Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 27 декабрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе
Рәсәй, Күгәрсен районы, Мәҡсүт ауыл Советы (Күгәрсен районы), Туйөмбәт ауылы[1]
Вафат булған көнө 2 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Һөнәр төрө педагог
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (27 декабрь 1900 йыл2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева 1900 йылдың 27 декабрендә Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе[2] Туйөмбәт ауылында тыуған. Яҙыусы Зәйнәб Биишеваның 8 йәшкә олораҡ бер туған апаһы һәм бала сағындағы биографияһы уныҡы менән бер иш. Ғаиләлә 5 бала булған. Уларҙың ата-әсәһе йәшләй вафат була.

Хәлимә Абдулла ҡыҙы - Зәйнәб Биишеваның киң билдәле "Кәмһетелгәндәр" романында Бибеш образы прототибы.

1939 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.

1918 йылда Ҡыпсаҡ кантоны, Мораҡ районы мәктәптәрендә хеҙмәт юлын башлай.

1934—55 йылдарҙа Өфө мәктәптәрендә эшләй. 1937 йылдан башлап 9‑сы башҡорт урта мәктәп‑интернатында уҡыта.Был Өфөлә 1937 йылда асылған тәүге башҡорт мәктәбе була. Хәлимә Абдулла ҡыҙы уны ойоштороусылар һәм асыусылар һанында булған. Шуға тиклем Өфөлә тик татар мәктәптәре булған, башҡорт балалары шунда уҡыған [3]

СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар авторы.

1972 йылдың 2 апрелендә Өфөлә вафат булған һәм шунда ерләнгән.

Ғаиләһе һәм туғандары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ике балаһы булған. Ҡыҙы - медицина фәндәре докторы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы, БАССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы

Улы - Ҡорбанаев Урал Шайхи улы, хирург, 1970 йылдан Ангола халыҡ республикаһында эшләй.

  • Бер туған һеңлеһе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе.Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
  • Ике туған ҡустыһы Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы — филология фәндәре кандидаты, тел ғалимы, тарихсы, "Башҡорт теленең картотекаһы", "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген" төҙөүсе .
  • Ике туған ҡустыһы Биишев Фуат Ғибаҙулла улы, күренекле тележурналист, беренсе телесериалдар сценарий авторы, "Кинйә" телефильмының сценарий авторы (Ғәли Ибраһимов романы буйынса).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены (1949).
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Logo YouTube por Hernando.svg Видео Живые цветы памяти. 100-летие Халимы Биишевой-Курбанаевой. 2001г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы
  3. Живые цветы памяти. 100-летие Халимы Бейешевой-Курбанаевой. 2001г.[1]