Шмелёв Алексей Николаевич
Шмелёв Алексей Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 11 март 1960 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Ленинск, Рассвет ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шмелёв Алексей Николаевич (11 март 1960 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр. 2007—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2013 йылдың 20 декабренән —хакимиәт башлығы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алексей Николаевич Шмелёв 1960 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ленинск ҡасабаһында тыуған. 1986 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1986—1998 — «Башнефть» акционер нефть компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры, баш инженеры, начальнигы;
- 1998—2004 — ЯСЙ «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының автотранспорт юл цехы начальнигы;
- 2004—2007 йылдарҙа — ААЙ «Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводы»ның генераль директоры;
- 2007—2013 — Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
- 2013 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[1][2].
Шулай уҡ — «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» идараһы рәйесе[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почетлы нефтсеһе.
- Салауат Юлаев ордены (2017 йылдың 9 октябре) — емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн, кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн, сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары, фәнни өлкәлә һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә юғары ижади ҡаҙаныштары, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар өсөн, үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә , йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә уңыштары өсөн, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[4][5].
- Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу хаҡына хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Биография Алексея Шмелёва из официального сайта Администрации городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан 2016 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- ↑ Алексей Шмелёв назначен главой администрации городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан по контракту
- ↑ Ассоциация «Совет муниципальных образований Республики Башкортостан»
- ↑ Глава РБ Рустэм Хамитов вручил главе администрации ГО г. Октябрьский РБ Алексею Николаевичу Шмелёву орден Салавата Юлаева 2017 йылдың 10 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Список награждённых 9 октября 2017 года 2021 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Биография Алексея Шмелёва