Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 11 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡариҙел районы
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡариҙел районы, Байҡыбаш
Һөнәр төрө власть органы

Ғәлиәскәров Рифғәт Хажиәкбәр улы (рус. Галиаскаров Рифгат Хазиакбарович) - (11 март 1948) - ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рифғәт Хажиәкбәр улы БАССР-ҙың Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылында 1948 йылдың 11 мартында донъяға килгән.

1980 йылда Силәбе вуыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлаған.

1982 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбе дипломы алған.

Хеҙмәт юлын 1967 йылда техник училищела уҡығандан һуң Өфө химия заводында аппаратсы булып эшләгән.

1967 - 1970 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт иткән.

Хеҙмәттән ҡайтҡас, слесарь, өлкән механик, ҡыуғын контораһының профком рәйесе булып эшләгән.

1977 - 1984 йылдарҙа - баш инженер, "Сельхозтехника" район берекмәһендә рәйес.

1984 - 1989 йылдарҙа - "Искра" колхозы рәйесе, Ҡариҙел район агросәнәғәт берекмәһе советы рәйесе.

1989 йылдан 1994 йылға тиклем Ҡариҙел районының "Үргеш" совхозы директоры.

1994 йылда Ҡариҙел районының хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнә [1]

2005 йылдан Ҡариҙел районының ООО "Байҡы" ЯСЙ-һы етәксеһе [2].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104