Азат Кашмир
Азат Кашмир | |
урду آزاد کشمیر | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 24 октябрь 1947 |
---|---|
Рәсми атамаһы | آزاد جموں و کشمیر |
Рәсми тел | Урду теле һәм инглизсә |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Музаффарабад[d] |
Административ-территориаль берәмек | Пакистан |
Территорияға дәғүә итәләр | Һиндостан |
Геомәғлүмәттәр | Data:Pakistan/Azad Kashmir.map |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Президент Азад-Кашмира[d] |
Дәүләт башлығы | Sardar Muhammad Yaqoob Khan[d] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | премьер-министр Азад Кашмира[d] |
Хөкүмәт башлығы | Chaudhry Abdul Majeed[d] |
Башҡарма власть | Azad Jammu and Kashmir Council[d] |
Закондар сығарыу органы | Azad Jammu & Kashmir Legislative Assembly[d] |
Халыҡ һаны | 4 567 982 кеше (2008) |
Административ рәүештә бүленә | Mirpur Division[d], Музаффарабад[d] һәм Poonch Division[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Сиктәш | Хайбер-Пахтунхва[d] |
Ҡулланылған тел | шина[d], Kundal Shahi[d], кашмирский язык[d], Pothohari[d], хиндко[d] һәм Урду теле |
Майҙаны | 13 297 ± 1 км² |
Рәсми сайт | ajk.gov.pk |
![]() | |
![]() | |
Тема иҡтисады | economy of Azad Kashmir[d] |
Азат Джамму һәм Кашмир (урду آزاد جموں و کشمیر; ҡыҫҡаса — Азат Кашмир) — элекке Кашмир кенәзлегенең пакистандар тарафынан идара ителгән өлөшө сиктәрендәге иң көньяҡ административ берәмек. Де-факто Пакистандың өлөшө булып тора, рәсми рәүештә Пакистан тарафынан үҙ хөкүмәте булған үҙ-үҙенә идара итеүсе территория тип һанала[1]. Көнсығыштан — хәҙерге Һиндостан штаты Джамму һәм Кашмир[2], көнбайыштан — Пакистандың Хайбер-Пахтунхва, төньяҡтан — Гилгит-Балтистан һәм көньяҡтан Пәнджәб провинциялары менән сиктәш. Административ үҙәге — Мозаффарабад ҡалаһы. Азат Кашмирҙың территорияһы — 11 639 км² , халҡы — яҡынса 4,5 млн кеше.
State animal | ![]() |
State bird | |
State tree | |
State flower | ![]() |
State sport | ![]() |
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Азат Кашмир 1947 йылдың октябрендә Кашмир халҡы яратмаған махараджа Хари Сингхҡа ҡаршылыҡ күрһәтеү билдәһе булараҡ иғлан ителә. Беренсе Һиндостан-Пакистан һуғышынан һуң бөгөн ғәмәлдә булған сиктәр урынлаша, улар бары тик Кашмир һәм Джамму географик төбәктәренең көнбайыш өлөштәрен генә солғай (йәғни төп Сринагар һәм Джамму ҡалалары Һиндостанда тороп ҡала). Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы резолюцияларына ярашлы, Кашмирҙың статсусы плебисцит йәки референдум юлы менән билдәләнергә тейеш; әммә референдум үткәреүҙән Һиндостан баш тарта һәм урындағы советтың Һиндостан составында булыуға ризалыҡ биреүен плебисцитты алмаштыра тип аңлата. Ысын плебисцит үткәрелмәйенсә тороп, Азат Кашмир ғәмәлдә Пакистандың провинцияһы булып ҡалыуын дауам итә. Формаль йәһәттән Азат Кашмир Һиндостандың Джамму һәм Кашмир штатынан айырылмай, ә ирекле Джамму һәм Кашмир штаты ваҡытлыса күренеш тип баһалана, ул бөтә территория Пакистан составына күскәнгә тиклем генә йәшәй (аналогия — Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһындағы Азат зона). 1950 йылдың сентябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының махсус вәкиле сэр Оуэн Диксон Джамму менән Кашмирҙы дини билдә буйынса бүлергә тәҡдим итә, әммә тәҡдимде Пакистан да, Һиндостан да кире ҡаға[3].
Округтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Азат Джамму һәм Кашмир территорияларына өс төбәк инә, улар ун округҡа бүленә:
№ | Округ | Төбәк | Адм. үҙәк | Майҙан, км²[4] |
Халыҡ һаны, кеше (2009, баһа) |
Тығыҙлыҡ, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|---|
1 | Бхимбер | Мирпур | Бхимбер | 1516 | 401 000 | 265 |
2 | Котли | Мирпур | Котли | 1862 | 746 000 | 401 |
3 | Мирпур | Мирпур | Мирпур | 1010 | 419 000 | 415 |
4 | Мозаффарабад | Мозаффарабад | Мозаффарабад | 1642 | 615 000 | 375 |
5 | Хаттиан | Мозаффарабад | Хаттиан-Бала | 854 | 225 000 | 263 |
6 | Нилум | Мозаффарабад | Атхмукам | 3621 | 171 000 | 47 |
7 | Пунч | Пунч | Равалакот | 855 | 524 000 | 613 |
8 | Хавели | Пунч | Форвард-Кахута | 598 | 138 000 | 231 |
9 | Багх | Пунч | Багх | 770 | 351 000 | 456 |
10 | Судхнати | Пунч | Паландри | 569 | 278 000 | 489 |
Всего | 13 297 | 3 868 000 | 291 |
Иҡтисады [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Азат Кашмирҙа Пакистандың ҡеүәте буйынса өсөнсө урында торған гидроэлектр станцияһы — Мангла дамбаһы урынлашҡан.
Өҫтәмә мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2005 йылдың 8 октябрендә Азат Кашмирҙа Рихтер иҫәп шкалаһы буйынса 7,6 баллы ер тетрәү була. Ер Азат Кашмирҙың үзәге Мозаффарабад ҡалаһы эргәһендә тетрәй һәм әллә ни тәрәндә булмай. Ябай ҡоролмалар ҙур зыян күрә. Фараз итеүҙәр буйынса, 200 меңләп кеше һәләк була. Азат Кашмирҙың административ үҙәге булған Мозаффарабад ҡалаһы 80 процентҡа тиклем емерелә. Кашмирҙарғы ер тетрәү Көньяҡ Азияла һуңғы 100 йыл эсендә булған иң һәләкәтле ер тетрәү тип һанала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Azad-Kashmir 2014 йылдың 8 август көнөндә архивланған. Encyclopædia Britannica
- ↑ Индия считает территорию Азад Кашмира частью своего штата Джамму и Кашмир
- ↑ Kashmir Between India and Pakistan 2012 йылдың 3 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Government of Azad Jammu and Kashmir (инг.)(англ.)