Эстәлеккә күсергә

Әкрәм Бейеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы битенән йүнәлтелде)
Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы
Тыуған көнө

16 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны[1]

Вафат көнө

2 октябрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

башҡорт тел ғилеменең лексикографияһы, орфографияһы, топонимикаһы, фонетикаһы

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Ниндәй өлкәлә танылған

Әкрәм Бейеш

Награда һәм премиялары Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты

Бейешев Әкрәм Ғибаҙулла улы (16 апрель 1926 йыл — 2 октябрь 2003 йыл) — ғалим-тел белгесе. 1957—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2017, үлгәндән һуң)[2].

Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев 1926 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ олосо[1] Туйөмбәт ауылында тыуған.

1956 йылда Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә. 1958−1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Тел институтының аспирантураһында уҡый. «Первичные долгие гласные в тюркских языках» тигән китап сығара (1963) һәм шуны кандидатлыҡ диссертацияһы итеп яҡлай.

Ул бөтә ғүмерен тел ғилеменә арнай, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөүҙә ҡатнаша. Һүҙлек төркөмөнөң етәксеһе булып, һүҙ байлығын йыйыу эшен ойоштора, һүҙлектең ғилми нигеҙен, тоҙолөш принциптарын эшләп, төҙөүселәр тапшырған ҡулъяҙмаларҙы өр-яңынан ҡарап, йүнәтеп бара. «Башҡорт теленең һүҙлеге» тигән исем менән 1993 йылда донъя күргән ике томлы оло һүҙлек Әкрәм Бейештең төп хеҙмәте булып тора. Шунан тыш, ул башҡорт теленең яңы орфографияһын эшләп ғәмәлгә индерә, төрки тел ғилеме буйынса байтаҡ мәҡәлә сығара. «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше» (1993), «Нация и национальная политика» (1995) тигән китаптар яҙып баҫтыра. «Эйек бөрйәндәре һәм Туйөмбәт менән Ҡотлембәт» тигән тарихи китап яҙа, гәзит-журналда милли мәсьәләгә арналған мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Тел хикмәттәре» тигән китап — уның һуңғы осорҙа яҙған эштәренең береһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998)