21 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(21 апреля битенән йүнәлтелде)
21 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
21 апрель Викимилектә |
21 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 111-се (кәбисә йылында 112-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 254 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя ижад һәм инновацион эшмәкәрлек көнө.
- Ер: Ураҙа байрамы.
- Перәник көнө.
- Сумаҙан көнө.
- Торт-пицца көнө.
- Бразилия: Милли батыр Тирадентес көнө.
- Бөйөк Британия: Сәй көнө.
- Вьетнам: Ил китабы көнө.
- Германия: Балалар баҡсаһы көнө.
- Исландия: Ҡыҙҙар көнө.
- Италия: Рим ҡалаһы нигеҙләнгән көн.
- Кения: Ағас ултыртыу көнө.
- Пакистан: Илдең рухи юлбашсыһы Мөхәммәт Иҡбал көнө.
- Ер: Секретарь көнө.
- Ҡаҙағстан: Дәүләт һағы хеҙмәте көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- Баш бухгалтер көнө.
- Һиндостан: Дәүләт хеҙмәте көнө.
- 1782: Таиландта Бангкок ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1939: Ленинградта СССР-ҙа тәүге өс заллы «Мәскәү» кинотеатры асыла.
тулы исемлек
- 1954: СССР ЮНЕСКО-ға ағза итеп алына.
- 2000: Рәсәйҙең Дәүләт думаһы ядро һынауҙарын тулыһынса туҡтатыу тураһындағы килешеүҙе ратификациялай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иҙрис Ғәзиев (1960), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1986—2010 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2009), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999), Башҡортостан (1993) һәм Татарстан (2002) Республикаларының халыҡ артисы. Башҡортостанлың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1998) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1990), шулай уҡ халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика ижади конкурстары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2000).
- Молчанов Сергей Александрович (1960), дәүләт эшмәкәре. 2003—2013 йылдарҙа Октябрьский ҡала хакимиәте башлығы, 2013—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районындағы ҡала тибындағы Приют ҡасабаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Медведева Елена Александровна (1921—22.02.2005), ғалим-дерматовенеролог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип. 1946—1959 йылдарҙа Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1960—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1989 йылдарҙа дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1982 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтар ойошмаһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
- Мөхәмәтйәнов Мәхмүт Зариф улы (1921—2009), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1970 йылдарҙа Ауырғазы районы «Үҙән» колхозы рәйесе. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (1942), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡорманай ауылынан.
тулы исемлек
- Яруллин Әнис Бәйтулла улы (1931), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1972 йылдан Башҡорт АССР-ының Салауат районы «Лағыр», артабан «Торналы» совхоздары директоры; 1988—1995 йылдарҙа Өфөләге Киров исемендәге производство берекмәһе генераль директорының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары, БЭТО берекмәһенең агросәнәғәт комплексы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таймый ауылынан.
- Русак Анатолий Михайлович (1941—30.12.2005), ғалим-инженер-механик. 1963 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965 йылғаса лаборатория мөдире, 1977 йылдан ғәмәли гидромеханика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2001 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Никишина Наталия Алексеевна (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһындағы 8-се урта мәктәптең музыка уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Солтанов Анфер Наҙғәт улы (1961), элемтә тармағы ветераны. 1989—2017 йылдарҙа Ҡалтасы район элемтә узелы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы (1971), йырсы. 2018 йылдан Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтҡолова Маһинур Нуритдин ҡыҙы (1927—14.01.2012), педагог, йәмәғәтсе. 1954—1983 йылдарҙа Әбйәлил районы Хәлил урта мәктәбе уҡытыусыһы, райондың «Осҡон» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1972), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Ишбирҙе ауылынан.
- Мирхәйҙәров Марсель Мөғәллим улы (1952), табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1977 йылдан Әбйәлил районы Асҡар үҙәк район дауаханаһының табип-оториналорингологы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Магнитогорск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ғәликәев Нәзип Әхмәтзәки улы (1967), таможня органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001 йылдан Башҡортостан таможняһы, 2009 йылдан — Төньяҡ-Көнбайыш таможня идаралығы начальнигы, 2013 йылдан — Федераль таможня хеҙмәтенең Белоруссиялағы вәкиллеге етәксеһе. Таможня хеҙмәте генерал-майоры (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Трубин Владимир Борисович (1967), ғалим-гинеколог, спортсы. 1990 йылдан Өфөнөң 8-се дауаханаһы табибы, 1996 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Йөҙөү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1991), тетратлон (ҡотҡарыу күпбәйгеһе) буйынса ике тапҡыр Европа Кубогын яулаусы (1967). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Исҡужин Венер Дамир улы (1977—22.11.2004), спортсы. 2000—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. Милли көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ураҙбай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәширов Мәсғүт Зәйнетдин улы (1908—16.04.1978), композитор, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө балалар музыка мәктәбен ойоштороусы һәм 1949—1969 йылдарҙа уның директоры. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (1908—7.12.1992), ғалим-тарихсы. партия, дәүләт һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1953 йылдан КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары, 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университетының КПСС тарихы кафедраһы мөдире, 1967—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты ректоры. РСФСР һәм БАССР-ҙың 2-се, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1951). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1957, ?) һәм «Почёт Билдәһе» (1943) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Бураҡанов Рафаэль Нурый улы (1953), рәссам, 1997 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан.
- Мортазин Фирҙәүес Рифғәт улы (1953), ғалим-инженер. 1975 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1993), доцент (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районындағы Түбәнге Ҡарғауылдан.
- Волкова Ирина Антоновна (1963), педагог. 1996 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы шахмат буйынса 2-се спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1555: Лодовико Карраччи, Италия рәссамы.
- 1735: Иван Кулибин, Рәсәй империяһының үҙ алдына уҡыған механигы, уйлап табыусы.
тулы исемлек
- 1830: Джеймс Старли, Британияның велосипед уйлап сығарыусыһы.
- 1864: Макс Вебер, Германия социологы, философ һәм тарихсы, хәҙерге социологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1910: Юрий Лысенко, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист.
- 1915: Энтони Куинн, АҠШ актёры, ике «Оскар» кинопремияһы эйәһе.
- 1930: Сильвана Мангано (1930), Италия актрисаһы.
- 1935: Александр Муратов, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист.
- 1955: Крис Кельми, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, «Рок-ателье» төркөмөн ойоштороусы.
- 1980: Венсан Лекавалье (1980), Канаданың профессиональ хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе.
- 1910: Марк Твен, АҠШ яҙыусыһы.
- 2015: Сергей Михалёв, СССР хоккейсыһы, тренер, СССР-ҙың спорт мастеры (1974).