Тереғоловтар
Тереғоловтар — дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — мырҙа Йәнекәй Ҡолдашевтың улы Тереғол Йәнекәй улы Ҡолдашев, XVI быуаттың 2-се яртыһында Ҡасим батшалығының Темников ҡалаһында хеҙмәт итә.
Дворянлыҡ тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тереғол Ҡолдашевтың улдары: Тенәш (Теребирҙе), Уразай, Теләш, Көсәкәй Тереғоловтар. 1625 йылда хәрби хеҙмәттәре өсөн уларға дворян дәрәжәһе бирелә. Пётр I 1713 йылдың 3 ноябрендәге Указына ярашлы башҡа мырҙа мосолмандар менән бергә Тереғоловтар дворянлыҡтан мәхрүм ителә; императрица Екатерина II 1784 йылдың 22 февралендәге һәм 1796 йылдың 15 майындағы исемле указдары буйынса уларға дворян дәрәжәһе кире ҡайтарыла, тик поместье һәм ер биләмәһенә хужа булыу хоҡуғы бирелмәй.
Шулай уҡ Илбәк Батырша улы Тереғолов, Исмәғил Сөләймән улы Тереғолов, Ҡ(Х)анһөйәр Мортаза улы Тереғолов, Мөрсәлим Йөҙәй улы Тереғолов, Мөсәл Сөләймән улы Тереғолов, Тимербулат Ыҫлаҡ улы Тереғолов һәм Хөсәйен Батырша улы Тереғолов исемдәре билдәле. XVIII быуаттың 70-се йылдарында Тереғоловтар Тамбов наместниклығының Темников өйәҙенән Ырымбур губернаһына күсенәләр.
Дворян Йәнекәевтәр вәкилдәре менән бергә керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡарғалы ауылы (хәҙерге Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) башҡорттарының аҫаба ерҙәренә килеп ултыралар. Шул уҡ улус башҡорттары менән 1777 йылғы килешеү буйынса Ҡарғалы йылғаһы (Сәрмәсән йылғаһы ҡушылдығы) буйында 14 мең дисәтинәнән ашыу ерҙе файҙаланыуға алалар.
Тереғоловтар нәҫеле Ырымбур губерна дворяндары нәҫел тарихы китабының 6-сы киҫәгенә яҙылған.
Тереғоловтар мосолман донъяһы һәм Башҡортостан тарихында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәлимулла Бәшир улы Тереғолов, губерна секретары (1824). 1816 йылдан алып Ырымбур ыҙан контораһында хеҙмәт итә;
Ибраһим Вәлиулла улы Тереғолов (1852, Өфө — 1921, Сәмәрҡәнд ҡалаһы), педагог. Ҡазан губернаһында урыҫ булмаған халыҡҡа белем биреү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Ҡаҙанда "Көнсығыш клубы"н ойоштороп, уның идара рәйесе була;
Шәрәфетдин Нәжметдин улы Тереғолов (1861, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы Яңы Ҡарғалы ауылы (хәҙер Башҡортостан Рeспубликаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы, — 1916, Өфө). 1881 йылдан башлап Ырымбур мосолман диниә назараты теркәүсеһе, архивариусы. 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән (1911);
Әхмәтсолтан Ғәли улы Тереғолов (август 1880, Өфө — 28 июль 1952, шунда уҡ). 1915—1917 йылдарҙа Өфө губернаторы эргәһендә махсус эштәр чиновнигы. Өфө ҡала думаһы гласныйы, 1918 йылда Өфө ваҡытлы мосолман ҡала халыҡ комитеты ағзаһы;
Ғүмәр Хәбибрахман улы Тереғолов (1883, Өфө — 1938, Төркиә), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө земствоһында хеҙмәт итә. 1907 йылдан алып «Урал» гәзитен сығарыусыларҙың береһе, 1917 йылда Мосолмандар араһында гражданлыҡ идеяларын таратыу комитеты идараһы рәйесе, Өфө губерна мосолман милли советы башҡарма комитеты ағзаһы; 1 се һәм 2 се Бөтә Рәсәй мосолман съездарын әҙерләүҙә һәм эшендә ҡатнаша, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы депутаты, 1918 йылда Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, Өфө ваҡытлы мосолман ҡала халыҡ комитеты ағзаһы. 1919 йылда Төркиәгә сығып китә;
Хәлиулла (Хәлил) Ниғмәтулла улы Тереғолов (12 март 1890, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) — 7декабрь 1937, Өфө), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә, подпоручик. 1918 йылдаБашҡорт хәрби шураһының мобилизация бүлеге мөдире. 1920 йылдан башлап Дезертирлыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса Үҙәк башҡорт комиссияһы рәйесе. Репрессиялана, 1956 йылда аҡлана;
Ғәли Ниғмәтулла улы Тереғолов (9 июнь 1894, Ҡарғалы ауылы — 18 сентябрь 1976, Өфө), Башревком канцелярияһында эшләй. Репрессиялана, 1956 йылда аҡлана;
Усман Ниғмәтулла улы Тереғолов (1896, Ҡарғалы ауылы — 7 апрель 1943, Свободный ҡалаһы). Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәрендә, поручик; 1919—1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла. Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. 1918 йылдың июненән Тамъян-Ҡатай ирекле отряды начальнигы, бер үк ваҡытта августан алып Верхнеурал фронтының башҡорт ҡораллы көстәре командующийы, 1919 йылдың ғинуар аҙағынан Башҡорт корпусының 6-сы уҡсылар полкы, май айынан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1 се кавалерия полкы командиры. Репрессиялана, 1989 йылда аҡлана;
Әхмәтйән Хөсәйен улы Тереғолов (5 июнь 1896, Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы) — 9 март 1977, Ҡаҙан), полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1919 йылдан башлап — 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы штаб начальнигы, июндән 1-се Башҡортостан уҡсылар полкы командиры, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы командиры, 1922—1923 йылдарҙа БАССР-ҙың хәрби комиссары. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1967).
Шулай уҡ Л. Н. Минһажетдинова, Ғ.М. Мөхәмәтова, И. Н. Ниғмәтуллин, Р. И. Ниғмәтуллин, А. Р. Тереғолов, Ғ. Н.Тереғолов, Н. Ғ. Тереғолов, Р. Ғ.Тереғолов, Ш. Ә. Тереғолов, Ә. Б. Тереғолов, Б. Х. Әхмәтова Тереғоловтар нәҫеленән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тереғоловтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.