Эстәлеккә күсергә

Ханнанов Рәшит Ахун улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ханнанов Рәшит Ахун улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Яңы Алдар, Аҫауҙыбаш ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ханнанов Рәшит Ахун улы (27 декабрь 1938 йыл) — хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Рәшит Ахун улы Ханнанов 1938 йылдың 27 декабрендә Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Яңы Алдар ауылында тыуған.

1962 йылда Свердловск ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].

1967 йылда Свердловск юридик институтын тамамлаған.

1964—1968 йылдарҙа Пермь өлкә прокуратураһында эшләй.

1971 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

1972 йылдан Өфөлә Башҡортостан республика һөтсөлөк сәнәғәте производство берекмәһенең юридик бүлек начальнигы, идаралыҡ начальник урынбаҫары вазифаларын башҡара[1].

1974 йылдан өҙөклөк менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтында (1992 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетында) уҡыта. 1982—1986 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы булып эшләй[1]. 1992 йылда Мәскәү дәүләт юридик академияһында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1994—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының хоҡуҡ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996—2005 йылдарҙа ошо уҡ университеттың иҡтисад факультеты деканы вазифаларын үтәй[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Төп хеҙмәттәре
  • Правовое обеспечение устойчивости сельскохозяйственного производства. — Уфа, 1997 (авторҙаш)
  • Юридические поступки в системе социально-экономического развития России. — Уфа, 2007.
  • Природа, право, юридические события. — Уфа, 2009.