Нина исемле башҡа бер ҡыҙға өйләнгән, шағирҙың туйы үтеүгә «идеаль табыныу бикәһе» уға еңелгән шаһтың әҙәби бүләген грузин теленә тәржемә итергә бойорған. Йөкләмәне бик сифатлы башҡарыуына ҡарамаҫтан, шағир бүләктән баш тартҡан. Был ваҡиғанан һуң бер аҙна үтеүгә уның башы сабып үлтерелгән кәүҙәһе табылған, тиелә. Бөгөнгө көнгә саҡлы Руставели һәм уның Тамара батшабикә менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә бағышланған бик күп легендалар килеп еткән.

Риүәйәт буйынса, батшабикә тере саҡта шағирҙы ҡурсалаған католикос Иоанн, һуңынан, Руставелиҙы эҙәрлекләй башлаған. Факттарға нигеҙләнмәгән риүәйәттәргә ярашлы, шағир Иерусалимда һуңғы көндәрен уҙғарған һәм шунда ерләнгән дә[1].

XVIII быуатта ла әле патриарх Антоний I күмәк халыҡ алдында 1712 йылда Вахтанг VI батша баҫтырып сығарған «Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир»ҙың бер нисә экземплярын яндырған.

«Юлбарыҫ тиреһе эсендәге баһадир»ҙың тулы тәржемәләре немец (Leist, «Der Mann im Tigerfelle», Лейпциг, 1880), француз («La peau de léopard», 1885), инглиз, ғәрәп, әрмән, осетин, испан, итальян, украин («Витязь в тигровій шкурі», 1937, Микола Бажан), ҡытай, курд, фарсы, япон, сыуаш (2008, Юхма Мишша тәржемәһендә), иврит, һинд һ.б. телдәрендә баҫылып сыҡҡан. Поляк телендә ике тулы текст — 1960 йылда Николай Алексеевич Заболоцкий рус теленән тәржемә иткәндең поляк теленә ауҙарылған варианты һәм Вахтанг VI батшаның грузин оригиналы редакцияһынан 1976 йылда Ежи Загорскийҙың тәржемәһе.

Поэманың рус теленә 5 тулы шиғри тәржемәһе (Константин Дмитриевич Бальмонт, 1933; Пантелеймон Антонович Петренко, 1937; Георгий Константинович Цагарели, 1937; Шалва Исакович Нуцубидзе, 1937; Николай Заболоцкий, 1957) һәм тиҫтәләгән баҫмалары бар. Шулай уҡ С. Г. Иорданишвилиҙың машинала баҫылып башта ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡылған һәм 1966 йылда ғына баҫтырып сығарылған юллап эшләнгән тәржемәһе булған (атап әйткәндә, Н. Заболоцкий ошо юллап эшләнгән тәржемәгә мөрәжәғәт иткән дә инде), 2015 йылда, ентекле комментарийҙар һәм оҙатыу мәҡәләләре менән, яңынан баҫылған.

XX быуаттың 30-сы йылдарынан башлап 80-се йылдары дауамында поэманан өҙөктәр йыш ҡына тәржемә ителгән һәм СССР халыҡтары һәм социалистик лагерға ҡараған илдәрҙең телдәрендә күп тапҡырҙар баҫылып сыҡҡан.

Грузия Милли парламент китапханаһы бинаһы алдында Шота Руставелиға һәйкәл
  • Шота Руставели исеме Грузин дәүләт академия театрына, Тбилисиҙағы театр институтына, Грузия Милли фәндәр академияһының грузин әҙәбиәте ғилми-тикшеренеү институтына бирелгән. СССР дәүерендә Руставели исеме Батуми дәүләт педагогия институтына бирелгәйне.
  • Руставели исеме менән аталған:
  • СССР-ҙа Руставелиға бағышланған почта маркалары сығарыла торғайны.