Эстәлеккә күсергә

Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лира Минһажетдинова битенән йүнәлтелде)
Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1935
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө терапевт, кардиолог
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы (23 август 1935 йыл) — ғалим-терапевт, кардиолог, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1984—1998 йылдарҙа Кардиологтарҙың Башҡортостан йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007)[1].

Лира Нәбиулла ҡыҙы Минһажетдинова 1935 йылдың 23 авгусында Ҡазан ҡалаһында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған. Тереғоловтар нәҫеленән[1]. Урта мәктәпте Өфө ҡалаһында тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, уны отличие менән 1960 йылда тамамлай. Республика клиник больницаһында табип-терапевт булып эшләй[1]. 1967 йылда аспирантураны ваҡытынан алда тамамлай, «Эпидемиология ишемической болезни сердца организованного населения г. Уфы» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. С 1967 йылдан алып эск ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы ассистенты, 1979 йылда госпиталь терапияһы кафедраһына доценты булып күсә. 1982 йылда «Артериальная гипертензия, выявление, профилактика и лечение среди рабочих и служащих промышленных предприятий г. Уфы» темаһына Мәскәүҙә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983—2002 йылдарҙа — 1-се госпиталь терапия кафедраһы мөдире. 2002 йылда — ошо уҡ кафедра һәм ИПО терапияһы мөдире.

Уның етәкселегендә 40-тан ашыу кандидатлыҡ һәм 5 докторлыҡ диссертация яҡлана. Тикшеренеүҙәр материалдары буйынса күп кенә халыҡ-ара конференцияларҙа, кардиологик конгрестарында, Рәсәй, республика конференцияларында сығыш яһай. Аспиранттар Мәскәүҙә үткән кардиология конгресстарында 1−2-се урындар алалар (Пушкарева А. Э., Камалетдинова Г. Я., Насибуллин Т. С.)[1]. 10 йыл дауамында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы эргәһендә «Здоровье населения РБ, вопросы профилактики» проблемаһы буйынса фәнни эш алып бара. Ошо ваҡыт арауығында 20 монография, 600 мәҡәлә баҫтырыла, шул иҫәптән 65 мәҡәлә үҙәк матбуғатта, 6 мәҡәлә — сит ил журналдарында. 2 уйлап табыу авторы. Берлинда үткәрелгән Бөтә донъя кардиологтар конгресында, Швециялала, Австрияла, Төркиәлә Европа конгрестарында ҡатнаша. Бөтә Рәсәй кардиологтар йәмғиәте идаралығы, Артериаль гипертония лигаһы ағзаһы, ҡала һаулыҡ һаҡлау аттестацион комиссия ағзаһы. Кардиологтарҙың Башҡ‑н йәмғиәте рәйесе (1984—1998)[1].

Төп баҫмалары (РФ УМО грифы ҡуйылған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары)[2]

1. Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ) Уфа, 2004.-310 с.

2. Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней издание 3-е переработанное и дополненное (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ) Уфа, 2006. — 465 с.

3. Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней издание 5-е переработанное и дополненное (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ) Уфа, 2009.- 852 с.

4. Неотложные состояния в клинике внутренних болезней (учебное пособие с грифом УМО Министерства образования РФ)