Эстәлеккә күсергә

Тамара (батшабикә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Тамара
დიდი თამარი
Бөйөк Тамара
Грузия батшабикәһе
Грузия
1184 — 1209/1213
Абхаздарҙың, Картвелдарҙың, Рандарҙың, Аландарҙың, Овстарҙың, Кахтарҙың һәм Әрмәндәрҙең батшаларының батшаһы һәм батшабикәһе, Ширванша һәм Шахинша, Барлыҡ Көнсығышты һәм Көнбайышты буйһондороусыһы, уның мессияһы килтергән Тыныслыҡҡа һәм Дингә дан
Алдан килеүсе: Георгий III
Дауамсы: Георгий IV Лаша
 
Дине: Православие, грузин сиркәүе
Тыуған: 1166({{padleft:1166|4|0}})
Мцхета, Грузия
Үлгән: 1213({{padleft:1213|4|0}})
Тифлис
Ерләнгән: Ҡалып:Место Захоронения
Нәҫел: Багратиондар
Исеме: груз. თამარ მეფე
Атаһы: Георгий III
Әсәһе: Бурдухан Аланская
Ире: 1) Юрий Андреевич Боголюбский
2) Давид-Сослан
Балалары: икенсе никахтан улы Георгий IV Лаша, ҡыҙы Русудан
 
Автограф:
Монограмма: Монограмма
1213 йылда Грузия батшалығы

Тамара[прим. 1] (1166 йыл—1213 йыл)[1][прим. 2] — исеме Грузияның иң яҡшы осоро — «Грузия тарихының алтын быуаты»[2] менән бәйле Грузия[3][прим. 3] батшабикәһе.

Сығышы менән Багратиондар династияһынан, Георгий III һәм Бурдухан батшабикәнең — алан батшаһы Худандың[4] ҡыҙының ҡыҙы.

Тамара батшабикә Давид IV Төҙөүсе батшаның эшмәкәрлеген дауам итә һәм Грузия буйынса христианлыҡтың киң таралыуына, ҡорамдар һәм монастырҙәр[2] төҙөлөүгә булышлыҡ итә.

Православиела изгеләр рәтенә индерелә, ҡайсағында Бөйөк Тамара[2] тип нарыҡлана.

Тамараның хакимлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамара 1178 йылда Уплисцихта атаһының идаралашсыһы булып тәхеткә ултыра. Был хәл Демна принцы һәм Орбелиани кланының фетнәһенән һуң, батшаның вариҫы юҡ саҡта, илдә хәл-торош тотороҡһоҙ ваҡытта була. Батша вафат булғандан һуң Тамара ҡабаттан Гелат монастырендә тәхеткә ултыртыла (1184). Батшабикә кисекмәҫтән сиркәү тормошондағы үҙ-ара аңлашмаусылыҡтарҙы бөтөрөү һәм административ тәртип урынлаштырыу өсөн соборҙы йыйып ала. Лайыҡ булмаған архиерейҙар кафедранан ситләштерелә, вазифаһын яуыз ниәттә ҡулланыусы хакимдар урындарынан бушатыла, сиркәүҙәр яһаҡ түләүҙән азат ителә, крәҫтиәндәрҙең яҙмышы еңеләйтелә, ил эсендә тыныслыҡ урынлаштырыла.

1185 йылда Патриарх, епископтар һәм батшаға яҡын кешеләр бер фекерҙән йәш Тамараға ир табырға ҡарар итә һәм кейәү эҙләү өсөн Рускә (православие диненең уртаҡлығын күҙ уңында тотоп) сауҙагәр Зоровавель ебәрелә. Андрей Боголюбскийҙың улы Георгий[1] (ул уҡ — Юрий[5]) «ғәййәр, камил кәүҙәле һәм ҡарап тороуға һөймәлекле егет»[1] менән таныша.

Барыһы ла һайланған кейәүҙе хуплай, әммә үҙенең йәшенә хас булмағанса аҡыллы Тамара, «Нисек шундай уйланылмаған аҙым яһарға мөмкин? Уның ҡаҙаныштарын йәки етешһеҙлектәрен күреү өсөн миңә кисектереп торорға ваҡыт бирегеҙ», — ти. Әммә батшаға яҡын кешеләр үҙ һүҙендә ныҡ тора, ҡыҙҙың ризалығын алыуға өлгәшә һәм туй ойоштора.

— Антон Поспелов[1]

Бер аҙҙан Тамараның хәүефләнеүе ысынбарлыҡҡа аша: грузин сығанаҡтарына ярашлы, Юрий үҙен эскесе итеп таныта һәм «бик күп насар» ғәмәлдәр ҡыла. Тамара ике йыл ярым дауамында иренең кәмселектәренә түҙә, уға «монахтар аша» мөрәжәғәт итеп ҡарай, һуңынан «уны күҙмә-күҙ» фаш итә башлай. Юрий, киреһенсә, ене ҡотороп, тағы ла насарыраҡ ғәмәлдәр ҡыла башлай. Ахырҙа Тамара «илай-илай, байлыҡ биреп, уны ҡыуып сығара». Ҡыуылған Юрий 1187 йылда Константинополдә төпләнә[1].

Никахы тарҡалғандан һуң Тамараның элекке ире уның дошманына әүерелә һәм гректарҙың ҙур ғәскәре менән Константинополдән Грузияға, юғалған тәхетен кире ҡайтарырға юллана. Юрий яҡлылар Кутаиси ҡалаһын ала һәм ул Гегути һарайында тәхеткә ултыртыла, арҡаҙаштары Гори ҡалаһына тиклем барып етә, ләкин фетнә баҫтырыла. Юрий ҡабаттан ҡыуыла, уның яҡлыларға яза бирелә (Джакели кланының биләмәләре тартып алына). Был 1191 йылда була. Тамараның ире һәм ғәскәр командиры булараҡ, Юрий Двинды һәм башҡа ерҙәрҙе мосолмандарҙан азат итә, шуға күрә әрмән сығанаҡтары, грузиндарҙан айырмалы, уның тураһында яҡшы фекерҙә.

Тамара батшабикә. Вардзиа монастырендәге фреска.

Юрийҙы беренсе тапҡыр ҡыуып ебәргәндән һуң, Тамара бала саҡ дуҫы, алан батшаһының улы Давид Сослан менән яңы никахҡа инә.

Грузин дәүләтен нығытыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабан Тамара һөжүм сәйәсәтенә күсә. Ул Твризды, Эрзерумды яулап ала, ардебиль солтанын еңә. 1195 йылдағы Шамкор алышы уға дан килтерә һәм рус риүәйәттәрендә ивер батшибикәһе Динара булараҡ сағылыш таба. Уның еңеүҙәре 1203 йылда Алеппо солтаны Нукардиндың еңелеүе менән тамамлана[3] Тамара Понттан алып Каспийғаса, Сперҙан (Трапезундтан Карсҡаса һыҙат) Дербентҡаса, Хазаретия һәм «Скифия» батшабикәһе тип таныла[3]. Үҙенең идара итеү девизы итеп ул шәфҡәтлелекте һәм хәҡиҡәтте ала: «Мин етемдәр атаһы һәм толдар хөкөмдары», — ти Тамара.

Батша һарайында арҙаҡлы яҙыусылар йыйылып, грузин телен үҫтерә һәм камиллаштыра. Уның хакимлыҡ осоронда Иоанн Шавтели менән Чахрухадзе «Алиһәгә тиң» батшабикәгә үҙҙәренең ҡоғланыулы одаларын бағышлай. Шул ваҡытта прозала донъяуи романтик бәйән итеү барлыҡҡа килә, «Амиран Дареджаниани» авторы Моисей Хонели, Виса менән Рамин тураһында фарсы повесын тәржемә итеүсе Саргис Тмогвели уның тәүге вәкилдәре була. Шота Руставели үҙенең «Юлбарыҫ тиреһендәге витязен» яҙа. Грузияның барлыҡ ҡорамдарын һәм ҡәлғәләрен Тамара менән бәйләгән легендар тарих ысынбарлыҡҡа яҡын: күпселек сәнғәт һәйкәлдәре тап уның тарафынан төҙөлгән. Шулар араһында — Ахалцихтан алыҫ булмаған ҡаяла соҡоп эшләнгән 360 бүлмәле Вардзиа һарайы. Кавказдың тау халҡы араһында христианлыҡ һәм гражданлыҡ Тамараның энергияһы һәм хәстәрлеге һөҙөмтәһендә тарала. Уның исеме Кавказдың төрлө халыҡтары араһында бер үк ихтирам менән тарала.

Тамара батшабикә портреты менән 50 лари. 1995, аверс

Һуңғы йылдары. Вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамараның вафат булған йылы аныҡ билдәле түгел, бары тик 1209, 1210, 1213 йылдар тип иҫәпләнә. Ул Начармагеви резиденцияһында башланған ауырыуынан мандый алмай. Тбилиси эргәһендәге Агарани замогына (хәҙерге Коджор ҡәлғәһе тип күҙаллана) килгәс, вафат була. Кәүҙәһен Мцехетҡа алып киләләр, һуңынан Гелатта ерләйҙәр. Әммә ерләнгән урыны билдәһеҙ, археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Бер нисә альтернатив вариант, шул иҫәптән ул Фәләстәнда ерләнгән тигән фараздар ҙа бар[6].

«Шота Руставели Тамара батшабикәгә поэмаһын бирә». Рәссам — Михай Зичи, 1880 й.

Тамара батшабикә әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ риүәйәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге»ндә шундай ышанмыш яҙылған, йәнәһе лә, Тамара үлмәгән, ә «алтын сәңгелдәктә йоҡлай; уға халыҡтың аһ-зары барып етһә, ул терелеп, ҡабат хакимлыҡ итә башлаясаҡ». Был уның ерләнгән урыны аныҡ билдәле булмағанлыҡтан тыуған. Шулай уҡ Грузияның тау халҡы Тамараны барлыҡ ауырыуҙарҙан дауалаусы изге бағыусы тип ҡабул итә[3].

Хәҙерге матур әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамараның тормошо һәм уның кенәздәр менән көрәше Александра Воинованың «Тамара менән Давид» романында һүрәтләнә. Унда Грузияның — XII—XIII йәҙ йыллыҡтар сигендәге тарихы дәүере, Грузия (Иверия) үҙенең дәүләт, хужалыҡ, мәҙәни тормошонда иң юғары ҡаҙыншҡа өлгәшкән ваҡыт сағылдырыла.

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы Тамара Ғәниеваның 2001 йылда «Ағиҙел» журналында «Тамарис» трагедияһы баҫылып сыға. Уны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштерә һәм спектакль «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки театрҙары фестиваленең премияһына лайыҡ була[7].

Тамараның шәжәрәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Православиела Тамара изгеләштерелгән һәм «Бөйөк Тамара» тип йөрөтөлә. Уның сиркәүҙәге иҫтәлеге 14 (1) майҙа, шулай уҡ Тыныслыҡ илсеһе ҡатын-ҡыҙҙары аҙналығында (күсеп йөрөүсе байрам) билдәләнә[2].

  • 1892 йылда асылған астероид Тамара батшабикә хөрмәтенә атала.
  • Тамары батшабикә исемен Местиа ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан аэропорт йөрөтә — Тамара батшабикә исемендәге аэропорт[8][9].
  1. русса һөйләшеүсе грузиндар дөрөҫ әйтелешен Тамар тип һанай.
  2. Тарихсылар әлегә тиклем фекер алышалар, ниндәй йылдарҙа билдәле бер тормош царицы.
  3. Уның грузия теле титулын მეფე була күсерергә һүҙҙәре батша, король, күрһәткәнсә Грузински-рус һүҙлеге (онлайн версияһы)
Аносино ауылы (Мәскәү өлкәһе, Рәсәй) зыяратында Тамара ғибәҙәтханаһы
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Антон Поспелов СВЯТАЯ ЦАРИЦА ТАМАРА ВЕЛИКАЯ.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Тамара Великая, благоверная царица Грузии // www.saints.ru, жития русских святых.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Тамара // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  4. Kavkazmonitor — Осетины и Грузия
  5. Именной указатель 2016 йыл 6 апрель архивланған., стр. 533 // Повесть временных лет / Сост., прим.
  6. Царица Тамара // «Грузия для всех», интернет-сайт.
  7. http://libmap.bashnl.ru/node/506,Тамара(недоступная ссылка) Ганиева.
  8. Аэропорт имени Царицы Тамары
  9. MESTIA GUIDE 2015 йыл 28 ноябрь архивланған.

Тамара // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)